Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҙмыш ҡорбандары
Яҙмыш ҡорбандары Роман-хәтирәнән өҙөк

Кеше! Рәнйетмә, таплама кешене,
Һалып уттарға, тапама кешене;
Әгәр күрмәй тиһәң выждан ғазабы —
Ғазаплан, тик ғазаплама кешене!
Ғүмәр Хәйәм.
I
Һәр еңеү аяуһыҙ көрәш, бихисап ҡан, ҙур ҡорбан-юғалтыу талап итә. Көнбайыш илдәрен еңел генә теҙ сүктергәс, йәшен тиҙлегендә килеп, Мәскәүҙә ояламаҡсы ине фашист ҡоҙғондары. Был маҡсатҡа улар өлгәшә лә яҙҙы. Илебеҙҙең йөрәгенә саранча урынына ябырылдылар. Ҡурҡаҡ ир ҡуй башынан да ҡурҡа, тигәндәй, бәғзе түрәләр алыҫ тылға ҡасып боҫто. “Айбарлы ирҙәр бар сағында, баҙынмаҫ дошман илемә”, — тип уйлаған арыҫлан ир-егеттәр саранча алдына ҡояштай баҫты. Халыҡ ҡалды. Ил йөрәген һаҡлаусы Ҡыҙыл Армия ҡалды.
Дошмандың һәр ут позицияһы башта алынмаҫ тимер ҡәлғә булып тойола. Үлемгә ебәрмәҫ өсөн, әйтерһең, Хоҙай Тәғәлә һалдаттың яурынына тау өйөп ҡуйған. Ут позицияһы алынғас, тимер пәрҙә лә йыртыла, ҡулбаш­тағы тау ҙа емерелә, яугир иркен тын алып ҡуя; хәҙер инде уның күңел күгендә ғорурланыу тойғоһо ғына түгел, бер ни тиклем маҡтаныу, һауаланыу хисе лә барлыҡҡа килә: ул — еңеүсе. Был ваҡытта ул үҙен батыр арыҫланға, дошманын ҡурҡаҡ ҡуянға тиңләп йөрөй.
Мәскәүҙең күҙенә туп-тура ғәйрәтләнеп килеп, күпте күргән, күпте кисергән был күҙ ялҡынына сыҙай алмайынса артҡа сигенгәс, Сталинградты баш эйҙереп, илебеҙ баш ҡалаһының күҙенә түгел, һыртына килтереп һуҡмаҡсы ине Гитлер. Ул ниәте лә барып сыҡмағас, көрәш майҙаны Курсктың утлы дуғаһына күсерелде.
Был ваҡытта Гитлер менән Сталин һөҙөшөргә торған ике тәкәне хәтерләтте. Кемдең мөгөҙө нығыраҡ? Ҡайһы тәкә берәгәйлерәк бәрер? Тағы ла күп ҡорбан һораясаҡ был көрәштең һөҙөмтәһен бөтә донъя зарығып көттө.
Сталинградтағы дәһшәтле алышта дошмандың йөҙҙән ашыу дивизияһы тар-мар ителгәйне. Беҙҙең дә юғалтыу­ҙар ҙур булды. Шуға күрә ике яҡтың да тиҙ генә һөҙөшөргә иҫәбе юҡ ине әле. Әммә беҙҙекеләр: “Йыланға ояларға ирек бирһәң, үрсеп алғас, муйыныңа урала”, – тип ашыҡ­ты. Тегеләр: “Көтөлмәгән ҡунаҡты һыйламайҙар, ул үҙе талап ашарға тейеш”, – тип ярһыны. Нисек кенә булмаһын, мөгөҙҙәрен ныҡ сарлап, тәкәләр тиҙерәк һөҙөшөргә ашыҡ­ты. 1943 йылдың 15 апрелендә Гитлер, яҙғы бысраҡ бер аҙ кибеү менән, һөжүм башларға һәм Совет ғәскәрҙәрен Курск районында тар-мар итеп, тараҡан урынына һытып бөтөрөргә йәшерен бойороҡ бирҙе. Уныңса, бындағы еңеү донъяла иң “абруй-низамлы” немец халҡына ғына түгел, бөтә донъя өсөн яҡты, мәңге һүнмәҫ факел буласаҡ.
Был ваҡытта “һуғыш пәйғәмбәре” (яугирҙәр уны шулай тип атаны) маршал Жуков, Ставка вәкиле булараҡ, маршал Тимошенко етәкселек иткән Төньяҡ-көнбайыш фронтында “пәйғәмбәрлек итә” ине. Дошмандың Орел, Сумы, Белгород һәм Харьков тирәләрендә әлеге донъя түбә­һендә факел балҡытыу өсөн туп­ланған көсөн белеп, уларға зирәк аҡылы менән стратегик-тактик анализ яһағас, Воронеж һәм Үҙәк фронт коман­дую­щийҙары, Генштаб начальнигы Васильевский менән етди, ҡат-ҡат кәңәшләшеп, маршал Жуков Сталинға объектив, аныҡ фекерен яҙып ебәрә. Хәҙер инде ҙур юғалтыуҙарға дусар булып, шаҡтай ҡаҡшаған дошман яҙ көнө генә күп резерв туплап, Мәс­кәүҙе солғап алыу өсөн башта Кавказды тиҙ генә ҡулға төшөрөп, унан һуң Волгаға сығып һөжүм итергә әҙер түгел әле. Һөжүм йәй урталарында көтөлә. Дошман бында күп хәрби көс туплай. Әммә беҙҙең төп маҡсат хәҙергә – уның көс-ҡеүәтен оборонала торған килеш ҡаҡшатыу. Ә инде һөжүмгә күскәс, тын алырға ла ирек бирмәйенсә, кәзә майҙарын сығара-сығара ҡыуасаҡтар. Ил һаҡлау – ҙур­лыҡ, ил баҫыу хурлыҡ икәнлекте аңлап китһендәр оңҡоттар.
Гитлер армияһы әле ныҡ көслө. Ул ун биш-ун алты танк дивизияһы тупланы. Шулар һәм күп һандағы самолеттар менән контрһөжүмгә күсәсәк. Маршал Жуков иҫәпләүенсә, ҡотороноп килгән был аждаһаларҙың башы, беҙҙең оборона нығытмаһына ороноп, селпәрәмә киләсәк. Үҙәк һәм Воронеж фронттары өсөн элек ҡаралған танкыға ҡаршы оборонанан тыш йәнә 30 артиллерия полкы булдырыуҙы талап итте Жуков, һуңғылары хәҙергә Ставка резервында торорға тейеш. Был хәбәрҙе түкмәй-сәсмәй Сталинға еткерҙе “һуғыш пәйғәмбәре”.
Резервтар илебеҙҙең төрлө-төрлө урын­дарында пәйҙә булды. Башҡорт­остандың Иглин районында 469-сы мино­мет полкы ойошторолдо. Ул туранан-тура Сталиндың Став­каһы ҡарамағында ине. Фронтта уны “Башҡорт пол­кы” тип тә йөрөттөләр. Башҡорт, татар, рус, сыуаш, мари, йәһүд... кем генә юҡ ине унда! Ҡыҫҡаһы, егерме ете милләт вәкиле бар ине. Әммә, Башҡортостан ерендә барлыҡҡа килгәнлектән, уның үҙәген, «ҡан ағышын», күберәк башҡорт халҡы тәшкил итте.
Полк Таутөмән һәм Покровка ауылдарында формалашты. Үҙҙәре төҙөгән казармаларҙа торҙолар. Тегенән-бынан йыйған хәрбиҙәр араһында әле мыйығы ла сыҡмаған 18 йәшлек елкенсәк тә, нужа ҡалъяһын арыу ғына йотоп, биш-алты, хатта ете-һигеҙ бала үҫтереп, ҡартлыҡ ҡапҡаһына ҡул һуҙыусы 50 йәшлек йонсоу ағайҙар ҙа бар ине. Башҡортостандағы – Алкин, Ырымбур өлкәһендәге Тоцк лагерҙарынан полк мәктәбе бөткән кесе командирҙар – сержант һәм кесе сержанттар ҙа килеп төштө. Әммә полкка былар ғына етмәй ине әле. Йәш­лек­тең йәшел баҡсаһына яңы аяҡ баҫҡан 18 йәштән түбән­дәрҙе, ах-ух килеп йөрөгән хәстә бәндәләрҙе, 50 йәш­тә елеге ҡороған бахырҡайҙарҙы, еүеш бесән кеүек тиҙ быжыған ваҡайҙарҙы һалдат хеҙмәтенә алып, ут эсенә тығыуҙа бер хәсиәт тә юҡ. Аптырағас, Ҡотлубан махсус лагерынан, әйткәндәй, аҡһаҡ-туҡһаҡ хәрбиҙәрҙе барып алды­лар. Былар – фронттан яраланып ҡайтҡандар. Ре­зерв­та торалар. Инде башҡаса һалдат ҡайышы быуырға көсө ҡалмағандарҙы, хеҙмәте өсөн ҙур рәхмәттәр әйтеп, өйөнә оҙаталар. Егәре булғандарҙы, һайлап алып, йәнә һуғыш утына ебәрәләр.
Элек армияға иң сәләмәт, беләкле һәм йөрәкле, әз­мәүер егеттәрҙе һайлап алалар ине. Бер ауылдан егерме егет ҡаралһа, шуларҙың дүрт-бише генә һалдат хеҙмәтенә яраҡлы була. Был инде — ҙур ғорурлыҡ. Улар, күкрәктәрен генералдай киреп, бына беҙ ниндәй эре картуф тигәндәй, маҡтанып, морон сөйөп йөрөйҙәр. Ҡыҙҙарҙың да еләк кеүектәре – улар ҡулында. Армия хеҙмәтенә алыныу ул ваҡытта егет кеше өсөн ҙур бәхет һанала ине. Ә инде был “бәхет арбаһына” ултыра алмайынса ҡалғандар түбәнһе­неп, кәмһенеп йөрөнө.
Һуғыш башланғас, билдәле, ундай талымланыуҙар бөттө. “Бәхет арбаһы” – бөтә кеше өсөн дә уртаҡ. Шулай ҙа башта һайлау мөмкинлектәре бар ине әле. Ә инде ҡырҡ өсөнсө йылда өмөт сатҡылары “ҡырҡмыш тайҙарға”, бер күҙе мейес башына ҡарай башлаған ҡарт-ҡороға, фронтта яраланып ҡайтҡан ғәрип-ғөрә­бәгә килеп терәлде. Ҡот­лубан махсус лагерынан килгәндәр араһында, ысынлап та, аҡһабыраҡ йөрөүсе лә, беләгендәге яраһы-йәрәхәте ныҡлап төҙәлеп-уңалып бөтмәгәне лә бар ине. Ләкин улар аҡһау­ҙы ла, беләк һыҙлауҙы ла һиҙҙермәҫкә тырышты. Быларҙың күбеһе һуғышҡа саҡлы уҡ кадровый хеҙмәткә алынған, әлеге “бәхет арбаһына” “бына мин кем” тип ирәйеп ултырған һалдаттар ине.
Улар – хәрби хеҙмәттең тимер тәрти­бен ныҡ үҙләштер­гән, иленә, ватанына ихлас күңелдән тоғролоҡло булған ҡорос ихтыярлы кешеләр. Шуға күрә, әле ил ут эсендә янған ваҡытта, өйгә ҡайтып, бала-саға, ҡатын-ҡыҙ, ҡарт-ҡоро араһында буталыуҙы килештермәгәндәрҙер. Ил һаҡлаған – ирәйеп йәшәгән, тип уйлағандарҙыр. Уларҙың күбеһе яңынан һуғышҡа – ут эсенә – китеү теләген үҙҙәре белдергән. Әлбиттә, тыл менән фронт араһында бәйлән­гән еп төйөнөн нығытыу өсөн улар ауылда ла бик кәрәк. Әммә илдең иң ауыр яҙмышы – әлегә фронт ҡырында. Ил­дең иң зәһәр яҙмышы – ир иңендә. Улар шуны уйлағандыр.
Ставка ҡарамағында буласаҡ 469-сы миномет полкы сафтарын Ҡотлубандан килгәндәр ҙә тултыра алманы. Ул йылдарҙа Республика хәрби комиссариатынан, фронтҡа ебәреү өсөн кеше һаны күрһәтелеп, район хәрби комиссариатына заявкалар килеп кенә торҙо. Ундай ҡағыҙҙар Иглин район хәрби комиссариатын да урап үтмәне. Әммә Иглин районында башҡа полктар ҙа фор­малашып фронтҡа оҙатылды. Хәҙер бындағы ауылдарҙан тағы ла мобилизация үткәрергә тырышыу салт аяҙ күктән ямғыр өмөт итеү менән бер. Хәйер, башҡа райондарҙа ла шул уҡ хәл. Һуғыштың утлы ауыҙы бик ҙур бит: ебәрә торалар — йота тора.
Һуғыш, билдәле, “мөмкин түгел”, “тоҡто әйләндереп һелктек”, “тамам ҡороноҡ” тигән һүҙҙәр менән меҫкенлә­неүҙе, гонаһлы бәндәнең иман алдында ҡалтыранып торғаны кеүек булыуҙы яратмай. Полкты тейешле хәр­биҙәр менән тулыһынса тәьмин итмәй, Ставка бойороғон еренә еткереп үтәмәй ҡара – йәнеңде аҡыртып һурып алып, ус төбөңә ялтыратып килтереп һаласаҡтар. Күп-күп варианттар эҙләп, ете ҡат үлсәгәс, тиҙ генә бер ҡат киҫергә булдылар: һуңғы өмөт Өфө төрмәләрендә ултырған гонаһлы бәндәләргә – арестанттарға – барып төбәлде.
Ил терәге – ир, тигәндәр һуғыша, ҡан ҡоя, ә былар, гонаһ “ҡаһармандары”, уттан ҡасҡан ярғанаттай, себендәй үҙ йәндәрен һаҡлап, зиндан эсендә йәшеренеп ята. Улар бит ана шул күҙ ҡараһындай ғәзиз иле өсөн һуғыш яланында аяуһыҙ ҡан ҡойған, сит-ят ерҙәрҙә гүр эйәһе булған ҡаһармандарҙың – ил йондоҙҙарының – хәләл көсө менән тир түгеп, ҡырмыҫҡалай көн-төн хәрәкәт итеп йыйған алтын бөртөгөндәй ҡәҙерле малдарын оятһыҙ рәүештә урлаусы, типтереп, кәйеф-сафа ҡороп йәшәргә яратыусы, имәнес бер ләззәтләнеү өсөн ил арыҫланы булырҙай кешенең башына етеүсе әҙәм аҡтыҡтары, түбән йәнле меҫкен бәндәләр. Хөкүмәт уларҙы ашата, кейендерә, күҙ теймәһен тигәндәй, һаҡ аҫтында ғына йөрөтә. Етмәһә, алтын ҡуллы, киләсәктә ил яҙмышын үҙ иңдәренә алырға тейешле батыр ирҙәр донъя именлеге өсөн баш һалғанда, был һоро ҡорттар, үҙе сығарған афәт­тән ҡасып ҡотолған иблис шикелле, иҫән-һау ҡала. Ғәҙеллекме был? Түгел. Яза урынына быларға йән һаҡлау ожмахы биргәндәр, һуғыштан һуң киләсәк ауыр йылдарҙа ил, халыҡ яҙмышын шул ырыҫҡалһыҙҙар ҡулына тапшырырғамы? Юҡ инде. Алла йоҡлаһа, шайтан бик күп этлек ҡылып ташлар ине, ти. Төрмәләрҙең ишеген шарран-яра асып, быларҙы полк һалдаттарының тығыҙ сафына килтереп ҡаҙаҡланылар.
Миномет полкында хәрби техника сәнғәте серен үҙләш­тереү, уның айышына төшөнөү бик еңел түгел. Миномет үҙе генә лә 360 килограмм ауырлыҡта, һәр мина – 16 килограмм. Алты километр йыраҡлыҡҡа ата ала ул. Угломер, прицелды аҙ ғына дөрөҫ ҡуйма, тоҫҡау нөктәһен тейешенсә һайлама, мина, кем әйтмешләй, сәпкә түгел, “һөткә” китә.
Разведчик, радист, элемтәсе... – кем генә юҡ бында. Етмәһә, минометсылар йәйәүле һалдат һөнәрен дә юғары кимәлдә үҙләштерергә тейеш: авто­мат, карабин, винтовка, ПТР (танкка ҡаршы ата торған ҡорал), пулеметтан оҫта атыу, төрлө типтағы гранаталарҙы дошманға мәргән ырғыта белеү... Бөтәһе лә ҙур оҫталыҡ талап итә.
Төрмәнән килгән ҡыл ҡойроҡтар башта быларҙың бөтәһенә лә ҡаш йыйырып, ҡул һелтәп, һырт ҡабартып, хатта хулигандарса көлөп ҡараны: ташты һығып һыу сығарып булмаған кеүек, беҙҙән бынамын тигән файҙалы фронтовик яһай алмаясаҡһығыҙ, йәнәһе. Һалдаттарға ғына түгел, хатта командирҙарға ла теләһә ни әйтеү, ҡул­дарына ирек биреү, ауыл ҡыҙҙарына һөжүм итеү, өйҙән-өйгә инеп, ҡурҡытып ашарға һорап йөрөү... – уларҙан береһе лә ҡалманы. Шундай ас күҙ һалдаттар менән һуғыш утына ин инде, ышаныслы окопташ булып, бер-береңде үлемдән һаҡла, дошманға ҡаршы аяуһыҙ көрәш. Ул бит себендәй үҙ йәнен һаҡлар өсөн һине генә түгел, атаһын, әсәһен, туғандарын һәләк итергә әҙер. Фронтта һине атып китеп, теге яҡҡа һыпырырға ла күп һорамаҫ. Алйот юлдаш булмаҫ, ишәк моңдаш булмаҫ, ти.
Полк командиры майор Чернявский расчет, взвод, батарея, дивизия коман­дирҙарына һаман бер үк һүҙҙәрҙе туҡып торҙо:
– Беҙҙең башҡа сарабыҙ юҡ, ҡайҙандыр бер кешене лә ала алмаясаҡбыҙ, түҙемле булырға тырышығыҙ, тәрбиә­ләр­гә кәрәк; уларҙы түбәнһетеү, әрләү, ҡағыу менән мауыҡмағыҙ, кешеләрсә эш итһәгеҙ, бер ваҡыт аңламай ҡалмаҫтар, улар ҙа әҙәм балаһы бит.
– Бүре балаһын бүреккә һалһаң да, ҡәҙерҙе белмәй, урманға ҡаса, – тип күп командирҙар һаман ыңғырашып йөрөнө, алйотҡа алты ҡалас биш тин, тип уйланы.
Нисек кенә булмаһын, күп ғазап менән теләһә нисек ойошторолған был полкты ҡар ҡатыш ямғыр яуған апрель айының имәнес бер һалҡын көнөндә ҙур тантана менән фронтҡа оҙаттылар. Көндәрҙән бер көндө Бөйөк Ватан һуғышында даны алыҫтарға таралған Прохоровка стан­ция­һына килеп етте ул. Унан һуң полк­ты утлы дуғаның үҙәк уты дөрләгән урынға килтереп тыҡтылар. Яңы полк — яңы көс — Ставка ышанысы, йәнәһе.

II
“1943 йыл, 10 июль. Беҙ иртәгә һуғышҡа инәбеҙ, Гөлъ­ямал апай. Әле көтмәгәндә ҡайҙандыр хат ташыусы йү­герә-атлай килеп сыҡты ла, кемдәрҙең “өсмөйөш”тәре бар, давай, тиҙерәк, йәһәтерәк, биш минут ваҡыт, тип ашыҡ­тырҙы. Һалдаттар, юл тоҡсайын аҡтара-аҡтара, ҡағыҙ-ҡәләм алды. Мин дә аҙыраҡ һыҙғылап ташларға булдым. Алда ауыр көрәш көтөлә. Ләкин күңелең тыныс булһын, апай! Минең өсөн һеҙгә бер ҡасан да ҡыҙарырға, әҙәм араһында кәм-хур булырға тура килмәҫ. Беҙ, 1924 йыл­ғы­лар, ифрат бәхетле булып сыҡтыҡ: артҡа сиге­нергә түгел, “ура” ҡысҡырып, һөжүм итергә барабыҙ. Үҙеңә, Разия апайға түкмәй-сәсмәй ҡайнар сәләм. Мәрйәмгә Алкиндан, Таутөмәндән бихисап күп хат яҙ­ҙым. Ләкин ҡош теле ҙур­лығы ғына булһа ла бер яуап та ала алманым. Беҙ бит хәбәрләшеп торорға вәғәҙәләш­кәйнек. Әллә миңә бер-бер асыуы, үпкәһе бармы? Беҙҙең мөхәб­бәтте үҙең беләһең бит инде, Гөлъямал апай! Һәй, яҙаһы һүҙем тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел инде... Ана, беҙҙекеләр машинаға те­йә­лә... Китергә команда булды... Хуш, апай!.. Ҡустығыҙ Сәлим”.
Ул арала яҡында ғына – һалдаттар араһында – йөрөгән взвод командиры лейтенант Әмин Харисовтың ҡалын, ҡарлыҡҡан тауышы яңғыраны:
— Сержант Пирмухаметов! Кончай...
Үҙенең фамилияһын ишеткәс, һиҫкәнеп китте Сәлим:
– Есть кончать... – тине лә, ашыға-ашыға өсмөйөш яһағас, адрес яҙып, хат ташыусы янына ашҡынып осто. Тапшырғас, абына-һөрөнә тигәндәй, бына-бына ҡуҙғалыр­ға торған машинаға табан томоролдо. Башҡалар ултырып бөткәйне инде. Уны яугирҙәр кузовҡа ҡулынан тартып алды.

Суфиян ПОВАРИСОВ,
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 058

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 573