Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Халыҡ һөйөүе менән бәхетлемен”
“Халыҡ һөйөүе менән бәхетлемен”“ Таңсулпан Ғарипова – башҡорт прозаһына һәм драматургияһына тос өлөш индергән әҙибә. Ҡайһы ғына әҫәрен алып ҡарама, унда яҙыусының ихлас ижадын күреп ҡыуанаһың. Әүҙем ижади эшмәкәрлек ҡайҙан килә һуң? Минең уйымса, үҙ халҡыңа выжданың, намыҫың менән бирелеп хеҙмәт итеүҙәндер. “Бөйрәкәй” романы менән башҡорт прозаһын, улай ғына ла түгел, ғөмүмән, проза тип аталған әҙәби жанрҙы үҙ яңылығы менән байытты, яңыса кимәлгә күтәрҙе”, – тип яҙғайны остазыбыҙ, педагогия фәндәре докторы, профессор Рафаэль Аҙнағолов.
Ысынлап та, әҙәбиәтебеҙҙең ағинәйе, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипованың ижади уңғанлығына һоҡланып туйғыһыҙ. Ул – журналистикала ла, балалар әҙәбиәтендә лә, драматургия һәм прозала ла ғәйәт ҙур эш башҡарған шәхес. Уның китаптарын халыҡ сират баҫып уҡыһа, сәхнә әҫәрҙәре абруйлы театрҙарҙа ҙур уңыш менән бара. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы ябай һәм баҫалҡы. “Шундай оло шәхес эргәһендә йөрөп тә, туйғансы һөйләшеп ултырырға баш етмәгән”, – тигән уй, йылдар үткәс, журналистарҙың күңелен өйкәүсән. Бына, ниһайәт, беҙ сәй табынында Таңсулпан ҒАРИПОВА менән ижад, тормош хаҡында һөйләшеп ултырабыҙ.

– Таңсулпан апай, һеҙ – башҡорт әҙәбиәтенең сағыу вәкиле. Үҙегеҙҙе йыш ҡына Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишева менән йәнәш ҡуялар. Ә бына беренсе әҫәрегеҙҙе яҙған мәлде хәтерләйһегеҙме?
– Мин, ғөмүмән, фән юлын һайларға тейеш инем. Университетты тамамлағанда диплом эшен Ғайса Хөсәйенов етәкселегендә яҙҙым. Ҡол Ғәлиҙең “Йософ ҡиссаһы”на арналған ғилми эшем ярайһы уңышлы килеп сыҡты. Ҡулға диплом алғас, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына эшкә саҡырҙылар. Ул ваҡытта Өфөлә йәшәргә урыныбыҙ юҡ, бала тыуҙы, оло йәштәге әсәйем дә беҙҙең менән. Көнкүреш шарттары булмағас, хәләл ефетем Хәйҙәр Ғарипов диплом алғас та тыуған яғыма – Баймаҡҡа ҡайтып киттек. Унда мәктәптә завуч булып эшләнем. Шунан икенсе балабыҙ тыуҙы. “Ялан да ғына ерҙең кәкүге юҡ, үҙ Уралҡайыма ҡайтайым” тигән һымаҡ, Хәйҙәр Учалыға ҡайтып китте. Эшкә урынлашып фатир алғас, беҙҙе күсереп алды. Шулай итеп, уйламағанда Учалыға барып эләктем. Тыуған төйәгемдән айырылыуҙы бик ауыр кисерҙем. Етмәһә, унда эш таба алмай интектем.
Шулай аңҡы-тиңке йөрөгән саҡта, күңелемде бушатам тип, ҡулға ҡәләм алдым. Балаларҙы йоҡларға һалдым да өҫтәл янына ултырҙым. Беҙҙең ауылда Бибинур исемле күршебеҙ бар ине. Ире һуғышта һәләк булып, 24 йәшендә генә өс бала менән тол ҡалды ул, ләкин тормошта ниндәй генә ауырлыҡ булмаһын, бер ҙә бирешмәне. Бер ҡасан да ҡайғырыуын күрһәтмәне, гелән шарҡылдап көлөп, йырлап-бейеп йөрөнө. Ирҙәр һымаҡ емертеп донъя көттө, миңә бесән сабырға өйрәтте. Балаларын да матур ҡараны, иренә тоғролоҡ һаҡлап кейәүгә лә сыҡманы. Уны, ҡасандыр ҡайтыр тип, ғүмер буйы көттө.
Шул апайҙың образы өлгө булып торҙо миңә: ниндәй ауырлыҡтарҙа ла кеше бирешмәгән! Ә ниңә мин, ҡулынан эш килмәгән бәндәләй, һағышҡа бирелергә тейеш әле? Шундай уйҙар ҡайнауынан “Ялан сейәһе” тигән тәүге хикәйәмде яҙҙым. Аҙаҡ, йылдар үткәс, ауылыбыҙҙағы клубта осрашҡанда тол ҡатындар яныма килеп, “беҙҙең тоғролоҡҡа һәйкәл ҡуйҙың” тип рәхмәт әйтте.
– Хикәйә ҡайҙа баҫылды?
– Яҙғас, ситкә һалып ҡуйҙым, күңел дә нисектер бушап ҡалды, миңә шул етте. Күп тә үтмәй, эше лә табылды: балалар баҡсаһына тәрбиәсе итеп алдылар.
Теге хикәйә тураһында онотҡайным да инде. Бер көндө райондың “Ураҡ һәм сүкеш” гәзитендә шуны баҫтырып сығарғандар! Ярайһы уҡ ҡыҫҡартҡандар, әлбиттә. Баҡтиһәң, ирем редакцияға алып барып биргән. Күп тә үтмәй, үҙемде саҡыртып алдылар. “Һин бит гәзиттә эшләргә тейешһең! Телең бай, фекерләү ҡеүәһе лә тәрән. Әйҙә, беҙгә күс”, – тинеләр. Ана шулай, тәүге хикәйәм мине күңелгә ятышлы эшле итте.
Аҙаҡ был әҫәр “Совет Башҡортостаны” гәзитендә ике һанда сыҡты. Бер һүҙен дә үҙгәртмәгәстәр, үҙемдә ышаныс тойҙом. Дәртләнеп, тағы бер нисә хикәйә яҙҙым.
– Тәүге китабығыҙ ҙа “Ялан сейәһе” тип атала. Һеҙҙе Яҙыусылар союзына ҡабул иткәндә, ижадығыҙҙы баһалап, Мостай Кәрим: “Таңсулпан Ғарипованың әҙәбиәттә өйрәнсек осоро булманы. Ул тәүге әҫәре менән әҙәбиәткә йондоҙ кеүек атылып килеп инде”, – тигән. Йәш ижадсы өсөн был бит юғары баһа...
– Эйе, ул китаптың донъя күреүе минең өсөн көтөлмәгәнсәрәк булды. Ҡаты ауырып, Өфөгә дауаханаға эләктем. Үпкәгә операция яһатып, ғүмерем ҡыл өҫтөндә ҡалды. Йәшәү менән үлем араһында айҡашҡан сағым ине. Шунда хәлемде белешергә килгән кешеләр аша, донъя хәлен белеп булмай тип, ҡулъяҙмаларымды яҙыусылар ойошмаһына биреп ебәрҙем. Союзда әҙәби консультант булып Рәшит Солтангәрәев эшләгән. Яҙмаларым менән танышҡас, китап нәшриәтенә алып барған. Нәшриәттә Ноғман Мусин хикәйәләрҙе шунда уҡ китап итеп сығарған.
Дауаланып, Учалыға кире ҡайттым. Бер көндө бандероль килеп төштө. Әллә дауаханала берәй әйберемде онотоп ҡалдырҙыммы икән, тип аптыраным. Ҡурҡа-ҡурҡа ғына төргәкте астыҡ. Ҡараһам, эсендә ете дана “Ялан сейәһе” тигән китап ята!
– Ҡатын-ҡыҙға ғаиләне лә ҡарау, шул уҡ ваҡытта ижад итеү ҙә еңелдән булмағандыр. Һеҙ бына ике бала үҫтергәнһегеҙ, гәзиттә – хәбәрсе, училищела педагог йөгөн тартҡанһығыҙ. Шул уҡ ваҡытта бынамын тигән китаптарығыҙ баҫылып сыға. Ә бит проза – әҙәбиәттең ваҡытты иң күп һура торған жанры...
– Дөрөҫөн әйткәндә, еңел булманы. Гәзит эше лә бит електе һура. Эштән ҡайта һалам да, балаларҙы ашатҡас, Хәйҙәрҙең оҫтаханаһына йүгерәм. Скульптор эше ярҙамсыһыҙ булмай. Һынды яһағанда ҡайҙа тотоп торорға, буярға, йышырға, формаларҙы йыуырға, балсыҡты бер төйөрө ҡалмаҫлыҡ итеп иҙергә, пакля тетергә кәрәк... Ғөмүмән, скульптура – бик ҡатмарлы һәм мәшәҡәтле шөғөл. Ундағы эш тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел. Тотош ғаиләбеҙ менән оҫтаханала мәж килеп йәшәнек беҙ. Малайҙар шунда буй еткерҙе. Ял, йоҡо иҫәбенә хикәйәләр яҙғыланым. Тик ижади эшкә яҙыусы булам тип тотонманым. Күңел талабы буйынса, эсемдәге хис-тойғоно еткерер өсөн, тынғылыҡ бирмәгән хәл-ваҡиғаларҙы бүтәндәргә һөйләү ниәтенән ҡәләм алдым. Тормош мәшәҡәттәре, бушамау арҡаһында яҙылмай ҡалғандары әллә ни саҡлы...
– Ирегеҙ Хәйҙәр Ғарипов – танылған скульптор, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Ул эшләгән Салауат Юлаев, Зәки Вәлиди, Һәҙиә Дәүләт­ши­на, Зәйнәб Биишева, Шәйехзада Бабич, Мөхәмәтша Буранғолов, Рәми Ғарипов кеүек шәхестәрҙең бюстары урамдарҙы биҙәй. Икегеҙ ҙә – ижад кешеләре. Ундай шәхестәргә бергә донъя көтөүе ауыр түгелме?
– Беҙ студент саҡта өйләнештек. Ул ваҡытта мин яҙыусы, ул скульптор түгел ине. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ ғаилә ҡорған саҡта ул бары беренсе курсты ғына тамамлағайны. Ә мин шул институтта эшләйем. Уның үҙенең эшенә фанаттарса бирелгәнен студент сағында уҡ аңланым. Төндәрен ятаҡтың подъезына сығып Шамун Фидаиҙың һүрәтен эшләп бер була ине. Аҙаҡ Урал батыр менән һаташты... Әлбиттә, скульптор менән йәшәү еңел түгел. Учалыла тыуған яҡты өйрәнеү музейын да ул биҙәне. Башҡорттарҙың тормош-көнкүрешен күрһәткән һындарҙы башлыса өйҙә яһаны. Аш бүлмәһендә шул һындарҙы ҡоя, артынан шул тиклем бысраҡ ҡала. Әйткәндәй, ул музейҙағы бөтә ҡулдар – минең ҡулдың күсермәһе. Күп кенә һындар яһағанда “позировать” иттек: балаҫ һуғып ултырған ҡатын – әсәйем, көбө менән ҡымыҙ бешеп торғаны – мин һәм башҡа бик күп миҫал килтерергә булыр ине...
Учалының үҙәгендә Хәйҙәр менән Лев Кузнецов Дан стелаһын ҡуйҙы. Унда ла уларҙы хеҙмәтләндерҙем: аш бешерәм, керҙәрен йыуам, оҫтаханалағы төрлө ярҙамсы эштәрҙе башҡарам... Бик күп ауылдарҙа, ҡалаларҙа Хәйҙәр төрлө скульптура, бюстар эшләне. Һәр береһе – “ғаилә подряды” емеше.
– “Бөйрәкәй” пенталогияһы – ижадығыҙҙың иң юғары нөктәһелер, моғайын. Был әҫәрегеҙ ҙур тираж менән ҡат-ҡат баҫылып сыҡты. Республи­каның иң яҡшы китабы тип тә танылды. Шул әҫәр өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премия­һына ла лайыҡ булдығыҙ. Ә пенталогияны яҙыу теләге нисек тыуҙы?
– Ғайса Хөсәйенов, мин был премияны алғас: “Комиссия ағзаларында, тимәк, әҙәмдә иман бар икән әле!” – тип тә әйткәйне. Ә, ғөмүмән, был әҫәрҙе яҙырға теләк күптән тыуғайны. Бер ғаилә тарихында тотош быуатты бар дөрөҫлөгөндә, ҡатмарлығында күрһәтергә ине ниәтем. Әммә йәмәғәтселек эшендә ҡайнау, көндәлек мәшәҡәт форсат бирмәне. Шулай ҙа 1991 йылда был эшкә тотондом. Ул ваҡытта улым Айтуған Питерға уҡырға киткәйне. Юҡлыҡ заманы. Әгәр Мәскәүгә барып етһәм, Петербургка күпкә яҡынаям. Балама аҙыҡ-түлек алып барам тигән маҡсат менән тоҡҡа күп итеп картуф, ит һәм башҡа аҙыҡ тейәп, Мәскәүгә Переделкинолағы ижад йортона киттем. Беренсе тапҡыр! Әҙәм көсө етмәҫлек әйбер йөкмәп барып төштөм. Ана шунда 18 көн эсендә “Мөңрәй-мөңрәй килә Бөйрәкәй” тигән әҫәр яҙҙым. Үҙемсә повесть тип уйланым. Ҡайтҡас, шул 180 битлек яҙмамды һалып ҡуйҙым. Матбуғатҡа баҫтырырға бирмәнем.
Учалы музыка училищеһының фольклор бүлегендә гөрләтеп эшләп йөрөгән сағым. Биш фәндән дәрес бирәм: әҙәбиәт, этнография, башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады, ғәрәп яҙмаһы, сәхнә телмәре һәм... ислам нигеҙҙәре. Биш түгел, алтау булды шикелле? Эйе. Өҫтәүенә Учалы яҙыусылар ойошмаһында әҙәби консультантмын.
1995 йыл. Мине, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан кеше булараҡ, I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат итеп һайланы халыҡ. Шунда Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Зиннур Йәрмөхәмәтов Сибай телевидениеһына башҡорт редакцияһын асырға саҡырҙы.
Был мәлдә улдарым уҡып бөткәйне, етмәһә, Учалыла театр булмауы күңелде ҡыра ине. Был саҡта инде мин “Аҡ тирәк” исемле тәүге драма әҫәремде яҙғайным. Шулай тыуған яҡтың тартыуы көслө булғандыр, ҡайттым да урындағы телевидениела эшләй башланым. Башкөллө эшкә сумдым. “Яйыҡ” гәзитендә баш мөхәррир урынбаҫары булыу, сценарийҙар яҙыу тәжрибәһе ярҙам итте – ҡыҫҡа ваҡыт эсендә байтаҡ эш атҡарылды.
Артабан Сибайҙағы яҙыусылар ойошмаһын етәкләнем. Ул да күп көстө алды. Ойошманың хатта үҙ бинаһы ла юҡ ине бит. Уҡылмаған ҡулъяҙмалар тауҙай өйөлгән. Юҡҡа сыҡҡан ташландыҡ бинанан матур ғына офис булдырҙым. Шулай итеп, ошо ойошма Урал аръяғының әҙәби-мәҙәни үҙәгенә әүерелде.
Уйлап ҡара, бер кемдән бер тин ярҙам алмайынса, Сибай ойошмаһына ҡараған төбәктәрҙә халҡыбыҙҙың ун шәхесенә иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйҙырҙым. Сибайҙа уҡыусылар араһында ижад бәйгеһе традицияһын башланым. Ошо эште Хәйбулла районында ла юлға һалдым. Осрашыуҙар, китап презентациялары, юбилейҙар (хатта ерләүҙәр) – бөтәһе лә ойошма ҡарамағында. Унан тыш, хакимиәт ҡушҡан башҡа саралар. Баш ҡаланан китаптар алып килеп, сауҙа ла ойошторолдо. Ә теге повесть һаман ята ла ята...
50 йәшкә етер саҡта әҫәрҙе яңынан ҡарап сыҡтым. Баҡтиһәң, был буласаҡ күләмле романға тезис булып сыҡты. Ошоно аңлап, яңынан яҙырға тотондом. Тамамлағас та, әҫәрҙе “Ағиҙел”дең баш мөхәррире Булат Рафиҡовҡа алып барҙым. “Роман бар!” – тине ул, уҡып сыҡҡас. Күп тә үтмәй, уны ике һанда журналда баҫтырҙылар, юбилейым уңайынан әҙерләнгән китапҡа ла индерҙеләр. Әйткәндәй, “Мөңрәй-мөңрәй килә Бөйрәкәй” “Ағиҙел” журналының йыллыҡ премияһына лайыҡ булды әле ул саҡта. Ә шул мәлдә журналдың проза бүлегенә етәкселек иткән Рәшит Солтангәрәев ағай: “Таңсулпан, әҫәрең­дең дауамын йәһәтерәк яҙып бөт – Салауат Юлаев премияһына тәҡдим итәйек”, – тине (кабинетта был саҡта Ринат Камал да бар ине).
Был романды халыҡ шул тиклем йылы ҡабул итте. Төрлө райондарҙан әллә күпме хат килде. Бер мәл кабинетыма оло йәштәге ҡатын килеп инде. “Һин романдың дауамын яҙып ятаһың, тип ишеттем. Әгәр мөмкин булһа, ҡулъяҙмаһын уҡырға бир әле. Әтеү икенсе китабың сыҡҡансы әллә йәшәйем, әллә юҡ. Ә дауамын шул тиклем белге килә”, – тип үтенде. Әҫәрҙең дауамын һорап яҙыусылар унан башҡа ла байтаҡ ине. Ғөмүмән, был пенталогияға ун йылдан ашыу ғүмерем арналды. Уның күпселек өлөшө Өфөгә күскәс, ятаҡта йәшәгәндә, “Ватандаш” журналында эшләгән йылдарҙа, отпуск мәлдәрендә яҙылды.
– Һеҙ – прозала ғына түгел, драматургияла ла тәжрибәле ҡәләм оҫтаһы. “Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға” мюзиклы республика Башлығы Грантына лайыҡ булды, Ырымбурҙағы Волга буйы театрҙары фестивалендә иң яҡшыһы тип танылды, Ҡазан, Мәскәү сәхнәһендә лә күрһәтелде. Ғөмүмән, драматургияға килеүегеҙ нисек булды?
– Элек яҙыусыларҙы ижади командировкаларға ебәрәләр ине. 1981–1983 йылдарҙа миңә колхоз тормошонда туранан-тура ҡатнашырға насип булды. Шунда ауыл эшсәндәре менән яҡындан аралаштым: көн дә оперативкала ҡатнашам, яҙмыштарын яйлап өйрәнәм, улар тураһында очерктар ҙа яҙам.
Ошо йылдарҙа, бая әйткәнемсә, ауыл хужалығы тормошон яҡындан өйрәнеп, “Аҡ тирәк” исемле пьеса яҙҙым. Әсе дөрөҫлөктө асып һалдым унда. Совет заманында бөтә нәмә лә өҫтән ҡушыу буйынса эшләнде бит. Ер кешеһенең фекерен һорап та тормайынса, өлгөрмәгән ергә сәсергә, бешмәгән игенде урырға ҡушалар. Әлбиттә, бындай үткер конфликтҡа ҡоролған пьесаны партия функционерҙары ҡуйҙыртманы. Әммә сәхнәгә сыҡһа, иманым камил, Азат Абдуллиндың “Ун өсөнсө председатель” әҫәренән ҡайтыш булмаҫ ине ул.
Сибайға килгәс яҙған тәүге пьесам – үҙгәртеп ҡороу осорондағы фажиғәле яҙмышты сағылдырған “Төштәге йыр” – сәхнәгә күтәрелде. Йөкмәткеһе былайыраҡ. Тарих уҡытыусыһы Нәркәс Сабировна илдәге үҙгәрештең аяуһыҙлығына түҙә алмай эшенән китеп, алыпһатарлыҡ (челнок) эшенә тотона. Кисә тарихты былай һөйләп, бөгөн шуны инҡар итергә намыҫы етмәй уның. Ә уның йәмәғәте – рәссам. Кәсебе – төрлө юлбашсыларҙың портретын, транспаранттар эшләү. Совет иле тарҡалғас, уның хеҙмәте бер кемгә лә кәрәкмәй. Ғаилә карабы сатнай, ә бала – ике ут араһында. Шул саҡта фалиж һуҡҡан малайҙың өләсәһе ҡотҡарыусы булып сыға. Әбей, малайҙың рухын бысратмайым, ошондай буталсыҡ ваҡытта күңелен имгәтмәйем тип, уйын уйлап таба: бөтә йортто аҡ карап итеп биҙәп, “Аҡ донъя”ға сәфәргә йыйыналар, имеш. Әбей аҙаҡ үлә, тик уның йырлаған йыры – улын үҙенә ҡул һалыуҙан, Нәркәсте хыянаттан, ейәнен үлемдән ҡотҡарып ҡала. Был әҫәр Сибай театрында ҙур уңыш менән барҙы. Бынан һуң мин, ҡанатланып, “Бәхеткә ҡасҡандар” фантасмагорияһын ижад иттем. Ул иһә драматургтар конкурсында беренсе урынды алды. “Театр яҙы-13” фестивалендә лә, әҫәр булараҡ, беренсе урынды яуланы.
Артабан “Китмәгеҙ, торналар!”, фольклор материалы нигеҙендә “Тәңкәле ҡыҙ” яҙылды. Әйткәндәй, “Китмәгеҙ, торналар!” Сибай театрында бик популяр булды. Режиссеры Дамир Ғәлимов уны яңынан тергеҙеп тә ҡуйҙы. Әле тағы өр-яңы актерҙар составы менән ҡуйырға ниәтләнәләр. Ул әҫәрем Татарстан театрҙары сәхнәһендә лә бара.
Әле лә драматургиянан ситкә киткәнем юҡ. Яҙылып бөтмәгән пьесаларым бар. Шуларҙы еренә еткереп, тамамлап ҡуйырға ине лә – нисек булыр...
– Күренекле әҙибебеҙ Хәсән Назар үҙенең бер сығышында һеҙҙе “тере классигыбыҙ” тигәйне. Ысынлап та, китаптарығыҙҙы халыҡ ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡый. Әле яңыраҡ Ҡазанда булғанымда ундағы китап магазинына инеп сыҡтым. Былтыр унда татар телендә ҙур тираж менән “Асыл ташлы муенса” тигән китабығыҙ донъя күргәйне. Баҡтиһәң, уға ла ихтыяж ҙур икән, бөгөн магазин кәштәһендә табып булмай. Һеҙ, ижадсы булараҡ, үҙегеҙҙе бәхетле тип әйтә алаһығыҙмы?
– Шөкөр, был йәһәттән халыҡтың һөйөүен тойоуым менән бәхетлемен. Мине осрашыуҙарға йыш саҡыралар. Әгәр яҙғандарыңды кешеләр үҙ итмәй икән, китаптарың кәштәлә туҙан йыйып ята икән – нимәгә яҙырға һуң? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “бөгөн халыҡ китап уҡымай” тигән фекерҙе йыш ишетергә тура килә. Был бигүк дөрөҫ ҡараш түгел. Яҙған әҫәрең мауыҡтырғыс, кеше күңеленә үтеп инә икән – нисек уҡымаһындар?
Әлбиттә, ошо урында яҙыусының яуаплылығы хаҡында ла әйтеп үтеү кәрәктер. Ижадсы ҡулына ҡәләм алғанда, тәү сиратта, әҫәрен уҡымлы итеү хаҡында уйланырға тейеш. Ниндәйҙер китап сығарҙым да, исемем күренде тип түгел, ә халыҡ нисек ҡабул итер, ниндәй файҙа килтерер – бына шул борсорға тейеш уны. Ә инде үҙемә килгәндә, әгәр халыҡтың яратыуын тоймаһам, ғөмүмән, бер хикәйә лә яҙа алмаған булыр инем. Ижад ялҡынын миндә ижадыма битараф булмаған әҙәм балаһы уята бит. Эйе, ялҡынды мин халҡымдан алам.
– Таңсулпан апай, һеҙҙең хикәйә былтыр М.Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара конкурста еңеү яуланы. Тимәк, ижадығыҙ әле лә үҙенең “зенит нөктәһе”ндә?..
– Үткән йыл йәй айҙарында өс хикәйә тамамланым: “Ағиҙел”дә донъя күргән “Оҙон юлдың башы”, еңеү яулаған “Һабаҡ” һәм тағы бер әҫәр. Унан тыш, очерктар, мәҡәләләр... Ҡыҫҡаһы, кем белә, бәлки, мин үҙ “зенитыма” яҡынлашам ғыналыр?..




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 058

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 573