Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яуҙан сығып яуға ингәндәй
Яуҙан сығып яуға ингәндәй Мәктәптең тынғыһыҙ уҡытыусыһы

Йәнә артҡараҡ сигенеп алайыҡ әле. Университетты тамамлағас та аспирантура булыр, тип өмөтләндереп килделәр Әхмәтте. Ләкин мәсьәлә хәл ителер ваҡыт еткәс кенә, вәғәҙә биреп килеүселәр:
– И-и, Сөләймәнов ауылда ятып та диссертация яҙа ала ул, – тине лә ҡуйҙы.
– Әлбиттә, әлбиттә. Ул да булдырмағас! – тип ҡоптап, йүкә шына ҡағып, Мәғариф министрлығы ҡарамағына ҡалдырып, Әхмәттән ҡотолоу юлын ҡаранылар. Был һөйләшеүгә мин дә шаһит булғайным, сөнки ул беҙҙе эшкә тәғәйенләү мәлендә ректор бүлмәһендә барҙы.
Әхмәт Өфөлә ҡалып торманы. Кәләшен – һабаҡташыбыҙ Флүрәне – эйәртте лә, ун айлыҡ Ләйсәнен күтәреп, тыуған ауылына ҡайтты ла китте. Бәхетенән, ауылдаштарының талабы буйынса, шул йылда ғына Бөрйән районы халыҡ депутаттары Советы Нәби башланғыс мәктәбен һигеҙ йыллыҡҡа әүерелдереү тураһында ҡарар сығарғайны.
БДУ дипломы менән ҡайтып төшкән ике белгес муйындан эшкә сума. Эште бишенсе, алтынсы класс ойоштороуҙан башлайҙар. Тиҙҙән йәш уҡытыусылар өҫтәлә, кластар үҫә бара. Колхозсылар менән бергәләп өр-яңы мәктәп бинаһын күтәрәләр. Әхмәткә ҙур портфеленең бер бүлкәтенә – китап, дәфтәр, икенсеһенә йышҡы, бысҡы, сүкеш, балта һалып мәктәпкә йөрөү ғәҙәти хәлгә әүерелә. Төҙөүселәргә лә булышырға, стендтар ҙа яһап элергә, хеҙмәт дәрестәрен дә алып барырға кәрәк. Уҡыусыларын эйәртеп, тырма, һәнәк күтәреп, колхоз баҫыуҙарына “хеҙмәт десанты” төшөрөргә лә; ағас мылтыҡтар менән ҡоралланып, "Зарница" уйындары ойошторорға ла тура килә уға. Сәхнәгә артист булып сығырға кәрәк булһа ла, аптырап ҡалмай. Биш йыл буйы партия уҡыуҙары мәктәбендә пропагандист эшен алып бара. Был бурысты нисек атҡарыуы хаҡында үҙегеҙ фекер йөрөтөгөҙ. Пропагандислығының икенсе йылына партияның Өлкә комитеты уны маҡтау грамотаһы менән бүләкләй.
Уҡыусылары менән туристик походтарға барғанда, ял көндәрендә Әхмәт, күрше-тирәләге ауылдарҙы ҡыҙырып, ундағы халыҡ ижадын йыя. Студент йылдарының тәжрибәһе бында ла ярап ҡала.
Әйткәндәй, беренсе курсты тамамлағас, уҡыу планы талап иткәнсә фольклор практикаһына барып ҡайтыу менән генә сикләнмәне ул. Икенсене бөткәс, башҡорт әҙәбиәте кафедраһы (мөдире – доцент Хәнифә Зиннәтуллина ине) ҡарары буйынса, уның етәкселегендә Вафа Әхмәҙиев, Нафиҡ Хәмитов, Биктимер Шәриповтарҙан торған төркөм айға яҡын Әбйәлил төбәген ҡыҙырып ҡайтҡайны. Әҙәбиәт кафедраһында уның отчетын тыңлап бөтөүгә, доцент Әмир Чанышев:
– Алдағы уҡыу йылында быларҙың төркөмө әҙәбиәт буйынса курс эше яҙасаҡ. Әйҙәгеҙ, Сөләймәновтың сығышын, шул тәүге ғилми эшен, ул көнэлгәре асыҡ яҡлауға сығарҙы, тип, юғары баһа бирәйек, – тигән.
– Дөрөҫ!
– Әлбиттә, әлбиттә!
Шулай тиешеп, Әмир Иҙрис улының тәҡдимен Марат Минһажетдинов менән Бәһиә Мәғәсүмова ла күтәреп ала.
Дүртенсе курстан һуң һәм мәктәптә эшләгәндә, йәйге ялы ваҡытында Әхмәт беренсе курсты тамамлаған йәштәрҙе Ейәнсураға, Миәкәгә экспедицияға алып барҙы. Студент йылдарында үҙе яҙып алған фольклор өлгөләре генә лә диплом эше яҙырға етерлек ине. Әммә, көтмәгәндә, уға икенсе темаға, мин әйтер инем, тотош яҙмышын хәл итмәле темаға, тотонорға тура килде. Эш былай булды. Ул дүртенсе курста уҡығанда, әҙәбиәт кафедраһы "Башҡорт халыҡ ижады" тигән дәреслек әҙерләүҙе планлаштырғайны. Авторҙар коллективына профессор Кирәй Мәргән, фән кандидаттары Марат Минһажетдинов, Салауат Галин менән бергә Әхмәт Сөләймәнов һәм бишенсе курс студенты Биктимер Шәрипов индерелгәйне. Ни сәбәптәндер, дәреслеккә донъя күреү насип булманы. Уның ҡарауы, доцент Марат Минһажетдинов етәкселегендә легенда һәм риүәйәттәр буйынса Әхмәт яҙған бүлек диплом эше рәүешендә, курсташы Тимерғәле Килмөхәмәтовтың Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев ижадын байҡаған шундай уҡ тәүге ғилми хеҙмәте менән бергә Куйбышев ҡалаһында ойошторолған студенттарҙың ғилми һәм техник ижады күргәҙмәһендә хуплау табып, махсус курс буйынса уҡыу ҡулланмаһы рәүешендә 1969 йылда БДУ нәшриәтендә "Башҡорт легендалары" исеме аҫтында ташҡа баҫтырылды. Китап ғилми етәксеһе менән авторҙаш рәүешендә бирелгән теоретик хеҙмәттән генә тормай. Уға башҡорт әҙәбиәте һәм башҡорт теле кафедраларында тырым-тырағай ятҡан ҡулъяҙмаларҙан (ә уларҙы төрлө йылдарҙа уҡыған талиптар диалектология һәм фольклор буйынса туплағайны) һәм студент йылдарында Әхмәт Сөләймәнов үҙе йыйған материалдарҙан ул һайлап алған, системаға һалған 131 легенда һәм риүәйәт индерелгән. Башҡорт фольклоры буйынса иң тәүге уҡыу ҡулланмаһы бына шулай тыуҙы. Ана шул эшенә таянып Әхмәт артабан кандидатлыҡ диссертацияһы яҙҙы. Былар бөтәһе лә үҙәктән ситтә, мәктәптәге мәшәҡәтле эштәр араһында әҙерләнде.

Халыҡ-ара кимәлдә танылған

1972 йылда Башҡорт дәүләт университетына эшкә килгәне бирле Әхмәт Сөләймәнов педагогик һәм ғилми эш йөгөн бергә һәм тиң тартты. Филолог-студенттар өсөн дүрт уҡыу әсбабы баҫтырып сығарҙы. Башҡорт мәктәптәренең V – VI кластары өсөн "Туған әҙәбиәт" дәреслек-хрестоматияһының, I – II, III – IV кластар өсөн урыҫ һәм татар телдәрендә "Тере шишмәләр" тигән уҡыу әсбаптарының, студенттар өсөн башҡорт әҙәбиәте тарихы программаһының авторҙашы, махсус курстар буйынса өс программаның, өс методик эшкәртмәнең авторы. БДУ-ның башҡорт бүлегенә уҡырға инеүселәр өсөн "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте" тигән тәүге ҡулланма баҫтырҙы (авторҙашы – профессор Мөхтәр Әхтәмов). Әле генә, иш янына ҡуш булып, халыҡ ижады өлгөләрен йыйыусылар өсөн ярҙам йөҙөнән әҙерләнгән "Башҡорт фольклоры" тигән методик ҡулланмаһы донъя күрҙе.
Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәнов шулай уҡ республиканың ижтимағи вә мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнаша. Радио, телевидение аша, матбуғатта сәнғәт, әҙәбиәт, халыҡ ижады, башҡарыусылар, һүҙ сәнғәте оҫталары тураһында сығыштар яһай. "Совет Башҡортостаны" гәзитендә "Улым, һиңә әйтәм, киленем, һин тыңла" рубрикаһын алып барҙы. Өфөгә килгәндән алып ул Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы һәм уның ҡарамағындағы Республика халыҡ ижады үҙәге, Хор йәмғиәте, Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Башҡортостандың халыҡ артисы Флүрә Ноғоманова менән Хор йәмғиәте директоры Зәйтүнә Ғөбәйҙуллина ойошторған "Йырҙарың күп һинең, моңдарың күп" тигән концерт-лекцияны ул алып барҙы. Башҡортостан халыҡтарының мәҙәниәтен үҫтереү тураһындағы программаны әҙерләүҙә ҡатнашты. Музыка училищеларының фольклор коллективтары фестиваленең (Учалы), "Оҙон көй" (Туймазы), "Моңло гармун" (Яңауыл), ҡурайсыларҙың, халыҡ бейеүен башҡарыусыларҙың "Байыҡ" телевизион конкурсының (Октябрьский) жюри ағзаһы, "Ирәндек моңдары" (Сибай), "Салауат йыйыны" (тәүге дүртәүһендә), "Урал батыр" эпик ҡобайырын башҡарыусы йәш сәсәндәр бәйгеһе кеүек сараларҙың жюри рәйесе булды. Ун йыллап "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһындағы "Хазина" ижад берекмәһе тапшырыуҙарында (етәксеһе – Юлай Ғәйнетдинов) "Сәсән" рубрикаһын алып барҙы. Әхмәт Сөләймәнов – әҙәбиәт һәм сәнғәт буйынса Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, фән һәм техника өлкәһендәге (әлегә исемһеҙ) дәүләт премияһы комиссияларының, филология, педагогика, этнография, этнология һәм археология буйынса диссертация советтарының, "Башҡортостан: ҡыҫҡаса энциклопедия"ның мөхәрририәт ағзаһы булды. Бөгөн ул — "Ватандаш", "Башҡортостан уҡытыусыһы", "Бельские просторы" журналдарының мөхәрририәт ағзаһы, "Башҡортостан энциклопедияһы"ның ғилми-мөхәрририәт ҡоро ағзаһы, Төркиәлә сығып килгән "Милли фольклор" журналының Башҡортостан буйынса академик вәкиле, 35 томлыҡ "Төрки донъяһының дөйөм әҙәбиәте" тигән тупланманың башҡорт фольклоры һәм әҙәбиәтенә бирелгән өлөшө координаторы һәм авторҙашы. Бынан тыш, академик Ғайса Хөсәйеновтың ғилми етәкселегендә Әхмәт Сөләймәнов, БДУ доценты Ғәйнислам Ибраһимов менән бергәләп, Төркиәлә нәшер итеү өсөн өс томда "Башҡорт әҙәбиәте антологияһы"н әҙерләне. Төрөк дуҫтар уны башҡорт һәм төрөк телдәрендә ҡалын-ҡалын ике том итеп баҫтырып сығарҙы.
1995 йыл ЮНЕСКО-ның ҡарары менән ҡырғыҙ халҡының күләме буйынса донъяла тиңе булмаған "Манас" дастаны йылы” тип иғлан ителгәйне. Шул мәшһүр эпостың 1000 йыллығына бағышланған халыҡ-ара оло байрамда Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев етәкселегендәге рәсми делегация составында Әхмәт Сөләймәнов та ҡатнашты. 1999 йылдың 24-25 ноябрендә иһә ЮНЕСКО ҡурсауында һәм уның шул саҡтағы Генераль секретары Майор әфәнде ҡатнашлығында шул уҡ илдең баш ҡалаһы Бешкәктә "Ерҙәге барлыҡ халыҡтарҙың эпосы именлек һәм кешелекте берләштереү өсөн" тигән халыҡ-ара конференция уҙғарыла. Шул форумда "Донъя халыҡтары эпосы" тигән халыҡ-ара ассоциация төҙөлә. Уның ойошторолоуын раҫлап, Әрмәнстан, Германия, Иран, Ҡарағалпаҡстан, Ҡытай Халыҡ Республикаһы, Ҡырғыҙстан, Монголия, Төркиә, Санкт-Петербург ҡалаһы, Саха (Яҡутстан), Тажикстан, Татарстан, Хаҡас республикалары вәкилдәре менән бер рәттән, Башҡортостан исеменән ҡул ҡуйыу Әхмәт Мөхәмәтвәли улына насип була.
Әхмәт Сөләймәнов яңы быуат башындағы дүрт йыл ғүмерен тәгәрмәс өҫтөндә үткәрҙе, тип әйтергә була, сөнки Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе сағында (2002 – 2006) уны кабинетында һирәк осратырға мөмкин ине: әле Ырымбурға юл тотҡан, әле Силәбегә, әле Ҡурғанға, әле Пермь крайына, әле Ҡазан – Чебоксар – Түбәнге Новгородҡа, әле Һамар – Һарытау яғына йәки республикабыҙ райондарына сығып киткән сағы була. Шул арала өсәр тапҡыр Төркиәлә, Азербайжанда халыҡ-ара ғилми форумдарҙа ҡатнашырға өлгөрҙө. 2001 йылда уға Мәскәү, Саха (Яҡут), Ҡырғыҙ, Тыва, Алтай, Ҡалмыҡстан ғалимдары менән бергә Саха-Яҡутстандағы "Лена-Евразия" фирмаһы ойошторған бер айлыҡ Трансгималай экспедицияһында ҡатнашыу насип була. Унда алған тәьҫораттары айырым һөйләшеүгә лайыҡ.
Ҡайҙа юл алмаһын, кемдәр менән осрашмаһын, Әхмәт үҙенең төп һөнәрен онотманы. Йыш ҡына: "Ғайса Батыргәрәй улы ептең осон юғалтмаҫҡа кәрәк тип өйрәтте", – ти торғайны, һәм, ысынлап та, фекер ебенең осон юғалтмаҫҡа, фольклор тигән цехын туҡтатмаҫҡа тырышты. Шуға ла, әле телгә алынған бөтә эшмәкәрлеге уға яңынан-яңы халыҡ таланттарына, яңынан-яңы фольклор әҫәрҙәренә юлығыуға, сит-ят ерҙәрҙә башҡорт фольклорын танытыуға, Башҡортостан һәм сит илдәр менән фән өлкәһендә бәйләнештәрҙе нығытыуға үҙ өлөшөн индереүгә булышты, тип әйтә алабыҙ.
БДУ-ла эшләгән дәүерендә ул үҙенең студенттары менән "Йәнгүзәл" фольклор ансамблен ойошторҙо. Был ансамбль республиканы урап сыҡты. Уның сығышын Силәбе, Ырымбур өлкәләрендә лә, Татарстанда ла яратып ҡаршылар булдылар. Әхмәттең мәҙәниәт өлкәһендәге хеҙмәтен дәүләтебеҙ юғары баһаланы: 1991 йылда уға "Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исем бирелде. Союз, Рәсәй күләмендә һәм сит илдәрҙә (Төркиәлә, Үзбәкстанда, Ҡырғыҙстанда, Ҡаҙағстанда, Азербайжанда) уҙғарылған халыҡ-ара ғилми конференцияларҙа, конгрестарҙа, симпозиумдарҙа Әхмәт Сөләймәнов әүҙем ҡатнаша килә.
Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ,
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.

(Дауамы. Башы 63-64-cе һандарҙа).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 329

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 765

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 393

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 503

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 338

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 346

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 323

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 339

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 507

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 355

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 500