Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Әҙәби нағыш” – Әлшәйҙә
Әлшәй районы әҙәбиәтебеҙгә Шамил Анаҡ, Рәйес Низамов, Рәшит Шәкүр, Земфира Муллағәлиева, Гөлфиә Юнысова, Розалия Солтангәрәева кеүек аҫыл ул-ҡыҙҙарҙы биргән. Шифалы Дим һыуы бөгөн дә йөрәктәргә илһам бөркә. Төбәктә йәшәп ижад иткән шағир-яҙыусыларҙың әҫәрҙәре республикабыҙҙың гәзит-журналдарында донъя күрә, китап булып нәшер ителә.
Һеҙгә, ҡәҙерле дуҫтар, әлшәйҙәрҙең ижад емешен тәмләтәбеҙ.


Ҡартаймаһын күңел

Ғүмер үтә, тип һин һис ҡайғырма –
Бары йылдар ғына үтә туҡтамай.
Ғүмереңә тик һин үҙең хужа,
Шул тарафта эшлә туҡталмай!
Ҡартлыҡ – шатлыҡ түгел тиһәләр ҙә,
Ҡартлыҡ бит ул йәшкә ҡарамай.
Кемдер 40-та бабай булып йөрөй,
Кемдер 70-тә лә ҡартаймай.
Йәш саҡтарын һағынып уфтанғанға
Әйтер инем шундай бер фекер:
Күңелеңде тик ҡартайта күрмә һин.
Ҡалғанына: “Аллаға шөкөр!”

Салауат КӨҪӘПҠОЛОВ.

Раевка ауылы.

Бала саҡ иле

Ҡояшы – саф алтын,
Күге – гәлсәр,
Ере – бәрхәт,
Ә һыуҙары – көмөш.
Әкиәттә түгел,
Ә эргәңдә
Йән иретер шунда ил бар, имеш.

Ул илдә һәр кеше
Дуҫ йә туған,
Һәр үләне хәтфә, һәр япрағы – юрған.
Иртә-кисен ҡоштар һайрауына,
Йырға-моңға,
Наҙға-нурға тулған.

Унда көндәр оҙон,
Йоҡо тәмле,
Күбәләктәре ҙур,
Тауҙар бейек.
Һәр бер көнө мөғжизәгә тулы –
Был матурлыҡ һис бер үтмәҫ кеүек.
Был илдәме?
Һайыҫҡаны – моңло,
Ҡуяндары – батыр,
Сыбығы – ат.
Был илдә юҡ асыу,
Үпкә, һағыш,
Ә дошманлыҡ инде
Бөтөнләй ят.

Был илдәме?
Иң көслөһө – атай,
Иң наҙлыһы – әсәй,
Иң иркәһе –
Яҙғы таң еле.
Йәнәшәлә генә
Шундай ил бар!
Их, бер генә ҡайтып кил ине,
Ул бит сихри
Бала саҡ иле!

Гөлнур ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.
Яңы Сәпәш ауылы.

Бәхет тауы

Туҡтап торсо, иркәм, артҡа ҡара,
Күпме ғүмер бергә үткәнбеҙ.
Киләсәктең яҡты баҫҡысына
Ҡулға-ҡул тотошоп еткәнбеҙ.

Туҡтап торсо, иркәм, артҡа ҡара,
Күрәһеңме, урман-даръялар.
Йәшлектәге үткән һәр бер көндө
Маңлай һырҙарына һалалар.
Туҡтап торсо, иркәм, артҡа ҡара,
Күрәһеңме, бейек ҡаялар.
Беҙ бит менгән ҡая баштарына
Балалар ҙа менеп баралар.

Туҡтап торсо, иркәм, артҡа ҡара,
Күккә ашҡан бейек ҡаялар.
Балаларға бәхет, иман теләп,
Ҡараштарын күккә бағалар.

Туҡтап торсо, иркәм, артҡа ҡара,
Уҙған ғүмер зая үтмәһен.
Бәхетлеләр үҙ парҙарын тапһын,
Беҙҙең ҡаяларға үрләһен.

Гүзәл ХӘЙРЕТДИНОВА.
Торонтайыш ауылы.

Йәшәү көсө

Тормош беҙҙе артыҡ иркәләмәй,
Һынауҙарын өйә күберәк.
Шул саҡтарҙа бирешмәҫкә кәрәк –
Йәшәү көсө барыбер нығыраҡ.

“Йәшәү көсө ҡайҙан килә?” – тиһең,
Сығанағы уның – мөхәббәт.
Йәнәшәңдә гел һөйгәнең булһа,
Күңелдәргә үтә лә рәхәт.

Бер-береңде ҡәҙерләп йәшәүҙән
Артыҡ тағы ниндәй бәхет бар?
Һөйә белмәгәндәр – ярты кеше,
Күңелдәре шуға артыҡ тар.

Эй, ғашиҡтар, аңлап йәшәгеҙ һеҙ,
Пар ҡанаттар кәрәк икәндер.
Ышыҡлаһын һеҙҙе бәләләрҙән
Мәңге аумаҫ тормош елкәне!

Вәсилә АМАНҒОЛОВА.
Раевка ауылы.

Белмәйем…

Белмәйем һине…
Ниҙәр уйлап ҡайҙан килгәнһеңдер,
Өлөшөңә кемдең төшкәнһеңдер.
Һин кемдеңдер яҙы булғанһыңдыр,
Күңеленә ташып тулғанһыңдыр.
Белмәйем һине…
Ҡай тарафҡа сыҡҡан юлдарың бар,
Йөрәктәрҙе арбар моңдарың бар.
Ер ҡыҙымы әллә һыу ҡыҙымы,
Күктең бер аҙашҡан йондоҙомо?!

Белмәйем һине…
Әкиәттәр тулы бер илдәнме,
Үҙем яҙып ҡуйған шиғырҙанмы?
Йәмдәр өҫтәп ғүмер ағышыма,
Килеп керҙең минең тормошома.

Илфаҡ ФАРИЗОВ.
Раевка ауылы.

Аҫаба

Үҙ еренә хужа булған башҡорт,
Әммә сит яҡтарҙы баҫмаған.
Төйәк эҙләп, яҡлау һорап
Килһәләр, баш тартмаған.
Тура һүҙле, асыҡ йөҙлө,
Киң күңелле аҫаба.
Иркен илен ҡыҙғанмай,
Мохтаждарға ла таба.
Өйҙәштәр ҙә тамыр йәйеп,
Хужа булып алалар.
Ә башҡорттар ипләп кенә
Телһеҙ ҡалып баралар.
Йөрәге сәмсел, үҙе ғәрсел –
Кешенән кәм булмаған.
Яуҙа башын һалһа һалған,
Тик башын юғалтмаған.
Еңелеү белмәгән башҡорт
Дусар булды хәмергә.
Бындай бәндә риза шул
Теләһә ниндәй әмергә.
Был афәтте еңер өсөн
Табылырмы ҡоралдар?
Киләсәктә был бәләнән
Ҡотолормо туғандар?
Битараф йәнде еңеп булмай
Ҡылыс тағып билеңә.
Иманлы юл – иң тоғро юл,
Йәшәү булыр илеңә.
Иманлының юлы яҡты –
Һөйөү булыр телеңә.
Ғәфләт йоҡоһонан уян,
Хужа бул үҙ илеңә!

Лилиә СӘЛИМГӘРӘЕВА.
Ҡармыш ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 059

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 779

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 574