Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Моңдар иле, тиҙәр Бөрйәнемде, Бында донъя моңдан ярала…”
“Моңдар иле, тиҙәр Бөрйәнемде, Бында донъя моңдан ярала…” Республиканы иңләп-буйлап йөрөгән “Әҙәби нағыш” марафоны, ниһайәт, һәр береһе тарих һөйләгән тау-урмандар еренә, халҡыбыҙҙы данлаған эпос-ҡобайырҙар төйәгенә, Мөхтәр, Әхмәт, Зәйтүнә ише ғалимдар, Ғилман, Әлфиә кеүек йырсылар, Йәнғәлеләй бейеүселәр, Мөхәммәт, Дәүләтбайҙай ҡурайсылар тыуған төбәккә килеп етте. Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы – “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире, шағирә Гөлназ Ҡотоева етәкселегендәге әҙиптәр делегацияһын — район сигендә “Элгеләү” халыҡ фольклор ансамбле, Бөрйән һылыуҙары дәртле таҡмаҡтар, сәк-сәк һәм ҡымыҙ менән ҡаршы алды. Баянсы Әлфир Хәсәновтың күңелле бейеү көйҙәренә бейемәй, ҡушылып таҡмаҡ әйтмәй нисек түҙерһең – ҡунаҡтар менән ансамбль һылыуҙары асфальт юл өҫтөндә тыпырҙап та алды, шаян таҡмаҡтар ҙа яңғыраны.


Ҡунаҡтар Зәйтүнә Шәрипова, Гөл­наз Ҡотоева, Тамара Искәндәриә, Таң­һы­лыу Ҡарамышева, Зөһрә Фәй­зул­лина, Сөләймән Латипов, Рә­сүл Сәғитов, республиканың Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Рәшиҙә Солтанова артабан Бөрйәндең генә түгел, башҡорт халҡының изге тө­йәктәренең береһенә – мәшһүр “Урал батыр”, “Аҡбуҙат” эпостарына һут биргән ергә, йәғни Шүлгән мәмерйәһе тарафтарына — юл алды.
“Моңдар иле, тиҙәр Бөрйәнемде, Бында донъя моңдан ярала…”Район үҙәк китапханаһы залында үткән “түңәрәк өҫтәл” районда йәшәп ятҡан ижадсыларҙың бер төркөмөн – “Баҙал” әҙәби ижад берекмәһе ағза­ларын — йыйҙы. Әйткәндәй, бай ул Бөрйән ижадсыларға, шағирәбеҙ Мәҙинә Йәғәфәрова әйткәнсә, “барып ҡағылһаң, һәр ҡыяғы моң сығарған” бәрәкәтле ерҙә. Бына улар: Мөхтәр Сәғитов, Әхмәт Сөләймәнов, Зәйтүнә Шәрипова, Мөнир Ишбулатов, Самат Ғәбиҙуллин, Инсур Йәһүҙин, Зөфәр Толомғужин, Таңһылыу Ҡарамышева, Сәрүәр Ғәләүетдинов, Сөләймән Латипов, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Иршат Теләүембәтов, Рәсүл Сәғитов, Флүр Ғазин, Айһылыу Ғарифуллина, Ми­ләү­шә Ҡаһарманова, Рәшит Зәйнуллин, бүтән райондарҙа йәшәп ижад итеүселәр Мәҙинә Йәғәфәрова, Земфира Яубаҫарова, Зөһрә Үтәғолова, Фирүзә Йәнгирова, Лилә Хәмитова һ.б.
Бынан тыш, республика кимәлендә әллә ни танылмаһалар ҙа, район кимә­лендә бик әүҙем ҡәләм тирбәтеүселәр ҙә бихисап. Сәсән телле, ижады менән халыҡ күңелен яулаған аҡһаҡалыбыҙ Зәки Сөләймәнов, урыҫса шиғырҙар ижад итеп, төрлө шағирҙарҙың әҫәр­ҙәрен шул телгә камил ауҙарыусы уҡытыусы-шағир Булат Усманов, уҡы­тыусы-эҙәрмән, публицист һәм шағир йөрәкле Мөнир Фәйзуллин, уҡытыусы-хикәйәсе, ифрат та үҙенсәлекле телле һәм фекерле Миңнур Ҡасимова, үҙ­нәшер ысулы менән ике китабын сы­ғарған Алһыу Алтынбаева, үҙен моңло шағирә итеп танытҡан Гүзәл Нурут­ҡолова, ижадында фәлсәфә төп урын­ды биләгән Булат Тимер­ғәлиев, сә­сә­ниәбеҙ Гүзәл Һырлы­баева, ши­ғ­риәттә үҙ юлын табырға ынтылыусы Таңсулпан Рәсүл менән Айгөл Ғә­битова, үҙенсәлекле хикә­йәләр авторы Заһир Дәүләтбирҙин, әҙәбиәт донъя­һына моңло шиғриәте менән килеп ингән Таңһылыу Хәй­ретдинова, йырлап торған шиғырҙар һәм уларҙың байтағына көйҙәр ижад итеүсе йырсы-шағирыбыҙ Дамир Ғүмәров, хикәйәләр ижад итеүсе Нәзилә Манапова, Маг­нитогорскиҙа йәшәп, район гәзитендә ижад емеш­тәрен баҫтырыусы Рәмил Вәлиев, олораҡтарҙан Асия Вәлиева, Зәйтүнә Айытбаева, Флүрә Маликова, Зифа Юлсурина, Исмәғил Яманаев, Земфира Ишморатова, Рәйфә Ибра­һимова, Әнисә Ҡарағолова, Әнисә Йәғәфәрова, уларға лайыҡлы алмаш булып килеүсе өмөтлө йәштәребеҙ Лилиә Ҡаһарманова, Нурзилә Усманова, Айгиз Буранғолов, Айҙар ­Толомғужин, Лилиә Юлдашева, Розалия Зарипова һәм башҡалар. Шөкөр, Бөрйән еренән һут алып ижад итеүселәр бихисап.
“Түңәрәк өҫтәл”дә йәш ижадсыларҙың – Әбделмәмбәт ауылы ҡыҙы Нурзилә Усма­нованың, Байназарҙан Айгиз Буранғолов менән Лилиә Ҡаһарманованың — шиғырҙары, шулай уҡ прозала тәүге аҙымдарын яһаусы Миңнур Ҡасимова менән Таңһылыу Баһауетдинованың хикәйәләре ҡаралды.
– Нурзилә Усманованың донъяны шиғриәт күҙлегенән күреүе ярылып ята. Шулай булмай һуң, ул бит тележурналистар, шағирҙар, робот оҫталары, спортсылар үҫтереүсе Әбдел­мәмбәт мәктәбендә белем алған. Әлбиттә, уның ижады, башлап ҡәләм тирбәтеүсе һәр кемдеке кеүек үк, мөхәррир ҡәләменә мохтаж. Шағир кеше ябай ғына күренештә лә бүтән кеше күрмәгән образды тотоп алырға тейеш, – тине Башҡортостан Яҙыусылар союзының поэзия секцияһы етәксеһе Тамара Искәндәриә. — Матур фекерҙе матур формаға һалып өйрәнергә кәрәк, йәштәр. Кешеләге табышты яратырға хаҡлыһығыҙ, ләкин ҡабатларға хаҡығыҙ юҡ. Үҙ юлығыҙҙы эҙләгеҙ. Образдар эҙләгеҙ. Фекер – ул аҡыл һатыу түгел. Кеше һеҙҙең ижадығыҙға ҡарата үҙ фекерен әйтә икән, тимәк, ярҙам итергә теләй тигән һүҙ. “Урал батыр” эпосы тыуған ерҙә шағирҙар тыумауы мөмкин түгел!
Таңһылыу Ҡарамышева иң беренсе шиғриәт­тең серҙәренә төшөнөү кәрәклеген әйтте һәм был йәһәттән Рәмзилә Хисаметдинованың шиғыр­ҙарын өлгө итеп күрһәтте.
– Үҙ йәшегеҙҙән оло, үҙегеҙҙән аҡыллыраҡ булып күренергә тырышмағыҙ, аҡыл һатмағыҙ, йәштәр. Үҙегеҙ булып ҡалығыҙ, – тине ул.
– Һәр жанрҙың – үҙ ҡанундары. Прозаны рифмаларға һалырға ынтылмағыҙ. Шиғыр — ул кәйеф тә, кайф та, – тигән фекерен еткерҙе Гөлназ Ҡотоева.
Айгиз менән Нурзиләнең БДУ-лағы остаздары Зәйтүнә Шәрипова, был йәштәрҙә милли рухтың көслө булыуын һәм уларҙың шул йәһәттән башҡаларҙан айырылып тороуын телгә алып, үҙенең төплө кәңәштәрен еткерҙе.
Артабан “түңәрәк өҫтәл”дә хикәйәләргә анализ яһалды. Һәр нәмәнән мәғәнә эҙләп йәшәүсе, дөрө­ҫөрәге, донъяға ижадсы булып яралған Миңнур Ҡа­симова хикәйәләр яҙыуға урауыраҡ юлдар менән килде. Үҙе шиғырҙар, уларға көйҙәр яҙып, һәүәҫкәр композитор булараҡ та танылыу алған ҡыҙ, байтаҡтан бирле яҙышһа ла, хикәйәләрен быйыл ғына ҙур аудиторияға сығарҙы. “Донъя­ның ни эше юҡ, күңелдәгеләрҙе ҡағыҙға күсереп ҡалдырайым”, тип кенә тотонһа ла, хикәйәләре тел, сюжет йәһәтенән өлгөргән. Был авторҙың уларҙы байтаҡтан бирле күңелендә йөрөтөп, мәле еткәс кенә донъяға сы­ғарыуын дәлилләй торғандыр. Үтә лә халыҡсан теле йәлеп итә хикәйәләренең. Халҡыбыҙҙың тел ынйылары һибелгән хикәйәләргә яҡшы баһа бирелде.
Таңһылыу Баһауетдинованың “Аҡбәкәл” һәм “Иренендә ҡалды бәхет тәме” тигән хикәйәләре, “Тормош күренештәре” тигән дөйөм баш аҫтындағы парсалар шәлкеме “түңәрәк өҫтәл” хөкөмөнә сығарылғайны.
– Тел тойғоһо ныҡ үҫешкән халыҡ йәшәй Бөрйәндә. Был ижадсыларының телендә лә сағыла. Был телде шул килеш кенә һаҡлау зарур. Модаға эйәреп, сит һүҙҙәрҙе ҡушмағыҙ киләсәктә лә. Хикәйәләрҙең теле бик матур, – тине Рәсүл Сәғитов.
Гөлназ Ҡотоева ике авторҙың да хикәйәләрен республика матбуғатына тәҡдим итергә кәрәклеген әйтте.
– “Аҡбәкәл” хикәйәһен күңелем аша кисерҙем. Хикәйәлә башҡорт теленең бөтә мөмкинлектәре файҙаланылған. Уны уҡығанда үҙеңде ат итеп тояһың. Оҡшаны миңә хикәйә. Парсалар араһынан бигерәк тә көйәнтә элеп кейәү менән кәләштең юлын ҡыйған ҡыҙ тураһындағыһы һоҡландырҙы. Ҡабаттан эшкәртеп, уларҙың һәр ҡайһыһын бер хикәйә итерлек. Автор саҡ ҡына ҡабаланыраҡ яҙған һымаҡ, – тине Тамара Искәндәриә.
Марафондың үҙәк өлөшө, йәғни Йылъяҙма-китапты тапшырыуға арналған сара, район мәҙәниәт һарайының ҙур залында үтте.
“Салауат йыйыны”ның сәсәндәр бәйгеһендә гран-при яулаған Гүзәл Һырлыбаева дәртле сәләмләү шиғыры менән сығыш яһағандан һуң, сәхнә түренә 5 йәшлек Динислам Кинйәбаев сыҡты. Ул халҡыбыҙҙың мәшһүр эпосы “Урал батыр”ҙы яттан һөйләй башлағас, зал һоҡ­ла­ныуҙан телһеҙ ҡалғандай тойолдо. Дөрө­ҫөрәге, ғорурланыуҙандыр! Ролдәргә инеп, берсә – Урал, берсә Шүлгән булып ғорур баҫып торған сабыйға ҡарап, күҙҙәргә йәш тығылды. Киләсәге бар халҡымдың, әҙәбиәттең!
Райондың арҙаҡлы сәсәне Сабирйән Мөхә­мәт­ҡоловтың да “Һуналарға” тигән шиғыры яңғы­раны, баҡыйлыҡҡа күскән Самат Ғәбиҙуллин, Инсур Йәһүҙин кеүек талант эйәләренең дә исемдәре телгә алынды кисәлә.
Мәртәбәле ҡунаҡтар сәхнә аша халыҡҡа ҡарһүҙен еткерҙе, шағирәләр шиғырҙарын уҡы­ны. Бөрйәндең “Баҙал” ижад берекмәһе ағзаларының да шиғырҙарын яратып ҡабул иттеләр. Урыҫ телендә ижад итеүсе Булат Усманов “О, Аллах!” тигән шиғырын тәҡдим итһә, Мөнир Фәйзуллин, ирҙәр тураһында шиғыр уҡып, халыҡты тетрәтте. Моңло шағирәләр Гүзәл Нурутҡолова менән Гүзәл Һырлыбаевалар ҙа шиғри һүҙ менән йәндәрҙе имләне. Йәштәрҙән Айгиз Буранғолов, Нурзилә Усманова, Лилиә Ҡаһармановалар үҙ ижад емештәре менән бүлеште.
Кисәлә яңғыраған барлыҡ йырҙарҙың һүҙҙәре лә, көйҙәре лә Бөрйән авторҙарыныҡы ине!
Йылы, ябай, халыҡсан рухта үткән осрашыуҙан күңел дауаһы, рух байлығы алып ҡайтҡандыр тамашасы.
Моңдар иле, тиҙәр Бөрйәнемде,
Бында донъя моңдан ярала…
Шулай тип яҙған Бөрйән ҡыҙы, Әбйәлил килене, шағирә Мәҙинә Йәғәфәрова. Моң төйәгендә киләсәктә лә моңло ижадсылар тыуып торһон, Иншаллаһ!
Әҙәбиәт йылы тыуа ергә –
Әҙәмиәт йылы булһын ул.
Рух, иман һәм миһырбанлыҡ менән
Кеше йөрәктәре тулһын ул!
Тел асҡысы насип итһен Хоҙай,
Йөрәк-сәпкә тейһен һүҙебеҙ.
Һүҙ һөйләрҙән алда эштәр менән
Дан алайыҡ, әйҙә, үҙебеҙ.
Беҙ – китаплы халыҡ, рухлы милләт,
“Урал батыр”ҙары булған ил.
Тамсы тереһыуҙан терелгәнгә
Бәрәкәткә, ҡотҡа тулған ил,
– ти Бөрйәндең рухлы, хисле, ҡыйыу, моңло шағирәһе Айһылыу Ғарифуллина.
Эйе, әҙәби һүҙ йөрәк-сәптәргә тейеп, Кешелекте изгерәк, хислерәк, миһырбанлыраҡ, мәрхәмәтлерәк, моңлораҡ итһен ине.













Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 059

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 779

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 574