Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Пушкин байрамы тупланы
Пушкин байрамы тупланы Ял көнө булыуға ҡарамаҫтан, сәғәт 10-да халыҡ Пушкин һәйкәле янында күпләп йыйылғайны инде. Кемдер шиғыр уҡый, һибәләп кенә яуған ямғыр шағирҙың яратҡан миҙгелен хәтерләткәндәй. Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы генераль директоры Гөлдәр Моратова сығышын бөйөк шағирға бай ижады өсөн рәхмәт әйтеүҙән башланы һәм: “Емельян Пугачев етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышы үткән яу юлдары буйлап 1833 йылда сәйәхәткә сыҡҡанда, Александр Пушкин Башҡортостанға ла килергә тейеш була. Әммә төрлө сәбәп арҡаһында юлы төшмәй, ул Ырымбурға һәм Ҡазанға юллана. Шағир ихтилал тураһында тарихи мәғлүмәт йыя. Уны айырыуса илдең һәм хәрби етәкселектең эшмәкәрлеге ҡыҙыҡһындыра. Волга буйы, Урал тураһында географик һәм этнографик мәғлүмәттәрҙе ҡыҙыҡһынып уҡый. “Капитан ҡыҙын”да телһеҙ башҡорт образы аша һынмаҫ рухлы, көслө ихтыярлы халҡыбыҙ һынландырған бөйөк урыҫ шағиры Пушкин барып етмәгән урындарға – Салауат батырыбыҙҙың төйәгенә — юл тотабыҙ беҙ бөгөн”, – тип тарихҡа сәйәхәт яһаны.
Пушкин байрамы тупланыБашҡортостандың Яҙыусы­лар союзы идараһы рәйесе Наил Ғәйетбаев тантаналы рәүештә байрамды асҡандан һуң Пуш­киндың әҙәбиәттәге фиҙакәрлеге тураһында телгә алды. Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты, Баш­ҡортостан халыҡтары ассамб­леяһы етәксеһе Зөһрә Рәх­­- мә­туллина шағирҙың урыҫ теленең мәртәбәһен күтәреүҙәге өлөшөн юғары баһалап фекер әйтте. “Бельские просторы” жур­налының баш мөхәррир урын­баҫары Светлана Чураева бай­рамға мәктәп уҡыусылары, студенттар менән килгәйне. Улар шағирҙың шиғырҙарын ят­тан һөйләне. Журналдың яуаплы секретары Салауат Ва­хитов, шағирә Дилә Булгакова, “Истоки” гәзитенең баш мөхәррире Айҙар Хөсәйенов, шағир, тәржемәсе Николай Грахов Александр Пушкинға арнап шиғырҙар уҡыны. “Башҡор­тостан” гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире, шағирә Лариса Абдуллина шағирҙың әҙәби тел нормаларына индер­гән өлөшө, башҡорт шағирҙары уның әҫәрҙәрен тәржемә итеүе хаҡында бәйән итте. “Парнас” әҙәби ойошмаһы етәксеһе Альбина Мөхәрәмова IX класс уҡыусыларының сығышын әҙер­ләгәйне. Улар Пушкиндың ши­ғыр­ҙарын яттан һөйләү буйынса флешмоб ойошторһа, “Әҙәби трамвай” маршруты етәксеһе Илья Боровский барыһын да ижади сәфәргә саҡырҙы. Пушкин һәйкәленә сәскәләр һалғас, сарала ҡатнашыусылар һәм ҡу­наҡтар Мәжит Ғафури музейына юлланды.
Башҡортостан мәҙәниәт ми­нистрының беренсе урынбаҫары Валентина Латипова тантаналы рәүештә “Шағирҙың сәйәхәте” (Пушкиндың Бөтөн Рәсәй музейында һаҡланған материалдар буйынса) виртуаль күргәҙмәһен асты. Ошо музейҙың медиа-үҙәге етәксеһе, Өфө ҡыҙы Ирина Розина шағир тормошонан төрлө ваҡиғаларҙы һөйләне, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрҙе еткер­ҙе. Гөлдәр Моратова уға ҡурай, ҡумыҙ бүләк иткәс, Ирина Розина үҙ сиратында беҙгә бай мәғлүмәт туплаған китаптар, дисктар ҡалдырҙы. Күргәҙмәлә билдәле иллюстраторҙар П. Соколов, А. Бенуа, Б. Кожин, С. Герасимов һүрәттәренең кү­сер- ­­мәһе ҡуйылған. Иғтибарҙы иң ныҡ йәлеп иткәне – А. Пуш­киндың билдәһеҙ рәссам 1831 йылда төшөргән портреты. Күргәҙмәлә әҙиптең ҡулъяҙ­ма­лары күсермәһе лә бар. “Пу­гачевтың тарихы аҙ билдәле, Екатерина ваҡытында ул турала һөйләргә рөхсәт ителмәне”, – тигән шағир.
Шағирә Гүзәл Ситдиҡова Пушкиндың шиғырҙарын баш­ҡортсаға тәржемә иткән: улар сараға йәм өҫтәне. Марсель Сәлимов “Капитан ҡыҙы” әҫәрендәге телһеҙ башҡорт образына арнап яҙған шиғырын уҡыны. Ә прозаик Таңсулпан Ғарипова: “Пушкинды беренсе­ләрҙән булып Дәрдмәнд тәржемә иткән”, — тине һәм әҙиптең Пугачев ихтилалы юлдары буйлап йөрөүе, Салауат Юлаев тура­һында һөйләне.
Әйткәндәй, күргәҙмә Өфөлә өс ай эшләйәсәк. Баш ҡалабыҙ – Рәсәйҙең был сара ойош­торол­ған икенсе ҡалаһы.
Виртуаль музейҙы асыу тан­тана­һынан һуң Милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәрҙәре, Санкт-Петербургтан килгән ҡунаҡ Ирина Розина, яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатова Салауат районына юлланды. Иҙрис ауылы эргә­һендә Өфө ҡунаҡтарын Малаяҙ­ҙағы С. Юлаев музейы ди­рек­- ­торы Зилә Садиҡова ҡар­шы­ланы. Гүзәл тәбиғәтле ауыл­ға, Зөләйха шишмәһенә, Са­ла­уат мәмерйәһенә сәйәхәт ҡылдыҡ. Артабан батырҙың ты­уып үҫкән ауылы Тәкәйгә юллан­дыҡ. Унда ҡуйылған стелаға Салауат мә­мер­йәһе янындағы аҡланда йы­йылған ялан сәскә­ләрен һалдыҡ. Тирмә форма­һында мәрмәрҙән кәшәнә тө­ҙө- ­лә, киләсәктә уның эсенә батырыбыҙ тотҡонлоҡта вафат булған Эстония еренән тупраҡ алып ҡайтып һалырға ниәтләнә салауаттар.
Тәкәйҙән ҡуҙғалыуға бәрәкәт­ле ямғыр яуып, ике ҡатлы йәйғор ҡалҡыуы үҙенә күрә бер мөғжизә булып тойолдо. Әйтерһең дә, һүҙ сәнғәте байрамына, батыр ғә­мәл­дәренә тәбиғәттең фатихаһы был.
С. Юлаев музейында уҙға­рылған экскурсия ла фәһемле булды. Тарихыбыҙҙың ҡанлы, шанлы йылдарын хәтер­ләп тет­рәндек. Сәфәр Ҡорғаҙаҡ шиш­мә­һендә тамамланды. Зилә Әмин ҡыҙы һәр ауылдың, яндырылып юҡҡа сыҡҡандарының да тарихын ентекле һөйләне. Ирина Розина: “Сит илдәрҙә, диңгеҙ буйында ял итергә тырышабыҙ. Йүрүҙән буйында, ошо Салауат мәмерйәһе урынлашҡан тау итәгендә, тирмә ҡороп йәшәп алырға киләсәкмен ғаиләм ме­нән. Ҡоштар һайра­уына, йылға тулҡындары тауышына уянып, һыу инһәң ине. Тәьҫораттарҙы, киләсәккә пландарҙы шунда уҡ ноутбукка яҙып, ырамлы эшләр­гә мөмкин”, – тине.
Батырыбыҙҙың тыуған яғын­да, ғөмүмән, рухиәт тулҡынында бәүелгәндәй булдыҡ.

Регина ФАЗЫЛОВА,
Милли әҙәбиәт музейының ғилми хеҙмәткәре.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 059

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 778

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 574