Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Журналистар һабаҡ бирә
Журналистар һабаҡ бирә Ниндәй ул бөгөн башҡорт журналистикаһы? Ер йөҙөндә һәр нәмәнең тәғәйенләнеше булған кеүек, әлбиттә, уның да үҙ билдәләнеше, ҡағиҙәләре, ихтыяжы, мохтажлығы, йөҙө бар.
Халҡыбыҙ китап уҡымай тип әйтеү менән бер рәттән, гәзит-журналға ла күҙ һалмай, тип уф­танырға күнеккәнбеҙ... Әммә шулай ҙа әҙәбиәтебеҙ ҙә, журналисти­кабыҙ ҙа йәшәй бит әле һәм уға, тулҡын-тулҡын булып килмәһә лә, яңы һу­лыш өрөрлөк йәштәр ҙә кү­ренмәй түгел... Хәйер, әйтер һүҙем шул: ошо көндәрҙә билдәле журналистар Зөһрә Ҡотлогилдина менән Нияз Мәһәҙиев бер төркөм буласаҡ журналисҡа оҫталыҡ дәрестәре бирҙе. Йәштәр, әлбиттә, йәмғиәтебеҙгә күренекле журналистар әҙерләгән Башҡорт дәүләт университетының филология һәм журналистика факультеты студенттары ине. Улар һәммәһе лә “Шоңҡар” әҙәби берекмәһендә шөғөлләнә һәм киләсәген филология, журналистика менән бәй­ләргә теләй. Шуға ла, бер ни тиклем ваҡыт хөрмәтле ҡунаҡтарҙың тормош һәм хеҙмәт юлдары, ижадтары, бөгөнгө журналистика ха­ҡын­да тыңлағандан һуң, улар үҙ­ҙәре менән дә таныштырып үтеүҙе кәрәкле һананы. Әҙәби берекмә рәйесе Заһит Ғүмәров, “шоңҡар­сылар” менән таныштырып, ай һайын сығары­лып килгән факультет гәзите тураһында һөйләне.
Артабан, түңәрәктә шөғөл­ләнгән Айгиз Буранғолов шиғырын уҡығандан һуң, башҡаларҙың да шиғырҙарын анализлау өсөн ҡулъ­яҙмалар Зөһрә Сәлимйән ҡыҙына тапшырылды. Йәштәр сарала үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорау­ҙар­ға ла яуап тапты. Был фәһемле осрашыуҙы Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапхананың Тыуған яҡты һәм әҙәбиәтте өйрәнеү бүлеге ойошторҙо. Уның мөдире Айгөл Буранғолова сараны йәнле итеп алып барҙы. Әйткәндәй, китапха­наның ошо бүлегендә шундай осрашыуҙар йыш булып тора. Был, әлбиттә, милләтебеҙҙең күренекле яҙыусы, шағир, журналистарының юбилей, ижад кисәләренә бәйле. Ошо юҫыҡта ла китапханасылар Зөһрә апайҙың күркәм юбилейын күҙ уңынан ысҡындырманы. Ул байрамды тап ошондай эшлекле осрашыу рәүешендә үткәреү файҙаға ғына булды. Оҫталыҡ дәресен алып барған ҡунаҡтар бөгөнгө журналистикабыҙға килә­сәк йәштәрҙе һынап ҡараһа, йәш­тәр иһә үҙҙәренә кәрәкле мәғлүмәт алды тиһәк, хаталанмаҫбыҙ. Осрашыу барышында Зөһрә апай Ҡотлогилдинаның үҙенең ижадҡа килеү тарихы, беренсе тәжрибә­ләре менән уртаҡлашыуы, артабан инде журналистика өлкәһенә ҡағылышлы әңгәмәләр алып барыуы ҙур мәртәбә булды.
Нияз Мәһәҙиевтең йәштәр менән уйынлы-ысынлы аралашыуы, уларға биргән өгөт-нәсихәте бик урынлы ине. Ә инде Зөһрә апайҙың ижадына килгәндә, бихисап китап авторы булған әҙи­бәнең шиғырҙарын уҡып һоҡлан­мағандар һирәктер. Уның шиғыр­ҙары аша ниндәй нәфис күңелле булыуын тоябыҙ. Ә бындай нескәлек, нәфислек бөгөнгө заман әҙәбиәтенә, журналистика­һына хасмы икән ул? “Әлбиттә, ҡатын-ҡыҙ һәр ерҙә лә, һәр эштә лә ҡатын-ҡыҙ булып ҡала, был юҫыҡта ла шиғриәте аша донъя­лыҡты шундай нескә күңеле менән тоя, уның матурлығын ябай ҙа, үҙенсәлекле лә, тәбиғи ҙә итеп бирә белгән шағирәне беҙ үҙ һүҙе булған, сая һәм ғәҙел журналист итеп беләбеҙ.
Зөһрә апайҙың балалар өсөн ижад итеүен дә телгә алырға кәрәк. Уйлап ҡараһаң, бер кешегә нисә төрлө халәт һыйған. Ә бит балалар өсөн яҙыу күптәрҙең ҡулынан килә торған эш түгел, сөнки был осраҡта үҙеңә бала күңелен йөрөтөргә, улар кисергәнде үҙ йөрәгең аша үткәрергә кәрәктер. Һәр хәлдә китапханала барған оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар быға асыҡ төшөндө.
– Уҡыу йортон тамамлағас та, бөтә кеше лә һайлаған һөнәре буйынса эшләп китмәй, төркөмдәге егерменән берәүһе генә журналист булырға мөмкин. Бына бөгөн дә байҡап ултырҙыҡ, “шоңҡар­сылар”ҙың етәксеһе Заһитта беҙ ысын журналисты күрәбеҙ. Тимәк, журналистар юҡҡа уҡытылмай тигән һүҙ, – тине Нияз Мәһәҙиев.
Ысынлап та, филология, журналистика буйынса уҡыу йорттарын тамамлап, “Макдональдс”, “Бургер-кинг”тарҙа официант, баш ҡалабыҙҙың сауҙа үҙәктәрендә консультант булып йөрөгәндәр ҙә юҡ түгел. Әммә һөнәр һайлағанда һәр кемдең үҙ ирке, уҡыу йортон тамамлағас, ҡайҙа эшләргә теләй – һәр кемдең үҙ ихтыяры. Шулай ҙа, әгәр кеше филологияны һәм журналистиканы һайлаған икән, бөтә йәнен-тәнен биреп ошо өлкәлә хеҙмәт итеү өсөн камил­лашһа ине. Милләтебеҙҙең рухи һағында тороусылар урынына киләсәк был йәштәр.
Осрашыу Башҡорт дәүләт университетының филология һәм журналистика факультеты студенттарына ҙур этәргес көс булғандыр. Ғәмәлдә, билдәле башҡорт журналистары Зөһрә Ҡотлогилдина менән Нияз Мәһә­ҙиевтең оҫталыҡ дәресе бик күп һабаҡ бирҙе беҙгә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 408

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 662

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 402

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566