Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Их, талымлы минең өйөргенәм…
Их, талымлы минең өйөргенәм…Ҡан хәтере

Милләтенән яҙған башҡорттарым,
Урыҫлашҡан ете ятҡынам,
Ҡыуҙығыҙмы икән мал артынан,
Ҡыуҙығыҙмы дандар артынан?

Шәжәрәһен юйған башҡортҡынам,
Юлдан тайған ете ятҡынам,
Барса милләтте мин хөрмәт итәм,
Телһеҙ башҡорттарҙы ятһынам.

Ҡан хәтере бик ныҡ көслө ти бит,
Уяна ла юйып сабырын,
Сикәләрҙе сатнатырлыҡ итеп,
Таптыра, ти, асыл тамырын.

Милләтенән яҙған башҡортҡынам,
Ят бауырым, ҡандаш башҡортом,
Манҡорт тигән бер ҡорт сүкей, ти бит,
Эстән кимерә, ти, аҫтыртын.

Үртәлдерә, ти, ул зар илатып,
Йә Ерҙә үк, йәки Асманда.
Бая әйткән ҡан хәтере бер саҡ
Зиһен тәҙрәләрен асҡанда.

...Аллаһ ҡаршыһында тиңдер ҙә беҙ,
Еттениһә яуап көнөгөҙ,
Ҡандаштарҙың өнһөҙ шелтәһенән
Ауырайыр микән йәнегеҙ?


Эйәрҙем

Йылҡыларҙы ҡыуҙым далаларға,
Тауҙар арттыҡ инде, иншалла.
Иркенлеккә етә тиме ни ул,
Ҡыңғырау ғына таҡ та тышаула.

Далаларҙа ялды елгә сайҡап,
Елдерһәң дә була.
Дүнәндәр,
Йәш тайҙарҙың тейеп сәмдәренә,
Ҡыуышып ҡауышырға өйрәнгән.

Йылҡыларҙы ҡыуҙым урмандарға,
Ҡарымтанан аяп, ышыҡҡа.
Башҡайҙарын сайҡап күләгәгә,
Диҡҡәт ҡылды серле һулышҡа.

Йылҡыларҙы ҡыуҙым күлгә табан,
Сарсауҙарын баҫып һыулаһын.
“Сүк-сүк!” тиеп алдаштырҙым,
Улар
Ҡайсылап тик торҙо ҡолағын.

Яратманы өйөр торғон һыуҙы,
Морон төрткән була,
Һыуламай!
Сүкләү менән, һайтлау менәнме ни,
Китте-барҙы тырым-тырағай.

Их, талымлы минең өйөргенәм,
Ҡыумаҫ булып үҙем эйәрҙем.
“Тотҡан юлын белгән халҡыңа ла,
Һыулауҙарын таныр йылҡыңа ла
Һин баш түгел. Ышан һәм тоғро бул!” –
Тип кәзекләй эйәр, өҙәңгем.


5 сентябрь

Кемдәр килде ергә бөгөн таңда,
Кемдәр китте? Бүтән бер ҡасан
Күрмәҫ өсөн ерҙең иртәләрен,
Аша атламаҫ өсөн тупһанан.

Өфө урамдары манма һыуҙа...
Туйҙар туйлайһы бар кемдәргә?
Башым бөгөн, гүйә, тирмән ташы,
Ҡутарырмын тимә мендәрҙән.

Баштың эсе тулы гел үткәндәр,
Донъя ҡыуып йүгереп йөрөүҙәр.
Һөйөнөүҙәр, үкенес, төңөлөүҙәр,
Кәштә-кәштә булып теҙелгән.

Үксәләре бейек туфлиҙар ҙа,
Хушбыйҙар ҙа һушты юйырлыҡ.
Күлмәктәр һуң?
Йәйғор төҫлөләре,
Сынъяһаулы булып йөрөр өсөн
Етә ине бит һуң ҡыйыулыҡ.

Тик барыбер серле,
Шомло,
Моңло
Таң хәбәре. Яҡты. Ҡайғылы.
Баш та яҙылыр. Күңелем түшәменең
Ҡыйшаймаған әле ҡыйығы.

...Сыйырсыҡтар ғына китте-барҙы,
Етемһерәп ҡалды оялар.
...Быныһынан нәфсе ҡанмай һаман,
Нисек икән теге донъялар...


Ҡыр ҡаҙы

Үҙәк өҙҙөрөрлөк моң тыңланым,
Был донъяның сикһеҙ моң-наҙы.
...Күл өҫтөндә,
Аҙашыпмы икән,
Йөҙөп бара яңғыҙ ҡыр ҡаҙы.

Талды микән әллә ҡанаттары,
Ҡайырылды микән юғиһә.
Ыҡ-ышыҡты табыр ҡайҙан ғына,
Ыжғырҙарын егеп көҙ килһә.

Яңғыҙаҡ ҡаҙ,
Ерҙә аяуҙар аҙ,
Кем яҡлар һуң ишһеҙ генәне.
Минең дә бит үкһеҙ күңелкәйем
Күкте һөҙөп шәфҡәт эҙләне.

Төңөлмәне әле, төңөлмәне,
Арбай әле ерҙең моң-наҙы.
Күңелем ҡышты йәнә күрәйем тип,
Бында тороп ҡалған ҡыр ҡаҙы.


Балан

Битләстәге еләк арбаны ла...
(Әллә нишләп шуға алдандым),
Шәрбәт татлы түгел, балан татлы
Булып ҡуйҙы тәҡдир, даланым.

Йәш һығылыр сиктә сытырайып,
Тәмләргәме яҙмыш баланын.
Эстән һыҙҙым да ул нисә йылдар,
Анау бер көн һығылып иланым.

Күрешәһе түгел микән инде,
Быҫҡып яуа ямғыр, көн боҙоҡ.
Яғылып ҡалған Наҡаҫ баланына
Һинең ҡырау, минең ҡыҙыулыҡ.

Ҡырау һуҡҡан балан балланһа ла,
Өҙөп ҡаптым. Күңелем өшөнө.
Шул саҡлым да һыҙланырлыҡ итеп,
Рәнйетерлек сәбәп була икән,
Үкендерәм тиһәң кешене.

Аҡ сәскәлә саҡта шул баландар
Үҙең әйттең:
“Бешкәс кил, көтәм!”
Тыным менән өрөп ҡыҙартырҙай,
Мин инем бит ул йәй өҙлөккән.

Саҡ-саҡ ҡына һуңға ҡалдым бит һуң,
Еләк тиргән булдым бер тырыз.
Шул яҙлығыу үтә ҡиммәт хаҡлы,
Селпәрәмә өмөт ҡым-ҡырыз.

Еләгемде ҡапһам атылғандай,
Көлтә-көлтә осҡон – йондоҙҙан.
Балан бешкән. Һиңә һонайым тип,
Мин ул бөгөн донъя ҡыҙырған.


Ал елкән

Диңгеҙ менән зәңгәр күк араһын
Аҡсарлаҡтың үлсәй ҡанаты.
...Бер ҡатынды гел тап иттем ярҙа
Тартыр булды никтер ҡарашты.

– Оҡшай, ахыры, һеҙгә аҡ ҡоштарҙың
Уйнаҡлауы киреп ҡоласын..
Гел ошонда күрәм. Таныш кеүек...
– Ябай ҡарсыҡ шунда.
Мин – Ассоль.

Бынау ярҙар, диңгеҙ киңлегенә
Эҫендем дә ҡуйҙым электән.
Ал елкәнле карап була, тиҙәр,
Шуны күрмәмме тип мин көтәм.

– Хыял ғыналыр ул...
– Ысын булһа?
Күрмәй китерменме был ерҙән?
Төңөлмәгән әле күңелдәрем
Офоҡтарҙан өмөт һөҙөүҙән.

...Аҡ елкәнле өмөт...
Барҙыр,тиеп,
Үҙемдең дә булды. Һемәйҙем.
...“Грэй бар ул!” тип аҡһыл сәстәренән
Елдәр тарай Ассоль инәйҙең.


Был шиғырым...

Был шиғырым һинең хаҡта түгел.
Һинең хаҡта түгел уй-хыял.
Яҙмаҫтайға ымһыныуҙар тамам.
Яҙмағандар үрҙә. Идеал.

Беҙгә тимәгәне күп инде ул,
Ҡарап туймаҫ, тик буй етмәҫлек.
Нәфсе һуҙмауға мин күптән күнгән,
Йәнем бикле. Ым да үтмәҫлек.

Һинең хаҡта түгел йырҙарым да,
Илауҙарым ҡайсаҡ аунаҡлап.
Мин һағынам бары бер май төнөн,
Сирен сәскәләрен ҡосаҡлап

Тупһабыҙға кемдер түшәп китте.
Быуындарға төшә шул хәтер.
Ана шулар бына нисә йылдар
Тәҙрә сиртә һәр яҙ нишләптер.

Шуға ғына минең күңелем тула,
Шул сирендәр генә илата.
...Һулымай торған гөлдәр була икән,
Наҙ шыбырлай һәр яҙ аулаҡта.


Һағына микән?

Бейештек беҙ таҡмаҡ әйтә-әйтә,
Мәрйен итеп ҡыҙҙар теҙҙе генә.
Шулар һаман сыңлай йыһанымда,
Оялаған күңелем үҙәгенә.

Гармунсыбыҙ ҙа шул таҫыл ине,
Беләктәре нисек талмағандыр.
Кемдең генә күңеленә үҙе
Өмөт ҡатыш һағыш һалмағандыр.

Көй оттомо беҙҙән һандуғастар,
Һуғарылдыҡ беҙме моңдарынан,
Ғаләмдәрҙең арғы яҡтары ла
Илһам һөҙҙө Наҡаҫ буйҙарынан.

Һағына микән беҙҙе ауыл төнө?
Йөрөр ине бейеп арабыҙҙа.
...Бер геүләтеп алайыҡмы әллә?
Һирәгәйеп кенә барабыҙ ҙа...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 059

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 779

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 574