Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йүрүҙәнең һине һағына
Йүрүҙәнең һине һағына Музейҙарға һәр кем эске тулҡынланыу менән инә. Бында ниндәй ҡомартҡылар һаҡлана, улар нимәләр һәм кемдәр тураһында һөйләй? Бығаса бер кем белмәгән һәм күрмәгән яңы экспонат, документ тапмағандармы? Ошондай уйҙар менән арҙаҡлы башҡорт шағиры Рәми Ғариповтың тыуған төйәге Салауат районының Арҡауыл ауылындағы музейына аяҡ баҫаһың. Музей ыҡсым ғына ауыл йортонда урынлашҡан. Ул Башҡортостан Хөкүмәтенең 1989 йылдың 23 июлендә ҡабул ителгән күрһәтмәһе нигеҙендә төҙөлөп, 1992 йылда тантаналы рәүештә асыла. Ике бүлмәнән торған музейҙың дөйөм майҙаны — 40,5 квадрат метр. Элек был урында Рәми Ғариповтар йәшәгән йорт ултырған. 1904 – 1907 йылдарҙа Ғариф олатаһы һалдырған.
1989 йылда Рәми Ғариповтың йорт-музейын булдырыу кәрәклеге килеп тыуғас, урындағы ауыл Советы һәм “Йүрүҙән” совхозы етәкселәре уларҙың элек йәшәгән өй урынын һайлай.
Шағир тыуып үҫкән Арҡауыл – Салауат районындағы боронғо башҡорт ауылда­рының береһе. Бында Октябрь революция­һына тиклем Златоуст өйәҙе Мырҙалар улысы үҙәге булған. Әле ауылда ике меңләп кеше йәшәй. Ул бормаланып-бормаланып аҡҡан йәмле Йүрүҙән йылғаһы­ның уң яҡ ярында урынлашҡан.
Шағир әкиәт мөйөшөндәй хозур тәби­ғәтле тыуған яғын “алтын”ға тиңләп:
Тау башында, Йүрүҙәнгә ҡарап,
Тулҡын моңон тыңлап ултырам.
Ай нурҙары, алтын һуҡмаҡ булып,
Тулҡындарҙа ята ҡалтырап...

тип 1953 йылда, тәүге ҡәләм тибрәткән мәлендә үк яҙып сыға. Йылдар үтә тора, ә атайсалы – Йүрүҙәне һәр саҡ уның иҫендә, йөрәк түрендә:
Ҡаратауҙың бейек түбәһендә
Ҡалҡып тора күккә бер маяҡ.
Шул маяҡҡа менеп ҡарап торһаң,
Ус төбөндә һымаҡ тирә-яҡ.
Йүрүҙәнкәй аға бормаланып,
Бормалары һайын бер ауыл.
Шул ауылдар араһында ята
Тыуып үҫкән минең Арҡауыл.

Буласаҡ халыҡ шағиры ошо төбәктә 1932 йылдың 12 февралендә Гөлмәрйәм Хисбулла ҡыҙы һәм Йәғәфәр Мөхәмәт­рәхим улы Ғариповтар ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға килә. Атаһы – ул йылдарҙа Белорет металлургия заводында ябай эшсе. Ауылға ҡайтҡас, колхозда төрлө вазифа биләй. Бөйөк Ватан һуғышы башланған мәлдә Йәғәфәр Мөхәмәтрәхим улы – Арҡауылда “Игенсе” колхозы рәйесе. Ул үҙе теләп фронтҡа китә һәм 1943 йыл­да Сталинград янында барған һуғыштарҙа һәләк була.
Рәми Ғарипов 1947 йылда Арҡауыл мәктәбенең 7-се класын тамамлап, Өфөгә, 9-сы мәктәп-интернатҡа уҡырға килә. Хәҙер был уҡыу йорто – Рәми Ғарипов исемен­дәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты. Ошо мәктәптә уҡыған осорҙа ул ижад менән әүҙем шөғөлләнә, байтаҡ шиғыр яҙа. Уларҙың ҡайһы берҙәре республика матбуғатында баҫылып сыға һәм өлкән ҡәләмдәштәре тарафынан ыңғай баһа ала.
Әҙәбиәткә ынтылған егеттең бөрөләнгән талантын һиҙеп, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, башҡорт әҙәбиә­тен СССР аренаһына сығарыу өсөн ҙур тырышлыҡ күрһәткән яҙыусы-ғалим Әхнәф Ибраһим улы Харисов Рәми Ғариповҡа Мәскәүгә Максим Горький исемендәге Әҙәбиәт институтына юллама бирә.
Бында ул урыҫ әҙәбиәтенең күренекле һүҙ сәнғәте оҫталары Сергей Смирнов, Владимир Луговской, Валентин Катаев, Самуил Маршак, Константин Паустовский, Павел Антокольскийҙар етәкселегендәге ижади семинарҙарҙа белем ала. Үҙе лә ҡанатланып шиғырҙар яҙа.
Алһыуланып апрель таңы ата.
Мәскәү шауһыҙ, әле ул тып-тын;
Институтым баҡсаһына илтеп,
Мин өс кескәй шыршы ултырттым.
Ҡаҙ бәпкәһе төҫлө йәшкелт-һары,
Ҡаҙ бәпкәһә кеүек наҙлылар,
Ҡайтҡас та мин тыуған Уралыма,
Һағынырҙар һымаҡ бик улар.
Мәскәүемә һағынып килгән һайын,
Булырһығыҙ һеҙ ҙә уйымда.
Күҙ алдыма бер студент килер
Тимер көрәк тотоп ҡулына...

Йәш шағир, “Йүрүҙән” исемле тәүге китабын күтәреп, 1955 йылда Өфөгә ҡайта. Тәүҙә “Совет Башҡортостаны” гәзите редак­цияһында эшләй. Унан һуң – Баш­ҡортостан китап нәшриәтендә. 1957 йылда башҡорт әҙәбиәте тарихына алтын хәреф­тәр менән яҙыласаҡ “Туған тел” шиғырын яҙа:

Туған тел
И туған тел, и матур тел,
Атам-әсәмдең теле!..
Туҡай.
Мин халҡымдың сәскә күңеленән,
Бал ҡортондай ынйы йыямын,
Йыямын да йәнле ынйыларҙан
Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.
Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
Бер телдән дә телем кәм түгел –
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер тик уны кәм күңел!..
Халҡым теле миңә – хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!
Әсәм теле миңә – сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ,
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!

“Туған тел” шиғырына баһа биреп, Рәми Ғариповтың тоғро дуҫы, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемен­дәге дәүләт премияһы лауреаты Рауил Бикбаев былай тип яҙҙы: “Туған тел” – һүҙ маһирлығының да, фекер үткерлегенең дә, сәйәси һиҙгерлектең дә үрнәге ул. Ша­ғир оҫталығының камиллашыуы, ҡараш­тарының киңәйеүе ошондай күренеш­тәр­ҙең тыуыуына килтерҙе, һәм был әҫәр тормоштағы хәүефле тенденциялар тура­һында беренселәрҙән булып иҫкәртте”.
1959 йылдың 20 ғинуарында Башҡорт­ос­тан Яҙыусылар союзы идараһы ултырышы була. Унда Мостай Кәрим, Хәниф Кәрим, Ғилемдар Рамазанов, Сәғит Агиш, Баязит Бикбай, Муса Ғәли, Хәким Ғиләжев, Иван Сотников, Әхнәф Харисов, Нәжибәк Хафизов, Ҡадир Даян, Кирәй Мәргән, Ғәйнан Әмири, Павел Куликов, Василий Перчаткин ҡатнаша. Көн тәртибендә Рәми Ғариповты СССР Яҙыусылар союзына ағза итеп ҡабул итеү мәсьәләһе ҡарала. Ғәйнан Әмири, Хәким Ғиләжев, Ғилемдар Рамазанов, Ҡадир Даян, Мостай Кәримдәр ике шиғыр китабы авторы Рәми Ғариповты Яҙыусылар союзына тәҡдим итә.
Ошо иҫтәлекле ваҡиғанан һуң йәш шағир ҡыуанырға, шатланырға, илһам­ланып яңынан-яңы әҫәрҙәр яҙырға тейеш ине лә, әммә ул ижади бушлыҡҡа ҡолай. Сәбәбен шағир үҙе былай тип аңлатырға тырыша: “Минең 16 йыл уҡып, 4 йыл эшләп, айына 780 һум аҡса алып... төрлө наҙандарҙың хәреф хаталарын уҡып ултырыуыма ... үҙем ғәйепле!” Ә Рауил Бикбаев иһә: “1959 йылда Рәми Ғарипов ижади кризис кисерҙе”, – ти.
Шағирҙың шул саҡтағы кисерештәрен, уйланыуҙарын көндәлектәренән уҡыйбыҙ: “Ереңә, яралған тупрағыңа, асылыңа ҡай­тырға кәрәк. Шул тупраҡҡа бер-ике бөртөк булһа ла таҙа орлоҡ сәсеп, эшеңдең емешен күрергә кәрәк! Шулай итеп кенә һин ке­шеләрҙе лә шуға өйрәтергә – яҙырға хаҡ­лы буласаҡһың. Яҙ, рәхәтләнеп яҙ, кө­лөп, илап яҙ – рәхәтләнеп, көлөп уҡырҙар”.
Шулай итеп ул Салауат районына ҡайтып, “Йүрүҙән” колхозында, “Һарғамыш” совхозында комсомол ойошмаһы етәксеһе, район гәзите редакцияһында хәбәрсе булып эшләй. Рәми Ғарипов ҡайҙа ғына хеҙмәт итмәһен, үҙе һәр кемгә иғтибарлы, ихтирамлы, мәрхәмәтле булырға ынтыла. Ике йөҙлөлөктө, яһиллыҡты, йәбер­һетеүҙәрҙе йәне һөймәй. Шуға күрәлер ҡайһы бар етәкселәр менән ул уртаҡ тел таба алмай һәм ошо сәбәпле эшенән китергә мәжбүр була.
Нисек кенә булмаһын, колхозда һәм совхозда үткәргән йылдары уның өсөн иң емешле һанала. Ике йөҙҙән артыҡ шиғыр ижад итә. Байтаҡ мәҡәләләр яҙа. Фольклор материалдары йыя. Үҙе әйтмешләй, “шайтан һымаҡ шашып” йәшәй, эшләй.
Ни ғәләмәт шашып йәшәйем мин,
Көнөм – эштә, эштә – төндәрем.
Йоҡо мине бик үҙһенеп етмәй,
Таштан ҡаты, ятһам мендәрем.
Ғүмер ҡыҫҡа!.. Донъя шундай матур,
Артҡан һайын арта ҡәҙере.
Барыһын да биреп ҡалыр кәрәк,
Алмаҫ элек мине ҡәберем.
Тоям инде: ул көн килеп етер,
Үтмәйенсә бушҡа ғүмерең:
Һөйһәң һөй һин үкенмәҫлек итеп,
Эшләһәң һин эшлә емереп!
Күр дуҫыңдың бергә ҡыуанғанын,
Дошманыңдың йәне туңғанын;
Һәр сәскәлә һинең күҙең ҡалһын,
Һәр бер ҡошсоҡ булһын туғаның.

...Бик күп йырҙарында йырланған тыуған ауылы, балалыҡ йылдарын һәм ижадының күкрәп сәскә атҡан осоронда “шашып” йә­шә­гән Арҡауылдағы шағир музейына аяҡ баҫабыҙ... Музейҙың эске бүлмәһен­дәге һәр ҡомартҡы, һәр әйбер үткән быуаттың 30-60-сы йылдары тураһында һөйләй. Мейес янындағы һауыт-һаба ла, стеналағы фотолар һәм сәғәттәр ҙә, сигеп-нағышлап эшләнгән таҫтамалдар, япмалар, мендәр тыштары ла, өҫтәлдәге бер оло көлтә арыш башағы ла, асыҡ ятҡан китаптар ҙа, шағир­ҙың кейемдәре лә, әле яңы ғына Рәми Ғарипов рухи аҙыҡ эҙләп тышҡа сыҡты, тип әйтәләр.
Икенсе бүлмәлә арҙаҡлы шағирҙың ижадын һәм тормошон сағылдырған экспонаттар ҡуйылған. Унда көндәлектәренән, шиғырҙарынан өҙөктәр, Арҡауыл, Өфө мәктәптәрендә уҡыған дуҫ-иштәре, Мәскәү һәм Башҡортостан яҙыусылары менән бергә төшкән фотолар, шағирҙың тормошо һәм ижады тураһында гәзит-журналдарҙа сыҡҡан материалдар бар. Иң түрҙә – Рә­сәй­ҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙан­ған рәссамы Риф Абдуллин эшләгән портрет. Оҫта рәссам Рәми Ғариповты яңы ғы­на оло, донъя кимәлендәге шиғриәт бәй­геһендә еңеп ҡайтҡан, иле, туған халҡы өсөн йөрәген бирергә әҙер шағир итеп күҙаллаған.
Бер аҙ тын торғас, яңынан өй йыһаз­дарына, ҡуйылған әйберҙәргә иғтибар итәбеҙ. Ябай ғына кешенең ауыл йорто. Әммә ул башҡорттоң бай йөкмәткеле тормошон, оло маҡсатҡа ынтылып уйланыу­ҙарын, һыҙланыуҙарын, йәберләнеүҙәрен һыйҙырған. Бында ҡомартҡыға әйләнгән һәр нәмә, бәләкәй генә әйбер, был йортта ижад йәшәне, кешеләргә рухи көс биргән, хеҙмәттең, арыш икмәгенең ҡәҙерен белгән, илдәге, донъялағы, тәбиғәттәге һәр күренеште оло шиғриәткә күтәргән илаһи йән эйәһе йәшәне, тип әйтә һымаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 651

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 537

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 749

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 383

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545