Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һан да һәлмәк, сифат та арыу...
Һан да һәлмәк, сифат та арыу...
Апрелдең тәүге яртыһында республика Яҙыусылар союзы ағзалары отчет-һайлау йыйылышы уҙғара. Ошо уңайҙан Союздың иң ҙур берәмеге – проза һәм публицистика секцияһы рәйесе Сабир Шәриповтан хәл-әхүәл белештек. Ул түбәндәгеләрҙе һөйләне:

– Һуңғы ике йылда йәмғеһе туғыҙ ултырыш үткәрелде. Әлбиттә, ҡулъяҙмаларҙы анализлағанда әҙәби оҫталыҡҡа, авторҙың теоретик әҙерлегенә, башҡа ваҡ-төйәккә иғтибар бирергә тырыштыҡ. Бер нисә иптәш Яҙыусылар союзына ҡабул ителде, бер нисәһенә ағзалыҡҡа юллама әҙер.
Әһәмиәтле ижад емештәрен, йәғни өмөтлө ҡәләм оҫталарын, эҙләүҙе күҙ уңында тотһаҡ, иң тәүҙә Айгиз Баймөхәмәтов, Рәзилә Рыҫҡужина, Рәйлә Сабитова, Ләйсән Мараканова, Мәүлиҙә Әхмәтйәнова, Әлниса Кәримова, Сабит Фазлыев, Сәлиә Ғатауллина, Сәлмән Яҡупов кеүек тиҫтәләгән исем-шәрифте телгә алыу фарыз. Лениза Шакированың «Һөрәндәк» исемле тәүге хикәйәләр йыйынтығы Белорет район-ҡала хакимиәтенең, ә Иҙрис Ноғомановтың «Һаҡмарбаш» романы Әбйәлил районының әҙәби премияһы менән бүләкләнде. Венер Исхаҡов менән Марат Әминев икенсе китабы менән әҙәбиәт һөйөүселәрҙе ҡыуандырҙы.
Айгиздең «Ҡалдырма, әсәй!» повесы хаҡында матбуғатта хуплау һүҙе күп әйтелде, етемдәр проблемаһын социаль-психологик юҫыҡта экспрессив яҡтыртҡан ыҡсым китабы уҡыусыларҙың үтенесе буйынса ҡабат нәшер ителеп, йылдам таралды. Заманына күрә һөйөнөслө күренеш был. Йәш прозаиктың көнүҙәк темаға яңы сәсмәүерен дә секция бизмәненә һалмаҡсыбыҙ.
Йәш әҙибә Рәйлә Сабитова (Ғафури районы) “Артыҡбикә” повесть-монологы менән жанрға яңы художестволы биҙәктәр өҫтәргә һәләтле икәнен раҫлаһа, донъяны арыу уҡ гиҙгән-күргән Мәүлиҙә Әхмәтйәнова ла (Мәсетле районы) үҙенсәлекле фәлсәфә һәм стилистикала ижад итә. Авторҙың тематик диапазоны ярайһы киң, уға ҡоласлыраҡ әҫәрҙәргә тотонорға ваҡыт: көсө лә, илһамы ла, һәләте лә ташып тора. Күп жанрҙа эшләүсе Сәлмән Яҡупов, бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта тигәндәй, камил хикәйәләр тупланмаһы менән үҙенең ижади көсөн раҫланы. Секцияның ҡарары нигеҙендә уның яңы китабын көтөп ҡалабыҙ.
Быға тиклем әҙәби мөхиттә исеме артыҡ танылмаған тарих уҡытыусыһы Сабит Фазлыевтың (Ейәнсура районы) “Ҡара этап” тигән роман-хроникаһы ун ике йыл дауамында яҙылған. Әҫәрҙе (мең битлек) тикшереүҙә тиҫтәнән ашыу яҙыусы ҡатнашты, күп кәңәш бирелде, бигерәк тә композиция, тел-стиль йәһәтенән. Хәҙер “Ағиҙел” журналы уҡыусыларыбыҙға күләмле әҫәрҙең ҙур өлөшөн тәҡдим итә. Беҙҙең ҡарамаҡҡа, Совет иленең НЭП осоронан һуңғы репрессив алымдар менән колхозлашыу, артабан сәнәғәтте нығытыу сәйәсәте, фронт һәм тыл берҙәмлеге хаҡындағы уйландырғыс, хатта ки тетрәндергес әҫәр хаҡында һүҙ сурытыу урынһыҙ – романды мотлаҡ уҡырға кәрәк, өҫтәүенә документаллеккә таянып яҙылған “Ҡара этап”та күп кенә замандаштарыбыҙ үҙҙәренең ауылы, йә районы, шулай уҡ нәҫел-нәсәбе хаҡында мәғлүмәткә юлығыуы бик тә ихтимал. Авторҙы, урыҫса әйтмешләй, “самородок” тип тә атағы килә. Әммә аҫылташҡа әйләнһен өсөн мәғдәнде лә юнырға, шымартырға кәрәклеген онотмайыҡ.
Билдәле драматург Наил Ғәйетбайҙың “Өҙөк-йолҡоҡ хәтирәләр”е журнал аша уҡыусыларыбыҙҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Танһыҡ мемуар жанрына лайыҡлы өлөш индерерҙәй яҙмаларҙың дауамы ла буласаҡ. Тимәк, әҙәбиәт майҙанына проза күперенән аяҡ баҫҡан олпат ҡәләмдәшебеҙ публицист булараҡ та заман, кеше һәм йәмғиәт мәсьәләләренә асыҡ күңел менән мөрәжәғәт итә.
Ике йыл элек Асҡын район үҙәгендә башҡорт һәм татар телле секцияларҙың күсмә ултырышын үткәргәйнек. Иң мөһиме – оҫталыҡ дәресенең һөҙөмтәһе күренә: Яңауыл төбәгенән йәш авторҙар ваҡытлы матбуғатта ярайһы уңышлы сығыш яһай. Бындай эш формаһын киләсәктә лә ҡулланайыҡ, тимәксемен.
Һуңғы осорҙа Рәсәйҙең ҙур әҙәби премияһы лауреаты Әмир Әминев, әҙәбиәт һөйөүселәргә күптән таныш Таңсулпан Ғарипова, Рәлис Ураҙғолов, Әхмәр Үтәбай, Гөлнур Яҡупова, Мәүлит Ямалетдин, Мирас Иҙелбаев, Хәйҙәр Тапаҡов, Барый Ноғоманов кеүек әҙиптәр яңы китаптары, Гөлсирә Ғиззәтуллина, Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева, Лира Яҡшыбаева һәм башҡалар үҙнәшер баҫмалары менән һөйөндөрҙө. Ана-бына өмөтлө ҡәләм оҫтаһы Раят Вәлиевтең тәүге, әммә һәлмәк сәсмәүер йыйынтығын ҡулға аласаҡбыҙ. Башҡорт һәм татар прозаһы Өфөлә һәм Ҡазанда туғанлыҡ серияларында сыҡҡан алмаш китаптар иҫәбенә байыны.
Публицистика өлкәһендә әллә ни алға китеш һиҙелмәгән кеүек, шулай ҙа Илдар Аҡъюлов, Нурия Килмөхәмәтоваларҙың ҡулъяҙмаларын ыңғай баһаланыҡ. Яҡын арала тағы ике авторҙың публицистикаһын секцияла тикшереү ойоштороласаҡ.
Ҡыҫҡаһы, һандар ҙа һәлмәк, сифат та арыу. Әммә йәш прозаиктар менән эште көсәйтеү бик тә зарур. Был талап Стәрлетамаҡ, Учалы, Сибай, Яңауыл төбәк яҙыусылар ойошмаларының проза секцияларына ла ҡағыла. Юғиһә, «Китап» нәшриәтенең «Йәштәр тауышы» серияһына өмөтлө ҡәләмдәрҙе тәҡдим итеү йылдан-йыл ауырлаша.
Докладым ярайһы ҙур булмаҡсы, тик мин уны тулыһынса һөйләмәм, сығыштың мөһим өлөшө Союз альманахында сығыр, тим. Төп иғтибарҙы ҡулъяҙмаларҙың художество сифатына, тематик йөкмәткеһенә, тел-стиль йәһәтенән кәмселектәргә йүнәлтергә теләйем.
Б. Мөхәррәмов яҙып алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 059

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 779

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 574