Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һүҙ ҡөҙрәте бар ҡоралдан көслө
Һүҙ ҡөҙрәте бар ҡоралдан көслө"Егәнемдә кер сайҡаған мәлдә
Гәлсәр һыуҙа һының сағылды.
Хәтер тәҙрәләре асылдылар,
Үткәндәрҙе үлеп һағындым.
Теҙҙәремә тиклем һыуға инеп,
Ҡулым һуҙам – һының юйыла,
Аяҡтарҙы түгел, йөрәгемде
Сәнсеп-сәнсеп көҙән йыйыра”.

* * *
“Йөрәккәйем, гүйә, шымған усаҡ,
Баҫҡан мәшәҡәттән ҡотолған саҡ:
Киләсәккә ихлас ышанған саҡ,
Боғаҙымда төйөр йотолған саҡ…”

* * *
“Ҡобаралар оса сатҡыһынан
Үрәпсегән йәшен-айғырҙың…”

* * *
“Һинән миңә бер ни кәрәк түгел,
Һинән миңә бары һин кәрәк”.

* * *
“Аҡ болоттар йөҙгән һауаларҙың
Уртаһында килә юғалғым”.


Был шиғриәт өлгөләре – Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе шағирә Римма Ғәлимованың быйыл донъя күргән “Урланған бәхет” исемле китабынан. Йыйынтыҡ, яңы ғына мейестән алынған бәлеш һымаҡ, Башҡортостан Яҙыусылар союзы уның әҙәби һәм журналист эшмәкәрлегенә бағышлап сығарған буклет менән бер рәттән, шағирәнең 50 йәшлек юбилейына тап-таман сығып өлгөрҙө.


Уның исемен гәзит уҡыусылар республика матбуғатында баҫылған шиғыр шәлкемдәре һәм публицистик мәҡәләләре аша белә, ә шиғриәт һөйөүселәр Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә нәшер ителгән “Тәҡдир”, “Мин — Юрматы ҡыҙы” исемле йыйынтыҡтары менән дә таныштыр, моғайын.
Шағирә республикабыҙға бик күп ҡәләм оҫталары үҫтергән яҡта – Ишембай районында, әҙәбиәтебеҙгә Фәүзиә Рәхимғолова, Тамара Искәндәриә һымаҡ сағыу шиғриәт йондоҙҙары биргән Йәнырыҫ ауылында тыуған. Биографияһы ябай ғына — Стәрлетамаҡ педагогия институты, мәктәптә, педагогия колледжында уҡытыусылыҡ эше, ә 1995 йылдан алып “Ашҡаҙар” ҡала гәзитендә журналист булып хеҙмәт итеү. Ләкин был ҡыҫҡа ғына юлдарға шиғриәттәге һәм журналистикалағы күп йыллыҡ ижады һыйған Римманың.
Нимә борсой, нимә тетрәтә шағирәнең күңелен? Был һорауға бер генә һүҙ менән яуап биреү мөмкин түгел, сөнки уны ҡәләм алып шиғыр яҙырға мәжбүр иткән нәмәләр — тормошобоҙҙоң күп ҡырлы күренештәре. Ләкин шуныһы күҙгә ташлана: тематик даирәһе ҡатын-ҡыҙ шағирәләргә хас булған сиктәрҙән күпкә киңерәк. Был осраҡта ул ир-егет шағирҙарҙы ҡорал сарлата торған өлкәләрҙә беҙҙең милләттең ауылда тыуып үҫкән балаларына хас булған комплекстарҙан азат килеш үҙ фекерен юғары көсөргәнешле хис-тойғолар аша донъяға ҡысҡырып әйтә. Уны тыуған еребеҙҙең килмешәктәргә ҡалыуы ла көйәләндерә: Ғәзиз ергенәмдең бесәнлеге…
Хуш еҫтәре аңдарыма һеңгән…
Тыуған яҡҡа ҡайтып илар инем,
Утҡайҙары уның күптән һүнгән.
Нигеҙ ташы кемдәр ҡулындалыр,
Егән һыуҙары ла ҡороғандыр.

(“Еләк тәме һеңгән ергенәм”).
Милләтебеҙҙең изге атрибуттарына яҫҡынған аҡса тоҡсайҙары көрәшкә сығырға мәжбүр итә:
Ил ҡеүәте – мәғрур ҡаяларҙа,
Ил байлығы – ғорур тауҙарҙа.
Еребеҙҙе һаҡлап ҡалыр өсөн
Ҡорал алып сығам яуҙарға.
Һүҙ ҡөҙрәте бар ҡоралдан көслө,
Олатайҙан ҡалған аманат.
Аяҡ терәп тауҙы яҡлағанда,
Сыҡһа сыҡһын беҙҙең яманат…

(“Торатауһыҙ ҡалһа донъялар”).
Ләкин барыбер әсәлек, бала, ғаилә, мөхәббәт темаһы ҡатын-ҡыҙ ижадсының төп объекты булып ҡала. Тапалһа ла, мәңге иҫкермәй торған был өлкәлә лә Римма үҙенсә генә һүҙ әйтә алған. Был йәһәттән “Тәҡдир” һәм “Хәҡиҡәт асылы” исемле поэмалары айырыуса иғтибарға лайыҡ.
Р. Ғәлимованың журналистика өлкәһендәге уңыштарын да әйтеп үтмәү мөмкин түгел. 1999 йылда мәҡәләләр серияһы өсөн “Өмет” гәзитенең лауреаты исеменә лайыҡ булған, 2003 йылда киң мәғлүмәт сараларында һайлау тураһында иң яҡшы мәҡәләгә конкурста диплом алған, Башҡортостан Журналистар союзының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.
Күптән түгел Стәрлетамаҡ ҡалаһының Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһында шағирә Римма Ғәлимованың юбилей кисәһе һәм яңы йыйынтығының китап туйы үтте. Башҡорт теле уҡытыусыһы Рәшиҙә Хәй ҡыҙы Ғиззәтуллина етәкселегендә уҡыусылар Р. Ғәлимованың шиғырҙарын ятлаған, ғөмүмән, кисәнең сценарийы, шағирәнең китабының исеменән сығып “Нимә ул бәхет?” тигән һорауға театр алымдары менән шиғырҙар, йырҙар аша яуап эҙләү рәүешендә төҙөлгән. Һәм ул гимназияның уҡыусылар менән тулы ҙур залының иғтибарын үҙендә тота алды. Ж. Кейекбаев исемендәге гимназия директоры А. Шаһисолтанова Р. Ғәлимоваға журналист булараҡ оҙаҡ йылдар уҡыу йорто менән хеҙмәттәшлек иткәне өсөн уҡыусылар, уҡытыусылар коллективы исеменән Рәхмәт хаты тапшырҙы. Стәрлетамаҡ ҡалаһы етәкселеге исеменән урындағы хакимиәттең мәҙәниәт бүлеге начальнигы урынбаҫары Р. Ғибәҙуллина, ҡала башҡорттары ҡоролтайы идараһы рәйесе Н. Собханғолова, журналист коллегалары исеменән “Ашҡаҙар” гәзитенең мөхәррире Г. Дәүләтйәрова ҡотланы. Шағирә Эльмира Сәсәнбаева шәкертенә арналған шиғырын уҡыны.
Юбилейҙа Өфөнән дә бер төркөм әҙип ҡатнашты. Прозаик Әмир Әминев Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы ағзаһы булараҡ һәм үҙе етәкләгән “Ағиҙел” журналы редколлегияһы исеменән ҡотлау һүҙе әйтһә, шағирә Әлфиә Әсәҙуллина Римма Ғәлимованың йыйынтығын сығарған “Китап” нәшриәтенең вәкиле булараҡ юбилярҙы тәбрикләне. Әмир Әминев шағирәнең юбилейы мәктәп уҡыусылары ҡатнашлығында үткәрелеүен хупланы. “Яҙыусылар менән осрашыу бала күңелендә ғүмерлек иҫтәлек булып хәтерҙә ҡала”, — тине ул һәм үҙе мәктәптә уҡығанда Рәми Ғарипов менән ауылдарына килгән яҙыусыларҙы иҫкә төшөрөп үтте. Әйткәндәй, гимназия, ғөмүмән, матур тәьҫораттар ғына ҡалдырҙы. Мәктәптә тәрбиә эшенең нисек ҡуйылғанлығы коридорҙа балаларҙың килгән ҡунаҡтарға мөнәсәбәтенән үк күренә. Бында тәрбиәлелек, итәғәтлелек хөкөм һөргәне күҙгә ташлана. Күңелде шатландырған тағы бер нәмәне әйтеп үтмәү мөмкин түгел. Ул да булһа – гимназияның бай материал тупланған Жәлил Кейекбаев музейы менән танышыу.
Р. Ғәлимова бер шиғырындағы “Һүҙ ҡөҙрәте бар ҡоралдан көслө”; “Ҡорал алып сығам яуҙарға” тигән юлдарҙың буш һүҙҙәр түгел икәнлегенә инандырҙы. Шағирә һәм журналист шиғри һүҙ менән дә, журналист ҡәләме менән дә тормошобоҙҙағы кире күренештәргә, кешеләрҙәге битарафлыҡ, ҡаты бәғерлелеккә ҡаршы көрәшә, көнитмешебеҙҙе, әҙәм күңелдәрен яҡшы яҡҡа үҙгәртергә тырыша. Изге эштәрең уң булһын, Римма!

Гүзәл ҒӘЛИЕВА,
Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһының әҙәби консультанты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 058

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 416

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 573