Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ярты һүҙҙән аңлашып...
Нияз Алсынбаевтың “Изге бүре балалары” тигән китабының ҡоролошо ғәҙәттәгесә түгел. Беренсенән, уның тәүге битендә үк исеменә ҡыҫҡа аңлатма бирә автор: башҡорт-ҡаҙаҡ мөнәсәбәттәренең тарихы.

Китаптың икенсе бүлегендә был халыҡтарҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә, фекер үҙенсәлектәренә ҡағылышлы яҙмалар урынлаштырылған. Өсөнсө өлөштө башҡорт халҡының ырым-ышаныуҙарына нигеҙләнеп яҙылған хикәйәттәр тәшкил итә.
Бына ошондай үҙенсәлекле, әҙәби һәм ғилми алымдарҙы ҡушып туҡығандан барлыҡҡа килгән китап. Мәғлүм булыуынса, әҙәби баҫма башынан аҙағынаса иртәк, әкиәт, хикәйәт, риүәйәттәрҙән, яҙыусы уйлап тапҡан роман, повесть, хикәйә, шиғыр, драма, поэмаларҙан тора. Ғилми китапта иһә ғалим һәр төрлө дәлилдәр — лаборатория тикшеренеүҙәре, һынауҙар, сағыштырыуҙар, бығаса йәшәгән ғалимдарҙың әйткән-яҙғандарына һылтанмалар — аша үҙ фекерен раҫлай.
“Изге бүре балалары” — башҡорт-ҡаҙаҡ мөнәсәбәттәренең популяр тарихы, тип юҡҡа ғына әйтмәй Нияз Алсынбаев. Һәр автор кеүек үк, ул да китабын күберәк кеше уҡыуын теләй һәм фәнни-популяр әҙәбиәт кенә ошондай уңышҡа илтерен белә. Әлбиттә, башҡорт-ҡаҙаҡ мөнәсәбәттәренең һәр ваҡиғаһы айырым романға торошло.
Был тарихҡа ныҡлабыраҡ туҡталайыҡ. Әле йәшәгән милләттәштәребеҙҙең күпселеге — совет дәүерендә тыуып үҫеп, шул заман тәрбиәһен алған кешеләр. Мәктәп, урта махсус, юғары уҡыу йорттарында башҡорт-ҡаҙаҡ мөнәсәбәттәре тураһында бер ни әйтелмәне, тарих китаптарында яҙылманы. Был мәсьәләгә ҡағылышлы һүҙ тик риүәйәт, ҡисса кеүек халыҡ ижады өлгөләрендә ине. Уларҙа иһә һүрәтләнеш бер төрлө генә күрһәтелде: ҡаҙаҡ башҡортҡа барымтаға йөрөгән, башҡорт ҡаҙаҡҡа ҡарымта ҡайтарған. Шул талаш-тартышта кемдер еңеп, батыр булған, икенсеһе бахыр ҡалған. Икенсе мәғлүмәт ҡаҙаҡтарҙың уҙған быуаттың уртаһында Башҡортостанда күмәкләп көн итеүе хаҡында ине. Уныһы был халыҡтың оҫта малсы булғаны тураһында ҡарһүҙҙәрҙән һәм ҡайһы бер мәрәкә шәхестәр хаҡында көләмәстәрҙән ғибәрәт.
Ҡаҙаҡтарҙа ла башҡорттар тураһында һөйләнгән һүҙ ошонан ары китмәгәндер, моғайын, сөнки ул заманда республикалар, милләттәр араһындағы мөнәсәбәт хаҡында синфи ҡараштан ғына сығып әйтелде, китаптарға ете ҡат иләктән һөҙмәйенсә үткәрелмәне. Маҡсат бер генә – революцияға ҡәҙәр халыҡтар араһында дуҫлыҡ, ярҙамлашыу булмаған, йәнәһе. Социалистик осорҙа иһә был мөнәсәбәт республикаларҙың береһенән икенсеһенә сәнәғәтте, сеймалды, эшсе көстәрҙе күсереү рәүешендә барҙы.
Нияз Алсынбаев башҡорт-ҡаҙаҡ мөнәсәбәттәрен өйрәнеүҙе бик тәрәндән башлай. Боронғо риүәйәт буйынса, милләттәштәребеҙ Уралға Аҡ бүрегә эйәреп килгән. Шуға уларҙы әле лә “изге бүре балалары” тип һанайбыҙ, ти ул. Ә ҡаҙаҡ менән башҡорт яҙма тарихҡа тиклем үк күрше йәшәй, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлай. Ағай-эненең ыҙғышып, һүҙгә килешеп киткән сағы ла булғылай, ни хәл итәһең, тормош бит. Шуның һымаҡ, ҡаҙаҡ менән башҡорт араһында барымта-ҡарымта ла сығып киткеләгән. Әммә бер ваҡытта ла үлемесле һуғыш, кешене меңәрләп ҡырыу, шул арҡала тере күңелдә ғүмерлек үс һаҡлау булмаған, ти Нияз Алсынбаев. Дөрөҫ, 1755 йылғы хәлде беҙ ҙә, улар ҙа онотмағанбыҙ. Баш күтәреүҙе баҫтырыр, ҡанға батырыр өсөн Мәскәү батшаһы тарафынан ебәрелгән ҡырғынсыларҙан ҡасып, бик күп башҡорт ҡаҙаҡ далаһына китә. Урындағылар уларҙы бәләгә тарыған туғаны итеп ҡаршы ала, тамағын туйҙыра, йәшәргә ер бирә. Әммә араға өсөнсөләр ҡыҫыла. Урыҫ ғәскәре башҡортто ла, уны һыйындырған ҡаҙаҡты ла ҡыҙғанмай: меңәрләгән кеше һәләк була. Иҫән ҡалғандары кире иленә ҡаса. Яйыҡтың уң ярында уларҙы урыҫ ғәскәре мыҫҡыллы йылмайып ҡаршылай. “Былары беҙҙе тамам юҡ итә икән”, тип ҡурҡҡан башҡортҡа теймәйҙәр. “Беҙҙән ҡасып киткәйнегеҙ ҙә ул, ҡаҙаҡты туған күреп — ана ни эшләтте жолдасығыҙ”, – тиҙәр. “Беҙҙең менән һыйышып йәшәүгә ни етә?!” – тип тә өҫтәйҙәр. Бына ошо була инде “бүлгеләү һәм типкеләү” сәйәсәте.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башҡорт-ҡаҙаҡ мөнәсә­бәттәрендә быға оҡшаш миҫалдар бар. Башҡорт та, ҡаҙаҡ та — тәбиғәт балалары, Аллаһ ҡолдары. Тәбиғәт менән Хоҙай ғына алдамай, ә беҙ бөтөнөһөн дә шулай күрәбеҙ һәм һәммәһенә лә ышанабыҙ, кенә ҡыумайбыҙ. Ошоно өсөнсөләр оҫта файҙалана. Башҡорт менән ҡаҙаҡ араһында дошманлыҡҡа ҡарағанда дуҫлыҡ, туғанлыҡ бәйләнештәре көслөрәк һәм нығыраҡ. Уның шулайлығын 1917 йылдан башлап эшмәкәрлек иткән Башҡорт хөкүмәте һәм Әхмәтзәки Вәлиди тарихынан яҡшы беләбеҙ. Петербургта Вәлиди менән хеҙмәттәшлек иткән ҡаҙаҡтар милләттәштәребеҙ кеүек ерле автономия ҡороуға тотонған. Ошонан башлап ныҡ алға киткән ҡаҙаҡ халҡы. Һөҙөмтәлә бөтөн донъя үҙен һанларлыҡ бойондороҡһоҙ дәүләт төҙөй алдылар.

Башҡорттар менән ҡаҙаҡтар — күрше йәшәгән халыҡтар ғына түгел, күп йәһәттән бер-береһенә ныҡ оҡшаған ҡәүемдәр. Уларҙың һүҙен төшөнөр өсөн тылмас кәрәкмәй, ғөрөф-ғәҙәттә лә яҡынлыҡ бик күп. Хатта ашаған ризығыбыҙ ҙа берҙәй. Туғанлығыңды танып, етәкләшеп, әйҙә, елдер дала буйлап! Ҡара, һоҡлан: ана ниндәй бөйөк Астананы төҙөп ҡуйҙы ҡаҙаҡ. Ә беҙҙең хәлебеҙҙән килмәйме ни? Килә!
Ана шул хаҡта һөйләй Нияз Алсынбаев “Изге бүре балалары” китабында. Уны яҙыр өсөн автор бик күп китап уҡыған, башҡорт-ҡаҙаҡ мөнәсә­бәттәренә ҡағылышлы һәр мәғлүмәтте электән йыя килгән. Тарих менән ныҡлап шөғөлләнә башлағас, ысынбарлыҡҡа нигеҙләнгән әллә күпме материал табып, шуларҙы анализлаған. Ошоноң һөҙөмтәһе булып тыуған да инде фәнни-популяр китап.
Ҡотлайым, ҡәләмдәш, уңышлы хеҙмәт емешең менән! Шуға өҫтәп, бер теләгемде лә еткерәйем: ҡулыңда халҡыбыҙҙың меңәр битле китапҡа ла һыймаҫ тарихынан бай материал бар. Ошо ваҡиғалар тураһында, башҡортто ла, ҡаҙаҡты ла иреккә күтәргән батырҙарыбыҙ хаҡында романдар яҙһаң икән. Был һинең ҡулыңдан килә!

Ғәлим ХИСАМОВ,
Салауат Юлаев исемендәге
дәүләт премияһы лауреаты.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 059

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 779

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 574