Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Рәхмәт, Илшат! Беҙ һинән ризабыҙ!”
“Рәхмәт, Илшат! Беҙ һинән ризабыҙ!” Скрипка моңо һис кемде битараф ҡалдырмайҙыр ул. Бәндәне үҙ асылына ҡайтарып, ваҡ донъяуи мәшәҡәттәрҙән арындырып, йөрәген һөйөү менән тултыра. Тарих төпкөлөндә тыуған боронғо, хисле башҡорт нәҫелдәренең зиһенен, күңелен үтә лә ярһытып ебәрә, әйтә алмаған һүҙен, донъяны яратыуын, үкенесен ишеттереп, йәнен таҙарта. Күрәһең, шуғалыр, ирекһеҙҙән илай башҡорт скрипка тыңлағанда.

Себерҙәге нанай, нивх халыҡтарында уның боронғо төрө “си-гудек”, “тын-грынг”, “тэнгрын”, шулай уҡ манчжурҙарҙың сиртеп уйнай торғаны “тэнгэр” тип аталған. Ғөмүмән, сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, музыка ҡоралдары килеп сығышы буйынса боронғо йолаларға һәм Тәңрегә һыйыныуға бәйле. “Вина” тигәнен Һиндостан халҡы изгеләштергән, уның көйөн юғары көстәр ярата тип ышанып, йолаларҙа махсус ҡулланған. Боронғо “лира”ны иһә Гермес яһаған, ә ҡояшҡа табынған скифтарҙың тәүге скрипкаһы алтын-ҡыҙыл төҫтә булып, махсус ритуал мәлендә ҡулланылған. Юғары көстәргә мөрәжәғәт еткерә алған музыка ҡоралы ҡәҙимге кеше аңын нисек тетрәтмәһен?..
Талантлы музыкант Илшат Мөслимов скрипкала башҡорттоң оҙон көйөн уйнағанда ла, тамаша залындағы һис кем битараф ҡалмай. “Азамат”, “Уралым”, “Ҡолой кантон”, “Буранбай”, “Абдрахман”, “Бейеш”, “Шәүрә” кеүек милли ҡомартҡыларыбыҙ айырыуса аһәңле яңғырай. Өҙҙөрөп, тәрән фәлсәфәгә сумдырып, һис ҡыланмай, тәбиғи итеп, ифрат ҡатмарлы оҙон көйҙөң илаһиәтен үҙенсә асып, юғары оҫталыҡ менән уйнай Илшат Мөслимов.
Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе булған сағымда ифрат күп сәфәр ҡылырға тура килде. Ниндәй генә сараға саҡырма, Илшат һәр саҡ ихлас ҡатнашты, ярҙам итте, тамашасынан юғары баһа ала килде. 2004 йылда Ҡазанда уның сығышын тыңлаған атаҡлы балерина, СССР-ҙың халыҡ артисы Нинель Дауытова, һоҡланыуын, таң ҡалыуын йәшермәйенсә: “Бына бит башҡорт Паганиниһы!” – тип оҫтаға ҙур рәхмәтен белдергәйне.
Ижевск, Ҡазан, Пермь, Яр Саллы ҡалаларында уңышлы сығыш яһап, яҡшы баһа, халыҡтан фатиха алды Илшат. Ошо урында шуны әйтмәү мөмкин түгел: һуңғы йылдарҙа йырҙың аһәңен аңламайынса, уны боҙоп башҡарған, тамашаны шоуға әйләндергән, милли мәҙәниәтте ябайлаштырған “оҫталар” күбәйҙе. Уларға үҙен күрһәтеү шарт. Илшат Мөслимовҡа иһә халыҡ йөрәге, рухы, көйгә һалынған тарих ауазы ҡәҙерле. Шуға ла сығыштары баһалы, бәҫле. Уларҙан илһөйәрлек, юғары гражданлыҡ тойғоһо бөркөлә. Сәхнәлә ғорур баҫып тороуы, оҫта, ырыҫлы уйнауы аша үҙен халыҡтың яҡлаусыһы итеп таныта ул. Барлыҡ дуҫтарымдың, фекерҙәштәремдең Илшат менән ғорурланыуына, уйынына һоҡланыуына шаһитмын, йәштәрҙең дә уны ихтирам иткәнен беләм. Ғүмерен халыҡ рухиәте өсөн бағышлаған ғалим булараҡ әйтәм: “Рәхмәт, Илшат! Беҙ һинән ризабыҙ!”
Башҡорт көйөн скрипкала уйнау юғары мәғәнәүи һәм тәрбиәүи көскә эйә, күңелдә рух, дәрт уята, милләттең төпкөл аңына тәрән тәьҫир итеп, көс-ҡеүәтте яңырта, яҡты киләсәккә ышанысты арттыра. Ни өсөн тигәндә, эпостарҙа әйтелгәнсә, борон-борондан батырҙарыбыҙ, алпамышаларыбыҙ ҡылҡумыҙ, һарнай тыңлап үҫкән. Беҙҙең олатайҙар скрипканы үҙҙәре яһай ине. Ә бит “көй ҡоралдары батшаһы”н эшләр өсөн ни ҡәҙәр юғары талант, тойомлау ҡеүәһе, хайран ҡалырлыҡ зауыҡлы булыу кәрәк!
Башҡорт мәҙәниәтенең дөйөм кешелек донъяһында үҙ ҡиммәте, түре барлығын, милли көйөбөҙҙөң мәшһүр сәнғәт классикаһы икәнлеген скрипкаһы аша раҫлай Илшат Мөслимов. Әлбиттә, еренә еткереп, һис кемдең күңеле кителмәҫлек итеп уйнау оҙайлы үҫеш, даими камиллашыу талап итә. Был йәһәттән Илшаттың һөнәри оҫталығын өҙлөкһөҙ арттырыуы айырым маҡтауға лайыҡ.
Көй — һүҙҙән дә көслө сара ул. Донъяның тыныслығын тәьмин иткән, матурлыҡ, нур таратҡан мәшһүр һәм илаһи ҡорал. Илшат Мөслимов башҡарыуындағы И. Бах, В. Моцарт, П.Чайковский, Н. Паганини, А. Вивальди, К. Сен-Санс, И. Брамс һәм башҡа бөйөк композитор­ҙарҙың әҫәрҙәрен тамашасы һәр саҡ көтөп ала. Башҡортостан Милли симфоник оркестрының солисы булараҡ, Өфө дәүләт сәнғәт училищеһының Ҙур концерт залында тиҫтәнән ашыу соло-концерт бирҙе ул. Шығырым тулы халыҡ сәхнә оҫтаһын баҫып тәбрикләй, ихлас күңелдән ҡеүәтләй. Концерттарҙы ойоштороусыларҙан “Илшат менән эшләүе рәхәт, сөнки уны яраталар” тигән һүҙҙәрҙе байтаҡ ишеттем.
Күптән түгел “Башҡортостан” дәүләт концерт залы бинаһы янында ойошторолған тамашала скрипкасының сығышы йәнә бер ҙур ваҡиға булды. Барыһы ла һоҡланып тыңланы уны. Мине бында йәштәрҙең күп килеүе, уларҙың етди музыкаға ылығыуы һәм башҡорт егете Илшаттың классик әҫәрҙәрҙе хайран ҡалмалы оҫта уйнауы айырыуса ҡыуандырҙы. Егет республиканың бихисап район-ҡалаһында рәсми һәм хәйриә концерттары биреүе менән дә төбәк мәҙәниәтенә тос өлөш индерә.
2003 йылда – Италияла уҙған “ХХI быуат музыкаһы” исемле халыҡ-ара бәйгелә, 2004 йылда Санкт-Петербургта үткән Бөтөн Рәсәй конкурсында лауреат исемен яулап, Илшат Мөслимов шул ваҡытта уҡ маҡтаулы хеҙмәт күрһәтте. Үткән йәй иһә Мәскәүҙәге Милләттәр йортоноң Ҙур залында ойошторолған халыҡ-ара фестивалдә ҙур уңыш ҡаҙанды.
Данлыҡлы йырсылар, исемдәре донъяла киң билдәле сәхнә оҫталары Илдар Абдразаҡов менән Барбара Фриттоли, Башҡортостандың Милли оркестры солисы, беренсе скрипкасыһы һәм концертмейстеры Илшат Мөслимовтың оҫталығын билдәләп, айырым рәхмәт белдерҙе. Илшат үҙенең эшмәкәрлеген бар тәрәнлегендә аңлай. Иң ҡатмарлы музыка ҡоралында уйнау ғына түгел, тыңлаусыны дауалау, йыуатыу, дәрт-дарманын яңыртыу маҡсаты ла ята скрипкасының иңендә. Ҡайһы саҡта Илшаттың һыҙмаһы, кинәт күтәрелеп, илһам ҡылысына оҡшап китә: халҡына үткер, ғәҙел, нескә һәм тоғро һүҙен шулай әйтә ул.
IX – XI быуаттарҙа уҡ бөйөк ғалимдар әл-Фараби, Ибн-Сина үҙ трактаттарында көйҙөң ауырыуҙарҙы дауалауҙа, йәштәргә күркәм тәрбиә биреүҙә музыка сәнғәтенең сихри көсөн билдәләгән. “Илшаттың скрипкаһын тыңлап, баш ауыртыуы ла, бошоноу ҙа бөттө”, – тигәндәргә ғәжәпләнәһе түгел. Эйе, беҙҙең көй — әҙәм балаһын күк, йыһан менән бәйләгән илаһи көс. Уны үҫтереүселәр – халыҡҡа тоғро хеҙмәт итеүсе. Тимәк, хеҙмәттәре юғары баһаланырға тейеш. Халыҡ хәстәре менән янып йәшәгән һәм эшләгән Илшат Мөслимов Ш. Бабич исемендәге премияға, һис шикһеҙ, лайыҡ тип иҫәпләйем.

Әхмәт СӨЛӘЙМӘНОВ,
филология фәндәре докторы, академик,
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 651

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 537

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 749

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 383

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545