Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күгәрсендә күңел ҡанатлана
Күгәрсендә күңел ҡанатлана Яҡты тойғоларға сорналып юлландыҡ Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева тыуған төбәккә Әҙәбиәт йылы уңайынан ойошторолған сараларға. Район хакимиәте башлығы Фәрит Мусин Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуған төйәгендә баш ҡала ҡунаҡтарын һәм яҡташтарын ҡаршы алды: Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев, шағирҙар Рәмил Йәнбәк, Зөфәр Вәлит, Венер Фәттәх яҙғы көндөң нурҙарына ҡойоноп аяҡ баҫты был ергә. Республикала ойошторолған һәр сарала әүҙем ҡатнашҡан, милли байрамдарҙы рухи юғарылыҡта уҙғарған төбәктә, моғайын, был юлы күңел ҡанатланыр, тигән уй юҡҡа ғына йүгермәне.

Ысынлап та, райондың Кү­гәр­сен мәк­тәбендә йыр-моң, дәртле бейеүҙәр менән ҡаршы алды балалар. Төбәктең иң ҙур ауылда­рының береһендә өс йөҙгә яҡын йорт иҫәпләнә бө­гөн. Заманында ике мәхәллә халҡын берләш­тер­гән ике мә­сет булған. Әйткәндәй, хәҙер ҙә иман йорто икәү. Ә инде беҙҙе ихлас ҡаршы алған мәктәпкә нигеҙ 1919 йылда һалынған. Тәүҙә бында башланғыс бе­лем­ генә бирһәләр, 1932 йыл­да район Советы ҡарары менән ете йыллыҡ мәктәп итеп үҙгәртелә. 1936-1937 йылдар­ҙа 23 уҡыу­сы белем уса­ғын тамамлау тураһында таныҡ­лыҡ алып сыға. Ә инде 1950-1951 йылдарҙа 12 уҡыусы урта мәк­тәп беле­менә эйә булыу ха­ҡында өлгөргәнлек аттестатын ала.
Күгәрсендә күңел ҡанатланаБылар хаҡында тәфсирләп яҙыуым юҡҡа түгел, сөнки бө­гөн дә белем усағы балаларға белем биреү менән генә сик­ләнеп ҡалмайынса, төбәктең та­рихы, ауылдың яҙмышы, шә­хестәре ха­ҡында килгән ҡунаҡ­тарға, йәш быуынға мәғлү­мәт еткерә. Ма­териа­лдарҙың ба­рыһын туплаған тыуған яҡты өйрәнеү музейы тап уҡыу йортонда урынлашҡан да инде. Мөдире Фәрүәз Кәли улы Вә­литов ха­ҡында үҙ эшенең оҫ­таһы тип әйтеү генә аҙ. Ул – фанат, ул – үҙйөрөшлө энциклопедия, яҡты хәтерле совет кешеһе. Му­зейҙа тупланған һәр фото, һәр китап, һәр яҙма тураһында ул бик оҙаҡ һәм ентекле итеп һөйләй.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡат­наш­ҡан әҙип, Татарстан Яҙыусы­лар союзы ағза­һы, киң билдәле Корчагин яҙмышына тиң ғүмер кисергән Мәжит Ра­фиҡов хаҡында был музейҙа бик бай мәғлүмәт һаҡлана: фотолар, шәхси әй­бер­ҙәр, хаттар. 18 йә­шендә Бө­йөк Ватан һу­ғышында ҡаты яра­ланып ҡайт­ҡан егет ғүме­рен әҙәбиәткә бағышлаған: китаптар яҙған, тәр­жемә ме­нән шөғөлләнгән, нәшер итеү эшен­дә ҡат­наш­ҡан. Ғәйепһеҙ хөкөм ителеп, уға каторганың әсе һурпаһын эсергә лә тура килә. Ҡазанда ерләнгән. Ғү­мере буйына ҡаты һынауҙарға дусар булһа ла, Мәжит Рафи­ҡов һәр ваҡыт тормошто, ке­ше­ләр­ҙе, бигерәк тә яҡташ­тарын яратты, тине­ләр Күгәрсендә.
...Мәҙәниәт һара­йын­дағы әҙәби кисә лә тап Әҙәбиәт йылына, Мәжит Рафиҡов­тың тыуыуына 90 йыл тулыуға һәм ошо ауылдан сыҡҡан шағир Зөфәр Вәлиттең ижадына бағыш­ланды. Район хакимиәте башлығы Фәрит Мыр­ҙагилде улы залдағы­лар­ҙы ғына түгел, килгән ҡунаҡ­тар­ҙы ла әҙәби донъя менән тә­рән­дән ҡыҙыҡһыныуы, һәр яңылыҡ ту­раһында хәбәрҙар булыуы менән һоҡ­лан­дырҙы. Ошолай һәр тарафта етәк­селәр шиғыр уҡыһа, үҙенең сығышында шағирҙарҙы телгә алһа, уларҙың ҡанатлы юлдарына таянһа, илебеҙ, көнөбөҙ күпкә мәрхәмәтлерәк булыр ине, моғайын.
Башҡортостандың халыҡ ша­ғи­ры Ра­уил Бикбаевтың фронтовик-яҙыусы Мә­жит Ра­фиҡов менән Өфө­лә күреш­кәне лә булған. Әйт­кәндәй, ос­рашыуҙа­рының иҫ­тәле­ге булып музейҙа фото ла һаҡ­лана. Залдағыларҙы етеп кил­гән Еңеү байрамы менән тәб­рик итеп, Рауил Төхвәт улы шиғыр­ҙарын уҡыны, төбәктең әҙәбиәткә индергән өлөшөн юғары баһа­ланы.
Мәжит Рафиҡовтың туған­дары исеме­нән Әлиә Сади­ҡова сығыш яһап, ха­лыҡ­тың хәтерендә яҡты эҙ ҡалдырған ба­баһының ижадына, кисә ойошторған яҡташтарына рәх­мәт әйтте. V класс уҡыу­сыһы Азалия Якиева М. Рафиҡовтың “Төлкө улы Хәйләпүш” шиғы­рын сәхнә­ләш­терҙе. Бик оҫта уйнаны ҡыҙыҡай төлкө малайы булып. Афарин!
Яңыраҡ Ф. Кәрим исемен­дәге пре­мияға лайыҡ булған шағир Рәмил Йәнбәк шулай уҡ яҡташ­та­рына шиғри сәләмдә­рен еткерҙе. Күгәрсен ауылында тыуған яҡта­шы, шағир Зөфәр Вәлит ижады ха­ҡында йылы фекерҙәрен әйтте, уға арнап шиғыр уҡыны. Шағир Венер Фәттәхтең сығышы ла ҡәләмдәштәренең һүҙенә ауаздаш булды. Ул, йыйылған ха­лыҡты шаян шиғырҙары менән сәләмләп, берсә уйландырҙы, берсә көлдөр­ҙө. “Күгәрсен халҡы менән бик яҡындан танышмын, тип әйтә алмайым, әммә мин Зөфәр Вәлит тигән ижадсыны беләм. Ә ул – үтә лә тыйнаҡ, ғәҙеллекте һөйгән, асыҡ күңелле кеше. Бөтөн Күгәрсен халҡы ла миңә хә­ҙер уның кеүек яҡын”, – тине ул сығы­шында.
Башҡортостан Яҙыусы­лар союзы ағзаһы, З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриә­тендә бер нисә китап сығарған шағир Зөфәр Вәлит хаҡында яҡташтары бары тик матбуғат аша ғына белә. Урындағы ха­лыҡ та, музей хеҙмәт­кәрҙәре лә, уҡытыусылар ҙа уның менән күптән осра­шырға те­ләүен, әммә ыңғай яуап ишет­кән­­дәре булмауын үпкә итеп бел­дерҙе. Тап Әҙәбиәт йылын­да ауы­лы халҡы, яҡташтары менән осрашыуы – яҙыусыға, моғайын, илһам, дәрт өҫтәр.
Күгәрсен һандуғасы Фәйрү­зә Ис­кәндә­рова Зөфәр Вәлит ши­ғы­рына яҙылған йырҙы баш­ҡарып ҡыуандырҙы. Ша­ғир­ҙың яҡташ­тары күҙенә ҡа­рап ара­лашы­уы, шиғырҙарын уҡыуы, ҡәләмдәше Мә­жит Рафиҡов хаҡындағы хә­тирә­ләре менән уртаҡлашыуы ике яҡ өсөн дә күптән көтөлгән ваҡиға булғандыр. Бер шиғы­рында ла бит ул юҡҡа ғына:
Өлтөрәнеп ҡайтып киләм
Яҡташтарымды уйлап,
Йөрәгем алдан йүгерә
Күгәрсен юлы буйлап, –
тип яҙмаған.
Мәҙәниәт йортондағы кисә­лә ошо яҡ егете А. Маннанов шиғыр­ҙарын уҡыны, Илгиз Ниғ­мәтуллин – “Башҡорт маршы”, “Гармунсы егет”, Ф. Маннано­ва – татар бейеү­ҙәрен, З. Ил­мөхәмәтова “Оҙатыу” йырын башҡарҙы. Башҡортос­тандың халыҡ артисы Ғәзим Илья­сов менән йыр конкурстары лау­реа­ты Нәғим Нуримановты оҙаҡлап тыңларға теләк бар ине лә бит, тик сығыштарҙы йәнле аралашыу алыштырып торҙо. Ришат Бәҙретдинов­тың “Еҙ ҡың­ғырау” моңдары һәр кемдең күңе­ленә хуш килгән­дер. Сығыштар ара­һында ши­ғырҙар уҡыу, Мәжит Рафиҡов тормошонан хәтирәләр менән уртаҡла­шыу байрамды рухи юғарылыҡҡа әйҙәне.
Йыр-моң бишегендә бәүел­де был көн. Күгәрсен яҡта­рынан ҡанатланып ҡайтҡан күңел әле һаман яҙғы күктәргә талпын­ғандай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 058

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 604

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 416

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 672

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 573