Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҙыусы өсөн ял да, йыл да юҡ
Яҙыусы өсөн ял да,  йыл да юҡ Әле нисектер, беҙ уҡығанда, яңылышмаһам, IX кластың “Туған әҙәбиәт” дәреслегендә бер ҡушымта бар ине. Башҡортостандың әҙәби картаһы ул. Шул картаға ҡарап гел генә ғорурлана торғайным: яҙыусыларҙың иң күбе беҙҙә – Ишембайҙа! Ике тиҫтә яҡташым күрһәтелгән был һүрәткә баҡҡанға ла ике тиҫтә йыл үтеп киткән. Ошо ваҡыт арауығында, һис шикһеҙ, исемлек тулылана ғына барҙы. Ана бит, нисәмә йәш шағирыбыҙ сәхнә тултырып баҫты бөгөн. Берсә ялҡынлы, берсә һағышҡа һалған шиғырҙарын уҡыны улар.


“Әҙәби нағыш”тың Ишембай ҡалаһында үткән этабы, ысынлап та, ғорурлыҡ хистәрен йәнә көсәйтеп ебәрҙе. Исемдәре шиғриәт, проза һөйөүселәргә күптән таныштар айҡанлы ғына ҡуҙғалманы был хистәр, йәш, унан бигерәк өмөтлө ижад­сы­ларҙың ҡулъяҙмалары хаҡында һүҙем. Сараны асыу тантанаһынан һуң Өфө ҡунаҡтары нәҡ шул ҡулъяҙмаларға тотондо. Тотондо тигәс тә, райондың үҙәк китапханаһы йәш ижадсыларҙың әҫәрҙәрен яҙыусы һәм шағирҙар иғтибарына тәҡдим итеүҙе алдан уҡ хәстәрләп ҡуйған – бергә туплап, тикшереүгә ебәргән. Ғөмүмән, баш­ҡортса ижад итеүсе – 13, урыҫ телендә яҙыусы 8 авторҙың эше ҡаралған.
“Түңәрәк өҫтәл” барышында баһаға лайыҡ ижадсылар әҫәрҙәрен уҡып та күрһәтте әле. Нисек кенә булмаһын, ундайҙар рәтендә ҡаланың Ә. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары күберәк һымаҡ. Күрәһең, һәләтлеләр бар яҡтан да һәләтле булып ҡала.
Шулай ҙа “йәш яҙыусы” төшөнсәһе ижад итеүсенең ғүмер үлсәмен генә самаламай бит. Мәҫәлән, иң кескәй ҡәләм тирбәтеүсе Лиза Юшина ни бары III класта белем ала, иң өлкәне Әлтәф Фәтхәлисламов иһә туҡһанға аяҡ баҫып килә. Илһам тигәнең 40-та ла, 10-да ла, 70-тә лә “тондороуы” ихтимал шул. Ғөмүмән, әҙәбиәттә “хаҡлы ял” да, “эш этабы” ла юҡ, һин ғүмер буйы бары өйрәнсек кенә. Әлеге йәһәттән ҡәләм тирбәтеүсе яҡташта­рына күренекле шағир Риф Мифта­ховтың:
— Инде 70 йыллап яҙышам, ә һаман да өйрәнәм. Шиғриәтте ғүмер буйы танып беләһең, – тип әйтеүе урынлы булды һымаҡ. Һәр хәлдә, кәңәштәр тос, килешле яңғыраны “түңәрәк өҫтәл”дә, ижадсыларға тейешле урында уларға таяныу ғына фарыздыр.
Урыҫса ижад итеүселәрҙе әҙәби оҫталыҡ серҙәренә шағирҙар Светлана Ғәфүрова менән Сергей Янаки төшөндөрҙө.
…Шағир тыуҙы! Яҙыусы тыуҙы! Ҡулъяҙмаларҙы тикшергәндән һуң ошондай һығымтаға килергә буламы?
— Лилиә Хәсәнова, Миңһылыу Миңле исемле авторҙар астыҡ, — тип билдәләне был тәңгәлдән шағирә Тамара Искәндәриә. Тимәк, марафон был төбәктә лә үҙ бурысын үтәне!
…Йыл символын тапшырыу тантанаһына йыйылғандарҙан залдың шығырым тулы булыуы районда әҙәбиәткә ҡарата йылы мөнәсәбәтте йәнә бер тапҡыр асып һалды. Китап менән уны яҙыусылар ғына түгел, уҡыусылар ҙа ҡыҙыҡһына – шуға шатланмау мөмкин түгел. Ошо уңайҙан халыҡ араһында әүҙем эш алып барған китапханаларҙы телгә алып китергә кәрәктер. Улар үткәргән сараларҙы һанап сыҡҡыһыҙ ҡала-ауылдарҙа. Шул уҡ ваҡытта иғтибар һәм ихтирам уятырлыҡ тағы бер күренеш бар: “Әҙәби нағыш” символын артабан Салауат ҡалаһына тапшырырға район хакимиәте башлығы үҙе килде, ҡабул итеүсе яҡтан да төп етәксе сыҡты. Әҙәбиәтте бит яҙыусы, уҡыусы һәм тәнҡитсе булдыра, әммә властың иғтибары, ярҙамы ла бик мөһим…







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 058

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 604

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 416

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 672

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 573