Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡыуанам был донъяға, нимәнән миңә ҡурҡырға?
Ҡыуанам был донъяға, нимәнән миңә ҡурҡырға? Ринат Ниғмәтуллиндың (ижади исеме – “Rnt”) “Ҡыуанам” тигән йыры өсөн “Е7Е медиа” студияһы төшөргән клип Интернет селтәрендә киң танылыу яулай бара. Уны ҡараған һәр кем сәхнә короле Хөрмәтулла Үтәшевте үҙе өсөн хәҙерге заман вәкиле булараҡ яңынан аса. Ә һүҙҙәрендә бер быуат элекке шиғырҙарҙың ауазын ишетергә мөмкин. Һәм шул дәүерҙән бирле халҡыбыҙҙың бер урында тапаныуы тойолғандай... Башҡорт клибын яңы кимәлгә күтәреүе менән был егеттәр XXI быуатҡа ҡыйыуыраҡ аяҡ баҫырға өндәмәйме икән? Йәнә ниндәй уйҙарға илтер әлеге йыр һәм клип?

“Нисек йәшәргә беҙҙе бер кем дә өйрәтмәй, ҡайҙа атларға беҙгә бер кем дә күрһәтмәй, беҙҙең тормошто башҡалар һис тә үҙгәртмәй...” тигән тәүге юлдарҙан уҡ бөйөк мәғрифәтсебеҙ Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың “Йәдкәр”енән юлдар иҫкә төшә: “Башҡорт үҙе хаҡында үҙе һөйләмәһә, уны кем һөйләр ине...” Был иһә дөйөм ха­лыҡҡа ла, айырым кешеләргә лә ҡағы­лалыр. Эйе, башҡаларҙан ниҙер көтөргә кәрәкмәй, үҙеңә үҙең таянып өйрәнергә ваҡыт. Ә бының өсөн мөмкинлектәр тулып ята. Әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы Мостай Кәрим дә беҙгә ошондай өмөтөн ҡалдырған:
Китеп барһам, ҡан-ҡәрҙәштәр, һеҙгә
Нимә ҡалдырам, тип ҡаңғырам.
Түп-түңәрәк ер ҡалдырам һеҙгә,
Сатнамаған ҡояш ҡалдырам.

Янып торған ут ҡалдырам һеҙгә,
Ағын һыу ҡалдырып китәмен.
Ер һәм ҡояш, ут, йәнә һыу булғас,
Үҙегеҙ хәстәрләгеҙ бүтәнен.
Бына шуға өмөт итәмен.
Шул уҡ телең дә, халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың “Халҡыма хат”ындағыса, “үҙ ба­лаңа үгәй булһа”, башҡа берәү өйрәтер тимә. Зарланырға урын юҡ. Был хаҡта “Теләгән ереңде күрмәүең – һинең ғәйеп”, “Үҙеңдән башҡалар бирмәҫтәр һиңә яуап, ни өсөн ятаһың һауаға ҡарап” тиелә йырҙа. Ә зар төрлө тарафтан былай ҙа күп әйтелгән... Шәйехзада Бабичтың “Көтәм” шиғырынан:
Меҫкен башҡорт ауылын килеп күрһәм,
Аңҡый хәсрәт, үлем – гүрестан.
Гүрестандай ғәмле ауылдарҙа
Ҡыбырлаша йәнле мәйеттәр,
Йәнле мәйеттәрҙең ғәмен көйләп,
Илап аға Һаҡмар, Яйыҡтар,
– тигән юлдарҙы инде бер быуат ҡабатлайбыҙ түгелме? Миңә ҡалһа, бөгөнгөнөң дә тулы картинаһы күҙ алдына баҫҡандай ошо шиғыр менән... Әлбиттә, ҡатмарлы хәлдән сығыу бер генә ынтылыштан һөҙөмтә була алмаҫ.
Немец шағиры Бертольт Брехттың яҙғандары хәтергә төшә: “Эйе, ауыр заманалар булған...”, – тиеп әйтмәҫтәр һеҙгә, әммә “Шағирҙарығыҙ ниңә шымған?” тигән һорау бирерҙәр...
Шөкөр, беҙҙең шағирҙар булған, бар һәм әлегәсә рухиәт йөгөн үҙ иңендә тотоп килгәндәр. Әйткәндәй, Әхмәр Үтәбайҙың “Рух ҡотҡарыр” исемле шиғыры бар бит әле. Мәжит Ғафуриҙың:
Бер аҙым алға баҫам да
Әйләнәм мин артыма.
Ҡайҙа баҫҡандар икән тип,
Күҙ һаламын халҡыма.
Шул ваҡыт мин бик юғары,
Ҡош кеүек осһам әгәр,
Ә улар һаман шулай
Баҫҡан урынында торһалар?..
– ти­гән борсолоуы ла һаман бәҫен юғалтмаған. Алда – шағир. Ә кешеләр уның һүҙенә ҡолаҡ һалғанмы икән?.. Арттағылар алға аҙым яһар алдынан, “башҡалар баҫмай” тиеп, бүтән яҡҡа ҡарап тормаймы? Ҡалай ҙа “миллиондарҙың көсһөҙлөгөн ғәмһеҙҙәрҙең мәйеле тыуҙыра”.
Күҙ алдында ла бит халыҡтың көслөләре әҙерәк. Цивилизацияны иһә ошо аҙ һанлы­лар үргә һөйрәй, ҡалғандар үҙ белдеге ме­нән йәшәй һәм ғәмһеҙлектә ойой бирә. Тап шундайҙар тәүгеләренең хеҙ­мәтен файҙаланып әрәмтамаҡ булып йәшәй... Уйланырға кәрәк.
Рәми Ғариповтың:
Көнләшмәсе бик һаҡ кешеләрҙән,
Улар тыныс, ғәмһеҙ йәшәһә.
Булмаймы һуң күкрәү, тетрәүҙәр,
Йәшлегеңдә йәшен йәшнәһә?
Абынмаҫҡа аяҡ аҫтына ғына
Ҡарап баҫҡан йондоҙ күрәме?
Бер хыялһыҙ, йондоҙ күрмәй йәшәү
Кешегә һуң бәхет бирәме?
Йәшәмәгән генә яңылышмаҫ,
Юҡ-бар уйҙар башҡа тулмаһын...
Хаталар ҙа булыр тормошоңда,
Тик тормошоң хата булмаһын!
– тигән ябай һүҙҙәренең бөйөклөгөн аңларға ваҡыт.
Ана, яңы клипта ла ни тип йырлайҙар:
Ҡыуанам был донъяға,
Нимәнән миңә ҡурҡырға?
Алдымда – бөтә донъя,
Йүгерәм уны тоторға!
“Көрсөк” тип һис тә бойоғоп йәшәмәй Хөрмәтулла ағай! Сәхнә, театр кешеһе булһа ла, мөмкинлектәрен киң файҙалана, һәм бына һөҙөмтә: ошо видеояҙма аша халыҡҡа дәрт-дарман өләшә, нәҡ хәҙерге заман талаптары менән йәшәүен күрһәтә.
Тәү ҡарашҡа ябай күренһә лә, был хеҙмәтте билдәләмәйенсә булмай. Халыҡ артисы биргән фәһем, йырҙағы һүҙҙәргә һалынған кинәйә һәм видеоклипты эшләгән егеттәрҙең ҡыйыу аҙымы... Ошо урындан халыҡ та уларға эйәрә башлаһын ине. Һүҙҙе йомғаҡлап, Юрий Никулиндың һүҙҙәрен иҫкә төшөргө килә: “Тормоштоң өйрәтеүен көтмәгеҙ, үҙегеҙ өйрәнегеҙ”. Алда халҡыбыҙҙы ни көтәлер бит...


Ырыҫҡол, Мостафа Кемаль Паша, Макмерфи, Юлғотло, Гарпагон, Нөгөш, Ербол... Сылбырҙың дауамы байтаҡ һәм ҡабатланмаҫ. Олпат та, рухлы ла замандаш ул Хөрмәтулла Үтәшев. Башҡорт театр сәнғәтен, милли мәҙәниәтебеҙҙе был шәхестән тыш күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Сәхнәлә йәшәй, халҡын данлай һәм... йәш быуындың тормошона ла битараф түгел.

Хөрмәтулла ҮТӘШЕВ, Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы:
– Үҙеңде яңы амплуала һынап ҡарау өсөн бер ҡасан да һуң түгел. “Е7Е медиа” егеттәре – үҙ эшенең оҫталары. Һөҙөмтә сифатлы булһын өсөн ваҡыттарын да, көстәрен дә йәлләмәйҙәр. Клип төшөрөү еңел, ихлас барҙы. Спектаклдәге ролде сығарыу өсөн 2-3 ай талап ителһә, клипҡа әҙерлек 1-2 көндә үтте. Егеттәр менән уртаҡ телде бик тиҙ таптыҡ. Тәүҙә социаль селтәрҙә Заһир хат яҙҙы, эштең маҡсатын аңлатты. Өйгә килеп, фекерҙәр тупланғас, клипҡа тотондоҡ. Һәм яңыраҡ уны халыҡ хөкөмөнә тәҡдим иттек. “Ҡыуанам”!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 241

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 624

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 306

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 382

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 238

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 268

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 244

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 246

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 338

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 259

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 426