Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мин минме икән...
Юмористик хикәйә
Мин үҙем хәрби кеше. Ғүмер буйы әрмелә прапорщик булып, отставкаға сыҡҡас, тыуған ауылыма ҡайттым.
Ауылда тормош ныҡ үҙгәргән. Яңы йолалар барлыҡҡа килгән. Элек һабантуйҙан башҡаны белмәгән ауылдаштар хәҙер һәр төрлө фестивалдәр, шоуҙар ойоштороп, ғәләмәт күңелле шаулаша. Көн дә байрам, көн дә туй, тигәндәй, колхоз эше булмағас ни, рәхәтләнеп ял итәләр, күңел асалар.
Мин ҡайтҡанда ла мәсет янында мәж килеп яталар ине. Балалыҡ дуҫым Әмирхан мине күреү менән үҙ янына саҡырып алды. Ул хәҙер ауыл башлығы икән.
— Бик ваҡытлы ҡайттың, гадук! — тине дуҫым, шатланып. — Әйҙә, ҡушыл беҙгә. Бөгөнгө сарала һинең дә тауышың көр сығырға тейеш.
— Нимә, әллә берәй мөһим йыйылышмы?
— Эйе, бик важный мероприятие, — тине ул, урыҫса ғына сирттереп. — Башта тыңла, потом поймешь!
Бәй, күҙҙәремде асыбыраҡ ҡараһам, Таҡырйән һөйләп тора лаһа. Беҙ өс малай — Әмирхан, Таҡырйән, мин — бергә уйнап үҫкәйнек. Аҙаҡ яҙмыш өсөбөҙҙө өс яҡҡа айырҙы. Таҡырйәнде ауылдан киткәндән бирле күргән юҡ ине. Ҡайҙалыр, кемгәлер нефть һатып байыған, тип ишеткәйнем. Дөрөҫ, ахыры, кәттә генә һөйләшә.
— Йәмәғәт, һеҙ яҡшы беләһегеҙ, — тине ул ышаныслы тауыш менән, — нәҫелебеҙҙә ҡыйыу, батыр кешеләр байтаҡ...
— Беләбеҙ! — тип бүлдерҙе уны көрәктәй һаҡаллы бабай. — Олатайың бигерәк дыуамал ине. Мәсет манараһын бысып төшөрҙө.
Ҡарт тағы ла нимәлер һөйләргә иткәйне, башлыҡ Әмирхан:
— Зато Таҡырйән бынамын тигән мәсет һалып бирҙе! — тип уның ауыҙын япты.
Таҡырйән иһә, мәсет ҡапҡаһына эленгән бик ҙур ағас һүрәтенә төртөп күрһәтә-күрһәтә, һүҙен дауам итте:
— Беҙгә, йәмәғәт, тарих төпкөлөнә төшөп фекер йөрөтөргә кәрәк. Ә унда үтә лә ҡиммәтле факттар ята. Бына, минең шәжәрәмә күҙ һалығыҙ. Ниндәй генә шәхестәр юҡ! Бөйөк яҙыусылар, аҡыл эйәләре, ғәскәр башлыҡтары... Ә инде үҙемә килгәндә, юҡҡа ғына Сыңғыҙов фамилияһын йөрөтмәйем. Беләһегеҙме, ни өсөн минең фамилиям Сыңғыҙов? Сөнки минең пра-пра-пра-пра-пра-пра... бабайым Сыңғыҙ хан булған!
— Китсе! Ысынмы?! — Баяғы бабайҙың көрәк һаҡалы һелкенеп ҡуйҙы.
— Ышанмаһаң, мә, ҡара! — Таҡырйән дипломатынан ниндәйҙер ҡағыҙ алып ҡарттың танау төбөнә килтерҙе. — Европаның юғары дәрәжәле хосуси архивында һаҡланған документта тап шулай тип әйтелгән!
Бабай сит телдә яҙылған ҡағыҙҙы тегеләй ҙә, былай ҙа әйләндереп ҡараны, ләкин бер нәмә лә аңламаны. Ахырҙа, һаҡалын һыпырып:
— Мисәте лә булғас, дөрөҫтөр инде, — тине.
Әмирхан бынан тейешле һығымта яһаны:
— Беҙ, иптәштәр, үҙебеҙ тураһында күп нәмәне белмәйбеҙ әле. Ярай арабыҙҙа Таҡырйән әфәнде кеүек заманса ҡарашлы, прогрессив фекерле кешеләр бар. Юғиһә үҙенең родствоһын не помнящий Ивандарға әйләнеп бөтөр инек.
Башлыҡтың был һүҙҙәре һаҡаллы ҡартҡа тәьҫир итмәй ҡалманы.
— Биғәйбә, — тине ул. — Сыңғыҙ хан яулап алыусы булһа ла, мәсет манараларын бысмаған. Дан уға!
— Ә Таҡырйәнгә мәсет төҙөп биргәне өсөн ҙур рәхмәт! — Әмирхан замана байы алдында түбәнселек менән баш эйҙе. — Дан һиңә, Таҡырйән — үҙебеҙҙең Сыңғыҙ хан!
Халыҡ гөрләтеп ҡул сапты. Әҙәм ышанмаҫлыҡ әкәмәт хәбәрҙе һәр кем үҙенсә ҡабул итте:
— Вәт егет икән! Алкаш бригадир малайы тимәҫһең...
— Бер юлы олатаһының да гонаһын юйҙы...
— Ысынлап хандар нәҫеленәндер ул...
Бындай хәлде тәү тапҡыр күргәнгә, аптырап ҡалдым.
— Был ниндәй абсурд театр? — тип һораным Әмирхандан.
Ә ул еңел генә аңлатып бирҙе:
— Беҙ шулай шәжәрә байрамдары үткәрәбеҙ. Ситтә йәшәгән бай ауылдаштарыбыҙҙы ҡунаҡҡа саҡырып, уларҙың мәген ҡойоп алабыҙ. Шапырынһындар, әйҙә, туйғансы. Унан беҙгә ни зыян.
— Таҡырйән бөтөнләй туҙға яҙмағанды һөйләй бит. Сыңғыҙ хан, имеш! Шул тиклем фәстермәһә...
— Фәстерһә ни! Зато ул зыяратыбыҙҙы кәртәләргә вәғәҙә итте.
— Уныһы изге эш, әлбиттә.
— Шулай булғас, бәйләнмә!
Ысынлап та, минең унда ни эшем бар һуң? Һәр байҙың үҙ ҡылығы тигәндәй, ҡыланһын әйҙә. Иң ҡыҙығы: берәүҙе лә битараф ҡалдырманы “арҙаҡлы” ауылдашыбыҙҙың сығышы. Аҙаҡ ул, табын әҙерләп, бөтәбеҙҙе лә һыйланы. Быныһы инде миңә лә оҡшаны. Байрамдан һәр кем ҡәнәғәт ҡалды. Ҡыҫҡаһы, Әмирхан башлыҡ әйткәндәй, мероприятие удалось.
Һуңынан, бер аҙ ҡыҙып алғас, Таҡырйәндең архив материалын ҡараным да унан һораным:
— Ҡайҙан таптың һин быны?
Бай дуҫым көлөп ебәрҙе:
— Аҡсаңды йәлләмәһәң, бынан шәберәген дә табып була.
— Кстати, идея! — тине шул саҡ башлыҡ дуҫым. — Давай, Таҡырйән, беҙҙең отставной гадугыбыҙға ла шундайыраҡ документ табып бир. Как будто ул... ну, мәҫәлән, Кутузов... юҡ, Суворов затынан, ти.
— Ә ниңә, дуҫтар өсөн йәл түгел! — Таҡырйән шап иттереп ҡулбашыма һуҡты ла:
— Шәжәрә байрамына әҙерлән, бөйөк полководец! — тине.
— Йә, килештекме? — Әмирхан, йылмайып, миңә ҡулын һуҙғайны, ҡырт боролдом.
— Юҡ, килешмәнек! — тинем. — Мин Суворов түгел, Македонский затынан! Сөнки минең фамилиям “М” хәрефенән башлана: М-мәғәҙәнов... ский!
Башлыҡ менән бай дуҫым телдәрен йотто тиерһең, биш минутҡа өнһөҙ ҡалдылар.
— У-у-у... Ҡалай текә-ә-ә! — тине ахырҙа Таҡырйән. — Быға хатта минең дә баш етмәне.
— Шулай ҙа дуҫты поддержать итергә кәрәк, — тине Әмирхан. — Алдағы шәжәрә байрамына как-нибудь тырыштырайыҡ.
— Так точно! — тинем мин, хәрбиҙәрсә үрә ҡатып. — Служу тыуған ауылыма!
Беҙ, тиҙҙән осрашырға һүҙ ҡуйышып, малай саҡтағы һымаҡ, өсөбөҙ бергә уҡмашып ҡосаҡлаштыҡ.
Әле бына байрамға саҡырғандарын көтөп ятам. Ниңәлер оҙаҡланылар. Әллә Таҡырйән кәрәкле архив материалдарын йүнәтә алмай инде? Телевизорҙан ҡарайым, гәзиттәрҙән уҡыйым — бөтә ерҙә лә шаулатып байрам үткәрәләр. Кешеләр эҙләйҙәр, табалар, тарих төпкөлөнән бөйөк-бөйөк ырыуҙаштарының исемдәрен соҡоп сығаралар. Мин генә һаман үҙ асылыма ҡайтып, Македонский затынан икәнемде иҫбат итә алмайым. Әлеге шул Сыңғыҙ хан арҡаһында. Күрһәтермен әле мин уға кемлегемде! Ҡайтһын ғына...
Марсель СӘЛИМОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 651

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 537

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 749

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 383

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545