Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бала саҡтан һеңгән күңеленә
Бала саҡтан һеңгән күңеленәФаил Йортбәковтың исеме сәнғәт донъяһында бына-бына сәскә атырға бөрөләнгән емеш ағасы кеүек. Эйе, эйе, уның гөрләп сәскә атыр, татлы емештәре менән башҡаларҙы ҡыуандырыр көнө алда әле. Һәр хәлдә, быға иманым камил – тәүәккәл дә, сая ла, башлаған эшен ярты юлда ташлап ҡасмаҫ ныҡыш та егет ул...


...Сибай филармонияһында яңы ғына эш башлаған сағым. Бер көн бер аҙ ял итеп алыу уйы менән репетиция барған тамаша залына индем. Артистар яңы йыл кисәләренә әҙерләнә ине. Шунда ҡаҡса ғына буйлы егеттең балаларса шаянлығына, тынғыһыҙлығына ҡарап, һоҡланып ултырҙым – бер урында тик тора алмай, йә ырғып-һикерә, шаяра, йә көй ыңғайына сәхнә иҙәненә ятып аунай, шул арала башҡалар менән шаярып алырға ла өлгөрә... Ҡыҫҡаһы, осоп-төшөп торған егет инде! Торараҡ, үҙе менән шәхсән аралаша башлағас, уның бик етди әңгәмәсе, иғтибарлы, ихтирамлы, кешелекле һәм кеселекле булыуына йәнә бер аптыраным. Аҙаҡ аңлауымса, Фаил ике донъя менән йәшәй – сәхнәлә ул, ысын артист булараҡ, роленә инә, ә ғәҙәти тормошта фәҡәт үҙе генә булып ҡала. Ҡарап тороуға бөтөнләй бала ғына булып күренгән егеттең өс малайға атай икәнлеген ишеткәс, һоҡланыуымдың сиге булманы.
...Баймаҡ районының йәмле Һаҡмар буйында, йәм-йәшел ағастар менән ҡаймаланған Ирәндек тауҙары ҡосағында урынлашҡан Ғәҙелбай ауылында тыуған малай бәләкәйҙән туған моңобоҙға ғашиҡ булып үҫә, сөнки ул иҫ белә-белгәндән үҙе янында кемдеңдер мөңрәнеп йырлағанын, кемеһенеңдер ҡурайҙа йә гармунда уйнағанын тыңлап, халыҡ моңон күңел түренә һала бара. Бәләкәй генә малайҙың ҡулына гармун алып, ярылған утын башында шуны тысҡылдатып, йырлар урынға илап ултырғанын күргән күрше-тирәләре әле булһа мәрәкә итеп һөйләй. “Булыр бала – биләүҙән”, – тигәндәре шулдыр инде...
– Бала сағымда ҡартатайым (әсәйемдең атаһы) йәй сығыу менән мине үҙҙәренә алып ҡайта торғайны, – тип хәтерләй әңгәмәсем. – Ун һигеҙ саҡрым алыҫлыҡтағы Йылым ауылына ҡуйы ҡарағай урманы аша ат егеп китеп барғанда, атын үҙ яйына ҡуя ла ҡартатайым ойотоп ҡына халыҡ йырҙарын йырлай. Мин, танау аҫтым да кибеп бөтмәгән малай, уны тыңлап: “Улай йыр буламы икән?” – тип аптырай торғайным... Аҙаҡ, йыр, бигерәк тә халыҡ йырҙары менән мауыға башлағас, ҡартатайымдың яратып йырлаған йыры “Илсе Ғайса” булғанлығына төшөндөм. Атайымдың әсәһе – ҡартәсәйем дә йырға маһир булды – ул таланттары менән республикала танылыу алған Буранбай ауылынан ине. Бына шундай мөхиттә, ҡартатай-өләсәйҙәр тәрбиәһендә үҫеүем, уларҙың халыҡ ижадына битараф булмауҙары яҡынайтты ла инде мине сәнғәткә. Ә йыр-моңға ысын һөйөү уятыусылар, әлбиттә, атайым менән әсәйем булғандыр. Әгәр бәләкәйҙән мине мәктәптә үткәрелгән сараларға алып барып йырлатмаһалар, кем белә, бәлки, бөтөнләй икенсе һөнәр эйәһе лә булыр инем...
Бар күңеле менән сәхнәгә ғашиҡ, үҙен унан башҡа күҙ алдына килтерә лә алмаған кеше ул Фаил. Ижад эшенең күңел талабы булыуына ул башҡа һөнәр буйынса эшләгән ваҡытында асыҡ төшөнә. Сибай сәнғәт колледжын тамамлағас, Фаил Йортбәков, үҙенә белем биргән уҡытыусыларының кәңәше менән, ошонда уҡ вокал уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. Көн дә иртән дәресен студенттарҙың тауыштарын көйләү күнекмәләренән башлай, үҙе белгәнде йәш йырсыларға өйрәтергә тырыша. Йәш уҡытыусының һәр студент менән айырым-айырым шөғөлләнеүе, күп ваҡытын улар менән бергә үткәреүе эҙһеҙ үтмәй – егет-ҡыҙҙар уға ихтирам менән ҡарай, уҡытыусы һәм тыңлаусылар араһында дуҫтарса мөнәсәбәт урынлаша.
...Республикабыҙҙа танылыу яулаған педагог-вокалист Джон Әхмәт улы Мусин класында ныҡлы белем алған егет колледждан һуң белемен Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында камиллаштыра һәм ике йыл Баймаҡ район мәҙәниәт йортонда тәүге хеҙмәт сынығыуы үтә. Өфө ҡалаһында йәшәп, “Юлдаш” телевидениеһында тауыш режиссеры булып эшләгән йылдары ла йәш белгескә бик күп ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Шулай итеп, Сибай концерт-театр берекмәһендә артист-вокалист булып эшләй башлағанына ҡәҙәр Фаил Йортбәков аҙмы-күпме хеҙмәт тәжрибәһе туплап өлгөрә һәм һөнәри сәхнәгә ярайһы ғына тәжрибә менән сыға.
– Минең өсөн сәхнә – күңел талабы, тип ышаныс менән әйтә алам, – ти ул үҙе, – сөнки мин бының ысын шулай икәненә, үҙ һөнәрем буйынса түгел, ә икенсе өлкәлә эшләгәнемә инандым. Сәхнәлә йырлап торам икән тип төштәр күреп һаташҡан ваҡыттар ҙа булманы түгел. Ҡайһы саҡ таныштар араһында, шул һаман филармонияла эшләп йөрөйһөңмө, ниңә икенсерәк, аҡсалыраҡ эш эҙләп ҡарамайһың, тигәндәр осрай. Юҡ, улар – сәхнә ауырыуын белмәгән кешеләр – быны аңламаясаҡ... ә аҡса бер ҡасан да етмәй ул...
Ә бит Фаилдың да сәнғәткә, ғөмүмән, сәхнә тормошона битараф ваҡыттары булмай түгел. Уҡытыусыһы Зөлфирә Шәһит ҡыҙы хәтерләгәнсә, Фаилды сәхнәгә кис сығарыр өсөн иртәнсәктән ялына башларға кәрәк була. Үҙенең был ҡылығын хәҙер ул көлөп кенә иҫкә ала: “Сығыш яһауҙан ҡурҡыу булдымы икән? Әллә үҙемсә инәлтеп маташтыммы икән... Йылдар үтеү менән барыһы ла онотола икән шул...”
Тыуған еренең, уның тәбиғәтенең ябай тел менән генә аңлата алмаҫлыҡ гүзәллегенә һөйөнөп йәшәй әңгәмәсем: “Урманынан сыҡһаң, ниндәй генә сәскәләргә юлыҡмайһың да, ниндәй генә емеш-еләгенән ауыҙ итмәйһең! Тигеҙ ялан-ҡырҙары, боролоп-боролоп аҡҡан мул һыулы йылғалары, уларҙың ярҙарында тирмәләр ҡороп ултырырлыҡ туғайлыҡтары үҙе ни тора!” Тыуған ауылы Ғәҙелбайҙың матур тәбиғәт ҡосағында урынлашыуы, ауылды уратып алған Аҡташ менән Бурһыҡ битләүҙәре, аҡ күлдәкле ҡайындары, һомғол ҡарағайҙары, елбәҙәк уҫаҡтары менән күҙ яуын алған урманлығы йырсы күңеленә сабый сағынан уҡ аһәң һәм илһам бирмәнеме икән?!
– Ауылыбыҙҙы ҡап урталайға бүлеп, Батҡаҡлы йылғаһы ағып ята. Эҫе көндәрҙә лә һыуы бик һыуыҡ, шуға ҡарамаҫтан, беҙ, малай-шалай, ике күпер араһы тип йөрөткән ерҙә ирендәр күгәргәнсе һыу инеп, Аҡташ битләүендә бура һуғып көн үткәрә инек. – Үҙе лә һиҙмәҫтән Фаил балалыҡ хәтирәләренә бирелә. – Ниңәлер мин һәр ваҡыт үҙемдән бер-ике йәшкә бәләкәйерәк малайҙар менән уйнай инем. Биксура тип аталған урман буйында уйынсыҡ машиналар һөйрәп, бәләкәс кенә өйҙәр яһап, ашарға ла онотоп, көндәр буйы өйгә лә ҡайтмай уйнай инек. Әле лә бер генә минутҡа ана шул шуҡ малай мәлдәремә ҡайтҡыларым килеп киткән саҡтар булып ала. Бергә уйнап үҫкән малайҙар күптән атай булып бөттө, аралашабыҙ, яҙышабыҙ, нимәһе һөйөндөрә – барыһы ла ғаиләле...
Фаил үҙенә белем-тәрбиә биргән уҡытыусыларын оло ихтирам менән телгә ала, уларға ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. Мәктәп йылдары матур хәтирәләре менән хәтеренә һеңгән уның. Уҡыусыларҙың 22 саҡрымдан ашыу оҙонлоҡта урман һыҙаттары ултыртыуҙарын һәм шул аҡсаға мәктәпкә пианино һатып алыуҙарын айырым йылылыҡ менән хәтерләй. Музыка уҡытыусыһы Ләйсән Хәләф ҡыҙы нәҡ ана шул пианино ярҙамында уҡыусыларына нота серҙәрен асҡан һәм кемдәрендәлер башҡорт моңона һөйөү уятҡан...
Бөгөн Фаил ҙур ғаилә башлығы булыуы менән дә ғорурлана ала – Йортбәковтар ғаиләһендә алма кеүек өс малай үҫә! Кәләше Юлиә менән уларҙың юлы сәнғәт колледжында киҫешә. Бала сағынан музыкаға тартылып үҫкән, мәктәптән һуң да шул юлды һайлаған Юлиә училищенан һуң кинәт кенә икенсе юлдан китә һәм бөгөн бөҙрәхана оҫтаһы булып эшләй.
Йәш йырсы һайлаған һөнәренә хыянат итергә уйламай ҙа, киреһенсә, яңы йырҙар өйрәнергә, үҙ моңона тура килерлек йырҙар ижад итеүсе композиторҙар менән аралашырға теләй.
– Донъяларыбыҙ имен торһон, – ти ул. – Улдарымды матур тәрбиә менән үҫтереп, туйҙарының түрендә ултырырға, уларҙың балаларын һөйөргә яҙһын, тип теләйем...
Уй-ниәттәрең ғәмәлгә ашһын, Фаил!


Сибай ҡалаһы




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 059

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 779

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 574