Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бала саҡ иленә ҡайттыҡ
Бала саҡ иленә ҡайттыҡ“Бында мөғжизә тыуа... Хайуандар, ҡоштар, эльфтар, феялар тормош күрә. Ә бөгөн беҙгә йыл миҙгелдәре ҡунаҡҡа килгән. Уларҙың кәйефтәре юҡ шикелле... Кем кем артынан килә тип һүҙгә килешәләр. Юҡ, улай итергә ярамай. Улар бит байрамға килеп эләккән. Минең япраҡтарым кеүек алтын наградалар, ҡар бөртөктәре кеүек актерҙарҙың емелдәүен теләйбеҙ, тип теләктәрен еткерҙеләр...” Республиканың Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының 85 йыллығы уңайынан ойошторолған байрам ошолай башланып китте.
Республикабыҙ театр­ҙары араһында Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры айырым урынды биләп тора. Был аңлашыла ла, кес­кәйҙәр иң беренсе ҡурсаҡ менән таныша бит. Уның аша донъяны таный. Балалар ҡурсаҡ театрында сәнғәт менән тәүләп таныша, йәмәғәт урынында үҙен тоторға, ҡараған спектакль ха­ҡын­да уйланырға, фекер йөрө­төргә өйрәнә. Шуға ла ҡурсаҡ театры, тәү сиратта, тәрбиәүи йәһәттән мөһим әһәмиәткә эйә.
Ҡурсаҡ театрын оло юбилейы менән Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов тәбрикләне.
– Ҡурсаҡ театры – беҙҙең ярат­ҡан урын. Әкиәт тыңлаған балалар аҡыллы, зирәк булып үҫә. Ошо рәүешле кескәйҙәр мә­ҙәниәт донъяһына сума. Ҡур­саҡ­тың һөйләшеүе, хәрәкәте аша бәләкәй тамашасы фәһем ала, яҡ­шынан яманды айырырға өйрәнә. 85 йыл эсендә арыу уҡ ижад юлы үткәнһегеҙ. Һеҙҙең менән ғорурла­набыҙ, – тине үҙенең сы­ғышында Сынтимер Биктимер улы. Артабан ул ак­тер­ҙарға ҡала хаки­миәтенең грамоталарын тапшырҙы.
Эйе, актерҙарҙың хеҙ­мәтен баһалап бөткөһөҙ. Иң мөһиме – бында сәнғәт донъяһына ғашиҡ бул­ғандар, балаларҙың күңе­лен аңлаған, улар менән уйнарға яратҡандар эшләй.
Орджоникидзе районы хаки­миәте башлығы Марат Ғәлиул­лин театр коллективы эшмәкәр­легенә ҙур баһа биреп: “Һеҙ ба­лаларға ысын мәғәнәһендә бәхет бүләк итәһегеҙ. Ғәҙәттә, театр элгестән башлана. Баш­ҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры балалар майҙансығынан башлан­һын ине”, – тигән теләген еткерҙе.
Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайының Баш­ҡарма комитеты исеменән сығыш яһаған Артур Дәүләтбәков Ҡурсаҡ театры артис­тарының туған телгә һөйөү тәрбиәләүен бил­дәләне, артабан да һөҙөмтәле эш телә­не. Ул Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­та­йының иң юғары награ­даһы – “Ал да нур сәс хал­ҡыңа!” миҙалын театрҙа оҙаҡ йылдар эшләгән Ләлә Булатоваға тап­шырҙы.
Байрамға килгән ҡунаҡ­тар рус, башҡорт әкиәт­тәренән өҙөк­тәр ҡараны. Һәр кем бала саҡ иленә тағы бер тапҡыр ҡайтып әйлән­гәндәй булды. Бер­ҙәмлек­тең, татыу­лыҡ­тың оло көскә эйә булыуына, яҡшылыҡтың һәр саҡ яманлыҡты еңеүенә тағы бер ҡат инандылар.
Мостай Кәримдең “Беҙ­ҙең өйҙөң йәме” әҫәрендә өләсәһе Оксана менән Йәмилгә баш­маҡтар бүләк итә. Уларҙың шат­лығының сиге булмай. Беҙгә ошондай шатлыҡ бүләк иткән өсөн өләсәйгә бурысты нисек ҡайтарабыҙ тигән уйға ҡала балалар. Шул саҡ Йәмил: “Мин, үҫкәс, шофер булам да өләсәйҙе, әсәйҙе, атайҙы, һине машинаға ултыртып, ҡалаға ҡурсаҡ театрына алып барам”, – ти. Балалар өсөн ҡурсаҡ театрына барыу иң ҙур бүләккә тиң булған. Ул кескәйҙәрҙең күңел даръя­һын киңәйтә, хыялланырға өйрәтә.


Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры директоры Альберт ИМАМЕТДИНОВ:
– Балалар донъяһы икһеҙ-сикһеҙ, бай, матур. Шуға күрә уларҙа бәләкәй саҡтан ни тиклем матур сифаттар тәрбиәлә­һәк, киләсәккә шул тиклем ныҡлы ышаныс менән ҡарай алабыҙ. Ә бының өсөн тәү сиратта уларҙа сәнғәткә ҡарата һөйөү тыуҙырырға кәрәк. Әкиәттәргә, йыр-моңға, бейеүгә ҡыҙыҡһыныу уятырға кәрәк.
Юбилей йылына бәйле, беҙ балалар һәм ололар өсөн бик күп саралар, премьералар әҙер­ләнек. Бер нисә яңы проект өҫтөндә эшләйбеҙ. Береһе – ололар өсөн киске спектаклдәрҙе яңынан тергеҙеү. “Мең дә бер кисә” – шуларҙың тәүгеһе. Премьера әҫәрен ҡуйыуға бил­дәле театр рәссамдары йәлеп ителде. Бик сағыу тамаша килеп сыҡты.
Шулай уҡ башҡорт телен өйрәтеү маҡсатында спектаклдәр проекты уңыш­лы эшләй тиһәк тә була. Даими рәүештә башҡорт спектаклдәрен ҡуя башланыҡ. Улар һәр айҙың бер йәкшәмбе көнөндә үтә. Киләсәктә Силәбе, Ырымбур өлкәлә­ренә башҡорт спектаклдәре менән гастролдәргә сығырға уйлайбыҙ.
Шулай уҡ театр барлыҡҡа килгәндән алып, 1932 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем, сығарылған спектаклдәрҙең ҡурсаҡта­рынан көҙгә ҙур күргәҙмә ойошторорға планлаштырабыҙ. Ул Үҙәк күргәҙмә залында үтәсәк.
Иң бәләкәс дуҫтарыбыҙға ла күстәнәс әҙерләнек – театр базаһында “Kuko-proekt” тип исемләнгән балалар студияһы ойошторолдо. Был проект баланың ҡараштары даирәһен киңәйтеүгә, ижади яҡлап үҫешенә булышлыҡ итә.
Киләһе миҙгелгә яңы премьералар әҙерләнә.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 059

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 779

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 574