Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йырҙары күңелгә үтеп инә
Йырҙары күңелгә үтеп инәТормошто юҡҡа ғына көсөргәнешле көрәш майҙаны менән сағыштырмайҙар. Әҙип Рауил Бикбай әйтмешләй, йәшәйеш гел генә балҡытмаҫ алдыңда ал таңды. Яҙмамдағы үҙенсәлекле яҙмышлы геройымдың өлөшөнә үҙенең ғүмерендә ауыр һынау күп төшә. Минеңсә, уны Хоҙай Тәғәлә шул рәүешле төрлө яҡлап ҡапшап-һынап ҡарай. Йәнәһе, әҙерһеңме барыһына ла? Хатта ғүмере ҡыл өҫтөндә ҡалған киҫкен мәлдәре лә булғылай. Әммә тырыш зат бирешмәй, һынмай, тормош тигән ҡуйы шырлыҡты йырып, эре аҙымдар менән алға атлауын дауам итә – алдында яҡтылыҡ нуры күренгәнсе. Һис ҡасан да күңелен төшөрмәй, киреһенсә, киләсәккә изге маҡсаттар ҡуя. Ғөмүмән, өмөт йәшәтә уны. Бөгөн иһә ул "минең тормошом торғаны менән яҡшы тамамланған әкиәт" ти икән, был һүҙҙәрҙә дөрөҫлөк ярылып ята. Алда яҙыласаҡ юлдарым бик күптәрҙең яратҡан йырсыһы Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәлиә Солтанова тураһында.
Тәүге тапҡыр сәхнәгә күтәрелгәнен бик яҡшы хәтерләй әңгәмәсем. Салауат районының Нәсибаш урта мәктәбендә уҡып йөрөгәндә сығарылыш класс уҡыусыларына байрам уңайынан кисә ойоштороу бурысы йөкмәтелә. Йыр-бейеүгә оҫта һәм һүҙгә маһир егет һәм ҡыҙҙар Ғабдулла Туҡайҙың "Батыр егет" тигән әҫәрен әҙерләй башлай. Ә Ай ҡыҙы роле сибәр Ғәлиәгә ышанып тапшырыла. Шул тиклем бирелеп, онотолоп китеп уйнай уҡыусы бала, ысын тормоштан әкиәт донъяһына килеп юлыҡҡанын һиҙмәй ҙә ҡала. Артабан уға үҙенең исеме менән түгел, ә яғымлы ғына итеп, Ай ҡыҙы тип өндәшә бөтәһе лә. Һәм ошо ваҡыттан алып йәш ҡыҙҙың күңеле тотошлайы менән серле сәнғәт донъяһына тартыла, унда артист булыу теләге икеләтә көсәйә. Мәктәп сәхнәһендә беренсе тапҡыр сирҡаныс алыу ғына сәнғәткә этәргес бирҙеме икән, әллә уның төбөндә бүтән сәбәптәр ҙә ятамы?! Ғәлиә апайҙың моң-йырға мөкиббән ғашиҡ ғаиләлә тәрбиә алғанын да иҫтән сығармайыҡ.
– Халыҡ йырҙарын өлкәндәрҙән ишетеп үҫтем, хатта өйрәндем тиеү ҙә арттырыу түгел, – тип башланы һүҙен йырсы. – Шулай уҡ "Ерән ҡашҡа", "Йәйләүҙәргә сыҡһам..." кеүек моңло йырҙарҙы атайым табында йыш башҡара торғайны. Улай ғына ла түгел, сәсәнлектә ҡартатайым Мөхәмәтйәнгә етеүсе булмаған, тиҙәр, ҡурайҙа ла оҫта һыҙҙыртҡан. Ғәзиздәремдең һәләте миңә күсеүенә, уларҙың юлын дауам итеүемә сикһеҙ шатмын.
Һуғышта алған ҡаты яралары әленән-әле яу яландарын Кәлимулла Мөхәмәтйән улына хәтерләтеп торған, өҙлөкһөҙ һыҙланған яугир. Ул осорҙа табиптар ҙа көслө булмағандыр инде. Ун йәше менән барғанда, ҡыҙ һөйөклө атаһын юғалта... Шул ваҡытта уның өсөн тирә-яҡҡа ҡапыл ҡараңғылыҡ ҡанаты йәйелгәндәй тойола. Әсәһе Маһира инәй ҡошсоҡ-балаларын ас-яланғас итмәү өсөн ҡулынан килгәндең барыһын да эшләй – үҙенең хужалығын да алып бара, колхоз йөгөн дә тигеҙ тарта. Ғәлиә бындай мохтажлыҡтың барыһын да үҙ елкәһендә татый. Әсәһенә еңеллек килтереү ниәтендә өйҙә ярҙамлаша, туғандарын иғтибарынан өҙмәй, ҡыҫҡаһы, берҙән-беренең төп таянысына әйләнә. Еләк һатып, үҙенә аяҡ кейеме алыуын ғүмерҙә лә онотмаясаҡ.
Белем эстәү, артист һөнәре тураһында уйлау урынына үҫмер хәҙер нисек тә тамаҡты ҡайғырта, эшкә урынлашып, аҡса эшләүҙе үҙенә төп маҡсат итеп ҡуя. Ғәлиә Кәлимулла ҡыҙының һүҙҙәренә ҡарағанда, ул мәктәптән һуң тыуған ауылы Лаҡлынан ҡырҡ километр алыҫлыҡта ятҡан Силәбе өлкәһенең Һатҡы ҡалаһына барып, кирбес заводына йөксө булып эшкә урынлаша. Тәүҙән үк үҙен ыңғай яҡтан күрһәтә, йөкләмәне үтәү өсөн бөтә тырышлығын һала.
Бәләнең әҙәм балаһын һәр саҡ һағалап тороуын әйтеп тораһы ла түгел. Берҙән-бер көндө "Сәлимәкәй"ҙе эстән генә көйләп, кирбес күтәреп китеп барғанда яҙа баҫып, өсөнсө ҡаттан ҡолап төшә. Ун айҙан ашыу карауаттан тормай ята. Һуңынан үҙенә һөйләүҙәренсә, машинаға һалып дауаханаға оҙатҡанда, предприятиела бергә бил бөккән иптәштәре уны йән биргән тип уйлай. "Әҙәм булмаҫ..." – тип врачтың башын сайҡауы шиккә урын ҡалдырмай. Ә бер йылдан ташсы ҡыҙ бер нәмә лә булмағандай, кире бында килеп, барыһын да аптырашҡа һала. "Теге ваҡыт илай-илай күҙҙәр шешеп бөткәйне, әле шатлыҡ йәштәре күҙҙәребеҙҙе асты", – ти һәммәһе лә көлә-көлә...

Мөғжизәгә килә ышанғы

Талантты ваҡытында күреп, уны үҫтерә белеү өсөн күп тә кәрәкмәй. Был тәңгәлдә Әй һылыуына бәхет йылмая. Композитор Хөсәйен Әхмәтовтың хәстәрлеге арҡаһында Ғәлиә Чайковский исемендәге Свердловск музыка училищеһына уҡырға юллама ала. Ун конкурсант араһынан өсәү генә үтә – Ғәлиә Солтанова, Фәниә Маннанова һәм Рифҡәт Вәлиуллин. Шулай итеп, өс таған белем артынан сит тарафтарға юллана.
"Юлымда инсафлы кешеләр йыш осрап торҙо. Заһир Исмәғилев, Таһир Кәримов кеүек изге күңелле ағайҙарға ла рәхмәтлемен, – ти йырсы. – Уҡыу йортон тамамлағас, Мәскәүгә консерваторияға ҡоҙаланылар. Ул ваҡытта кейәүгә сыҡҡайным, етмәһә, сәскәләй ҡыҙыбыҙ үҫә. Яҡындарымдан айырылып китә буламмы ситкә? Юҡ, әлбиттә. Ә бына аҙаҡтан, аяҡҡа баҫҡас, Гнесиндар исемендәге музыка-педагогия институтында уҡырға насип булды".
Һуңынан Ғәлиә Солтанованы йәнә Башҡорт дәүләт филармонияһы етәкселеге үҙҙәренә эшкә саҡыра. Артистар төрлө концерт программалары менән баш ҡалала, райондарҙа ла йыш сығыш яһай, ғөмүмән, сәнғәт донъяһы гөрләп тора. Тормош ошолай тәгәрмәстәре майланған арба шикелле тигеҙ генә алға барһын да барһын ине лә бит. Ләкин көтмәгәндә бөтә уй-ниәттәр, иҙәнгә төшөп ватылған гәлсәр һауыттай, селпәрәмә килә. Матур ғына эшләп йөрөгәндә, һандуғастар шикелле сут-сут һайрашып йәшәп ятҡанда ире Зөфәр Солтановтың ғүмере фажиғәле рәүештә өҙөлә. Һәр ваҡыт терәк булған яҡынын юғалтыуҙан, шул саҡтағы көслө тетрәнеү кисереүҙән һуң йырсы тауышынан яҙа. Тауышы ла асылыр, бәлки, берәй заман. Әммә ғәзизен кире ҡайтарыу мөмкин түгел бит. Үлгән артынан үлеп булмай, тиҙәр. Уға тыныслыҡ кәрәк – быны яҡшы аңлай хужабикә.
Ваҡыт, яраларҙы дауалармын, тигән. Шул уҡ ваҡытта сәнғәт кешеһе өсөн тауышты юғалтыуҙан да ҙур ҡайғының булыуы мөмкинме? Ҡасан тауышы асылыр? Әгәр бөтөнләй юғалһа? Һәм мөғжизәнең шаһиты була ул. Берҙән-бер көндө иртән тороуына үҙендә бығаса күҙәтелмәгән үҙгәреш һиҙә. Хоҙайҙың ҡөҙрәтеме?! Бына һиңә кәрәк булһа – тауышы асылған бит. Үҙен күктең етенсе ҡатында осҡан кеүек хис итә ҡатын, шунда уҡ "Зөлхизә"не, уның артынса "Элмәлек"те һуҙа. Йорт эсе көй-моңға күмелә...

Күңелегеҙ ятҡан һөнәрҙе һайлағыҙ

Тормошо шулай һәүетемсә генә ялғанып киткәндәй була. Ул осорҙа СССР буйлап ҡына түгел, ә сит илдәргә лә гастролдәргә йыш сыҡҡандар. Мәҫәлән, Финляндия, Германия, Монголия илдәрендә, Урта Азияла йәшәгән ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ өсөн бай концерт программаһы әҙерләп алып барғандар, кисәгә олоһо ла, кесеһе лә эркелеп килгән. Хельсинки ҡалаһындағы бер тамашала Ғәлиә Солтанова "Кейек ҡаҙҙар"ҙы башҡара ла, ай күрҙе, ҡояш алды тигәндәй, шаршау артына ҡаса. Ни өсөн тынлыҡ? Тамашасыларҙың ҡул сапмауын нисек аңлатырға? Баҡтиһәң, залдағылар хискә шул тиклем тәрән бирелгән, һаман да иҫтәренә килә алмай ултыра, имеш. Ошо сихри кисте һылыу башҡорт ҡыҙын ҡат-ҡат сәхнәгә сығаралар, сәскә гөлләмәләренә күмәләр, бүләктәр менән өйәләр. Ә Улан-Баторҙа "Гаахмора" ("Чудесный") йырын монголса йырлауы таң ҡалырлыҡ! Телде тиҙ арала өйрәнеүе ғәжәп бит!
Яңғыҙлыҡ барыбер ҙә үҙенекен итә. Һылыу ҡатын урамдан ҡултыҡлашып үтеүселәргә аҡ көнләшеү менән ҡарай, бәхетле парҙарҙы күреп йөрәге өҙөлә. Һәр кем ҡасан да үҙенең икенсе яртыһын табырға тейеш тип әхирәттәре лә йыш ҡабатлай...
Һәр саҡ барыһына ла рухи юғарылыҡ бейеклегенән һәм иртәгә аҡ көндәр тыуыу күҙлегенән ҡарап өйрәнәйек тигәнде мин унан ғына ишеттем.
Ғәлиә Кәлимулла ҡыҙы байтаҡ йылдар Өфө дәүләт сәнғәт академияһында эшләне. Хәҙер Өфөнөң 2-се педагогия колледжында һәм сәнғәт училищеһында уҡыусыларҙы йыр серҙәренә төшөндөрә, ул һаман да йәш быуын күңеленә сәнғәткә һөйөү уятыу тәңгәлендә эшен дауам итә.
Гәзит уҡыусылар әсә кешенең үҙе һөйөп үҫтергән балалары тураһында ла белгеһе килеүендә тамсы ла шигем юҡ. Ихтирамлы һәм ярҙамсыл ҡыҙҙары икеһе лә башлы-күҙле. Зиләнең уҡытыусы булыуына, Ләйсәндең психолог һөнәрен үҙләштереүенә яуабы түбәндәгесә: "Һәр кем үҙенең күңеле һөйгәнде һайларға тейеш". Иң мөһиме – икеһе лә был тормошта үҙ урынын тапҡан, өләсәй кеше ейәнсәрҙәр һөйөү бәхетен кисерә.

"Ғәлиә", "Аҫылйәр", "Тиле йәшлек"...

Һөйләшеү аҙағына яҡынлашҡанда, сабыр тәбиғәтле ханымдың күңел ғазаптарын йыр ярҙамында йомшартҡанын, хәсрәтен дә көй-моңдарыбыҙ менән таратҡанын яҡшы аңланым. Ишек ҡаҡмай ингән ҡайғыларҙы сабырлыҡ менән үткәрмәү, гел генә өҙгөләнеү үҙеңде бөтөрөүгә килтерәсәк. Әҙәм балаһы ғүмеренең көҙөндә хәтирәләргә йыш бирелеүсән, ҡуйын дәфтәрендәге яҙмаларҙы ҡат-ҡат аҡтарыу, фоторәсемдәргә күҙ һалыу – шулай уҡ ғәҙәти күренеш.
Һандуғас тауышлы, ҡабатланмаҫ моң эйәһе Ғәлиә Солтанова заманында сәхнәләрҙән төшмәгән. Әйтәйек, "Ғилмияза" булһынмы, "Былбылым" тиһеңме, ошондай моңло йырҙарҙы йөрәктәргә үтеп инә алырлыҡ итеп башҡарғанда, берәү ҙә тыныс тыңлай алмаған. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында "Ғәлиә", "Аҫылйәр", "Тиле йәшлек", "Зәңгәр шәл" ише музыкаль әҫәрҙәрҙең шаулап-гөрләп барыуын да ишетеп беләм. Спектаклдә уйнаған драма артистарының вокал буйынса уҡытыусыһы кем? Әгәр күңеле кисереш менән тулған Ғәлиә Солтанова тиһәгеҙ, дөрөҫ фекер йөрөтәһегеҙ. "Таштуғай" тип аталған төҫлө тәүге фильм Башҡортостан телевидениеһының алтын фондына ингән. Унда Ғәлиә апай тетрәткес тә, һағышлы ла башҡорт халыҡ йырын башҡара.
Ғәлиә Кәлимулла ҡыҙының тормош баҫҡыстарының һикәлтәле урындарына баҫым яһауым осраҡлы түгел. Күпме ауырлыҡтар иңдәренә ятҡанда ла гүзәл зат уфтанмаған, һыҡтамаған. Ҡатын-ҡыҙҙы көсһөҙ тип әйтергә тел әйләнмәй бынан һуң. Уның тәүәккәл аҙымдары һоҡландыра, кемгәлер өлгө лә, киләсәккә өмөт тә уята. Бәлки, сәнғәт әһеленең тормош баҫыуында аша атлап үткеһеҙ тәрән бураҙналар күп осрағанға, ҡыҫҡаһы, ҡатмарлы ғүмер кисергәнгә лә йырҙары күңелгә тәрән үтеп инәлер. Ә йөрәк майы һыҙылғанда ижадыңа илке-һалҡы ҡарау мөмкин дә түгелдер.
Илдар АҠЪЮЛОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 059

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 779

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 574