Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ашҡаҙар”ҙың абруйы арта
Ситтә һәр кеше, үҙенең йөрәгенә яҡын булған йырҙарға, үҙенсәлекле моңона, туған телендәге тапшырыуҙарға сарсап, зар-интизар булып йәшәй. Был — тәбиғи. Шуныһы һөйөнөслө: хәҙер “Ашҡаҙар”ҙың тулҡындары сит илдәргә лә барып етә!
Интернеттан был каналды табып, кәрәкле тулҡындарға көйлә лә, әйҙә, тыңла көнө буйы туған моңоңдо! Көндөҙ генә түгел, хатта төнө буйы... Ундай саҡта йыраҡ аралар ҙа, тыуған илеңдең меңәр саҡрым алыҫлығы ла тойолмай хатта! Мин дә элек өйөмә ҡайтып инеү менән “Юлдаш”ты ҡабыҙып, һыуһынымды ҡандырырҙай йырҙарҙы, ихтыяжыма тап килерҙәй тапшырыуҙарҙы тыңлай алмай йөрөгәйнем. Баҡтиһәң, бер мин генә түгел икән. Күптән түгел бер танышым сит илдән ҡайтып төштө. Һүҙ араһында ул миңә, ҡара әле, радиола бер ҙә йүнле тапшырыуҙар юҡ, тип зарланғас, шунда уҡ “Ашҡаҙар”ға көйләп бирҙем.
“Ашҡаҙар”ҙың бәләкәй генә юбилейы хөрмәтенә ошо тылсымлы канал хеҙмәткәрҙәренә әйтәһе һүҙҙәремде еткергем килә. Радионы сит илдәр ҡитғаһында тыңлауы — бигерәк тә оло шатлыҡ! Йөрәктәргә бөтмәҫ-төкәнмәҫ моң, илһам, дәрт бирә. Был каналда бөтәһе лә иләктән үткәрелеп, һайланып алынған йырҙар. Күңелдәргә дәрт, илһам, иң мөһиме — рухи аҙыҡ бирә. Ә ниндәй фәһемле һөйләшеүҙәр алып барыла унда! Республикамдың арҙаҡлы кешеләре менән төрлө юҫыҡтағы ҡыҙыҡлы һөйләшеүҙәр уйланырға, йәшәү серҙәренә төшөнөргә, мәғәнәһен аңларға булышлыҡ итә. Унда милли рухты, үҙаңды үҫтерерҙәй бихисап рубрикалар бар.
“Ашҡаҙар” радиоканалы халҡымдың үҙаңын үҫтереүгә, милли рух тәрбиәләүгә булышлыҡ итә. Шундай изге орлоҡтар сәсә ул “Ашҡаҙар”! Фәһемле, ғилемле һүҙҙәре менән халҡым күңелен үҫтереп кенә ҡалмай, ә кешене тәрбиәләй ҙә. Аҙна һайын эфирға сыҡҡан “Был беҙҙең донъя” тапшырыуында иһә республикабыҙҙың арҙаҡлы һәм танылған шәхестәре менән әңгәмәләр булһынмы, йә иһә ябай кешеләрҙең төплө мәғәнәгә эйә булған төрлө фекерҙәре тиһеңме — барыһы ла күңелгә яҡын. Халыҡ әйтһә — хаҡ әйтә, тигәндәй, ашҡаҙарҙар фәҡәт халыҡ һүҙҙәренә, фекеренә, аҡылына таянып ижад итә. Көнө-төнө арымай-талмай башҡорт халҡына хеҙмәт итеүсе, бай йөкмәткеле, фәһемле тапшырыуҙар авторҙарына, шулай уҡ арҙаҡлы шәхестәргә, программаларҙы ентекле күҙлектән үткәреп, эфирға әҙерләүселәргә рәхмәтем ҙур.
Тәнзилә КЕЙЕКБАЕВА.
Италия.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 651

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 537

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 749

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 383

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545