Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тормошто көйгә һалып...
Тормошто көйгә һалып..."Йыр һәр кемдең үҙе менән йәшәй. Уны шатланғанда ла, моңланған саҡта ла, күңел килгәндә, теләгән ваҡытта, теләгән ерҙә йырларға, һис тә булмаһа, эстән генә көйләргә мөмкин", – тигән арҙаҡлы ғалим, фольклорсы Салауат Ғәлин. Был һүҙҙәр менән килешмәү мөмкин түгел. Кемде генә алмайыҡ, күңел торошоноң нисек булыуына ҡарамаҫтан, һис ҡасан да йырҙан айырылмай, йыр — уның ғүмерлек юлдашы. Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Флүрә ҮҘӘНБАЕВА менән осрашып һөйләшкәндә, ул, йыр әҙәм балаһын йәшәтә һәм йәшәртә тиеү һис кенә лә арттырыу түгел, тине. Уның менән әңгәмәбеҙҙә һүҙ — ошо хаҡта.
– Һеҙ сәхнәгә балҡып килеп сыҡтығыҙ һәм шунда уҡ тамашасыларҙың һөйөүен яуланығыҙ. Күптәрҙе һеҙҙең тыуып үҫкән яҡтарығыҙ ҡыҙыҡһындыра.
– Мәләүез ҡыҙымын. Ағиҙел йылғаһына һыйынып ҡына ултырған Түләк – тыуған ауылым, шунда буй еткерҙем, ҡанат нығыттым. Һәр кемгә лә үҙенең тыуған төйәге ҡәҙерле, яҡын булған һымаҡ, мин дә Мәләүеземә һәр саҡ ҡайтырға ашҡынып торам, тәбиғәтенә үлеп ғашиҡмын. Күпме ижадсыларҙы, һоҡланғыс кешеләрҙе биргән был төбәк: әҙиптәр, артистар, һүҙ оҫталары – һанап бөтөрөрлөк түгел.
– Йырсы булыу бала саҡ хыялы инеме? Сәнғәт юлын һайлауығыҙға нимә этәргес бирҙе?
– Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумын тамамланым, һөнәрем – режиссер. Ижтиһад һалып эшләп йөрөйөм, хеҙмәтемде юғары баһалайҙар. Баш ҡалала булһынмы, райондарҙа тиһеңме, төрлө конкурстарҙың ойошторолоуын ишетеп-күреп йөрөй инем. Мәләүез ҡалаһында республика кимәлендә Фаил Абдраҡов исемендәге һәүәҫкәр композиторҙар конкурсы була тигән хәбәрҙе ишетеү менән уға етди әҙерләнә башланым. Хәлиҙә Шәйәхмәтованың "Осрашайыҡ йышыраҡ" һәм Зөһрә Байгилдинаның "Бәхет ағасы" тигән шиғыры мине тәүҙән үк тетрәткәйне. Уларға көй анһат яҙылды, тип әйтә алмайым, бер нисә тапҡыр эшкәртергә тура килде. Ниәтем – шуларҙы халыҡ хөкөмөнә сығарыу. Туғандарҙың дуҫлығына мәҙхиә йырлаған һәм бәхетле яҙмыш тураһындағы йырҙар миңә был конкурста уңыш килтерҙе. Әлбиттә, еңеүҙәр алға әйҙәй, киләсәккә өмөт уята. Һәр емеш үҙ мәлендә бешә тигән халыҡ мәҡәле бар. Мин дә өлгөрөп еткәс кенә сәхнәгә күтәрелергә йөрьәт иттем. Үҙәнемде таптым – һөйөнөсөм сикһеҙ, тормошта иң мөһиме ошолор.
– Туғандарығыҙҙың барыһы ла — сәнғәт кешеләре. Мәҙәниәткә һөйөү тойғоһо ҡайҙан килә?
– Атайымдың гармунда һыҙҙырып уйнағанын бәләкәйҙән тыңлап үҫтем. Беренсе гармунсы тигән даны эргә-тирәгә таралды. Әсәйем моңло итеп йыр һуҙһа, "Ошо Роза бигерәк моңло итеп йырлай, бәхетле генә була күрһен!" – ти торғайны әбейҙәр. Сәнғәткә ғашиҡ ғаиләлә үҫеүемә ҡыуанып бөтә алмайым. Апайым – Башҡортостандың халыҡ артисы Тәнзилә Үҙәнбаева – минең өсөн һәр йәһәттән дә өлгө. Әхирәтем дә, кәңәшсем дә ул. Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, композитор Юлай Үҙәнбаев – ҡустым, ул ижад иткән йырҙарҙы ла репертуарыма индерҙем. Сәхнәгә өлкәнәйгәс күтәрелдең тигәндәргә былай тим: "Уҡыу бер ҡасан да һуң түгел, шуның шикелле, нисә йәштә булыуығыҙға ҡарамаҫтан, сәнғәт тигән рухиәт донъяһының ишеген асып инергә тартынмағыҙ".
Бәләкәй саҡта кем дә булһа үҙенә оҡшаған әйберен ата-әсәһенән алдырмай туҡтамай. Ундайҙар тураһында, ҡаратырыш һәм үҙһүҙле, тибеҙ. Ошо еңмешлектең күп осраҡта алдағы яҙмышҡа йоғонтоһо ла бик көслө булыусан. Уны мин тырышлыҡ тип атар инем. Орсоҡтай ғына ҡыҙсыҡтың үҙем ҙурлыҡ гармун алып бирегеҙ, тип ныҡышыуына нисек ҡарайһығыҙ? Әлбиттә, атай кеше ҡыҙын яратҡас, уның теләгенә ҡаршы килмәй. Ысынлап та, ул һуңынан сәнғәт юлын һайлай. Бөгөн иһә ата-әсәһенә мәңге рәхмәтле...
– Баланың балаһы балдан татлы, тибеҙ. Ул ысынлап та шулаймы?
– Шулай. Ете ейән-ейәнсәремдең остоҡ ҡына уңышы өсөн ныҡ һөйөнәм. Өләсәләре уларҙың һәр береһенә арнап, йыр сығарыуын, бәлки, кемдер белмәйҙер ҙә. Морат тыуғанда һөйләп аңлатып булмаҫлыҡ бәхет кисерҙем, ни тиһәң дә, тәүге ейән бит. "Бәхет ҡошом" тигән йырҙы уға бағышланым. Альбина ҡыҙым икенсегә малай тапты, уға Усман тип исем ҡуштыҡ. Шул көндәрҙә тәүге тапҡыр атҡа атланған малай шикелле йәнә ҡыуандым. "Толпар" йыры иһә уның менән бәйле. Нәркәсте барыбыҙ ҙа көтөп алдыҡ. Кем әйтмешләй, ҡыҙ бала – йортҡа биҙәк. Уға арнап яҙған "Баламдың балаһы" йыры репертуарымда ныҡлы урын алды. Дианам бер-бер артлы шалҡандай ике ул бүләк итте иренә. Нисек шатланмайһың! Исемдәре – Шамил һәм Сыңғыҙ. "Йөрөйөм Ағиҙел буйында" һәм "Ҡолон" тип аталған йырҙар бәпестәр тирә-яҡҡа тәүге ауаздарын яңғыратҡандан һуң яҙылды.
– Немец яҙыусыһы Брехт Бертольт сәнғәт тәрбиә сараһын үтәргә тейеш тигән фекерҙе әйткән. Уға ҡарашығыҙ нисек?
– Эйе, ул күптән инде ҡанатлы һүҙҙәргә әйләнгән. Ғөмүмән, яҡшылыҡ юлынан барыусылар, изге эштәргә әйҙәүселәр тураһында был кеше мәҙәниәт таратыусы, тиҙәр. Сәнғәткә килгәндә, ҡайһы бер концерттарҙа ҡолаҡҡа ятышһыҙ йырҙар башҡарылыуы күңелде ҡыра, был осраҡта ниндәй тәрбиә тураһында һүҙҙең булыуы мөмкин инде.
Тормоштан йәм табып йәшәйем, тамсылай ғына шатлыҡты ла ҙур итеп ҡабул итергә өйрәндем. Ләкин төрлө саҡ була, гел генә ҡыуаныстар ҙа һине оҙатып йөрөмәй шул. Төшөнкөлөккә бирелгәндә йәки тетрәнеү кисергәндә күңелемдә киләһе йырыма ойотҡо һалына. Балаларым – күҙ нурҙарым, тиҙәр. Мәҫәлән, ҡыҙым Диана хәрбигә тормошҡа сыҡты, күп тә үтмәне кейәү уны йәһәннәмдә ятҡан Дағстанға алды ла китте. Рәхәт менән михнәт бер түгел тигәндәй, шул саҡтағы көйөүҙәремде белһәгеҙ. Ҡыҙымды күҙле-башлы итеү ҡыуанысын татып та өлгөрмәнем бит... Ҡәҙерлем минең менән мәңге бергә булыр кеүек ине. Ни хәл итәһең? Әлбиттә, аҙаҡтан барыһына ла күндем. Мәҫәлән, "Ян, усағым" йыры шул көндәрҙә тыуҙы. Шағирә Фәүзиә Рәхимғолованың китабын уҡып ултырғанда, ошо шиғыр иғтибарымды йәлеп итте. "Икәү күктә йәрәшелгән", "Һуңлау", "Ут алырға ҡайтам" кеүек һәм башҡа һағышлы йырҙарҙың да тарихы ошоға ауаздаш.
– Һеҙ тормоштан йәм табып йәшәйем, тинегеҙ. Үкенгән саҡтарығыҙ булманымы?
– Мәктәптә уҡығанда, ҙур үҫкәс үҙемде артист булараҡ күҙ алдына баҫтыра торғайным. Ауылыбыҙға баш ҡаланан артистар килгәйне, шуның йоғонтоһо булғандыр. Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инеп, күңелле студент тормошона сумғанда ғына кейәүгә сыҡтым. Ғаилә мәшәҡәттәренә күмелеү уҡыуҙы ситкә этәрҙе, шулай итеп, курсташтарым кеүек уҡыу йортон тамамлау бәхетен кисермәнем. Хәҙер күңелдә әҙ генә көйөк бар-барлыҡҡа, ләкин сәнғәттән йыраҡ тормауым йөрәгемә тыныслыҡ өҫтәй.
– Массажист һөнәре ни яғы менән ылыҡтыра?
– Кеше үҙ ғүмерендә үҙендә булған һәләттең бик әҙен генә файҙалана, тиҙәр. Мин быға тулыһынса ышанам. Ысынлап та, әҙәм балаһы үҙен төрлө яҡтан асырға тейеш тигән һүҙҙәрҙе өлкәндәрҙән бер бөгөн генә ишетмәйем. Уның шулай икәненә йылдар үткән һайын нығыраҡ төшөнә барам. Шулай бер ваҡыт һис уйламағанда бөтөнләй бүтән йүнәлешкә йөҙ менән боролдом – массаж яһаусыға уҡып алдым. Был һис кенә лә мәҙәниәттән ситләшеүҙе аңлатмай. Ҡулың килешә, шифаһы тейҙе, тип барыһы ла маҡтау һүҙҙәре әйтә икән, юҡҡа түгелдер. Был эшемдән дә оло кинәнес алам, массаж яһағанда ла йырлап-көйләп торам. Моң-йыр күңелде дауалай, ә һылау-һыйпау тәнгә шифалы.
Шағир әйтмешләй, һәр эште үҙ мәлендә башҡар.
Киләсәккә маҡсаттар бихисап. Бәләкәй генә труппа төҙөнөм. Конферансье Эльвира Асҡарова, бейеүсе Зөлфиә Ураҙбахтина, йырсылар Вәлиулла Ғималов һәм Илшат Авзалов менән концерттар ойошторабыҙ. Әйткәндәй, үҙем дә туйҙар алып барам. Әле гастролдәргә әҙерләнәбеҙ, Күмертау, Мәләүез, Салауат, Ишембай тарафтарына юлланмаҡсыбыҙ, Өфөгә лә килергә уйлайбыҙ.
Илдар АҠЪЮЛОВ әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 059

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 579

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 779

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 574