Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ике ҡыҙҙың эссеһы” — иң шәбе!
“Ике ҡыҙҙың эссеһы” — иң шәбе!
Күптән түгел Сочи ҡалаһында Бөтә Рәсәй “Иң яҡшы ғилми китап” конкурсының еңеүселәре һәм лауреаттары билдәләнде. Юғары уҡыу йорттары педагогтары һәм ғилми-тикшеренеү учреждениеларының ғилми хеҙмәткәрҙәре араһында ойошторолған бәйге тәүге тапҡыр уҙғарылмай. Шуныһы ҡыуаныслы: сараны яҡтыртырға йыл һайын матур сәбәп сығып тора. Быйыл да (хәйер, бишенсе йыл рәттән инде) йола боҙолманы — педагогия фәндәре кандидаты, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы доценты Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙы менән философия фәндәре докторы,
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры Самат Әбдрәхим улы Мөхәмәтйәновтарҙың “Ике ҡыҙ эссеһы” исемле китабы “Гуманитар фәндәр” номинацияһында еңеү яуланы. Ғалимдарҙы ҙур еңеүҙәре менән беҙ ҙә тәбрикләнек, форсаттан файҙаланып, китап хаҡында ла белештек.


— Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙы, бынан бер нисә йыл элек тә һеҙҙең менән осрашыуға ошо конкурс сәбәпсе булғайны. Ул йылды хеҙ­мәтегеҙ, яңылышмаһам, “Педагогика һәм психология” номинацияһында билдәлән­де. Шул саҡта һеҙ: “Иң яҡшы ғилми хеҙмәт­тәрҙең авторҙарын асыҡлаған конкурстың әлегә Рәсәйҙә аналогы юҡ”, — тигәйнегеҙ. Фекерегеҙ үҙгәрмәнеме?
— Юҡ, әлбиттә. Киреһенсә, ҡыҙыҡһыныуым йылдан-йыл артып, нығына ғына. Быйыл, мәҫәлән, эксперт комиссияһы дүрт меңдән ашыу ғалимдың эшен ҡараны. Был – иҫ киткес ҙур хеҙмәт. Иң мөһиме — конкурстың геог­рафияһы Рәсәй менән генә сикләнмәй. Бөйөк Британия, Франция, Германия һәм башҡа илдәрҙең ғалимдары менән “көс һынашырға” тура килә. Унан һуң, сараға ярашлы халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияларҙың, төрлө те­ма­ларға “түңә­рәк өҫтәл”дәрҙең ойошторолоуы, аралашыу, танышыу, башҡа ғалимдарҙың хеҙ­мәттәрен өйрәнеү — ҙур тәжрибә майҙансығы ул.
— “Ике ҡыҙҙың эссеһы”. Әҙәби жанрҙың фәнни конкурста еңеүе бер аҙ аптыратты, әлбиттә.
— Бында һүҙҙе эссенан түгел, ә уның фәлсәфәүи асылынан башлар инем. Минең дә, Самат Әбдрәхим улының да ғилми эшмә­кәр­леге башлыса студенттар, буласаҡ уҡы­тыу­сылар, айырым осраҡта хатта етәкселәр менән бәйле. Аң-белем биреү менән бер рәттән, уларҙы шәхес итеп үҫтереү, йәмғиәттә үҙ урындарын табырға булышлыҡ итеү — төп маҡ­саты­быҙ. Ә бының өсөн нимә кәрәк? Кеше тәү сиратта матур, аҡыллы итеп һөйләшә, аралаша белергә, ниндәй генә хәлдә лә айыҡ фе­кер йөрөтөргә, бер ҡасан да юғалып ҡалмаҫҡа тейеш. Матур һөйләгән кешене тыңлауы ла рәхәт. Әлбиттә, кемделер (бигерәк тә ул юғары вазифа биләй икән), һин шулай ит, һин былай ит, тип өйрәтеп булмай. Һәр нәмәгә ижади ҡарарға кәрәк.
— Һөҙөмтәлә был алымды эссела таптығыҙмы?
— Нәҡ шулай. Француз философы Мишель Монтень: “Эссе — ул асыҡлыҡ, ғәҙеллек һәм яһалмаһыҙлыҡ”, — тигән. Әгәр кеше эссе яҙа белә икән, уның уй-фекерҙәре лә теүәл, аныҡ, теле бай, күңеле асыҡ.
— Тимәк, һеҙ китапта эссе яҙырға өйрәтәһегеҙ?
— Шулай тиһәң дә була. Әлбиттә, тота килеп кенә яҙыу стиле күрһәтелмәй. Әҙәби жанрҙың тарихынан алып бөгөнгө заманға саҡ­лы үҫеш юлы тулыһынса һүрәтләнә. Ниәттә­ребеҙ уй-фекерҙәр, билдәле ғалимдарҙың сығыштары менән нығытыла. Һәм төп маҡсат, әлбиттә, кешелә һөйләү оҫталығын тәрбиәләү­гә ҡайтып ҡала.
— Ә шулай ҙа ни өсөн китап “Ике ҡыҙҙың эссеһы” тип аталды һуң?
— Ғилми хеҙмәт ике студент ҡыҙҙың эссеһы менән асыла. Береһе тыуасаҡ балаһына хат рәүешендә яҙылған, икенсеһе “Мин сикһеҙ бәхетлемен” тип атала. Эсселар үҙенсәлекле, бай тел менән ижад ителгән.
— Исеме есеменә тура килһен, тинегеҙ инде.
— Есеменә лә, йөкмәткеһенә лә тура кил­терергә тырыштыҡ. Шулай ҙа иң ҙур телә­гебеҙ — ғилми хеҙмәт менән уҡытыусылар, етәк­селәр, халыҡ менән яҡын мөғәмәләлә булған вазифалы кешеләр танышып сыҡһын ине. Һүҙ ҡоралдан көслө, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит.
— Сер булмаһа, киләһе конкурсҡа ниндәй эштәр тәҡдим итмәксеһегеҙ?
— Һуңғы ваҡытта идара системаһы хеҙмәт­кәрҙәре менән йыш аралашырға тура килә. Әле яңыраҡ ҡына муниципаль берәмектәрҙең V съезы үтте, унда ла урындағы үҙидара органы етәкселәре менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеп алдыҡ. Бының менән нимә әйтергә те­ләйем: муниципалитеттарҙың, етәкселәрҙең эшмәкәрлеген күҙ уңында тотҡан, идара сис­темаһын, ундағы эш алымдарын, айырыуса халыҡ менән аралашыуға ҡағылғандарын, көйләүгә йүнәлтелгән ғилми хеҙмәт яҙаһы ине.
— Тағы бер тапҡыр еңеүегеҙ менән ҡотлайбыҙ, Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙы! Артабан да матур уңыштар, яңынан-яңы ғилми хеҙмәттәр ижад итеүегеҙҙе теләйбеҙ!

Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 058

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 604

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 416

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 672

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 573