Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мөнир ҠУНАФИН: “Яҡтылыҡ менән дә ҡараңғылыҡ төшөнсәһен аңлатып була...”
Мөнир ҠУНАФИН: “Яҡтылыҡ менән дә ҡараңғылыҡ төшөнсәһен аңлатып була...”Мөнир Ҡунафиндың “Тәңре өрөк ҡапҡанда” тигән хикәйәләр китабын уҡып сыҡҡас, һуңғы ваҡытта талғын ғына янған прозабыҙ усағына ялҡын өҫтәлгәндәй булды. Ошо ялҡын йөрәгемә лә күсеп, күңелемде йылытты.
Ғафури районында Башҡортостандағы иң ҙур башҡорт ауылы бар. Сәйетбаба, тиҙәр уны. Арҙаҡлы ғалимдары, оһолло яҙыусылары, һәләтле артистары, уңған эшселәре менән дан тота ул. Ғәжәп үҙенсәлекле халыҡ йәшәй унда. Мөнирҙең ижадында ла тыуған еренең һуты, тәбиғәтенең хозурлығы, кешеләренең холоҡ-фиғеле эркелә. Ләкин яҙыусы әҫәрҙәрендә уларҙы нисек күрә шулай тәҡрарламай, кешеләрҙең төпһөҙ күңеленә фәлсәфәүи ҡараш ташлай, иң төптә ятҡан аҫыл хазиналарҙы таба. Шуға күрә Мөнирҙең хикәйәләрен ҡабалан-ҡарһалан ғына уҡып сығыу мөмкин түгел, һәр һөйләмгә туҡталып уйланырға, фекер төйнәргә мәжбүр булаһың... Әйҙәгеҙ, һүҙҙе оҙонға һуҙмай, Мөнирҙең үҙе менән әңгәмәләшеп алайыҡ.
— Яңы китабың менән ҡотлайым! Шиғриәтте ташлап, прозаға ныҡлап тотондоң шикелле?
— Шулайҙыр. Тормоштоң әсе-сөсөһөн күрелде, тәжрибә тупланды, унан бигерәк ниндәйҙер һығымталарға килергә өйрәнелде, шуға күрә сәсмә әҫәрҙәр өҫтөндә эшләү зарур кеүек. Беҙҙең башҡорт әҙәбиәте лә бик күркәм бит. Мәжит Ғафури, Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишева, Әхиәр Хәкимов, Ноғман Мусин, Булат Рафиҡов, Рәшит Солтангәрәев, Динис Бүләков, Талха Ғиниәтуллин, Таңсулпан Ғарипова, Әмир Әминев, Гөлсирә Ғиззәтуллина, Фәрзәнә Аҡбулатова, Рәлис Ураҙғолов һәм башҡаларҙың әҫәрҙәрен уҡыһаң, үҙенән-үҙе ҡәләмгә тотонғо килә. Үҙебеҙҙең данлы әҙәбиәттән илһам да, өлгө лә алам мин.
Нисек кенә әҙәпһеҙ һәм яңғырауыҡлы яңғырамаһын, мин тәбиғәтем менән — шағир. Шуға ла прозаны ла шиғыр итеп яҙырға ынтылам. Килеп сығамы, юҡмы — уныһы уҡыусы хөкөмөндә. Йәштәр менән осрашыуында Мостай Кәримдең, әҫәрҙәр изгелеккә саҡырырға, яҙыусылар ерҙең ҡояшлы яғында йөрөргә тейеш, тип әйткән һүҙҙәрен үҙемә бер ҡағиҙә итеп алғанмын. Шуға геройҙарымды юғары рухлы, донъя бысрағынан да, ваҡлығынан да әҙерәк кенә булһа ла азат күрергә теләйем. Ләкин был донъя ысынбарлығын тулы килеш сағылдырырға ҡамасаулай, тип әйтергә ярамай. Яҡтылыҡ менән дә ҡараңғылыҡ төшөнсәһен аңлатып була.
— Күп әҫәрҙәрең, әйтәйек, “Ҡартайған ҡояш аҫтында”, “Тәңре өрөк ҡапҡанда”, “Кайнозой” үлем менән тамамлана. Был ҡараңғылыҡ түгелме?
— Трагедиянан бигерәк, мәғәнә эҙләү ул. Сыңғыҙ Айытматовтың әҫәрҙәрен ал, һәр береһендә тиерлек хәҡиҡәтте үлем аша эҙләү бар. Донъя тәнҡитендә шундай төшөнсә йәшәй — “sub specie mortis”, йәғни “с точки зрения смерти” яҙылған әҫәр. Тимәк, мәңгелек күҙлегенән сығып, хәҡиҡәт эҙләү тигән һүҙ.
Унан тыш мин хикәйәләремә башҡорттарҙың боронғолоғон күрһәткән ниндәй ҙә булһа мифологик образ-күренеш индерергә тырышам. Бер ҙә булмаһа, берәй хикмәт-притча. Әйтәйек, “Артта — Мәскәү”ҙә күк китеүе, “Тәңре...”лә йәштәрҙең ҡыуышта ҡауышыуы һәм уларҙың насар көстәрҙән һаҡланыу йолаларын, “Аҡ бурандар”ҙа зыяратта әбекәйҙең үҙе лә аңламаған:
Башһыҙ атҡа мендерерҙәр,
Еңһеҙ күлдәк кейҙерерҙәр,
Ни тип яуап бирерһең
Ҡара ерҙең ҡуйынында?
тигән мәғәнәле һүҙҙәрҙе ҡулланып, башҡорттарҙың боронғолоғон һәм һәр саҡ ике донъя мәғәнәһен дә, асылын да асырға тырышып йәшәүҙәрен бирергә уйым. Фажиғә, күҙ йәше түктерергә ынтылыуҙы аңлатмай, ә, киреһенсә, һуңғы сиктә түгел, йәшәү дәүерендә кеше фанилыҡ, ғүмер ҡәҙере хаҡында уйланһын тигән маҡсат ҡуйып был юл һайланғандыр ҙа. Бында үлем ҡараңғылыҡ булараҡ түгел, кешелә яҡтылыҡҡа булған ынтылышты уятыуҙа этәргес көс бирергә тейеш.
— Бәхет төшөнсәһе тураһында ла һорау күтәрмәксемен. “Тәңре өрөк ҡапҡанда” ул, әйтәйек, Аллаһ кешене әүәләгәндә артып ҡалған балсыҡтан кешенең үҙе булдырған бәхете, йәғни Фәйрүзә менән Мәргәндең бер-береһен ҡәҙерләүе, аңлауы, “Артта — Мәскәү”ҙә төп герой Дәүләтҡол бәхетте тыуған ерҙә генә табып була тигән фекерҙә һәм башҡалар. Ә шулай ҙа...
— Дөрөҫ, бәхетте һәр кем нисек аңлай — шунса төшөнсә, шунса аңлатма. Әйтәйек, “Кайнозой” хикәйәһендә, бүреләрҙән таланмай, бөтөн килеш аҫылынып үлеү ҙә бәхет бит Азат өсөн.
Шулай ҙа мин бер нәмә тураһында уйлайым — кешене, шәхесте йәмғиәттең ҡабул итеүе һәм, киреһенсә, замандашыбыҙҙың йәшәгән осорон аңлап, һанлап йәшәүе хаҡында. “Тәңре...”лә төп геройҙар тыштан ғәриптәр, береһе — сатан, икенсеһе — йәмһеҙ. Тәүҙә улар бәхетһеҙ, сөнки йәмғиәт, үҙҙәре ҡабул иткән йәмғиәт өсөн улар ғәриптәр. Кәмендә шулай баһалай улар хәлдәрен. Бер-береһен табышып, ҡауышҡандан (дөрөҫөрәге, ҡауыштырылғандан) һуң, үҙ донъяларындағы яндырған уттары йәмғиәттең ҡояшынан һис тә кәм янмағанын аңлайҙар. Йәмғиәт уларҙы ҡабул итә һәм улар бәхетле.
“Артта — Мәскәү”... Үҙебеҙҙең башҡорт ерҙәрен килмешәктәр баҫыуын күреп, йән асыуы менән яҙылды. Бер нисә йыл элек йәйгеһен Ғиниәт ағайым, мин ғаиләләр менән Көньяҡ Уралда сәйәхәт ҡылдыҡ. Әбйәлилдәге Яҡтыкүл, Тоҙло күлдәрҙе уратып ултырған башҡа өлкәләрҙән килгән машиналарҙы күреп хайран ҡалдыҡ: 02 номерлылар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Әйтерһең, Башҡортостанда түгел, бөтөнләй башҡа ерҙә ял итеп ятаһың. Талҡаҫта башҡорт һөйләшен ишетеп, бер сама күңел тынысланды. Ә Силәбе өлкәһендә урынлашҡан Арҡайым ҡаласығына төндә генә барып палатка ҡорҙоҡ. Иртән тороп килгән машиналарға күҙ һалһам, һәр икенсе машина — 02. Бына ҡайҙа икән башҡорттар! Донъя кендегендә!
“Зыу килешә илдәр
Ер шарында.
...Утын ташый башҡорт
Арҡайымға.
Усаҡ һүнһә, сөнки,
Тик ул ғына
Яуап бирә
Хоҙай ҡаршыһында”,
— Тамара Ғәниева апайҙың яҙғаны иҫкә төшөп китте. Арҡайымға, ысынлап та, үҙең менән утын алып барып, ут яғып, боронғо цивилизацияны күреп, танып була. Һуңынан Баймаҡ районындағы бөтөп барған Ғәли ауылында булып, унда йәшәүсе кешеләр менән аралашырға тура килде. Нишләп беҙ үҙ еребеҙгә хужа түгел икән тигән һорауға яуап эҙләп, публицистик яҙмалар ҙа яҙырға булыр ине, тик мин йөрәккә үтерлек булһын өсөн әҙәби әҫәргә туҡталырға булдым. Беҙҙең ерҙе байҙар килеп баҫмай, йә уны башҡорт түрәһе һата, йә бөгөнгөһөн генә уйлаған маңҡорттар осһоҙ хаҡҡа килмешәккә тоттороп ҡуя, — шундай һығымтаға килеп, ҡасандыр немец фашистарынан Мәскәүҙе һаҡлаған ветеран Дәүләтҡол ҡулына, үҙ ерен Мәскәү байҙары тартып алмаһын өсөн, мылтыҡ тотторам. Һәм ул байҙарға түгел, ялағай һәм башһыҙ башҡорт түрәһенә төбәй ҡоралын. Дөрөҫмө был, юҡмы — белмәйем, ләкин минең заманымда кеше һәм ил яҙмышы менән урындағы булыр-булмаҫ башлыҡтар нығыраҡ шаяра. Батшалар ғына түгел. Халыҡтың һүҙе, аңы ғәҙелһеҙлекте еңер, киләсәккә әйҙәр байраҡ-көс түгел бөгөн. Сараһыҙҙан ҡулыңа нимәлер алғы килә. Ә ерең, киләсәгең өсөн көрәш шулай уҡ бәхет тә ул!
— “Ауылға Аллаһ килә...” хикәйәһе ҡыҙыҡ ҡына тойолдо миңә. Аллаһ һынлы Аллаһты кеше ҡиәфәтендә һүрәтләү яҙыҡ түгелме икән?
— Яҙыҡтыр ҙа, бәлки. Ваҡыт иҫәбен юғалтып та Ваҡытты үҙендә нығыраҡ тойған Әсмә ҡарсыҡтың бер кәлимә һүҙе бар унда, иҫләһәң. “Ата-бабаларҙан ҡалған Ваҡыт тәгәрмәсен беҙ көсөбөҙҙән килгәнсә тирмән ташы кеүек әйләндерҙек әле, ә һеҙ ваҡыт арбаһын ташлап ҡастығыҙ, — ти ул. — Шуға туҡтаған ул. Туҡтатмаҫҡа ине һеҙгә. Сит бауырҙар ерҙе баҫып алған, ә һеҙ эсеп йоҡлайһығыҙ. Анау яландарҙа Ғирфан менән сәскә йыя, бесән саба торғайным да... Унда сит кешеләр йөрөй хәҙер. Оҙаҡламай Ваҡыт ҡына түгел, Ер ҙә әйләнеүенән туҡтар әле”.
Төшөнә балаларса ышанған ирҙең, ер, дин, киләсәк хаҡында уйланып, ең һыҙғанып, Ваҡытты туҡтатмай, илдең, милләтенең ғүмерен оҙайтаһы урынға, барлыҡ донъяға, хатта Аллаһтың килеүенә лә, ҡул һелтәп эсеп ятыуын ҡәҙимге, тәбиғи күренеш итеп бирергә мәжбүр булдым. Ирҙәрҙә ирлек юғалды, иртәгәһе — ишәккә, тип ҡул һелтәп йәшәү, иңендә яуаплылыҡ тоймау күренеше ҡурҡыныс таһа. Иртәгә ауылға Аллаһ килә, айыҡ килеш кенә ҡаршы алайыҡ әле, тип әйт уларға, барыбер ирек көсөн тапмай, ауыҙын бысрата, йоланы боҙа ул. Ысыны шул: илен уйлар ирҙәр ғәмһеҙ ҙә, вайымһыҙ ҙа. Илдә генә түгел, күршелә ниндәй хәлдәр булғанын да белмәй йәшәйбеҙ. Алдынан — ерен, күңеленән — инанғанын, ауыҙынан икмәген тартып алалар, ә ул “ҡарауыл” тип ҡысҡырыр урынға, “ура” тип һикерәнләп бейеп йөрөй... Бына был яҙыҡ. Яҙыҡ ҡына түгел — гонаһ!
— Эйе, һәр әҫәреңдә оло мәсьәләләр еткерергә ынтылаһың. Тик ул халыҡ йөрәгенә барып етәме һуң? Был турала уйланғаның бармы?
— Ауыр һорау. Уйлап ҡараһаң, заманалар елен, үҙгәрештәр дауылын алдан һиҙгән әҙиптәребеҙ бар. Улар тәүгеләрҙән булып йәмғиәтебеҙҙе тетрәндерәсәк һәм зиһенде бығаулаясаҡ ваҡиғаларҙы алдан күрә, алдан иҫкәртә, дөрөҫлөккә-хаҡлыҡҡа ҡурҡмайынса әйҙәй. Замандың һулышын тойоп, йөрәк тибешен алдан һиҙергә тейештер ҙә яҙыусы. Мәҫәлән, халыҡ шағиры Рауил Бикбайҙың һәр әҫәре тиерлек халыҡты ҡужғытып ебәрә ләһә. “Халҡыма хат”, “Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ” кеүек поэмаларҙы ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡый торғайныҡ та. Әле яңыраҡ сыҡҡан “Хазина” менән дә шундайыраҡ хәл күҙәтелде бит. Был поэманан ҡоролған театрлаштырылған тамашаны өлкән ағайҙарҙың да хатта күҙ йәше аша ҡарауы һүҙ көсө хаҡында һөйләйҙер, тим. Прозала Ноғман Мусиндың, Әмир Әминевтең әҫәрҙәре күпме бәхәс-полемика тыуҙыра. “Йыртҡыс тиреһе”, “Ҡытайгород”, “Усман ташы”... Был әҫәрҙәрҙе уҡып, кешеләр йәмғиәтебеҙҙә генә түгел, үҙҙәрендә лә, эске донъяларында ла, сәйер һәм уйландырғыс табыш-емештәргә тап булды. Тимәк, сәнғәт юғарылығына күтәрелгән һәм йәмғиәттең шешен һытырҙай әҫәр халыҡ йөрәгенә етә ала. Халыҡ уҡымай тип зарланырға яратһаҡ та, зауығына ятышлы, күңелен тетрәтерлек, йөрәген һелкетерлек китапты ҡулына алһа, уҡымай ҡалмай ул. Бына уны нисек ҡулына алып барып тотторорға — уныһы башҡа мәсьәлә.
— Артынса тағы бер һорау: ә прозала был ағайҙарға алмаш булырҙай йәштәр бармы һуң?
— Бар! Өндәү билдәһе менән ҡуй. Әле яңыраҡ ҡына Рәлис Ураҙғолов романын китап итеп сығарҙы. Был — үҙе оло ваҡиға. Азамат Юлдашбаевтың хикәйәләре менән Рәсәй кимәленә сығырға була. Рәсүл Сәғитов ҡабатланмаҫ стиле менән үҙ уҡыусыларын тапты. Ә Зөһрә Бураҡаева? Уның әҫәрҙәрен көтөп алам мин. Рәмилә Торомтаева, Миләүшә Ҡаһарманова, Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева, Гөлнара Мостафиналарҙың хикәйә-повестарын ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыйҙар тиһәм, һис тә шаштырыу булмаҫ. Һөйөнөп һөйләйем был хәбәрҙе. “Йәшлек” гәзите ике йыл рәттән хикәйәләр конкурсы үткәргәйне, унда ғына йөҙгә яҡын хикәйә гәзит битендә донъя күрҙе. Был да оло ҡаҙаныш!
— Мөнир, Пегасҡа һин үрмәләп түгел, һикереп мендең. Теҙгенеңде бушатма, эйәреңдә ныҡ ултыр. Шуны теләйем!
С. ӘБҮЗӘРОВ әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Рита
    Рита от 22.03.2012, 20:08
    Афарин, Мөнир ағай! Тетрәндерерлек, уйландырырлыҡ, моңландырырлыҡ китап! Мотлаҡ уҡығыҙ, дуҫтар!






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 059

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 779

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 574