Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бөтмәҫ-төкәнмәҫ хазина серҙәре
Сабыйлыҡтан күптән сығылһа ла, романтик рухҡа тоғро ҡалынған. Айына бер нисә тапҡыр үҙемдең һәм иремдең, ғөмүмән, ике хыялыйҙың, “Колумб өйәнәге” ҡуҙғала, яңы ҡитғалар асыу ниәте менән юлға сығырға ашҡынабыҙ. Әле бына Учалы районының Ҡолош ауылына елдерәбеҙ.

Автобус йә машина менән барырға мөмкин ине, әммә улай ҡыҙыҡ түгел дә баһа. Шунлыҡтан иптәшем Ҡолошҡа күрше ятҡан тыуған ауылы Ҡотойҙа көн күргән Ғәйнан бабаһынан һарысай алаша Айбулатты алырға һөйләште.
Бында инеүебеҙ булды, һәр ҡапҡа аҫтынан лауылдап эттәр атылып сыҡты, тештәрен ыржайтып беҙгә уҡталды. Уҫлаптай арландарҙың аяуһыҙ һөжүмен ҡамсы ярҙа­мында ғына баҫырға мөмкин ине. Бер аҙ һушым алыныуға ҡарамаҫтан, күңелем булды – мауыҡтырғыс мажара бит.
Эре биҙәк төшөрөлгән дәү ҡапҡалы Сафиуллин­дарҙың өйө эргәһендә туҡтап, атты ҡоймаға бәйләп торғанда, хужалар килеп сыҡты. Икеһе лә ихлас күреште. Киң яурынлы, уйсан, аҡыллы ҡарашлы Хәҙис ағайҙан бөркөлгән тыныс олпатлыҡ, мөләйем Фәнжиә апайҙан һирпелгән наҙ йөрәктәрҙе йылы хискә солғаны. “Хас халыҡ ижады гәүһәрҙәре мәңгеләштергән изге күңелле әбей менән бабай!” – тип эстән генә һоҡланып, ишек алдына уҙам.
Сафиуллиндар иҫке өйҙәрендә музей ойошторған. Әйтеүҙәренсә, Хәҙис ағайҙың тыуған яҡ тарихы менән ябай ҡыҙыҡһыныуы тора-бара йәшәйеш рәүешенә әйләнә. Яңы экспонат өсөн ул ваҡытын да, аҡсаһын да йәлләмәй. Фәнжиә апай иренең ихтыяжын аңлап, һанлап, теләк­тәшлек күрһәтә. Музейҙы таҙа, бөхтәлектә тотоуҙа, зауыҡ менән биҙәүҙә, әйберҙәрҙе теркәп урынлаштырыуҙа ул – Хәҙис ағайҙың алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы.
Үҙенсәлекле мәҙәни усаҡтың күргәҙмә материалы көндән-көн тулылана, ишәйгән коллекция яйлап иркен йорт-ҡураны баҫып килә. Бына – муйыл төйөр өсөн ҙур киле. Төйгөсө лә бар. Эргәлә – ҡул тирмәне. Һуҡа әле лә, яҙ етһә, дан хеҙмәте менән хушһындыра. Ҡул бысҡыһы ла үҙенә иғтибар йәлеп итә, шунда уҡ яҫы саңғылар һөйәлгән.
– Был раритет – шанлы замандар шаһиты, – тине Хәҙис ағай. – Бөйөк Ватан һуғышы осоронда беҙҙең ауылда фронт өсөн саңғылар яһағандар. Барлыҡ эш ҡул менән башҡарылған. Ауылыбыҙ аҡһаҡалы Зәит Шакиров үтә ҡатмарлы технологияны аңлатты. Ауыр эште атҡарып, Ҡолоштоң “тыл һалдаттары” һынатмаған.
Экскурсия дауам итә. “Сим-сим, асыл”, – тип шаяртып музей тупһаһын ашатлайбыҙ. “Их-ма!” – арбау һүҙҙәре юш килде, ахыры: алдыбыҙҙа байлығы менән күҙҙе ҡа­маш­тырып Әли баба мәмерйәһе йәйрәп ята. Ни генә юҡ бында! Иҫәпһеҙ-һанһыҙ экспонаттар тәртип менән тематик мө­йөштәргә төркөмләнгән. Урындыҡтағы бишек, сигелгән ашъяулыҡ өҫтөнә ултыртылған самауыр, төрлө һауыт-һаба, милли кейем өлгөләре ата-бабабыҙҙың боронғо көнитмешен кәүҙәләндерә. Быяла аҫтында – ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре, беләҙектәр, йөҙөктәр, боронғо аҡсалар. Ир-ат “уйынсыҡтары” ла – ҡармаҡтар, ырғаҡтар, төрлө ҡорал­дар – төрлөлөгө менән хайран итә. Һуғышҡа арналған бүлек тә бик бай. Өсмөйөшлө хаттар ҙа, бысаҡ-мылтыҡтар ҙа бар. Һуғыш тамамланыу хәбәрен һөйөнсөләп, 1945 йыл­дың 10 майында сыҡҡан “Правда” гәзите лә ҡәҙерләп һаҡлана. Тыуған яҡ таштары, йәшмәләре, талдан үрелгән кәрзиндәр, мурҙалар, ҡурай көпшәһе, музыка ҡоралдары, сабаталар, ҡайсылар, тәгәрмәстәр, үтектәр, патефон – бөтмәҫ-төкәнмәҫ хазина.
Кәштәләрҙә теҙелгән кәрәсин шәмдәре диҡҡәтемде тарта. Берәүһе нәҡ Ғәләүетдиндең тылсымлы лампаһы. “Әллә ышҡып ҡарарға инде?” – тип торғанда, Хәҙис ағайҙың тылсымлы әйбер хаҡында бәйән итеүе ҡолаҡҡа салынды:
– Барыһы ла ошоларҙан башланды инде, – тине ул, быяла футляр эсенә беркетелгән ҡул таяҡтарын күрһәтеп. – Ауылыбыҙ муллаһы Зәйнулла Рәсүлевтең мөриде булған. Бөйөк шәйех уға ошо таяҡты бүләк иткән. Мулла таяҡ ярҙамында осоп йөрөгән, тиҙәр. Бесәндән башҡа­ларҙы алдан ҡайтарып, үҙе сабынлыҡта тороп ҡала икән ҡарт. Арбаға тейәлгәндәр ҡайтыуға, бабай өйҙә сәй эсеп ултыра, ти. Һуңынан, мулла баҡый булғас, ҡатынының таяҡты ҡулда бейетеп ултырғанын күптәр тамаша ҡылған. Был ҡәҙерле мираҫты мулланың туғандары миңә тапшырырға булды. Тәүҙә баш тарттым. Һуңынан тағы үтенгәс, ҡабул иттем. Шунан бер-бер артлы экспонаттар йыйыла башланы.
Изге әйбер тыуған яҡтың үткәнен һаҡлау кеүек мөһим һәм сауаплы эшкә нигеҙ һалыуға этәргес булып, тора-бара сағыу йыйылманың ынйыһына әүерелә.
Фотоһүрәттәр стендына төбәлгәнмен. Төрлө төҫкә ингән һауаны икегә бүлгән ҡуйы томан, әллә төтөн бағанаһы. “Силәбе метеориты”ның эҙе икән, датаһы ла яҙылған. Үткән ғүмер ҡайтмаҫ, ҡалған хәтер табылмаҫ тигәндәй, күпселек кеше сәйерһенде лә онотто был хаҡта. Ә Хәҙис ағай иҫтәлекле ваҡиғаны киләсәк быуынға еткерерлек итеп ташҡа баҫҡан.
Хәстәрлекле хужабикә нисәнсе тапҡыр инде сәйгә са­ҡырҙы. Ҡунаҡ бүлмәһендә, әкиәттәгесә, төрлө ашам­лыҡтан өҫтәл һығылып тора. Һыйланып, теләктәребеҙҙе еткереп, ҡайтырға сығабыҙ. Бына-бына алда йәнә ғәжәп күренеш асылыр кеүек…






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 597

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 409

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 663

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 403

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 567