Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙ уҡыған мәктәптәрҙә әҙип, әҙәп рухы балҡыны
Беҙ уҡыған мәктәптәрҙә әҙип, әҙәп рухы балҡыны …Бөйөк Ватан һуғышы Еңеү менән тамамланды. Беҙ, бала саҡ һәм үҫмерлек йылдары дәһшәтле һуғыш йылдарына тура килгән малайҙар һәм ҡыҙҙар, 1946 йылдың 1 сентябрен хәреф танып, уҡырға-яҙырға өйрәнеп, белем тигән тылсымлы донъя ишеген асыр мөғжизәле мәл итеп, уның тиҙерәк еткәнен түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ.


Уҡыуҙар башланды. Китап-дәфтәр кеүек уҡыу кәрәк-ярағы етешмәй. Һуғыш касафаты әле һаман үҙен һиҙҙертә. Шулай бу­лыуға ҡарамаҫтан, тырышып-тырмашып ун ике егет һәм ун өс ҡыҙ дүрт класты тамамланыҡ. Ни өсөн дүртенсе класс нығыраҡ иҫтә ҡалған һуң? Әтнәкәһе шунда: нәҡ шунан башлап барлыҡ фәндәрҙән дә имтихан тапшырыу ғәҙәткә индерелгәйне. Был алым­дың асылы шунда булғандыр: имтихан­дарҙы етди һынау тип ҡабул итеп, әҙерлек тә көсөргә­нешле була ине. Шуға күрә белем дә, тырышлыҡ та, эшсәнлек тә беҙҙең быуын кешеләре өсөн ғәҙәти күренеш булды.
Мәктәптә тирә-яҡтан ауыл балалары уҡый. Шуға күрә V клас­тан башлап параллель төркөмдәр була торғайны. Заман ауырлы­ғына ҡара­май, ауылдарҙа балалар һаны күп булып, урамдар шау-гөр килеп тора ине.
1950 йылда яңы ғына институт тамамлаған Фәрит Иҫәнғолов ҡатыны Зөбәржәт Купаева менән мәктәпкә эшкә килде. Икеһе лә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Улар үткәргән дәрестәр быға тиклемгеләренән йәнле, ҡыҙыҡлы булыуы менән айырылып торҙо. Фәрит ағай класҡа килеп ингәс тә, үткән дәрес мате­риалын нығытыу маҡсатынан беҙҙе шулай сәмлән­дереп ебәрер ине:
– Бына “А” класына керһәң, ҡулдар урмандағы ағастар шикелле күтәрелеп тора. Һеҙҙә хәлдәр нисегерәк икән?
Әлбиттә, бер кемдең дә ярат­ҡан уҡытыусыһы алдында бахыр хәленә ҡалғыһы килмәй. Шулай итеп, беҙҙең төркөм дә үҙ-ара ярышып, яуап бирергә ынтыла. Уҡы­тыусыбыҙҙың йөҙөндә ҡәнә­ғәтлек күреп, беҙҙең дә күңелдәр күтәрелә, тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ хәл-ваҡиғалар көтәбеҙ.
Быуыныбыҙ китап уҡырға әүәҫ булды. “Нигеҙ” романын, “Мәхмү­тов” повесын ҡулдан ҡулға йөрө­тәбеҙ. Шул мәлдә, 1951 йылда, ҡышҡы каникулдан һуң әлеге беҙ яратып уҡыған әҫәрҙәр авторы – танылған яҙыусы Сәғит Агиш, үҙе менән йәш шағир Назар Нәжмиҙе лә эйәртеп, мәктәпкә килеп төштө. Улар үҙ әҫәрҙәренең нисек ижад ителеүе хаҡында һөйләне, яҙыусылар тормошонан төрлө мәрәкә мәлдәрҙе лә иҫкә төшөрҙө. Тағы бер ни тиклем ва­ҡыт­тан һуң икенсе бер билдәле шағир Абдулхаҡ Игебаев мәктә­бе­беҙ ҡунағы булды. Ул янып-яр­һып өр-яңы шиғырҙарын һөй­ләне. Фәрит Иҫәнғолов ағай ҙа бер нисә шиғырын һөйләп ишеттерҙе.
Уҡытыусыбыҙ ошондай әҙәби кисәләрҙе йыш ойошторор ине. Шул мәлдә Фәрит ағайыбыҙҙың киләсәктә Салауат Юлаев пре­мияһы лауреаты, күренекле яҙыу­сы, тарихи романдар оҫтаһы булып китерен кемебеҙҙер күҙал­ланымы икән?..
1 Май, 7 ноябрь байрамдары илебеҙҙең төп тантаналары булып, барса халыҡ көтөп ала ине. Беҙ ҙә ныҡлап әҙерләнәбеҙ, мәк­тәптә, клубта концерттар ойош­торабыҙ. Ҡеүәтле илебеҙҙең бө­йөклөгөн, мәңгелеген данлайбыҙ, күп милләтле совет халҡының яҡ­ты киләсәген ҙурлайбыҙ. Кү­ңел­дәрҙә оло хыялдар, ҙур өмөт­тәр. Донъя­лағы иң ҡеүәтле иле­беҙ бер ваҡытта ла юҡҡа сыҡмаҫ һымаҡ…
Яңы йыл кисәләренә әҙер­ләнеүгә бәйле матур миҙгелдәр бөгөн дә күҙ алдында. Ул саҡта байрам шыршыһын бөгөнгө һымаҡ затлы уйынсыҡтар менән түгел, ә үҙебеҙ ҡулдан эшләгән әйберҙәр менән биҙәй торғайныҡ. Фантазия бай: ағастан да, ҡағыҙҙан да яһайбыҙ, ҡыҫҡаһы, кем нисек булдыра.
Йыл һайын Тимирязев исемен­дәге педагогия университеты (БДУ) студенттары практика үтергә килә торғайны. Улар ҙа уҡытыусылар, уҡыусылар коллективына ылығып, төрлө саралар ойоштора. Ҡыҙыҡлы кисәләр, төрлө темаларға викториналар һәр кемдең күңелендә матур тәьҫораттар ҡалдыра. Шул саҡ­тар­ҙа студенттарҙың үҙаллы­лығына, үҙ эшенә бирелгәнлегенә әле лә һоҡланам.
1952 йылдың февралендә Тән­зилә апай Мырҙагилдина Ҡыр­мыҫҡалы ауылына комсомолға инергә алып барҙы. Тәүҙә бер аҙ тулҡынланһаҡ та, артабан бар зиһенебеҙҙе биреп, ВЛКСМ-дың район комитеты ағзалары биргән һорауҙарға тулы һәм ышаныслы яуап бирҙек, күкрәгебеҙгә комсомол значогы тағып, ғорурланып ҡайт­тыҡ. Үҙебеҙҙе тағы ла бер башҡа үҫкәндәй тойҙоҡ, иңебеҙҙә тау-таш аҡтарырҙай көс һиҙҙек. Илебеҙҙең киләсәге беҙҙең ҡул­дарҙа тигән хистәр беҙҙе ҡанат­ландырҙы, талпындырҙы, дәрт­ләндерҙе.
Беҙ уҡыған заманда класс бүлмәләре мейескә утын яғып йылытыла ине. Утын әҙерләү мә­шә­ҡәт­тәренә лә, уҡыу йылы та­мам­ланғас, өлкән класс уҡыу­сылары йәлеп ителде. Бер кем дә зарланманы, баш тартманы, һәр кем быны үҙенең намыҫ эше тип ҡараны. Ана шул арҡала за­ман­даштарым сынығып үҫте, үҙ­ал­лы донъя көтөргә тиҙ өлгөрҙө.
Ниһайәт, 1956 йылдың 25 ию­нендә ун ике егет һәм ун өс ҡыҙ Бишауыл-Уңғар урта мәктәбен тамамлау тураһында өлгөргәнлек аттестаттары алып, төрлөбөҙ төрлө яҡҡа таралыштыҡ. Һәр ке­мебеҙ үҙенә яраҡлы һөнәр үҙ­ләштереп, тормошта үҙ юлын тапты, матур итеп донъя көттө, ул-ҡыҙҙар үҫтерҙе. Шуныһы шатлыҡлы: һис кем мәктәбебеҙ йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәне.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 675

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 044

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 565

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 769

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 594

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 448

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 406

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 660

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 400

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 565