Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » ӨС ҠЫҘЫБЫҘҒА – БЕР КЕЙӘҮ
Клуб мөдире мине әле генә етмештән уҙған әбей менән бабай һәм ейән-ейәнсәрҙәре йәшәгән, тыштан бик матур, төҙөк булған йортҡа алып килде. Хужалар ҡунаҡсыл икән, асыҡ йөҙ менән ҡаршыланы. Таныштыҡ та шунда уҡ сәй эсергә ултырҙыҡ. Әбей иң тәүҙә балаларҙың тамағын туйҙырҙы, шунан улар урамға сығып һыпыртты.
– Ғүмерем буйы водитель булып командировкала йөрөнөм, беләм мин юл ғазаптарын, рәхәтләнеп сәй эсергә юлдарҙа ашханалар булманы. Бүре шикелле гел ашарға эҙләп ғазапландыҡ. Әйҙә, туған, уҙған замандарға үс итеп ҡаты яһап, баллап сәй эсәйек, – тине хужа.
– Ә беҙ ауылда гел һинд сәйе юҡлығынан ғазапландыҡ. Магазинға килһә, һатыусы Мәрйәм иң тәүҙә аҫтан ғына туғандарына, уларҙан ҡалғанын серей башлаған селедкаға ҡушып, беҙ меҫкен­дәргә һатты, – тип хужабикә лә һүҙгә ҡушылды.
Ғөмүмән, алыҫта ҡалған йылдарҙы хәтерләп, самауырҙы йыға ла башла­ғанбыҙ.
– Юнир, сәйҙе күп эсмәгеҙ, уның менән тамаҡ туймай. Ҡорһағыңда урын ҡалһын, тиҙҙән аш өлгөртәм. Итте күп һалдым. Ир затына итте күп ашау фарыз. Минең бабайым йәш сағынан малды күп тотто. Балаларыбыҙ ҙа ит яратып үҫте. Ана, ейән-ейәнсәребеҙгә һөйәкләп ит тоттормаһаң, йөҙҙәре боҙола, – тине хужабикә.
Мин килеп хужаларҙы артыҡ мәшәҡәт­ләүемдән бер аҙ тартынып та ҡуйҙым, ләкин хужа мине һиҙеп:
– Юнир, үҙегеҙҙәге кеүек булығыҙ, оялмағыҙ, уңайһыҙланмағыҙ. Беҙ пенсионер булһаҡ та, етеш йәшәйбеҙ. Ҡыҙҙа­рыбыҙ ҙа уңған, кейәүебеҙ ҙә шәп, мал-тыуарҙы үҫтереп, үрсетеп, аҡсаға йөҙҙөрәләр генә, – тине.
Хужаның “ҡыҙҙар” һүҙен күплектә, “кейәү” һүҙен берлектә әйтеүенә иғтибар иттем дә, тик уның сәбәбен асыҡларға уңайһыҙландым. Шулай ҙа эстән генә ҡыҙыҡһыныуым туҡтаманы. Бик уңайлы мәле тура килгәндә асыҡлармын әле, тип хәтергә һалып ҡуйҙым.
Оло бүлмәгә сығып диванға ултырғас, стенала эленеп торған өс ҡыҙҙың фотоларына ирекһеҙҙән иғтибар иттем һәм уларҙың сибәрлегенән шаҡ ҡаттым да ҡалдым. Аңын юғалтҡан кеше кеүек ҡарап тороуымды бабай ҙа күрмәй ҡалманы.
– Минең өс ҡыҙым, йәш аралары икешәр йыл ғына. Балаларҙы күберәк тыуҙырып үҫтерергә тырыштыҡ. Уларҙан алда ике улым бар, – тине лә ниңәлер борсолған, уңайһыҙланған кеше кеүек тәрән тын алып ҡуйҙы.
– Ҡыҙҙарығыҙ бик сибәр, тышҡы фактуралары тик сәнғәт өсөн генә бирелгән, ниңә артислыҡҡа уҡырға бармағандарҙыр инде, – тинем.
– Шулайҙыр ҙа бит, тик сәнғәттә бул­һалар, бар артистарҙың баштарын әйләндереп, ғаиләләрен боҙоп бөтөрҙәр ине. Улар арҡаһында оятҡа ҡалып йөрәк­тәребеҙҙең яныуын һөйләп бөтөргөһөҙ, – тип әбей күҙ йәштәрен һөртөп ҡуйҙы.
– Малай булып тыуһалар, мең рәхәтлек булыр ине, – тип бабай урынынан торҙо ла, борсолоуы йөҙөнә сығып, бүлмә буйлап уңлы-һуңлы йөрөнө.
Уларҙы бик үк аңламағас, һорау бирмәй ҡалманым:
– Әле генә ҡыҙҙарыбыҙ уңған, кейәүебеҙ шәп, тип әйткәйнегеҙ, йәштәр еңел юлға баҫтымы ни?
– Улар тәүҙә оятҡа ҡалдырҙы, хәҙер яйлап ҡына онотола башлаһа ла, ул йылдар хәтергә килә лә төшә. Беҙҙең ҡыҙҙар­ҙың холҡона бөтөн район ғәжәпләнеп, дошман күргәндәр бот сабып көлдө. Берәйһе беҙҙе барыбер һеҙгә һөйләйәсәк, ситтән ишеткәнсе үҙебеҙ һөйләйбеҙ. Өс ҡыҙым да бер ир менән йәшәй. Бына атай-әсәйгә оятҡа ҡалыу ҡайҙа ул, – тип әбей ҡыҙҙарҙың фотоһына ҡул һелтәп ҡуйҙы.
Бындай ваҡиғаны үҙ ғүмеремдә беренсе тапҡыр ишеткәс, хәлдәрҙең нисек шулай килеп сығыуына ҡыҙыҡһынып, һорау бирергә юғалып ҡалдым, ләкин һүҙҙе бабай үҙе дауам итте.
– Оло ҡыҙым Себерҙә эшләп йөрөгән күрше ауыл егетенә кейәүгә сыҡты. Аҡса табыу яғынан кейәүебеҙгә һүҙ тейҙереп булмай. Бик эшлекле, хужалыҡлы кеше. Ярай, ғаилә ҡороп күңелле генә йәшәйҙәр. Тормоштары матур барғанға шатлана башлағайныҡ, ер убылғандай булды ла ҡуйҙы. Икенсе ҡыҙҙы кейәүебеҙ эшкә урынлаштырырға Себергә алып китте. Ул аш бешереүсе-кондитерға уҡып сыҡҡайны. Эйе, эшкә урынлаштырған. Рәхмәт. Ләкин бер ваҡыт ҡыҙыбыҙ бала күтәреп ҡайтты бит. Ә үҙе законлы рәүештә бер кемгә лә иргә сыҡмаған. Еҙнәһенән ауырға ҡалған. Олоһо бында ирен көтә, ә ул тегендә балдыҙы менән донъя ҡорған. Беҙ ҡапсыҡта ятмай. Оло ҡыҙым барыһын да белгән һәм һеңлеһенә ҡунаҡҡа барған кеше булып бөтөн аш-һыуын, йыһазын ватып ҡайтҡан.
Төпсөк ҡыҙым институтты тамамлап диплом алғас ҡотларға тип бар балаларым ауылға йыйылды. Шатланып һый-хөрмәт уҙғарып ултыра инек, оло ҡыҙым:
– Йә, проститутка, һөйлә әсәйемә нимә ҡыланғандарыңды, – тине уртансыһына. Ә ул:
– Ауыҙыңды үлсәп ас, апай, – тине лә банкаға һалынған һөттө апаһының йөҙөнә һипте.
Араларына инеп тә өлгөрмәнек, оло ҡыҙым тегенеһенең маңлайына сүмес менән тондорҙо. Китте һуғыш, ыҙғыш. Айырып алып ҡына булмай. Уртансы ҡыҙымдың кәүҙәһе лә, ауырлығы ла дәү, апаһының сәсенән һөйрәп ишек алдына сығарҙы ла ямғырҙан ҡалған ерҙәге бысраҡ һыуға башын тыҡты, күлдәген йыртып, өҙгөләп ярым-шәрәгә ҡалдырҙы. Мендәрҙәрҙе һүтеп, йөндәрен йыуып, йорт алдындағы таҡталарға киптерергә ҡуйғайныҡ. Оло ҡыҙым шуларға яңылыш йығылғайны, тәнендәге ер бысрағына йөндәр йәбешеп, шүрәле кеүек булды ла ҡуйҙы. Шундай хәлгә ҡалһа ла, тегенеһе туҡтамай һепертке менән туҡмай бит. Бахырҡай, урамға ҡасып сығырға мәжбүр булды, һеңлеһе унда ла туҡтамай ҡыуып йөрөттө. Хатта ауыл осона уҡ барып еттеләр. Бар ауыл халҡы тамаша ҡылды, бала-саға фотоға, видеоға төшөрҙө. Был хәлдән һуң оялыуыбыҙҙан ай буйы урамға сығып халыҡ күҙенә күренә алманыҡ, ер тишегенә инеп ҡасырҙай булдыҡ. Видеоға төшөргән малайҙар Интернетҡа ҡуябыҙ тигәс, уларға әллә күпме аҡса түләп, саҡ бар донъяға оятҡа ҡалыуҙан ҡотолдоҡ.
– Оло ҡыҙығыҙ иренән айырылғандыр инде?
– Юҡ. Айырылышырға кейәү риза булманы. Уның Златоуста ике ит магазины бар. Уларға ҡыҙымды директор итеп ҡуйҙы, дүрт бүлмәле фатиры бар. Һатыуҙан килгән аҡсаның барыһына ла ҡыҙым хужа. Ҡулына аҡса эләккәйне, ҡыҙымдың холҡо бесәй балаһыныҡы шикелле генә булды ла ҡуйҙы.
– Кейәүегеҙ оло ҡыҙығыҙҙы етем ҡалдырмаған бит.
– Шулай. Кейәүҙең аҡсаһы етәрлек. Уның тағын Себерҙә хосусилаштырылған, нефть һурҙырғыс качалкалары ла байтаҡ ҡына.
– Кейәүегеҙ хәҙер нисә бала атаһы инде?
– Ике ҡыҙымдан да икешәр балаһы бар ине, хәҙер бишәү булдылар. Ҡайһы арала өлгөргәндер инде, Силәбелә йәшәгән төпсөк ҡыҙымдың да күңелен яулаған, ике йәшлек улы бар. Кейәүебеҙ уға ла ит магазины ойоштороп бирҙе.
– Дааа, аҡсаң күп булһа, сибәр ҡыҙҙарҙың күңелен арбау бер тингә лә тормай шул, – тинем.
– Шулай. Беҙ генә ярлы булып донъя матурлығын күрмәнек.
– Ҡыҙҙарығыҙҙың башын нисек әйләндереүе хаҡында кейәүегеҙҙән һорағанығыҙ булдымы?
– Булды.
– Нимә тине инде?
– Береһен дә башҡаларға бирмәйем, етем итмәйем, тик мин башлаған эштәрҙе минән дә уҙҙырып дауам итһендәр, ирем бар, тип әҙергә-мәҙер йәшәмәһендәр, – тине лә ҡуйҙы.
– Тағы ниндәй хужалыҡтары бар һуң?
– Иң кесе ҡыҙым Ҡыйғы районынан биш баш лимузин тоҡомло һыйырҙар һатып алды ла, ошо үҙебеҙҙең һарайҙа бәләкәй генә фермер хужалығы ойоштороп, ике күршене эшкә ҡабул итте, улар һыйыр һауҙы, үгеҙ быҙауҙарҙы бер тоннаға еткергәнсе үҫтереп һаталар. Мөжәүир ауылдаш уларға бесән, силос әҙерләп бирә. Ерҙәр сәселмәгәс бесән бик күп. Әле өс ҡыҙым да элекке колхоздан ҡалған дүрт һыйыр һарайын алып, ҙур ферма ойоштороп, документтарын алып бөттөләр инде. Хәмзәне завферма итеп эшкә ектеләр. Һауынсы булып эшләргә ауыл ҡатындары түҙемһеҙлек менән көтөп кенә йөрөй.
– Был эштә кейәүегеҙҙең ҡулы уйнамай ҡалмайҙыр бит?
– А как же! Ҡыҙҙарҙы ҡаты тота. “Тапҡан аҡсаларҙы теге донъяла ҡабул итмәйҙәр. Ауылда ферма ойоштороғоҙ”, – тип генерал кеүек бойороҡ биргән. Кейәү үҙебеҙҙең күрше ауылдарҙан ит йыя. Ит алыусы булғас, халыҡҡа йән инде, дәртләнеп мал-тыуар, ҡош-ҡорт үрсетәләр. Былтырғы көҙҙә кейәүебеҙ бер ҡаҙҙы мең һумдан йыйып, режервераторлы машинаға тултырып, Воркута ҡалаһына алып барып һатты. Ул яҡта халыҡ болан итенән бик ялҡа икән, шуға ҡаҙ ите үтә, ти. Хәҙер был эшен системаға һалып, беҙҙең яҡтарға конкуренттарҙы индермәй. Заманса хеҙмәт кешеләре бына шулай була икән ул, Юнир ҡорҙаш.
– Кейәүегеҙҙе ни өсөн бер-береһенән тартып алыуҙары хаҡында ҡыҙҙарығыҙҙан һоранығыҙмы?
– Бер тапҡыр һорап ҡарағайным, йылмайҙы ла ҡуйҙылар. Йәштәр араһына ҡыҫылып булмай. Беҙҙең кәңәште һанға ла һуҡмайҙар. Ҡатыным һөйләшкән. Шунан иң кесе ҡыҙым: “Әсәй, аҡсалы, бай ирҙәр сит ҡатындарға йөрөмәй йәки һөйәркәһе булмай ҡалмай. Был самецтарҙың инстинкт ҡануны. Еҙнәйҙең тапҡан аҡсалары, уңғанлығы сит ҡатындар ҡулына китмәһен, үҙебеҙгә ҡалһын өсөн, уны тиҙ генә үҙемә ҡаратып, эйәләштереп алдым. Әммә апайымдарҙан ситләштермәйем, көнләш­мәйем. Еҙнәйҙе эләктереп алыуҙы осраҡлы түгел, ә аңлы рәүештә эшләнем. Апайымдарға был хаҡта әйткәс: “Хәҙерге заманда уңған ирҙәргә, бәлки, шундай мөнәсәбәт кәрәктер”, тип риза булдылар. Ҡыҫҡаһы, әсәй, мөхәббәт туйға тиклем генә кәрәк, унан һуң тормош башлана”, – тигән.
– Ҡыҙҙарығыҙ һеҙҙе оятҡа ҡалдырғаны өсөн ғәфү үтендеме?
– Ундай һүҙ булманы. Әлеге ваҡытта эштәре уңышлы бара ла бит, шулай ҙа холоҡтары беҙҙең замандың әхлағына тура килмәгәс, йөрәкте бесәй тырнай.
– Кейәүегеҙҙең оло ҡыҙығыҙ менән мөнәсәбәте нисек?
– Йәнәһе лә, тормоштарында һауыт-һаба шылтырамаған кеүек йәшәйҙәр. Тағы бер бала көтәләр.
– Оло ҡыҙығыҙҙың һеңлеләренә мөнә­сәбәте нисек?
– Бер ҡулға алған эштәре булғас, йомшаҡ та, кешеләрсә лә, ауылға килгәндә һеңлеләренең балаларын яратып мунса индерә, бәләкәйҙәрен итәгенә ултыртып иркәләй, һөйә. Көнләшеп тауыш ҡуптарыу­ҙан, дошманлашыуҙан файҙа юҡлығын аңланы инде. Көнләште ни, көнләшмәне ни, кейәү барыбер үҙенекен эшләй. “Мин ир кеше” тигән позицияһын бирмәй. Ҡыҫҡаһы, аҡса таба белгәс, ҡатындары менән еңел командалыҡ итә, – тип бабай һүҙен тамамланы.
Был ауылда концерт ҡуйып, мин төнгө берҙә генә фатирға ҡайттым. Ихатала иномарка ултыра. Тупһаға аяҡ баҫыуым булды, бар йорт алды яҡтырҙы һәм өйҙән миңә таныш булмаған ир кеше килеп сыҡты ла:
– Әйҙәгеҙ, Юнир ағай, рәхим итегеҙ, мин был йорттоң кейәүе булам. Эшем ашығыс булһа ла, ауылда концерт хаҡын­да ишеткәс, туҡтамай китмәнем, концерты­ғыҙҙы ҡараным, – тип үҙе менән таныш­тыр­ҙы ла аласыҡҡа саҡырҙы. Унда самауыр выжлап беҙҙе көтә, әбей менән бабай йоҡларға ятҡан. – Эш артынан көнө-төнө сабам. Әйҙәгеҙ, ирҙәрсә ултырып бер ял итеп алайыҡ әле, – тине лә өҫтәлгә коньяк сығарып ултыртты.
Беренсе тост таны­шыуға, икенсеһе – иҫәнлеккә, өсөнсөһө – донъялар имен­легенә, дүртенсеһе – балалар, бишенсеһе ҡатындарыбыҙ һау­лығына булды. Артабан телдәр сиселгәс, ул:
– Юнир ағай, бар районды шаулатҡан ир мин булам инде. Моғайын, берәйһе һөйләмәй ҡалмағандыр. Златоустағы ит магазинымда эш бик уңышлы бара ине. Директор менән һатыусы, минең лицензияны файҙаланып, үҙҙәренең тауарҙарын һатҡан. Себерҙәге магазинымда ла шундай уҡ хәл. Коммерция эшендә сит кешеләр менән берләшеү ышаныслы түгел. Саҡ ҡына ла ситкә китһәң, төп башыңа ултыртырға ғына торалар. Балдыҙҙы икенсегә ҡатын итеп алдым да бар магазинды уға тапшырҙым. Ул үҙ ғаиләһенән үҙе урламай бит инде. Эштәр шәпләнде лә китте. Башҡаларына ла эш йөкмәттем. Бына бер ғаилә булғас, уңыштар ағын һыу кеүек алға бара һәм, ағай, өсөһөн дә тиң яратам, – тине кейәү, шатланып.
Уның уңыштары, мөхәббәте өсөн мин тост тәҡдим иттем...
Авторҙан: Ер йөҙөндә төрлө һуғыш­тар, көтөлмәгән аслыҡтар, ярлылыҡ­тар, ҡоллоҡтар булып тора. Ошо ауырлыҡтарҙы еңер өсөн халыҡ йәнен бирә, үлемгә бара, ирһеҙ ҡалған ҡатын­дар күп... Ә бына минең юғарыла һөйләнгән фантазиялағы кеүек матур тормош ҡороп ебәреү бер ниндәй ҙә үлем талап итмәй, ә реаль тормошта бер ҡатын да бер ваҡытта ла риза булмай. Ғәжәп!!!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 058

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 604

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 416

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 672

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 573