Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Райман моңо йәшәр йөрәктә
Райман моңо йәшәр йөрәктә Был сара уҙғанға апаруҡ ваҡыт та үтте инде, әммә халыҡ яратҡан мәшһүр йырсы Райман Ишбаевтың арабыҙҙан китеүенә ун йыл булған көндәрҙә X. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында хәтер кисәһе ойошторолоуы тураһында республикабыҙҙың төп баҫмаһында һүҙ әйтелмәһә, дөрөҫ булмаҫ ине кеүек. Йырсының туғаны, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, режиссер Сәйҙә Илья­сова бының өсөн йөрәк хисен дә, көсөн дә йәлләмәне.
Кисә Райман башҡарыуында “Мин ҡабаттан тыуыр булһам” йыры менән башланып китте. Былай ҙа тулышҡан күңелдәге әйтеп аңлатып бөткөһөҙ һағыш күҙҙән йәш булып ағылды. Ҡалай һағындырған икән Раймандың моңо. Аллаһ Тәғәләгә шуның өсөн рәхмәт: беҙ үҙе иҫән сағында уның ошо йырын ишетеү бәхетенә эйә булдыҡ. Халҡыбыҙға Күктәр Райман моңо тигән күренеште бүләк иткән.
Ә мин уны беренсе тапҡыр Баш­ҡорт дәүләт университетының дан­лыҡлы 1-се ятағында күрҙем. Кори­дорҙы яңғыратып берәү йырлап килә, ҡыҙҙар менән йүгереп сыҡтыҡ та тыңлап торабыҙ. Их, беҙҙең бүлмәгә инеп йырлаһын ине тип уйлап ҡына ҡалмайым, ә теләгемдең телдән сығып ысҡыныуын һиҙмәй ҙә ҡалам. Ә Райман ағай ҡыҫтатып та тормай, бүлмәбеҙгә кереп, йырлап ебәрмә­һенме! Тәҙрә быялалары сыңлап китте, әйтерһең, бына-бына ҡойолоп төшәсәк, ә тауышы бүлмәбеҙгә генә һыймай, әллә ҡайҙарҙа, әллә беҙҙең күңел төпкөлдәренә инеп юғалды. Бына ошо ябай ғына танышыу артабан Райман моңона ғына түгел, “Райман Ишбаев” тигән башҡорт йыр сәнғәте юғарылығына әйҙәне.
Уның уҡытыусыһы ла бик үҙен­сәлекле шәхес. Римма Мөхтәр ҡыҙы Мусина хаҡында әйтеүем. Был кисәлә лә ул беҙҙе үҙенең кеселеклелеге, уҡыусыһына ҡарата берсә талапсан, шул уҡ ваҡытта тәбиғәттән бирелгән тауышын аяп ҡарауы менән һоҡлан­дырҙы ла, тетрәндерҙе лә. Һоҡлан­дырҙы, сөнки ул Раймандың халыҡ­сан моңон һаҡлаған. Тетрән­дерҙе – ул йырсы тауышының асылы тап халыҡсанлыҡта икәнен аңлаған.
Башҡортостандың халыҡ артисы, ҡурайсы Азат Айытҡолов, замандашы хаҡында хәтирәләре менән уртаҡла­шып, уның ихласлығына, ябайлығына баҫым яһаны. Эйе, балаларса бер ҡатлы, кешеләр менән күңелен биреп аралашыуын уны яҡындан белгәндәр генә түгел, ваҡытлыса күрешкәндәр ҙә инҡар итә алмаҫ.
Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡа­рыусылар Флүрә Килдейәрова, Әлфиә Юлсурина, Әлфиә Кәлимул­лина, Азамат Тимеров замандаштары хаҡында иң йылы тәьҫораттары менән уртаҡлашып ҡына ҡалманы, ә һағыштарын йыр-моңға һалды. Ул арала сәхнәнән Райман башҡары­уында башҡорт халыҡ йыры “Урал”­дың тауышы ишетелде. Милләте­беҙҙең гимны яңғырау менән залға йыйылған тамашасы аяғүрә тороп баҫты: бында һәр милләттәш йөрә­гендә халыҡ йырына, халыҡ йырсы­һына ҡарата мөнәсәбәте лә сағыла ине.
Шағирә Таңһылыу Ҡарамы­ше­ва­ның да әйтер һүҙҙәре күп ине күңелендә. Ул Райман менән бергә эшләгән йылдары, уның журналис­тика нескәлектәренә өйрәнергә тырышыуы, ауыр мәлдәрендә ярҙам һорауын хәтирәләр аша күҙ алдына баҫтырҙы.
Яҙыусы Әхмәр Үтәбаев йырсыға арнап шиғыр уҡыны, уның менән булған мажаралар, бер ҡатлылығы арҡаһында ҡыҙыҡлы хәлдәргә тарыуы тураһында ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе иҫенә төшөрҙө. Ләйлә һәм Илшат Ишморатовтар хәтирәләре, ҡурай моңо менән иҫкә алды бергә аралашып ижад иткән йырсыны.
Яҡташтары, Бөрйән районы хаки­миәте исеменән мәҙәниәт бүлеге начальнигы Клара Теләүбаева Ишбаев­тарҙың йыр-моңға маһир, алсаҡ күңелле тоҡом булыуы хаҡында һөйләне. Раймандың бер туған ағаһы сәхнәгә күтәрелеп, сараны ойошто­роу­сыларға, ҡатнаш­ҡандарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Раймандың хәләл ефете Лилиә, ҡыҙҙары Камилә менән Айһылыуҙың сәхнәгә сығыуы күптәр өсөн ҡыуа­ныслы хәл булды.
Бәләкәс ҡыҙҙары Айһылыу 3. Ис­мә­ғилевтең “Фортепиано өсөн прелюдия”һын уйнап ишеттерҙе. Ә Камилә, Райман һымаҡ итеп иркен тын алып, башҡорт халыҡ йыры “Киленсәк”те йырлап ебәрҙе. Беренсе тапҡыр сәхнәгә сығыуы, беренсе тапҡыр халыҡ йырын башҡарыуы... Афарин, Камилә! Беҙ һинең сығы­шыңда атайыңдың тынын ишеттек. Моңдо тойоу, моң аһәңе бар тауы­шыңда, ҡәҙерен бел. Кем белә, бәлки, һин дә атайың кеүек маһир йырсы булып танылырһың.
“Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Азамат Юлдашбаевтың сәхнәләге сығышынан бигерәк “Бәй­ләнештә” социаль селтәрендәге яҙ­маһы күптәрҙе уйға һалғандыр: “Нимә булды беҙгә? Кемгә әйләндек беҙ? Райман Ишбаевтың хәтер кисәһендә 38 кеше ултыра ине... “Тел бөтә!” – тип туҡтауһыҙ ҡысҡырабыҙ: беҙҙе һәр ваҡыт кемдер ҡыҫа, ситләтә, кәмһетә, рәнйетә... Беҙ һәр саҡ ғәйеплеләрҙе эҙләйбеҙ. Һәм, ғәҙәттә, ситтән... ЦРУ, КГБ, ФСБ, глобализация, интеграция, Путин, Хәмитов, дәүләт, хөкүмәт... Тик... Кем беҙгә шул Райман Ишбаевтың кисәһенә барырға ҡамасауланы? Кем? Кем беҙгә “Аҡбуҙат”, “Аманат”, “Шоңҡар”, “Ағиҙел” журналдарына, “Башҡортос­тан”, “Йәшлек”, “Киске Өфө” гәзит­тәренә яҙылырға ҡамасаулай?!”




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 059

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 573