Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сәсәнлек ҡандан килә
Мин уны беренсе тапҡыр Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының тамаша залында студенттар өсөн барған концертта күрҙем. Дөрөҫөрәге, уларҙы — Светлана менән Сәйҙәш Сәсәнбаевтарҙы. Сәйҙәш думбырала уйнай, ә Светлана йырлай. “Тала, тала ике беләгем...” тигән халыҡ йырын бик үҙенсәлекле итеп, беҙҙең яҡ өсөн бөтөнләй ят көй менән башҡарғайны улар. Икенсе йыры ла беҙҙең яҡҡа хас түгел ине — быныһы Сәйҙәш Сәсәнбаев үҙе ижад иткән “Ташлыкүл” йыры булған икән. Улар шундай дәрт менән сығыш яһаны, залдағылар дәррәү алҡыштарға күмеп, оҙаҡ ҡына сәхнәнән сығармай торҙо үҙҙәрен.
Бына шул рәүешле Стәрлетамаҡ халҡы өсөн бығаса бөтөнләй ят булған думбыра моңо менән тамашасы йөрәгенә инеп ултырҙы Сәйҙәш Сәсәнбаев 90-сы йылдар башында. Үҙенә генә хас аһәңе, ҡабатланмаҫ моңо менән өр-яңы төҫ өҫтәне ул башҡорт сәнғәте донъяһына. Быға тиклем халыҡ көйҙәренә теҙмәләрҙе думбырала уның кеүек заманса башҡарыусыны күргәнем юҡ ине.
Шул мәлдән бирле ике тиҫтә йыл ваҡыт үтеп тә киткән, ә ул инде хәҙер — күптән виртуоз думбырасы булып танылған һәм популяр артист ҡына түгел, нәфис һүҙ оҫтаһы ла, төрлө музыка ҡоралдарында, кәрәк икән, синтезаторҙа, ҡурайҙа, һыбыҙғыла ла берҙәй профессиональ юғарылыҡта оҫта уйнаусы күп ҡырлы талант эйәһе.
Сәсәнбаевтарҙың Стәрлетамаҡҡа килеп төпләнеүе лә көтмәгәндә килеп сыға. 1993 йылда улар Нефтекамала уҙған “Дуҫлыҡ йыры” конкурсында ҡатнаша. Светлана йырлай, ә Сәйҙәш синтезаторҙа уйнай. Һәләтле йәш парҙы шунда уҡ Стәрлетамаҡ филармонияһына эшкә саҡыралар.
Хәҙер инде улар үҙ тормошон Стәрлетамаҡтан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмай. Ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Улдары Азамат әле Екатеринбургта Рәсәй дәүләт профессиональ педагогия университетының 3-сө курсында тауыш режиссеры һөнәрен үҙләштерә, ә ҡыҙҙары Йәннәт мәктәптә уҡый.
“Ул ваҡытта Стәрлетамаҡты күргән дә юҡ ине әле, — ти Сәйҙәш Ләбиб улы. — Әйткәндәй, әле булһа беҙҙең ҡалала башҡорт драма театры барлығын белмәүселәр бар икән. Бер танышым: “Ҡайҙа эшләйһең?” — тип һораны ла, театрҙа тигәс, “Бәй, беҙҙә башҡорт театры бармы ни?..” — тип аптырап яурынын һикертеп ҡуйҙы. Ғәжәп хәл бит, үҙ-үҙебеҙгә бикләнеп ятабыҙ... Әллә эшләп еткермәйбеҙме икән? Әллә үтә ныҡ битарафлыҡ, моңһоҙлоҡмо икән...”
Думбыра сәнғәтенә урау юлдар аша килә Сәйҙәш. Свердловск өлкәһенең Красноуфимский районы Табанлыкүл ауылында тыуып үҫкән малай һигеҙенсе класты тамамлағас, ауылдарынан ике йөҙ саҡрым булған Свердловск мәҙәни-ағартыу училищеһының халыҡ ҡоралдары оркестры бүлегенә уҡырға инә.
“Һигеҙ йәшемдә мандолинала уйнарға өйрәндем. Төп уйын ҡоралым баян булһа ла күңелем балалайкаға ятты. Әле биш-алты йәш самаһы ғына булғандыр, ватыҡ бер гитараның буш грифын тотоп уйнаған булып ҡыланғаным хәтерҙә ҡалған. Воронеж өлкәһендә армияла хеҙмәт иткәндә хәрби округтың тынлы оркестрында кларнетта уйнаным, йәғни “духовик”ка әйләнеп киттем”, — тип дауам итә һүҙен.
1979 йылда ул Ҡазан сәнғәт институтының халыҡ инструменттары факультетына имтихан тапшырып ҡарай, конкурстан үтмәй. 1982 йылда армиянан ҡайтҡас, артабан уҡыуын дауам итеү теләге менән Силәбе мәҙәниәт институтының халыҡ инструменттары оркестры бүлегенә уҡырға инә. Унда балалайкала уйнай. Һәр ваҡыт эҙләнә, ә нишләп беҙҙең үҙебеҙҙең милли ҡыллы инструментыбыҙ думбыра юҡ икән, тигән уй тынғы бирмәй уға.
Думбыра менән беренсе тапҡыр гәзит аша таныша. Ул саҡта Өфөлә филармонияла эшләп йөрөй. “Известия Башкортостана” гәзитендә бәләкәй генә бер мәҡәлә күреп ҡала. “Овчинников делает не только скрипки, гитары, но и домбры”, тип яҙылған була. Шул күңеленә һеңеп ҡала ла тынғылыҡ бирмәй йөҙәтә. Өфө сәнғәт институтында думбыра эшләп һаталар икән. Һатып алыуын-ала, әллә ни оҡшатып еткермәй. Бер йыл үткәс, Овчинниковты эҙләп табып, оҫтаханаһына барып, унан махсус думбыра эшләтеп алып ҡайта. Ул яһаған думбырала электрон ысул менән дә уйнап була — шуныһы бик уңайлы. Думбыраның тағы ла шул яғы яҡшы: балалайкаға ҡарағанда мөмкинлектәре күберәк, йәғни виртуозыраҡ, байыраҡ — ҡул менән дә, медиатор менән дә уйнап була.
Синтезаторҙа, баянда, шулай уҡ ҡыллы инструменттарҙың барыһында ла уйнай. Ә бына арфала уйнағаны юҡ. Нәҡ беҙҙең думбыра ҙурлығында ҡытайҙарҙа ла, болгарҙарҙа ла ҡыллы инструмент бар. Уларҙыҡы тик соло-инструмент булараҡ ҡына ҡулланылһа, беҙҙең думбыраға ҡушылып мөнәжәт, ҡобайыр әйтергә мөмкин. Виртуозлыҡҡа ирешеү өсөн иң беренсе уң яҡ ҡулдың таһыллығы кәрәк. Смычокты дөрөҫ тоторға, тойомлау мөһим.
Сәйҙәштәге сәсәнлек олаталарынан килә. Әйтәләр бит, ҡан тарта тип. Атаһы Ләбиб Хәниф улы — гәйнә ырыуы башҡорто, уникаль кеше. Таланты күп яҡлы — иҫ киткес рәссам да, музыкант та, ҡалай сигәләүсе, балта оҫтаһы ла. Мәктәптә рәсем, һыҙма дәрестәренән уҡытты, һуңғараҡ клубта эшләй, СССР-ҙың мәҙәниәт отличнигы. Әсәһе мәрхүмә Мәрзиә баянда ла оҫта уйнай, йыр-бейеүгә лә маһир була. Уларҙа ярты ауыл — Сәсәнбаевтар, ә фамилияның уларға ҡатнашлығы юҡ. Хәниф ҡартатайҙың атаһы Сәсән исемле булған — шул ҡарт олатайҙың исемен алты балаһы ла фамилия итеп алған.
Һәр ваҡыт эҙләнеүсән, тынғыһыҙ Сәйҙәш Сәсәнбаев Йылайыр районында Ишмулла Дилмөхәмәтовтың тыуыуына 75 йыл тулыуға арнап уҙғарылған ҡурайсылар һәм думбырасылар конкурсында ҡатнаша һәм 1-се дәрәжә дипломға лайыҡ була.
Тик бына уның хеҙмәте ошоғаса лайыҡлы баһаланмауы ғәжәпкә ҡалдырҙы. Әлбиттә, бер ниндәй дәрәжә лә халыҡ һөйөүен алмаштыра алмай — уныһы раҫ. Ә бит Сәйҙәш Сәсәнбаев кеүек думбырасылар — беҙҙең ҡалала ғына түгел, милли мәҙәниәтебеҙ өсөн дә ҙур табыш. Итексенең итеге юҡ тигәндәй, ошоғаса уның компакт дискы булмауы аптыратты.
Быларҙың барыһына ла ваҡ мәсьәлә тип ҡарай ул. — Һәләтем киң, — ти әңгәмәсем. — Көйҙәр яҙам. Башта филармонияла эшләнем, шунан театрға күстем. Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрының музыка бүлеге мөдире булып эшләү дәүеремдә егерменән ашыу спектаклгә көй яҙҙым. Үҙебеҙҙең театрҙан тыш, “Нур” театры, Стәрлетамаҡ урыҫ драма театры менән дә хеҙмәттәшлек итәм. Студияла фонограмма яҙам, шуны ла оноторға ярамай: фонограмманың сифаты ҡоролманан ғына түгел, үҙеңдәге белемдән һәм һәләттән тора. Аҙна һайын туй үткәреүҙә ҡатнашам, синтезаторҙа, думбырала, кәрәк икән, саксофонда, башҡорт ҡурайында ла, татар ҡурайы — һыбыҙғыла ла уйнайым”.
Татар ҡурайына килгәндә, ул башҡорт ҡурайынан шуныһы менән айырыла: уны ағастан яһайҙар, баҡыртмаһы бар. Уны алып та, бороп та йөрөтәләр. Ә башҡорт ҡурайы урман яғында күп үҫә. Ҡайтҡан һайын күп итеп алып килеп, дуҫтарға, таныш-белештәргә тарата икән.
Бына шулай, күрше өлкәлә, милли мәҙәни мөхиттән ситтә тыуып үҫкән егет, бала саҡтан күңеленең иң түрендә ата-бабаларыбыҙ рухына һөйөү сатҡылары йөрөткән. Һәм ана шул рух сатҡылары барыбер үҙенекен итә — ҡасан да булһа бер баҙлап, ваҡыты еткәс, ташты ярып сыҡҡан шишмә кеүек, урғыла башлай.
Әҙәм балаһы ҡайҙа ғына йәшәмәһен, нисек кенә булмаһын, ғүмер баҡый үҙ асылын эҙләүсән, әлмисаҡтан ҡанына һеңгән рух тойғоһона тоғро ҡалыусан, был — хәҡиҡәт. Бына шундай уйҙар килде башыма Сәйҙәш Сәсәнбаев менән әңгәмәләшкәндә.
Роза ҠОБАҒОШОВА.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 058

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 573