Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Кино килгән! Кино!..”
“Кино килгән! Кино!..” Бала саҡтағы ошо шатлыҡлы ауаз әле лә ҡолаҡ төбөндә ишетелгәндәй. Ауылға кино килтерһәләр, бер байрам була торғайны. Иң беренсе киномеханик, дәрәжәһен белеп кенә ауылдар буйлап йөрөп, иғлан элеп сыға. Осраған һәр кешенең ауыҙында бер һүҙ: “Киноға бараһыңмы?” Беҙ, малайҙар, магазинға йомортҡа тапшырып йыйған 20 тинебеҙҙе күптән кеҫәлә шалтыратып, кис төшкәнен түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Ниһайәт, кемдәрҙер, ултырғысын күтәреп, клуб яғына йүнәлә. Беҙгә ултырғыс кәрәкмәй, урыныбыҙ иң алда — иҙәндә. Бына тылсымлы нурҙар ағыла, һәм мөғжизәләр донъяһына сумабыҙ...

“Кино килгән! Кино!..”Бөгөн кино менән кешене аптыратып булмай. Теле­ви­зорҙан да, Интернет аша ла йәнең теләгәнен ҡарай ала­һың, се­риал­дар­ҙан хатта биҙрәп бөткәнбеҙ. Ләкин башҡорт телендәге фильмдар ҡуйылһа, бер танһыҡ булып ҡала. “Салауат Юлаев”, “Бөр­төкләп йыйыла алтын”, “Ауыл өҫтөндә йәйғор”, “Еңмеш”, “Ай ҡыҙы”, “Ел аулаусы” кеүек фильм­дар кемдәрҙең генә күңеленә хуш килмәне икән? Әлбиттә, башҡорт кинематография өлгөләре әлегә бармаҡ менән һанарлыҡ. Шулай ҙа республикабыҙҙа кино сәнғәтенең нурлы киләсәге булырына өмөт бар. Бөгөн кинорежиссерҙар Булат Йосопов, Айсыуаҡ Йомағолов, Айнур Асҡаров, Зөһрә һәм Таңсулпан Бураҡаевалар ошо өлкәлә ҡайнап йәшәй, ең һыҙғанып эшләй.
“Кино килгән! Кино!..”Әлбиттә, “Башҡортостан” кино­студия­һы­­ның хәле бер ҡасан да маҡтанырлыҡ бул­­маны. Фильмдар төшөрөү буйынса проект­тарға аҡса юҡ, тартып-һуҙып шө­ғөл­ләнергә тура килә. Юрғанға ҡарап аяҡ һуҙ­һаҡ та, кеше күҙенә күрһәтерлек уңыш­­тарыбыҙ бар. Башҡорт кинолары Рә­сәй кимәлендә үткән төрлө фестивалдәрҙә ҡатнаша. Бына тигән йәштәребеҙ үҫеп килә, финанс йәһәтенән ярҙам булғанда, маҡсаттарға өлгәшергә форсат тыуасаҡ.
Һуңғы ваҡытта кино сәнғәтенә гранттар бүленеүе лә – шатлыҡлы күренеш. Грант дәүләт тарафынан ҡыҙыҡлы тип табылған ниндәйҙер проектты тормошҡа ашырыу өсөн бер тапҡыр бирелә. Ләкин теге йәки был фильмды төшөрөүгә дәүләт тарафынан һорау булыуы ла мотлаҡ. Нисек кенә бул­маһын, кино сәнғәте һөнәр кешеһенең гүзәл образын тыуҙырып, рухи йәһәттән файҙалы эш башҡара. Юлдар насар, төҙөлөштә етеш­һеҙлектәр күп, коррупция сәскә ата, тип яр һалабыҙ. Сөнки яҡшы белгестәр, үҙ эшенә бирелгән кешеләр һирәк. Совет осоронда ниндәй ҙур тәрбиә мәктәбе булды кино! Заман кешеһен “тыуҙырыуҙа” уның мөмкинлеге ҙур.
Аллаға шөкөр, йәш, талантлы кино­режиссерҙарыбыҙ тырышлығы менән туған теле­беҙҙә төшөрөлгән фильмдарҙы ҡарап ҡыуанабыҙ. Башҡорт кеүек көслө, бай тарихлы халыҡтың кино сәнғәте, бер һүҙһеҙ, йәшәргә хаҡлы. Йәштәр өсөн кинонан да көслөрәк пропаганда юҡ. Улар, китап уҡымаһа ла, кинофильмдарҙы ҡарай, шуларҙан фәһем ала, һығымта яһай, донъяға ҡарашы формалаша. Башҡорт халҡының үҙ мәнфәғәттәрен яҡтыртҡан, уны борсоған мәсьәләләрҙе күтәргән милли киноһын ҡарарға тулы хаҡы бар. Ул башҡорт телендә булырға һәм унда баш­ҡорт артистары уйнарға тейеш. Кино — ул милли мәҙәниәтте һаҡлауҙа көслө ҡорал!
Уңыштарыбыҙ юҡ түгел: кинорежиссер Рим Шәрәфетдиновтың йәш тамашасылар өсөн “Һунарсы улы”, “Алдар һәм бүре”, “Аңра бүре” исемле яңы анимацион фильмдарын яратып ҡабул ит­тек. “Еңмеш”, “Мин өй­ләнәм”, “Минең йон­доҙом”, “Ел аулаусы”, “Башватҡыс”, “Таныш булмаған таныштар” тигән ҡыҫҡа метражлы фильмдар ҙа күңелгә хуш килде.
Шулай итеп, “Башҡортостан” кино­студияһының фильмдары — халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы. Милләтебеҙҙең үҫеш кимәлен күрһәтеп тороусы сәнғәт ул. Ки­нематографияһы киң үҫеш алған халыҡты донъя кимәлендә таныйҙар. Һуңғы йылдарҙа телевидениены сит илдәрҙең донъяла йәшәүҙән биҙҙереүгә, ҡараң­ғылыҡҡа, өмөтһөҙлөккә, ҡан ҡойошҡа, үс алыуға ҡоролған фильмдары баҫып алды. Улар тормошобоҙҙо һис кенә лә байытмай, йәмләмәй, киреһенсә, кү­ңелдәрҙе бысрата. Шуға күрә бай йөкмәткеле кинолар төшө­рөргә өлгөргән үҙебеҙҙең “Башҡортостан” киностудияһы фильмдарына өҫтөнлөк бирергә тейешбеҙҙер.


Айнур АСҠАРОВ, кинорежиссер:
– Кино төшөргәндә иң төп бағыусы – “Башҡортостан” киностудияһы. Әлегә башҡалар бик күп ярҙам бирә алмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә лә, Рәсәй кимәлендә лә ҡыҫҡа метражлы фильмдарҙың прокаты юҡ, аҡса йыйыуға йүнәлеш алынмаған. Минең фекеремсә, фильм яҡшы булһа, ниндәй генә телдә төшөрөлөүенә ҡара­маҫтан, халыҡҡа оҡшаясаҡ, аңла­йышлы буласаҡ.

Таңсулпан БУРАҠАЕВА, кинорежиссер:
– Башҡорт киноһын Рәсәй киноһы менән сағыштырыу дөрөҫ түгел. Беҙ аҙ һанлы халыҡ. Милли кинематограф ниндәйҙер кимәлдә, бәлки, тулыһынса дотациялы булырға тейештер. Сериалдар – телевидение форматында. Беҙгә кинофильмдар тураһында уй­ларға кәрәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 058

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 416

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 573