Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һүрәттәрҙә – “Ырғыҙ” күренештәре
Һүрәттәрҙә – “Ырғыҙ” күренештәреАтайымдың бер туған ҡустыһы Рим ағайым ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә Әмир Абдразаҡов, Ишмулла Дилмө­хәмәтов, Рәшиҙә Туйсина кеүек бөйөк шәхестәр менән эшләп өлгөрә. Профессиональ рәссам булараҡ, Ишмулла Дилмөхәмәтов тураһындағы “Ҡурай йыры” тигән фильмға декорация яһай. Бөтөн ғүмере буйына Һәҙиә Дәүләтшина тураһында кино төшөрөргә хыяллана ул. Ырғыҙ буйында тыуып үҫкән бала яҡташ яҙыусыһының романын нисек яҡын күрмәһен инде?! Рим Йыһангиров Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институтында диплом эше итеп “Ырғыҙ” исемле картиналар циклын ижад итә һәм уны “бишле”гә яҡлай. РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы, профессор М.А. Богданов һүрәттәрҙе юғары баһалай.
Рим Йыһангировтың картиналарында романдағы төп ваҡиғалар сағыла. Ырғыҙ буйындағы саман йорттар кү­ңел­гә айырыу­са яҡын. Айҙаҡайҙың һәр өйө үҙ урынында бирелгән. Рим ағайым Хәсән ауылын, уҙған быуаттың 50-60-сы йылдарында үҙе күргәнсә, өҫтәүенә өлкәндәр менән һөйләшеп, шулай аныҡ биреүгә өлгәшкән. “Ырғыҙ” романын ныҡ һәйбәт белгән уҡыусы ағайымдың һүрәттәрендә барлыҡ ваҡ деталдәрҙе күрә ала. Әҫәрҙең “Гөлйөҙөм”, “Яусы” бүлек­тә­ренән Үмәр ҡарттың кирбес йорто, Землян­ка баҙарынан ҡайтҡас, ауыл ҡарт­та­рының өй эсендә төрлө тауарҙы ҡарауы бер картинала бирелгән. Роман­дағы юлдарға күҙ һалайыҡ: “Был юлы Үмәр, урынынан тороп, мейес янындағы таяу эргәһендә ятҡан тоҡто ҡутарҙы. Ирҙәр бөтәһе лә тоҡ янына шыуышып эркелде: “Бына быныһы сәтин һымаҡ бер нәмә, бөрләнтин тиҙәрме, аршыны егерме биш тин ярым. Ҡыҙға күлдәк булыр тип алдым...”
Икенсе картинала ҡыҙылдарҙың Айҙа­ҡайға килеп инеүе һүрәтләнә. Саман кир­бестән һалынған өйҙәр араһында ағастан төҙөлгән йорт тора, атлы ҡыҙылгвар­дия­сының ҡулында – ҡыҙыл флаг. Куйбышев, эшселәрҙең батшаға ҡаршы күтә­ре­леүе тураһындағы юлдар ике картинала сағылыш тапҡан. Уларҙы төшөргәндә Рим ағайым Һамар (ул ваҡытта – Куйбышев) ҡалаһына барып, шул заводты табып һүрәтләгән.
Һүрәттәрҙә – “Ырғыҙ” күренештәре“Ырғыҙ” романының “Яңынан байҙар туп­һаһында” тигән етенсе бүлегендә “Ныяҙ­ғолдоң был старшина булыу байрамы өс көнгә һуҙылды...” тигән юлдар бар. Картинала ул күренеш тә сағылыш тапҡан. Ә икенсе бер һүрәттә “Боҙ оҙатыу” йолаһы атҡарыла. Ул элек Ырғыҙ буйында киң таралған булған. Үҙем былтыр татар­ҙар­ҙың Һамар өлкәһендә үткәрелгән байрамында булғайным. Шул ваҡытта аға­йым­дың картинаһын иҫкә төшөрҙөм дә, башҡорттарҙа был йола юҡҡа сыҡҡан икән, тип уйлап ҡуйҙым. Сираттағы һүрәттә иһә ҡатын-ҡыҙҙың көндәлек тормошо – бала тәрбиәләү, аш әҙерләү, өй йыйыштырыу – һын­ландырыла. Минеңсә, унда – сабый­ҙары менән Гөлйөҙөм.
Айбулаттың зыяраты һүрәтләнгән картина айырым урында һаҡлана. Рим аға­йым, ул фильм төшөргәндә ныҡ кәрәк буласаҡ, тип күҙаллаған.
Ике йыл элек Бөрө ҡалаһынан ҡайтып килгәнемдә Йәмилә еңгәм (ағайымдың ҡатыны) менән осраштым. Һамар өлкә­һендә Һ. Дәүләтшинаның музейын булдырыу маҡсатымды әйтеп, еңгәмдең рөхсәте менән һүрәттәрҙе алып ҡайттым. Бына хәҙер ике йыл инде улар Һамар өлкәһендә һаҡлана. Һүрәттәрҙе “Ырғыҙ” романын китап итеп сығарғанда ҡулланһындар ине ти­гән теләк менән янам. Уларҙы уҡыу­сылар, студенттар күрер, картиналар буйынса инша яҙыр ине.
Һамарҙа сыҡҡан “Беҙ – башҡорттар” исемле журналда Рим Йыһангиров тура­һындағы очергым донъя күрҙе. Ағайым 1940 йылдың 13 ноябрендә уҡытыусылар ғаилә­һендә өсөнсө бала булып тыуа. 1946 йыл­да аталары һуғыштан ҡайта, тик әсәләре ауырып үлеп китә. Фронтовик-уҡытыу­сы улдары Фрингель һәм Римде Өфөләге В.И. Ленин исемендәге мәктәп-интернатҡа урын­лаштыра. Рим ағайым X класты та­мам­лағас, Ҡазан ҡалаһындағы һынлы сәнғәт училищеһына уҡырға инә. Ул билдә­ле рәссам Рәшит Имашев менән бергә белем ала. ВГИК-ты тамамлағас, Мәскәү киностудияһында, Өфөләге драма театрында эшләй. 1978 йылдың 7 февралендә йәшләй вафат була.
Һүрәттәрҙә – “Ырғыҙ” күренештәреУның атаһы – Ғилман ҡартатайым – Өфөләге В.И. Ленин исемендәге мәктәптә уҡығанында Р. Ниғмәти менән бергә Һәҙиә һәм Ғөбәй Дәүләтшиндарға барып йөрөгән. Әлбиттә, улар хаҡында улдарына ла күп һөйләгән.
Рим Йыһангировтың картиналары ярты быуатҡа яҡын тик ятҡан, уларҙы бер нисә күргәҙмәлә әҙ генә кеше күргән. Хәҙер был һүрәттәр Ырғыҙ буйында, бөйөк әҙибәнең Украинка ауылында йыһазландырыла башлаған музейында башҡорт халҡының тарихын һөйләй. Һәҙиә Дәүләтшинаның романын халыҡҡа еткерә улар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 059

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 778

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 574