Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иң юғары баһаға лайыҡлылар
Республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге иң юғары дәүләт премияһына быйыл беҙҙең дүрт яҙыусының әҫәрҙәре күрһәтелде һәм был ҡәләмдәштәребеҙҙең һәр береһе хаҡында хөрмәт менән һүҙ алып барырға мөмкин. Наил Ғәйетбайҙың пьесалары Башҡортостан театрҙарында ғына түгел, унан ситтә лә йыш ҡуйыла. Гөлнур Яҡупованың “Ҡатындар” романын халыҡ бик яратып уҡый. Ләкин әле мин китаптары дәүләт премияһына тәҡдим ителгән ике ҡәләмдәшем тураһында ентекләберәк әйтмәксемен.


Йомабикә Ильясованың шиғырҙарын уның исеме-аты Аҡъюлова булған саҡтарҙан уҡ ҡыҙыҡһынып уҡып барам. Шағирә бик уңышлы үҫеш юлы үтте, уның уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдар башынан даими сығып килгән китаптарын уҡыусылар ҙа, әҙәби йәмә­ғәтселек тә юғары баһаланы. Йомабикә Ильясованың премияға күрһәтелгән “Мин үҙеммен һаман” (2013) һәм “Етегән” (2015) исемле йыйынтыҡтары хәҙерге башҡорт шиғриәтенең үҫеш юғарылығын билдәләүсе ваҡиға булды, тип ҡыуанып әйтә алам.
“Мин үҙеммен һаман” – былай булыуы, йәғни һәр саҡ үҙең булып ҡалыуы һәр кем өсөн, бигерәк тә шағир шәхесе өсөн бик мөһим, ләкин уға ирешеүе еңел түгел. Ҡаты һынауҙарын ҡуйыр, туҡтауһыҙ үҙгәреп тороусы был ҡатмарлы тормошта үҙең булып ҡалыу, юғары маҡсаттарға хыянат итмәү, рухи-әхлаҡи ҡағиҙәләреңде емертмәйенсә һаҡлау үтә ауыр. Шағирә ошо туҡтауһыҙ көрәш тураһында борсолоп уйлана:
Ҡорбан һорай диңгеҙ, ҡорбан һорай,
Йән аҡлығы ҡорбан түгел, түгел!
Ҡабырсаҡта ҡал һин, ҡабырсаҡта,
Ҡорбан булып, ғәрипләнмә, күңел!
Был юлдарҙы Йомабикә Ильясова­ның “Ҡабырсаҡта” тигән шиғырынан алдым. 1998 йылда сыҡҡан китабын да ул шулай атағайны.
Ҡабырсаҡта булыу был тынғыһыҙ тормоштан ҡасыу түгел, әлбиттә. Кеше үҙенең намыҫын тормош ваҡлыҡта­ры­нан, уның йәмһеҙ яҡтарынан, бысраҡ­лыҡтан һаҡларға тырыша. Бөйөк сынығыу юлында күңелен ғәриплән­дермәҫ өсөн Тәңренән сабырлыҡ һорай, шуның өсөн рухында көрәш бара.
“Етегән” китабына ингән был һигеҙ юллыҡты тулыһынса килтергем килә:
Эйе, ҡурҡам, бәхет өсөн түгел,
Әрнеү өсөн тыуған тойғо был.
Әле уны һүндереүе еңел…
Йөрәк! Ашҡыныуҙан тик тыйыл!
Йөрәгемдең һәр бер тибешенә
Мин “юҡ” тигән уйҙы һеңдерҙем.
Күңелемә килеп ҡунған нурҙы,
Бар көсөмдө туплап, һүндерҙем.
Шағир йөрәге һәр саҡ яңы ашҡы­ныуҙар менән тоҡанырға әҙер тора, ләкин ялҡын тыуҙырыр ярһыуҙарҙы ҡайһы бер саҡта ваҡытында һүндерә белергә лә кәрәк. Хатта улар нур булғанда ла, яҡтылыҡ килтергәндә лә. Сөнки был нурҙың ҡараңғылыҡ тыу­ҙырыуы ла бар. Ҡайһы бер тойғола­рыңды тыя алыуҙар һәм тыя алмауҙар тыуҙыра был тормошта бәхеттәрҙе һәм бәхетһеҙлектәрҙе. Бындай психологик нескәлектәргә шағирҙарҙың иғтибар иткәне, үҙ-үҙенә шундай ҡаты талаптар ҡуйғаны булдымы икән? Үҙем белгән шиғриәттәрҙе барлайым да бындай кисерештәр көрәше менән йәшәүсе яҙмыштарҙы ҡапыл ғына таба ла алмайым.
Йомабикә Ильясованың шиғырҙары һәр саҡ уйсан, шағирәнең уйсанлығына сабырлыҡ хас. Йомшаҡ күңеленең кәрәк саҡта бик ҡәтғи ҙә булыуы бына шул сабырлыҡтан килә. Ваҡ кисерештәрҙе ул кире ҡаға, шуға күрә һүҙҙе лә ныҡ ҡәҙерләй белә, шуға күрә уның фәл­сәфәүи уйланыуҙары тапҡыр һәм йыйнаҡ. Күпселек шиғырҙары ҡыҫҡа, буш, хәбәр һөйләүгә уларҙа урын юҡ.
Мин Башҡортостан яҙыусыларының съездарында ҙур-ҙур хисап докладтары һөйләгәйнем, төрлө жанрҙарҙың ҡаҙа­ныштары һәм етешһеҙлектәре тура­һында ентекле һүҙ әйтергә тырыш­ҡайным. Шул съездарҙағы доклад­тарҙың икеһендә “Йәшәһен шиғриә­тебеҙ!” тигән һүҙҙәрем менән үҙемдең һоҡланыуымды белдергәйнем. Йома­бикә Ильясованың “Мин үҙеммен һаман” һәм “Етегән” тигән китаптарын уҡығас, “Йәшәһен шиғриәтебеҙ!” тигән һүҙҙәремде тағы ла ҡабатланым. Ул саҡта был тос йыйынтыҡтар юғары дәүләт премияһына күрһәтелмәгәйне әле.
Уларҙы исемлектә күргәс, был һоҡланыуымды хөрмәтле комиссия ағзаларына ла еткергем килде. Уй-теләктәребеҙ, һоҡланыуҙарыбыҙ уртаҡ булһын ине.
***
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына дәғүәселәр исемлегендәге әле мин хуплау фекеремде әйтергә теләгән икенсе китап – Флүр Ғәли­мовтың “Аҙғын тәүбәһе” исемле трило­гияһы. Был ҡәләмдәшемдең ижад юлын мин шулай уҡ тәүге әҫәрҙәренән үк беләм. Мин оҙаҡ йылдар Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе булған йылдарҙа Флүр Ғәлимов бер ни тиклем ваҡыт Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһында етәксе ине. Ойоштороу мәсьәләләрендә генә түгел, ижадта ла фекерләшеп йәшәнек. Был бәйләнеш әле лә дауам итә.
Флүр Ғәлимов тормоштоң теге йәки был яҡтарын ситтән күҙәтеп йәки өйрәнеп кенә түгел, күп тапҡыр үҙ яҙмышында кисергән хәлдәр тураһында яҙа, шуға күрә әҫәрҙәре бик тормошсан һәм заманса. Уның “Яңы башҡорт” романы хәҙерге башҡорт тураһында нәҡ шул сифаты менән бик күптәрҙең иғтибарын бик тиҙ үҙенә ылыҡтырҙы. Әлегә тиклем әҙиптәребеҙҙең ҡарашы бөтөнләй үтеп инмәгән тормош ҡатламдары тураһында бәйән итеүсе китап булды. Уҡыусылар беҙҙең баш­ҡорт әҙәбиәтендә бер һүҙ ҙә әйтелмәгән эшҡыуарҙар тормошо менән таныша алды. Шуға ла әҫәр баштан уҡ популярлашып китте. Һәр милләт алдына яңы заман ҡуйған эшҡыуарлыҡҡа тотоноу талабы халҡыбыҙ өсөн айырыуса киҫкен тора. Әгәр беҙҙәге эшҡыуар­ҙарҙың ни бары биш процентын ғына башҡорттар тәшкил итә икән, хәҙерге көн талабына яуап бирерлек үҫеш мөмкинме? Флүр Ғәлимов был мәсьә­ләләрҙең ҡатмарлылығын бик тормошсан яҙмыштар аша беренсе булып күрһәтә алды.
“Аҙғын тәүбәһе” трилогияһында ла ошолай беренсе булыу дауам итә. Әҫәрендә яҙыусы тормоштоң беҙҙә әлегә тиклем бер кем тарафынан да асылмаған яҡтарын күрһәтә. Бөгөн бик күптәрҙең башын бутаған эзотерика күренештәренең ниндәй күңелһеҙ хәлдәргә килтергәнен аса.
Ләкин төп мәсьәлә трилогияның үҙәгендәге яңы геройҙа тора. Шәжәрәһе Салауат Юлаевҡа барып тоташҡан Салауат Байғазин тормоштоң бик күп һынауҙарында үҙенең рухын һындыр­майынса һаҡлап йәшәй һәм көрәшә. Ул эшҡыуарлыҡта ла юғалып ҡалмай, афған һуғышынан да иҫән сыға, рәссам булараҡ та илһамланып эшләй. Ул күп уҡыған, күпте белә, хәҙерге әҙәби һәм фәлсәфәүи эҙләнеүҙәр тураһында ла, иҡтисади ҡыйынлыҡтар хаҡында ла өҫтән-мөҫтән ишетеп кенә түгел, бик белеп, төплө фекер йөрөтә. Бөгөнгө ауырлыҡтарҙы милләт менән бергә еңеп сығыр өсөн һәр шәхес белемле генә түгел, булдыҡлы ла булырға тейеш – Салауат Байғазин бына ошоға инана.
Хәҙерге әҙәби мөхитебеҙҙе яҡшы белеүемдән сығып, шуны әйтә алам: Флүр Ғәлимов – бөгөн мәғлүмәтле, заманса фекерле әҙиптәребеҙҙең береһе. Әлеге заманда күп әҙиптәребеҙ, үҙҙә­ренең йәш уҡыусылары менән сағыш­тырғанда, интеллектуаль йәһәттән ныҡ артта ҡалғанлығын уйлаһаҡ, Флүр Ғәлимовтың был сифаттары бик мөһим.
Трилогияның “Аҙғын тәүбәһе” тип аталыуы ла хәҙерге тормоштоң үҙенсә­лек­тәренән тыуған. Ысынлап та, аҙғын­лыҡ артҡандан-арта, тик тәүбә итеү­селәр һирәк.
Ике ҡәләмдәшем тураһындағы уйланыуҙарымды йомғаҡлап, шуны әйтергә теләйем. Йомабикә Ильясова­ның “Мин үҙеммен һаман”, “Етегән” исемле шиғри китаптары һәм Флүр Ғәлимовтың “Аҙғын тәүбәһе” тигән трилогияһы – башҡорт әҙәбиәтенең хәҙерге юғары кимәлен һәм киләсәктәге үҫеш перспективаларын билдәләүсе бик әһәмиәтле күренештәр, ҙур ҡаҙа­ныштар, һәм Йомабикә Ильясованың да, Флүр Ғәлимовтың да ижади уңыш­тары Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына һис шикһеҙ лайыҡ тип һанайым.
Бер йылда әҙәбиәт буйынса ике премия биреү традицияһы беҙҙә электән килә. Салауат Юлаев премияһы 1967 йылда тәүге тапҡыр бирелгәндә уға бер юлы Һәҙиә Дәүләтшина менән Мос­тай Кәрим лайыҡ булды. 1972 йылда Назар Нәжми менән Ким Әхмәтйәнов, 1994 йылда Яныбай Хамматов менән Флорид Бүләков, 1996 йылда Ибраһим Абдуллин менән Ҡәҙим Аралбаев, 2012 йылда Рәшит Шәкүр менән Камил Йыһаншин Салауат Юлаев премияһы лауреаттары исемен алды. Ул ваҡыт­тарҙағы комиссия ағзалары бик ғәҙел ҡарар сығарған. Бөгөн дә ошондай объектив баһа бирергә – Йомабикә Ильясова менән Флүр Ғәлимовты яңы лауреаттар итергә ныҡлы нигеҙ бар. Әле әйтелгән ҡәләмдәштәремдең китаптары юғары баһаға лайыҡлы.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 058

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 604

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 416

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 672

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 573