Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халыҡтан — рух көсө, тәбиғәттән — талант
Халыҡтан — рух көсө, тәбиғәттән — талант Ҡыҙыҡ икән ул донъя тигәндәре. Кем менәндер, көн дә булмаһа ла, күрә-күрешә йөрөйһөң. Табындарҙа ла бергә булғылайһың. Ул сер итеп әйткәнде һин һаҡлайһың, һинең серҙе ул да таратмай. Быныһы уның – һинең өсөн, һинең иһә уның өсөн икеләнеүһеҙ ышаныслы булыуҙан килә, әлбиттә. Һин уның ни өҫтөндә баш ватыуында соҡонмайың, ул — һинекендә. Шулай һәүетемсә йәшәй бирәһең. Йәшәй торғас, шундай бер мәл тыуа, көтмәгәндә бығаса иғтибарыңдан төшөп ҡала килгән һәм һине уға тағы ла яҡынайтмалы һыҙаттары мәғлүм була. Ғиниәтулла Сафиулла улы Ҡунафин минең өсөн ана шундай асыш булды. Дөрөҫ, формаль яҡтан уны мин 1972 йылдан бирле белгән кеүекмен. Ни өсөн “формаль яҡтан” һәм “кеүекмен” генә? Сөнки шул йылдың сентябрендә, ауылдан килеп, мин үҙем биш йыл уҡып сыҡҡан Башҡорт дәүләт университетының башҡорт әҙәбиәте кафедраһында өлкән уҡытыусы сифатында эш башлағайным. Ул саҡта иһә йөҙөнән танымаһам да, бишенсе курста Ғиниәтулла тигән егет уҡыуын ишетеп белә инем инде. Урамдан түгел, әлбиттә. Кафедранан да сыҡмайынса ғына. Быға студент сағымдағы үҙемдең уҡытыусыларым – доцентыбыҙ Бәһиә Мәғәсүм ҡыҙы Мәғәсүмова апай менән мөдиребеҙ профессор Кирәй Мәргән – араһындағы һөйләшеү сәбәпсе булды. Ғиниәттәрҙең төркөмө педагогик практикала, имеш.
Тәүге сирҡаныс
Мөдиребеҙҙең:
– Йә, унда эштәр нисек? – тип һорауына Бәһиә апайыбыҙ:
– Һәйбәт бара, Әхнәф Нуриевич. Бигерәк тә педагогия училищеһы дипломы менән уҡырға ингән балаларыбыҙ методик яҡтан дәрестәрҙе яҡшы бирә. Әрме хеҙмәтен үткән егеттәребеҙ ҙә баҙап ҡалмай. Шулар­ҙың араһынан Ғиниәтулла Ҡунафин тигәнен айырып күрһәтергә була. Дәрес ваҡытында балаларҙы үҙенә оҫта ылыҡтырып, тыныс тота белә. Ауыҙына ҡаратып...
Педагогик практика етәксеһе булған Бәһиә Мәғәсүм ҡыҙының һүҙе ошо урынға еткәс, Әхнәф Нури улының ауыҙынан, ғәҙәттәгесә, “Бәрәкалла!” тигән ауаз яңғыраны. Ниҙелер хуплаған сағында ғына шулай тип әйтергә яратҡанына күнегергә өлгөргәйнем инде. Быға, бер тигәс тә, икенсе курста уҡығанымда, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтындағы фольклор бүлегендә эшләгән еренән килеп, беҙҙә махсус курс уҡыуы; ике тигәс тә, фән кандидатлығына диссертация яҙғанымда ғилми етәксем булыуы сәбәпсе ине. Студентының практикалағы уңышын әле лә бына шулай хупланы ла, был һүҙ был осраҡта шуны ла аңлата булыр, тигән кеүек итеп:
— Булыр ул унан. Әрмелә өс йыл һалдат бутҡаһы ашап, старшина дәрә­жә­һендә хеҙмәт иткән егет бит ул! Уға тиклем, унынсыны тамамлағас та, нәҡ минең кеүек мәктәптә уҡытып алған, район гәзитендә эшләргә лә өлгөргән. Үҙемдән беләм, шундай юлдар үткән кеше нишләп уҡыу­сылар менән дөрөҫ бәйләнеш урынлаш­тырмаһын инде, – тип һүҙен йомғаҡла­ғандай итте. Әммә практика етәксеһенең:
– Мин дә шуны әйтергә уйлағайным, Әхнәф Нуриевич, – тиеүе булды, һүҙ яңынан ялғанып китте.
– Ана Ғайса (хәҙер инде көллө ғәләмгә халыҡ яҙыусыһы, академик булараҡ мәғ­лүм Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйеновты әйтеүе. – Ә.С.): “Быйылғы сығарылыштан аспирантураға инерлек кеше бармы?” – тип һораша ине. Ошо егетте тәҡдим итербеҙ. Әйткәндәй, эсмәйме?
– Анауы кем генә йонсота, – тип Бәһиә апайыбыҙ шул йонсотоу эйәһенең исемен әйтте лә, – Ғиниәтулла өсөн ул нәмә – ят ҡылыҡ, – тип мәсьәләгә асыҡлыҡ индерҙе.
Һөйләшеү ошо урынға етеүе булды, мөдиребеҙ тағы әлеге “Бәрәкалла!”һын әйтмәй булдыра алманы. Шунан:
– Бәһиә Мәғәсүмовна, хәтерләмәй­һегеҙме, диплом эшен ниндәй тема буйынса яҙырға йыйына әле ул?
– “Ҡоман мәжмүғаһы” ла “Ҡоман мәжмүғаһы”, ти ҙә ҡала ине...
– Бик яҡшы. Әлегә беребеҙҙең дә ҡулы теймәгән тема. Әйткәндәй, был егет нисәнсе йылғы һуң әле?
– Ул ни 1946 йылдың 22 ноябрендә Ғафури районының Сәйетбаба ауылында тыуған. Сәғит Агиш, Жәлил Кейекбаевтар дәрес алып барған шундағы мәктәпте бик дан тамамлаған.
Был юлы Әхнәф Нури улы “Бәрә­калла!”лап торманы, бары:
– Бик яҡшы! Аспирантурала уҡыу өсөн бик ҡулай йәш, – тине лә үҙенең эш дәфтәренә ниҙелер теркәй һалды.
Олпат ғалимыбыҙ һәм педагогыбыҙ ни әйткәнен белеп әйткән икән. Өфө, Мәскәү архивтарында эҙләнеү һөҙөмтәһендә тапҡан материалын файҙаланып, XII быуат ҡомартҡыһы “Ҡоман мәжмүғаһы”на тәрән анализ яһап яҙған диплом эшен Ғиниә­тулла Ҡунафин дәүләт комиссияһы алдында һоҡланғыс итеп яҡлап, юғары баһаға лайыҡ булды. Уҡыуҙа һыр бирмәгән тырыш студент булараҡ, университетты ул ҡыҙыл дипломға тамамлап, ысынлап та, уның бәхетенән, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты асҡан аспирантураға дәғүә итеүселәр араһынан иң әҙерлекле икәнен иҫбатлаған. Ғилми етәксеһе Ғайса ағай, Әхнәф Нури улы хыял иткәнсә, диссертация темаһын революцияға тиклемге әҙәбиәтебеҙ буйынса бирҙе. Ғайса Батыргәрәй улы уға мәшһүр мәғрифәтсе шағир, фольклорсы, этнограф, тарихсы һәм тел белгесе Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың ижади мираҫын тикшерергә тәҡдим итә. Ғиниәтулла М. Өмөтбаевтың ғәрәп графикаһында 1897 йылда Ҡазанда баҫылған “Йәдкәр” тигән берҙән-бер генә китабын энәһенән-ебенәсә тикшереү менән генә сикләнеп ҡалманы, уның һәм Санкт-Петербург, Мәскәү архивтарында һаҡланған, үҙенең заманында төрлө баҫмаларҙа донъя күргән хеҙмәттәрен, әҫәрҙәрен дә фәнни күҙлектән ныҡлап өйрәнде. Бына шулай диссертация темаһын көтөлгәндән киңерәк яҡтыртыуға өлгәште. Мәғрифәтсе шағирыбыҙҙың быйылғы юбилейын был ғалим шул китаптың ныҡ ҡына тулыланған яңы баҫмаһы менән ҡаршылай.
Ғиниәтулланың ғилми дәрәжәләргә эйә булғаны
Остазы Ғайса Хөсәйенов менән кәңәш­ләшеп, филология фәндәре докторлығына “XIX – XX быуат башҡорт шиғриәтенең жанрҙар системаһы формалашыуы һәм үҫеүе” тигән теманы үҙләштерергә тотона. Аҙнаның йәкшәмбеһе ял көнө икәнен дә онотоп, архив саңына сөскөрә-сөскөрә үткән көндәр, йоҡоһоҙ төндәр яңынан башлана Ғиниәтулла өсөн. Һөҙөмтәһе шул була: ХХ быуат беҙҙең менән ике йылдан бәхилләшә тигәндә, докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлап, “1998 йыл – онотолмаҫ йылым” тип күңеленә теркәп, хәтер һандығына һалып ҡуя. ВАК иһә, оҙаҡ көттөрмәй генә, уның “филология фәндәре докторы” тигән ғилми дәрәжә эйәһе икәнен раҫлаусы дипломлы итә. Вузда уҡытыу тәжрибәһе туплап өлгөргән, аспиранттарға етәкселек иткән юғары дәрәжәле был фән әһеленә икенсе йылына уҡ, йәғни 1999 йылда, Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан профессор дәрәжәһе бирелә.
Ғалим-ғалимә лә, йәмәғәтселек тә Ғиниәтулла Ҡунафинды хәҙер иһә, шул ғилми дәрәжәләрен иш янында ҡуш күргәндәй итеп, Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Халыҡ-ара төркиәт академияһы академигы тип таный. Шулай булмайса һуң. Илебеҙҙең гуманитар фәне донъяһында башҡорт әҙәбиәте ғилеменең йөҙөн билдәләгән арҙаҡлы ғалим һәм вуз педагогы, совет осорона тиклемге башҡорт һүҙ сәнғәте тарихы, уның теорияһы, текстологияһы, тарихи поэтикаһы һәм әҙәби бәйләнештәре буйынса хәҙерге көндә профессор Ғиниәтулла Сафиулла улы төп белгес иҫәпләнә бит. Шулай уҡ уны Башҡортостан мәҙәниәте, совет дәүере һәм унан һуңғы осорҙарҙағы башҡорт әҙәбиәте хаҡында етди хеҙмәттәр авторы, халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, төбәк кимәлендә үтеүсе ғилми форумдарҙа төплө сығыштар яһаусы ижади шәхес тип тә беләләр.
Фән торғонлоҡто яратмай, үҙенә тоғролоҡто ярата
1976 – 1981 йылдарҙа Ғиниәтулла Сафиулла улы үҙен фәндең киң юлына алып сыҡҡан Тарих, тел һәм әҙәбиәт институ­тының әҙәбиәт бүлегендә артабан тикше­ренеүен дауам итә. Архивтарҙа тупланған иҫке китап, ҡулъяҙмаларҙы тикшереү менән генә сикләнеп ҡалмайынса, Ғайса Батыргәрәй улы ойошторған археографик экспедицияларҙа ҡатнаша. Шул уны боронғо әҙәбиәтебеҙ хаҡында бығаса билдәһеҙ сығанаҡтарға, мәғлүмәттәргә юлыҡтыра.
Ғилми тикшеренеүҙәре менән бер рәттән йәш белгес институттың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашырға ла өлгөрә. Ҙурҙан алып әйткәндә, СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы эсендәге шул ғилми-тикшеренеү учреждениеһында 1973 – 1979 йылдарҙа Йәш ғалимдар советы рәйесе йөгөн ихлас тарта. Профсоюздың урындағы ойошмаһы эшендә лә ҡатнаша.
Ғиниәтулла Сафиулла улы баштан уҡ фән торғонлоҡто яратмағанын, үҙенә тоғролоҡто яратҡанын бик яҡшы төшөнә. Ғилми-тикшеренеү институтында багаж туплағандан һуң, төшөнөүе 1981 йылдың 1 сентябрендә уны үҙенең тыуған йортолай күргән, йәшлеге үткән БДУ-ға алып килә. Шул көндән башлап ул башҡорт әҙәбиәте кафедраһында өлкән уҡытыусы сифатында “Кирәй гвардияһы” тигән коллективҡа иш янына ҡуш булды.
Унда ул үҙен ҙур ғалим һәм педагог итеп кенә түгел, оҫта ойоштороусы һәм етәксе булараҡ та таныта: биш йыл филология факультеты деканы урынбаҫары вазифаһын атҡара, Башҡортостан вуздары тарихында башлап башҡорт филоло­гияһы һәм журналистика факультетын ойоштороуҙың төп инициаторы һәм уның тәүге деканы була, ун йыл буйы уны ойоштороу, нығытыу һәм үҫтереү буйынса бөтә көсөн, таһыллығын һалып эшләй. Һөҙөм­тәлә республикабыҙҙағы был өр-яңы факультет университетта студенттар һаны буйынса юридик институттан ҡала икенсе, ә уҡыу-уҡытыу, ғилми һәм тәрбиә эштәренең торошо буйынса йыл да алдынғылыҡты бирмәгән факультетҡа әүерелә.
2011 йылда республиканың ғилми йәмәғәтселеге уны Башҡортостан Фәндәр академияһының Социаль-гуманитар фәндәр бүлеге академик-секретары итеп тә һайлай. Биш йыл буйы уға БДУ-лағы төп эштәренән тыш бер үк ваҡытта ошо вазифаны ла атҡарырға тура килә. Байтаҡ йылдар ғалим филология фәндәре нигеҙендә докторлыҡ һәм кандидатлыҡ диссертациялары яҡлау буйынса махсус совет ағзаһы була, уның рәйесе урынбаҫары эшен атҡара. Бөгөн ул Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарары менән был ғилми советтың рәйесе итеп тәғәйенләнеп, уны уңышлы етәкләй.
Ғиниәтулла Сафиулла улы башҡорт әҙәбиәт ғилеме һәм вуз мәғарифы тарихында беренсе тапҡыр башҡорт әҙәбиәте тарихының боронғо дәүерҙәрҙән алып 1917 йылға тиклемге системалы программаларын төҙөй, дәреслектәрен яҙа һәм баҫтырып сығара.
Халҡыбыҙҙың рухи мираҫын ғилми планда тәрәнерәк өйрәнеү, студенттарға төплөрәк белем биреү маҡсатында, 2000 йылда, ниһайәт, республикабыҙҙа беренсе тапҡыр “1917 йылға тиклемге башҡорт әҙәбиәте” кафедраһы ойошторола. Бер нәмә лә юҡтан барлыҡҡа килмәй һәм буштан-буш хасил булмай. Ул дәүер әҙәбиәте башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кафед­раһының уҡыу планы буйынса байтаҡ йылдар уҡытыла ине инде. Әммә хронологик яҡтан да, күләм йәһәтенән дә, заман талабына яуап биреп бөтмәй башлағайны.
Үкенескә ҡаршы, Ғ. Ҡунафиндың инициативаһы менән асылған кафедра ҡыҫҡа ғүмерле булып сыҡты: ул ни бары 12 йыл ғына йәшәп ҡалды. Әммә шул йылдар эсендә лә, көллө ғәләмгә мәғлүм, факультеттың ул етәкләгән был структу­раһы маҡсатына тулыһынса өлгәште: башҡорт һүҙ сәнғәтенең боронғо дәүерҙән алып 1917 йылға тиклемге тарихы, уның теорияһы, текстологияһы мәсьәләләрен яҡтыртҡан тиҫтәләгән монографиялар, дәреслектәр, уҡыу әсбаптары, методик эшкәртмәләр донъя күрҙе. Шул эштәр рухи мираҫыбыҙҙы студенттарға уҡытыу ваҡытын өс тапҡырға арттырырға форсат бирҙе.
Яңы кафедрала башҡорт, урыҫ һәм төрки халыҡтары телдәрендә “Әҙәби мираҫ. Фольклор. Текстология” тигән ғилми мәҡәләләр йыйынтығы даими сығарыла башланы. Ул ил кимәлендә генә түгел, БДБ илдәре киңлегендә лә танылыу тапты.
Шул ун ике йыл эсендә Ғиниәт Сафиулла улы ғилми-педагогик кадрҙар әҙерләүҙә лә ҙур уңыштар яуланы. Ике докторлыҡ, туғыҙ кандидатлыҡ диссертациялары яҡланыуы — шуның гүзәл күрһәткесе ул. Тағы әллә күпме ҡаҙаныштарға өлгәшә кафедра.
Беҙ ғүмер баҡый “реформа”, һәр төрлө “оптимизациялар”һыҙ йәшәй алмайбыҙ. Дәүләтебеҙ СССР тип аталғанда ла, Рәсәй Федерацияһы тип аталғанда ла шунһыҙ булдыра алмайбыҙ. Әле бына, йәй урта­һында төшкән ҡырау һымаҡ, “оптимизациялар” полосаһына тағы ла килеп керҙек. Уларҙың шауҡымы БДУ-ға ла һуғылды. “Башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры” тип атал­ған кафедра менән Ғ. Ҡунафин ижад ит­кән һәм ун ике йыл етәкләгән “Боронғо дә­үерҙән алып 1917 йылға тиклемге баш­ҡорт әҙәбиәте” тигәненең бергә ҡушылыуы шул “оптимизацияның” был уҡыу йор­тондағы тантаналарының еллеһе булды.
Барыһын да кадрҙар хәл итә
Ғиниәт Ҡунафин – башҡорт һәм төрки әҙәбиәте ғилемен үҫтереүгә ифрат тос өлөш индергән, үҙ мәктәбен булдырған ғалим һәм педагог. Ғилми-педагогик кадрҙар үҫтереү хаҡында ҡайғыртыуы тураһында әйткәндә, телгә алынған фән докторҙарының берәүһен, фән кандидат­тарының һигеҙен ул әҙерләгән.
Ғиниәтулла Ҡунафин шулай уҡ әҫәрҙе жанр йәһәтенән тарихи үҫеш-үҙгәреш процесында өйрәнеү принциптарын нигеҙ­ләне, тарихи поэтиканың методологик аспекттарын асыҡланы. Уның тарафынан нигеҙләнгән был йүнәлеш коллегаларында яҡлау тапты. Был йүнәлеш хәҙер М. Иҙел­баев, Р. Әхмәҙиев, Г. Гә­рәева, айырыуса М. Нәҙерғолов кеүек ғалимдар тарафынан уңышлы дауам иттерелде. Әйткәндәй, уларҙың бөтәһенең дә башҡорт һүҙ сәнғәтенең теге йәки был осорҙарҙағы жанр-стиль тәбиғәттәре эволюцияһын тарихи-теоретик планда яҡтыртҡан хеҙмәт емештәре филология фәндәре докторы тигән юғары ғилми дәрәжә менән баһаланды.
Ғиниәтулла Сафиулла улы үҙе үрнәк күрһәтә – 700-ҙән артыҡ фәнни баҫма хеҙмәт, шул иҫәптән 50-нән ашыу монография, вуз һәм мәктәп дәреслектәре, уҡыу әсбаптары, методик ҡулланмалар һәм ғилми-популяр китаптар авторы. Уларҙы һанап сығыу ғына ла байтаҡ урын алыр ине. Шуға ла һанаған сүрәттә лә “һ.б.” ҡулланыу ҡотолғоһоҙ. Үҙегеҙ фекер итегеҙ, бына улар: “Башкирские просветители-демократы ХIХ века” (М.,1981), “ХIХ быуаттың беренсе яртыһындағы башҡорт әҙәбиәте” (1988), “Мәғрифәтсе һәм яҙыусы Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев” (1991), “ХIХ быуаттың икенсе яртыһындағы башҡорт әҙәбиәте” (1992), “Башкирская сатирическая поэзия ХIХ – начала ХХ века” (1996), “Башкирская литературная песенная поэзия ХIХ – начала ХХ века” (1997), “И песней, и сатирой” (1999), “Башкирская нарративная поэзия ХIХ – начала ХХ века” (2003), “Поэтическое эхо прошлого” (2004), “Культура Башкортостана и башкирская литература ХIХ – начала ХХ века” (2006), “Замандарҙың рухи балҡышы” (2006), “ХIХ быуат башҡорт әҙәбиәте” (2010), “Башкирская поэзия ХIХ – начала ХХ века” (2011), “Аҡмулланың шиғри йәйғоро – Поэтическая радуга Акмуллы” (2011), “Жәлил Кейекбаев. Тормошо һәм ижады” (2012), “ХIХ – ХХ башы башҡорт әҙәбиәтенең үҫеш үҙенсәлектәре” (2014), “Шәйехзада Бабичтың ижад офоҡтары – Творческие горизонты Шайхзады Бабича” (2015), “ХХ быуат башы башҡорт әҙәбиәтенең идея-художество үҙенсәлек­тәре” (2016), “История культуры Башкортостана ХIХ – начала ХХ века” (2016) һ. б.
Ғиниәтулланың китаптары – халҡыбыҙ­ҙың үткәндәге рухи байлыҡтарын, мәҙәни-әҙәби күренештәрен ентекле барлап, системаға һалып, әҙәбиәт ғилеменең бөгөнгө ҡаҙаныштары юғарылығынан логик эҙмә-эҙлелектә тарихи-теоретик йәһәттән төплө баһалаған, тәрән һәм киң йөкмәткеле, күләмле фундаменталь хеҙмәттәр. Тикмәгә генә уларҙың бөтәһе лә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың төп дәүләт һәм вуз нәшриәттәрендә (“Наука”, “Китап”, “Ғилем”, “БДУ нәшриәт үҙәге” һ. б.) донъя күрмәгән, ғилми йәмәғәтселек тарафынан хуплап ҡаршы алынмаған, күбеһе хаҡында үҙәктең һәм Башҡорт­остандың урыҫ, башҡорт, татар телдә­рендәге ваҡытлы матбуғат, төрлө ғилми баҫмалар һәм йыйынтыҡтар биттәрендә ыңғай баһаламалар сыҡмаған.
Гранттар отоп, хаҡ йүнәлеш тотоп
Йәнә шуныһы: Ғ. Ҡунафиндың баҫма хеҙ­мәттәренең байтағы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт фәнни фондтары хуплауы һәм ярҙамы, ҙур илдең бөтә ғилми йәмәғәтселеге алдында иҫәп-хисап биреүҙе талап иткән фәнни гранттарын отоуы арҡа­һында донъя күргән. Мал эйәһенә оҡшай, ти­гән кеүек, был тәжрибәле, оло ғалимдың китаптары ла дәү. Утыҙ баҫма табаҡлыҡ (500 битләп) “Башкирская поэзия ХIХ – начала ХХ века” (2011), ҡырҡ өс табаҡҡа ба­рып еткән (740 битле) “ХIХ – ХХ башы башҡорт әҙәбиәтенең үҫеш үҙенсәлектәре” (2014), 15 табаҡлы “История культуры Башкортостана ХIХ – начала ХХ века” (2016) ти­гән фундаменталь хеҙмәттәре – шуға дәлил. Улар уның тап ана шул Рәсәй кимә­лен­дәге дәүләт фәнни гранттарын отоп, баш баҫып эшләүе һөҙөмтәһендә донъя күргән.
Ошо урында шуны билдәләмәй булмай. Профессорҙың монографик хеҙмәттәренең күбеһе урыҫ телендә яҙылған. Шуға ғәжәпһенеп:
– Ни өсөн шулай итәһең? – тип һорауыма ул былай тип яуап бирҙе:
– Урыҫ телен бер Рәсәйҙә генә түгел, унан ситтә лә белеүселәр күп. Шуны иҫәпкә алдым. Аҡмаһа ла – тамыр, аҙ булһа ла – һеңер. Урыҫтар: “Что написано пером, не зарубишь топором”, – тиһә, мин: “Ташҡа баҫылғанды юнып ташлап булмай”, – тим. Ошо уйымдан сығып эш иттем. Был башҡорт яҙмаһыҙ, наҙан булған, тимәһендәр. Борон-борондан халҡымдың яҙмалы, китаплы, ҡыҫҡаһы, яҙма культуралы булғанлығын сит-ят ерҙәрҙә лә белһендәр, әйҙә, тип мәҙәни-әҙәби һәм фәнни бәйләнештәрҙең тамырҙарын нығытыу, офоҡтарын киңәйтеү маҡсатынан сығып яҙҙым мин уларҙы.
Ғ. Ҡунафин эш иткән сығанаҡтар ғәрәп графикаһындағы иҫке төрки, ғәрәп, фарсы телдәрендәге яҙмаларҙан ғибәрәт. Уларҙың күбеһе һарғайып, өлтөрәп бөткән. Иҫке баҫма китаптарҙы барлап, уларҙағы факттарҙы, хәл-ваҡиғаларҙы, тормоштоң төрлө социаль-иҡтисади, сәйәси, мәҙәни, дини, фәнни, әхлаҡи-этик, эстетик һәм башҡа күренештәрен системаға һалып баһалау бөгөнгө китаптарҙы уҡып, компьютер селтәрендәге сығанаҡтарҙы файҙаланып ҡына хеҙмәт яҙыу менән бер түгел инде.
Текстологияның да фән булғаны
1991 йыл. МДУ. Филология факульте­тының оло аудиторияһында диссертация советы ултырышы бара. Уны алып барыусы, Рәсәйҙең мәшһүр фольклорсыһы, ошо факультеттағы фольклор кафедраһы мөдире А.П. Аникин һүҙҙе Молдованан килгән өлкән йәштәге бер ирекәйгә бирҙе. Бына был сығыш яһай башланы. Тәүге һөйләмдәрен әйтеүе булды – бындағы тәртиптәргә күнегә тороу маҡсатында (урыҫ кешеһе был урында “чтобы адаптироваться” тип әйтер ине) тип бер-беребеҙгә ҡарашып ҡуйҙыҡ ултырышҡа килгән кафедралашым Тимерғәле Килмө­хә­мәтов менән. Ситтән күҙәткән кеше шул саҡта күҙҙәребеҙҙән ғәжәпһенеү тойғоһо кисереүебеҙҙе таныр ине. Ғәжәпләнерлеге бар ине шул. Молдаваныбыҙ архивта һаҡланған суд материалдарына анализ бирә башланы: бер үк енәйәт хаҡында ғәйепле ни һөйләгән дә геүаһтар ни тигән, шуны тикшергән, йәғни бер үк енәйәт хаҡында нисек итеп төрлө-төрлө версиялар хасил булыуын тикшергән. Шуларҙы “устные рассказы” тимәксе.
Яҡлау шып-шыма үтте. Үҙенең йомғаҡлау һүҙендә А. Аникин:
— Ну и что, товарищи. Это голая текстология, конечно. Но текстология – тоже наука. Уважаемые коллеги, я вас призываю положительно оценить работу, – тигәйне, совет ағзалары шулай итте лә. Был әйтелгәндәрҙе уҡығас, ҡайһы берәү:
— Причем тут такое воспоминание?! – тип әйтер, Аникин менән бәхәс ҡорорға теләгәндәй итеп.
“При том” шул, сөнки яҙма рухи мираҫты өйрәнеүсе текстологтан архивтарҙа саң ҡаплаған ҡомартҡыларҙа сөскөрә-сөскөрә эҙләнеүҙе, туҙып, хәрефтәре, һүҙҙәре, хатта һөйләмдәре юйылып, биттәре йыртылып йә төшөп бөткән, тотһаң, ҡойолоп барған иҫке төрки, фарсы, ғәрәп телдәрен­дәге боронғо яҙма сығанаҡтарҙы аяҡҡа баҫтырыу бурысын хәл итеүҙе талап итә. Ниндәйҙер әҫәрҙе төплө өйрәнеү өсөн, уның һәр төрлө күсеректәрен сағыштырыу ғына ла ғүмерҙең байтаҡ өлөшөн сарыфлауҙы һорай. Шунһыҙ ҙа булмай. Һәм текстолог, ер аҫтынан табылған ярсыҡтарҙы ҡоршап, боронғо һауыт-һабаны археолог нисек реставрациялай, шуның һымаҡ, төрлө өҙөк-мөҙөктәрен ялғаштырып, әҫәрҙең бер бөтөн тексын төҙөргә тырыша. Бының менән эш бөтмәй, шуның бөгөнгө графикала транскрип­цияһын эшләү, хәҙерге яҙма әҙәби телгә ауҙарыу, бөгөнгө уҡыусы аңларлыҡ итеп аңлатмалар, һүҙлек төҙөү кеүек мәшәҡәт­тәрҙе лә атҡарырға кәрәк. Текстология өлкәһе хаҡында төшөнсәһе булмаған кеше күҙ алдына ла килтерә алмаҫлыҡ был эштәрҙе бойомға ашырыу өсөн әллә күпме ваҡыт, сабырлыҡ һәм зиһен көсө сарыф ителә. Шунан нисек А. Аникин әйткәнде ҡабатлап: “Текстология ла – фән ул!” – тимәҫһең. Хәйер, донъя күләмендә дан тотҡан Мәскәү дәүләт университетындағы диссертация яҡлау советы кимәлендә текстологияның фән тип аталыуы үҙе күп нәмә хаҡында һөйләй. Хәҙер текстология буйынса кандидатлыҡ, докторлыҡ диссертациялары яҡлау мөмкинлеге юҡҡа ғына асылмағандыр инде. Ундай ғилми дәрәжәләргә диссертация яҡлау өсөн монография талап ителә. Бынан китап рәүешен алған текстологик эш, айырыуса томдар, мәҫәлән, әҙәби ҡомартҡыларҙан йә халыҡ ижады әҫәрҙәренән төҙөлгән томдар фәнни статустары буйынса монографияға тиң тип ҡаралырға тейеш икәне аңлашыла.
Шуныһын да иҫтән сығармау зарур. Әҙәби мираҫты өйрәнеүсегә, айырыуса текстологка, әҙәбиәт теорияһын үҙләште­реү генә етмәй. Уға археограф та, киң мәғлүмәтле тарихсы ла, телсе лә, күпмелер кимәлдә философ та, теолог та булырға тура килә. Сөнки текстология – төрлө телдәге һүҙҙәрҙең этимологияһы, донъя халыҡтары тарихы, мәҙәниәте һәм әҙәбиәте буйынса мөмкин ҡәҙәре мәғлүмәткә эйә булыуҙы талап иткән фән ул. Был өлкәлә эҙләнеү ни тиклем сетерекле, ни хәтлем ҡатмарлы һәм ауыр хеҙмәт икәнен уның менән шөғөлләнмәүсе күҙ алдына ла килтерә алырлыҡ түгел.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең текстология тәңгәлендә ҡаҙаныштарыбыҙ самалы. Был өлкәлә эшләүсе белгестәребеҙ ҙә аҙ. Ғиниәтулла Сафиулла улы – шул аҙҙарҙың береһе һәм берәгәйе. Башҡорт текстоло­гия­һын үҫтереүгә лә айырыуса ҙур өлөш индер­гән ғалим ул. Ике томлыҡ “Балалар әҙә­биәте антологияһы”н (1986, 1987), суфый шағир Ш. Зәкиҙең (1822 – 1865) шиғыр­ҙарын, күренекле мәғрифәтсе ғалим-әҙип М. Өмөтбаевтың (1841 – 1907) әҫәрҙәрен һәм хеҙмәттәрен (“Йәдкәр”, 1984, 2011; “Шиғырҙар”, 2001; “Әҫәрҙәр. Хеҙмәттәр”, 2016) әҙер­ләп донъяға сығарыуҙа әүҙем ҡатнашыуы ана шул турала һүҙһеҙ һөйләр булыр.
Түккән көсө лайыҡлы баһалана
Был Ғиниәтулла тигәндәре иҫке ҡулъяҙмаларҙа ғына соҡоноп ултыра икән, тип уйлай күрмәгеҙ тағы. Арҙаҡлы ғалим-педагог булараҡ, ул йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Ун йыл буйы үҙе 1990 йылдан ағзаһы булған Башҡортостан Яҙыусылар союзының тәнҡит секцияһын етәкләне. Бөтә донъя башҡорттарының I, II, III ҡоролтайҙары делегаты, IV ҡоролтайының почетлы ҡунағы, 1997 – 2010 йылдарҙа уның Башҡарма комитеты, Ревизия комиссияһы ағзаһы булды. Ғафуриҙарҙың Өфөлә 1998 йылда ойош­торолған “Табын” йәмәғәт ойошмаһының ул етәкләгән 1999 – 2010 йылдарҙа гөрләп эшләгәне бөтә республикабыҙға мәғлүм. 2000 – 2008 йылдарҙа ғалим Башҡорт­остан Хөкүмәте ҡарамағындағы “Баш­ҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” законды ғәмәлгә ашырыу комиссияһында эшсе төркөмдәр етәксеһе, 2004 — 2011 йылдарҙа Өфө ҡалаһы башҡорт һәм татар телдәре һәм әҙәбиәттәре уҡытыусыларының “Йыл уҡытыусыһы” конкурстарында жюри рәйесе бурысын ғәҙеллек менән атҡарҙы. Бына инде 20 йылға яҡын ул “Урал батыр” эпосын йәш башҡарыусылар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының “Йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурстары, уҡыусыларҙың туған тел буйынса республика олимпиадаларында ла шундай уҡ бурысты шундай уҡ сифатта атҡарыуы мәғлүм. Бынан тыш, тиҫтә йыл самаһы Мәғариф министрлығы эргәһендәге уҡытыу-методик совет, Хөкүмәттең аҡсалата премияһына лайыҡ иң яҡшы уҡытыусыларҙы һайлап алыу комиссияһы ағзаһы булараҡ та әүҙем эш алып бара. Ә инде уның тыуған ауылы Сәйетбабаның 300 йыллығын Башҡортостан кимәлендә билдәләп үтеү һәм ауыл биләмәһен төҙөкләндереү хаҡында Хөкүмәт ҡарарын сығарыу, унда Президент Указы менән республиканың башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәген булдырыу инициативаһы менән сығып, уны нигеҙләп, дәлилләп биреү буйынса, шулай уҡ комиссия составында башҡарған эштәре һәм уларҙың ғәмәли һөҙөмтәләре үҙҙәре генә лә әйтеп бөтөргөһөҙ баһаға лайыҡ.
Ғиниәт Ҡунафиндың ана шундай күп яҡлы эшмәкәрлеге Башҡортостан һәм Федерациябыҙ йәмәғәтселеге тарафынан юғары баһалана килә. Уға “Башҡортос­тандың атҡаҙанған фән эшмәкәре” (2009), “Баш­ҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәт­кәре” (1997), “Рәсәй Федерацияһы­ның почетлы юғары профессиональ мәғариф хеҙмәткәре” (2006), БДУ-ның почетлы профессоры (2015) тигән юғары исемдәр бирелә. Ул СССР-ҙың Мәғариф буйынса дәүләт комитетының “Эшендәге юғары уңыштары өсөн” (1988), Рәсәй дәүләт статистика комитетының “2002 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу эшендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн” (2003) билдәләре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа!” (2011), Рәсәй Президенты етәкселегендәге дәүләт комитетына булышлыҡ итеү буйынса Рәсәй Федера­цияһы Йәмәғәт советының “1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлеген мәңгеләштереү” (2013) миҙал­дары, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесенең Рәхмәт хаттары, төрлө министрлыҡтарҙың, комитет­тарҙың, ведомстволарҙың, муниципаль берәмек­тәр­ҙең, учреждениеларҙың, йәмәғәт ойошма­ларының бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә, Рәсәй Фәндәр академияһының күренекле ғалимдар өсөн Дәүләт фәнни стипендияһына (1999 – 2004), Ж. Кейекбаев (2001), М. Ғафури (2010), М. Өмөтбаев (2011) исемендәге төбәк-ара, Башҡортостан Фәндәр академияһының юғары фәнни ҡаҙаныштар өсөн М. Өмөтбаев (2013) исемендәге премияларына лайыҡ була. Шулары өҫтөнә Ғиниәтулла Сафиулла улы юғары фәнни ҡаҙаныштары өсөн башҡорт әҙәбиәте белгестәре араһынан беренсе булып биш йыл рәттән Рәсәй Фәндәр академияһының дәүләт стипендияһы стипендиаты булыу бәхетенә иреште.
Һүҙемдең аҙағында төплө хеҙмәттәр тыуҙырған киң ҡарашлы арҙаҡлы ғалимға, меңәрләгән юғары белемле белгестәр әҙерләгән оҫта педагогка, әүҙем йәмәғәт эшмәкәренә артабан да шулай абруйлы ил ағаһы, ысын шәхес булып ҡалыуын, иле, халҡы мәнфәғәтенә янып, илһамланып эшләрлек ҡоростай сәләмәтлек, ижади уңыштар, ғаилә бәхете теләргә генә ҡала.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 058

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 604

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 416

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 672

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 573