Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мостай рухы мәңге тере
Бар тәбиғәт, һүрән ҡояш нурҙарына ҡойоноп, алтын төҫкә ингәндә, ағас япраҡтарынан тирә-йүнгә сағыу моң бөркөлгәндә, “әбейҙәр сыуағы”нан күңелдәрҙә йыр тыуған бер мәлдә ирекһеҙҙән Мостай, үҙебеҙҙең бөйөк Мостай Кәрим, иҫкә төштө. Тап ошо мәлдә, миҙгелдәр алмашынғанда тыуған ул! Эйе, йәйҙәр көҙгә, ҡыштар яҙға алмашына, кемдер был донъяға ауаз һала, кемдер мәңгелеккә күҙҙәрен йома, ә тормош дауам итә.

Ғәзиз телебеҙгә һәр дәүерҙә хәүеф янаған. Аҡһаҡалдар, тел әһелдәре һәр саҡ уның һағында уяу торған, кәрәк мәлдә үҙ һүҙҙәрен әйткән, яҡлап ҡалған. Бөгөн дә был хәүеф йәшәй арабыҙҙа. Туған телебеҙҙе белеү, уны балаларыбыҙға өйрәтеү кимәле хәүеф һыҙығында тора. Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан туған телебеҙгә бәйле шау-шыу ваҡытында Мостай Кәрим­дең етмәүе үҙәкте өҙҙө.
“Әлеге мәлдә Мостай ағай иҫән булһа, заман үҙгәрештәренә ҡарата тура һүҙен әйтер ине”, – тип һағышҡа бирелде күптәр.
Яҙыусының, шағирҙың халыҡ алдында яуаплылығы бик ҙур. Уларҙың һәр ҡайһыһы, айырым да, халҡыбыҙ­ҙың намыҫы булып сығыш яһарға тейеш, сөнки һүҙ оҫталары үҙҙәре үк ошо тәғлимәттәрҙең сағылышы булып тора. Ил, халыҡ алдында яуап­лылыҡ тойғоһо ғына ла яҙыусыларға хас һүҙгә, фекергә, образға талап­санлыҡты тыуҙыра.
Мостай Кәрим ҡәләм эшен дәүләт вазифаһы һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге менән тигеҙ юғарылыҡта алып барҙы. Сәйәси тормоштоң үҙәгендә булыу уға замандың һулышын тойорға, ижади офоҡтарын киңәйтергә мөмкинлек бирҙе. Әҫәрҙәренең фәлсәфәүи тәрән­леге, ҡиммәтлеге, донъя кимәленә ауаздашлығы ла ошонан. Шағир бөтә илдең йөгөн үҙ иңендә тартып барырға тейеш тип һанай ине Мостай Кәрим. Һәм шул яуаплылыҡ тойғоһон кисереп, бейек тауҙан саф шишмәләр бәреп сыҡҡан һымаҡ, иң юғары кимәлдәге әҫәрҙәр тыуҙыра алды.
Яҙыусы ғәмһеҙ һәм шымаҡай бәндә түгел. Ул һәр күренешкә һоҡланып ҡына ла ҡарай алмай. Ысын шағирҙы намыҫы өҙлөкһөҙ игәй, кешелектең бәлә-ҡазаһын үҙенекеләй кисереп, ул кешеләрҙе лә йоҡонан уята, уяулыҡҡа һәм хәрәкәткә өндәй. Ана шунда күрә Мостай Горький, Блок кеүек әҙип­тәрҙең Прометей ҡаһарман­лығына торошло эшмәкәрлеген. Блок, ти ул, үҙенең ҡатмарлы заманы асылына ғына төшөнөп ҡалмаған, ә киләсәкте лә күҙаллай белгән. Ләкин ул пәй­ғәмбәр түгел, ул – Шағир. Ерҙә барған “ишетелмәгән үҙгәрештәр” һәм “күрел­мәгән фетнәләр” уны ҡасып-боҫоп ҡалырға түгел, ә көрәшкә әйҙәгән.
Теле, иле, халҡы һағында торғанда ул “күкрәгенән ҡоштар осорҙо”. Аҡлыҡ-хаҡлыҡ өсөн көрәшселәргә лә, сир­леләргә лә, ғашиҡтар һәм хыялый, йыуаш-саяларға ла, һәммәбеҙгә лә әйтер һүҙе, мөхәббәте булды. “Көт­кәндәргә аҡ күгәрсен килер, яңы өмөт өҫтәп өмөткә”, – тип яҙҙы шағир алтынға бәрәбәр шиғырында. Тик ғәмһеҙҙәрҙе генә ул “өлөшһөҙ” ҡалдырҙы. Ғәмһеҙ­ҙәргә генә һис нәмәм юҡ – әйҙә улар ҡошһоҙ торһондар...
Тыуған ер ҡуйынынан урғылған Ағиҙел кеүек киң дә, моңло ла, Урал кеүек бейек тә, уйсан да, далаларыбыҙ кеүек киң һулышлы ла, бәрәкәтле лә, тормоштоң үҙе кеүек ҡатлаулы ла ул Мостай Кәрим ижады. Үҙенең гүзәл әҫәрҙәре менән Мостай Кәрим – бөтә халыҡ мөхәббәтен яулаған шағир. Әҙәбиәт өлкәһендә күп яҡлы эшсән­леге өсөн ул ике тапҡыр Ленин, “Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ”, “Халыҡтар дуҫлығы”, “Почет Билдәһе” ордендары менән бүләкләнде. 1963 йылда халыҡ шағиры тигән маҡтаулы исем бирелде. Яҙыусы С. Юлаев, Станиславский исемендәге, СССР-ҙың Дәүләт премия­һына, Г.-Х. Андерсен исемен­дәге Халыҡ-ара премияға лайыҡ булды. 1979 йылда уға “Социалистик Хеҙмәт Геройы” тигән ҙур исем бирелә. 75 йәш тулыу уңайынан Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнә. Шул көндәрҙә уның күкрәгендә тағын бер бүләк – III дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены урын ала. Ошо бүләктәр генә лә яҙыусының халыҡ араһындағы абруйының бик юғары булыуын күрһәтә.
Мостай Кәрим... Беҙҙең өсөн бөйөк шәхес, аҡһаҡал! Икенсе Мостай Кәрим тыуырмы? Ошо һәм башҡа һорауҙар тынғылыҡ бирмәй. Ғәҙәттә, бындай ваҡытта сағыштырыуҙарға төшөп китәһең. Мостайҙа Салауат, Аҡмулла, Бабичтың маһирлығы һәм ярһыулығы бар; Өмөтбайҙан ул энциклопедик күп яҡлылыҡ һәм патриотлыҡ алған; унда Рәмиҙең юғары намыҫсанлығы сағыла. Ә Мостай Кәрим – барыбер Мостай Кәрим ул! Халыҡ шағирына 85 йәш тулыуҙы билдәләгән тантаналы йыйылышта сығыш яһап, Рауил Бикбаев һүҙен ошолай тамамлағайны: “Мостай Кәримде кем менән са­ғыш­тырып була? Мостайҙы бары тик уның үҙе менән генә сағыштырырға мөм­кин!” Эйе, Мостай Кәрим – баш­ҡорт халҡы өсөн бары тик үҙенә генә хас, мәң­ге тере, мәңге асыласаҡ хазина ул.
Һаҡлайыҡ, ҡәҙерләйек, юғалтмайыҡ ошо хазинаны. Беҙ һыуһаған, мохтаж булған аҡһаҡалыбыҙ һүҙе, аманаты алтынға бәрәбәр бөгөн! Аҡыллы, батыр, ғәҙел, рухлы, берҙәм булайыҡ, ғәмһеҙҙәрҙән ары торайыҡ!

Гөлмирә БИКБУЛАТОВА,
Туймазы ҡалаһы 6-сы мәктәбенең юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы,
БР-ҙың мәғариф алдынғыһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 058

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 416

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 573