Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мәшһүр ижадсының музейы булырмы?
Мәшһүр ижадсының музейы булырмы?
Башҡорт композиторы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы Хөсәйен Фәйзулла улы Әхмәтов 1914 йылдың ғинуарында Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында крәѕтиән ғаиләһендә донъяға килгән. Ғаилә шәжәрәһе Айытҡол тарханға һәм йөҙ башы Исмәғилгә барып тоташа. Шулай булғас, ул тархандар нәѕеленән булып сыға. Исеме фамилияға әйләнгән Әхмәт Ҡолмәмбәтов та үҙ заманының күренекле дин әһеле һәм мәғрифәтсеһе булған.


Мәшһүр композитор Хөсәйен Әхмәтов менән миңә бер нисә мәртәбә осрашырға насип булды. Һәр күрешеү күңелдә юйылмаѕ иѕтәлектәр ҡалдырҙы.
Ул ысын-ысындан да оло шәхес, ҙур композитор ине, бындай талантлы кешеләр йөҙ йылға бер мәртәбә генә тыуа, тиҙәр. Хөсәйен Әхмәтов башҡорт халҡына мәңге һүнмәѕ музыкаль ҡомартҡы ҡалдырҙы. Ул үҙенең хәтирәләрендә былай тигән: «Үҙ ғүмеремдә ике опера, өс симфония, бер балет, бер кантата һ.б. әѕәрҙәр, 500-ҙән ашыу йыр, романстар, балладалар, хор әѕәрҙәре яҙҙым». Быларҙы әйтеүе генә анһат, ә бит уның артында күпме хеҙмәт ята! Ул киң диапозонлы, һәр яҡтан талантлы кеше булды, композитор, йырсы һәм шағир ҙа ине. Үҙенең музыкаһына матур итеп шиғырҙар яҙҙы.
Композитор Хөсәйен Әхмәтовты тәүге тапҡыр күреүем Баймаҡтағы мәктәптә уҡыған ваҡытта булды. 1946 йылдың яҙ айҙарының береһендә Баймаҡ заводы клубының район үҙешмәкәр коллективтары смотры бара ине. Унда мин дә Рәшит Ниғмәтиҙең «Үлтер, улым, фашисты!» тигән шиғыры менән сығыш яһаным. Смотр башланыр алдынан жюри рәйесе, мәҙәниәт бүлеге мөдире Ғәшиә Абыҙгилдина Өфөнән килгән оло ҡунаҡтар менән таныштырып сыҡты. Улар араһында оҙон буйлы, ыѕпай кейенгән Хөсәйен Әхмәтов та бар ине. Смотр тамамланғас, йомғаҡлау һүҙен уға бирҙеләр. Сығышын ыңғай яҡтарҙы һанауҙан башлап китте һәм бер сетерекле мәсьәләгә туҡталды. «Күп кенә коллективтарҙың сығышында ошондай мәғәнәһеҙ йыр юлдары яңғыраны:
Выж-выж ҡурай тартаһың да,
Яр башында ятаһың.
Йәйен бесән сапмайһың да
Ҡыш ашатырға бесән тапмайһың.
Был башҡорт халҡына яла яғыу булып тора. Ата-бабабыҙ 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, үҙҙәренең батыр һуғышсылар булыуын раҫланы, ә тыл эшсәндәре тырыш хеҙмәт менән өлгө күрһәтте. Шуның өсөн бындай йырҙарҙы репертуарға башҡаса индермәгеҙ», — тип һүҙен тамамлап ҡуйҙы. Зал гөж килеп ҡул сапты. Шул ваҡыттан алып был кешегә ҡарата миндә ихтирам артты. Композитор үҙен башҡорт халҡын ҡурсалаусы һәм уның яҙмышын яҡлаусы итеп күрһәтте. Эйе, ул бөтә ғүмере буйына илем, халҡым тип янып йәшәне.
Икенсе мәртәбә Хөсәйен Әхмәтов менән 1964 йылда Өфөлә, Башҡортостан уҡытыусыларының IV съезында, осрашырға тура килде. Ул ваҡытта Баймаҡта райондың халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире булып эшләп йөрөй инем. Был съезда күп кенә ҙур кешеләр ҡатнашты, улар араһынан яҡташтарыбыҙ генерал Таһир Кусимов һәм композитор Хөсәйен Әхмәтов менән ныҡлы танышырға мөмкинлек тыуҙы. Күрешкәндә Сыңғыҙҙан икәнемде әйтеүем булды, Хөсәйен ағай мине ҡосаҡлап алды ла һорауҙарын яуҙыра башланы. Ауылым тарихын, шәжәрәмде белеүемде һәм кем булыуымды ентекләп һорашты. Съездағы сығышымды ул бик оҡшатҡан икән — маҡтау һүҙҙәре әйтте. Ә инде осрашыу кисәһендә ул боронғо башҡорт йырҙарын, Кусимов, «Перовский» бейеүен оѕта итеп башҡарып, бөтәһен дә хайран ҡалдырҙы. Был осрашыу хәтеремдә тәрән уйылды. Шул ваҡыттан башлап, тарихты өйрәнеп, шәжәрәне белеү мотлаҡ һәм изге бурысыбыҙ тип һананым. Хушлашҡан ваҡытта композитор беҙҙең шәжәрәләрҙә бәйләнеш булыуын һәм ҡоҙалар икәнебеҙҙе лә әйтте. Ошонан һуң яҡын дуѕтар булып киттек. Йыш ҡына осрашып торҙоҡ. Шулай бер осрашҡанда ул миңә: «Беләһеңме, Сыңғыҙ мәктәбе бик иѕкергән, туҙған, яңы бина төҙөргә кәрәк», — тип һүҙ ысҡындырҙы.
Мин ҡайтҡас та был мәсьәләне район етәкселәре алдына ҡуйҙым һәм абруйлы Хөсәйен Әхмәтовтың һүҙҙәрен дә әйттем. Ҡаршы килеүсе булманы. Колхоз рәйесе Х.З. Хәсәнов та тәҡдимде хупланы, һәм 1964 йылда хужалыҡ көсө менән төҙөлөш эштәре башланды. Ләкин материалдар алырға мөмкинлек юҡ ине. Был мәсьәләне Хөсәйен Әхмәтовҡа еткерҙем. Ул, күп уйлап тормайынса, БАССР-ҙың Министрҙар Советы рәйесе Зекериә Аҡназаровҡа инеп, материалдар өсөн аҡсаға рөхсәт алып сыҡты.
Шулай итеп, 1966 йылда Сыңғыҙ мәктәбе төҙөлөп бөттө һәм һигеҙ йыллыҡҡа әйләнде. Быны ишетеп Әхмәтов бик шатланғайны, дәртләнеп, йәй көнө ҡайтып йәшәргә тип, ауылда йорт һалырға ла уйлап ҡуйғайны. Ул һәр ваҡыт: «Башҡортмон тигән ир кеше өс бурысты үтәргә тейеш: өй һалыу, ул үҫтереү һәм ағас ултыртыу», — тип әйтергә яратты. Ләкин һаулығы уға өй төҙөү ниәтен тормошҡа ашырырға бирмәне.
Мин Сибайға күсеп, мәктәп-интернат директоры булып эшләй башлағас, ҡала етәкселәре менән һөйләшеп, Хөсәйен Әхмәтовты 60 йәшлек юбилейы уңайынан ҙур сараға саҡырҙыҡ. Уның менән осрашыу эшселәр коллективтарында, мәктәптәрҙә үтте. 1983 йылда, 70 йәшлек юбилейы алдынан, Хөсәйен Әхмәтов Баймаҡ халҡы менән осрашты һәм башҡа тыуған яҡтарына килә алманы.
Мин Өфөгә барыр булһам, гел генә эремсек һәм йылҡы ҡаҙыһы алып килеүҙе һорай торғайны. Бер ваҡыт: «Бындай аш-һыу, эсемлектәр Өфө баҙарында ла бар бит»,—тиеүемә, ул: «Тыуған яҡтың ризығы татлы ла, тәмле лә, шифалы ла, уны ашаһам, һаулығым яҡшыра төшкәндәй була. Тыуған еренең һыуын эскән, икмәген ашаған кеше генә үҙ еренең хужаһы, патриоты булып үѕә һәм һау-сәләмәт була», — тип аңлатҡайны. Үҙенең илен, халҡын бар күңеле менән һөйгән кеше генә бындай фекер йөрөтә алалыр, тип уйлап ҡуям хәҙер.
Тағы ла ул йыш ҡына Мәскәү, Өфө театрҙарына бүләк итеү өсөн Һаҡмар буйында тотолған бүре, төлкө тиреләрен һоратып алдыра ине. Үҙе лә йәш сағында яҡшы һунарсы булған. Ҡайһы бер таныштары һөйләүе буйынса, оѕта тегенсе тигән даны ла ҡалған.
Ләкин Хөсәйен Әхмәтовҡа уңыштары еңел бирелмәне, уларға ныҡышмалы хеҙмәт һәм көрәш һөҙөмтәһендә генә өлгәште ағайыбыҙ. Төп шөғөлө менән генә сикләнмәне, киң йәмәғәтселек эшен дә алып барҙы. Бер нисә тапҡыр Өфө ҡала Советы депутаты итеп һайланды. Ул ошо осорҙа тыныслыҡ темаһына бихисап йырҙар яҙҙы.
Хөсәйен Фәйзулла улы тыуған яҡты өйрәнеүсе лә булды. Халыҡ араһынан башҡорт йырҙарының тарихын йыйҙы, һәм бының һөҙөмтәһендә уның «Башҡорт халыҡ йырҙары» исемле китабы нәшер ителде. Хөсәйен Әхмәтов Бөтә Рәсәй хор йәмғиәтенең Башҡортостан бүлеге рәйесе лә булды, аҙаҡ уның Почетлы ағзаһы һаналды.
Хөсәйен ағай тормошта көнсөлдәрҙе, ялағайҙарҙы һәм милләтте кәмһетеп ҡараған кешеләрҙе яратманы, улар менән үҙенсә көрәш алып барҙы. Принципиаль характерлы, тура һүҙле кеше ине. Был ҡайһы берәүҙәргә оҡшаманы һәм ижадын күрмәмешкә һалышыусылар ҙа булманы түгел. Мәѕәлән, уның 3-сө симфонияһы оҙаҡ йылдар буйы донъя күрмәй ятты. Ул үҙе миңә тормошонда булған бер эпизодты һөйләгәйне: Мәскәүҙән Башҡортостандың юғары власть органдарына Хөсәйен Әхмәтовҡа "СССР-ҙың халыҡ артисы" исемен биреү тураһында тәҡдим әҙерләргә ҡушылған, ә урындағы чиновниктар быға тотҡарлыҡ яһаған. Аҙаҡ, тормошоноң һуңғы йылдарында ғына уға "РСФСР-ҙың халыҡ артисы" исемен бирҙеләр.
Башҡорт дәүләт филармонияһы 70 йыллыҡ юбилейын үткәргәндә, йәмәғәтселектең мөрәжәғәте буйынса ошо мәҙәниәт усағына Хөсәйен Әхмәтовтың исемен биреү мәсьәләһе ҡаралды. Беҙ Сибай башҡорттары ҡоролтайы исеменән халыҡтан ҡултамға йыйып, юғары власть органдарына ебәргәс кенә, боҙ урынынан ҡуҙғалды. Киләсәктә Өфөлә Мостай Кәрим, Заһир Исмәғилевтәр рәтендә Хөсәйен Әхмәтовтың да һәйкәле ҡуйылырына ышаныс бар. Ә инде күптән күтәрелгән мәсьәлә — Өфөлә, Баймаҡта уның исемендәге йорт-музей асыу эше — нисәмә йыл тотҡарланып килә. Тағы ла йәш таланттарҙы үҫтереү маҡсатында уның исемендәге премия булдырылһа ине.
Ялһыҙ эшләүе, бала саҡта етемлектә күргән ғазаптары, ижадына ҡарата битарафлыҡ күрһәтеүҙәре лә Хөсәйен Әхмәтовтың һаулығын ҡаҡшатты. Ул ун мәртәбә инфаркт үткәрҙе. Шуға ҡарамаѕтан, көслө лә, рухлы ла, ихтыярлы ла кеше булды. Тыуған иленә һәм халҡына тоғро хеҙмәт итте. «Был донъяла йәшәгән ғүмерем өсөн үкенмәйем, башҡорт халҡының профессиональ сәнғәтенең булмышын, барлығын иѕбатлаусы композитор, шәхес булараҡ бурысымды үтәнем», — тип яҙҙы.
Яҡуп Ҡолмойҙоң: «Хөсәйен ағай ысындан да ҙур шөһрәт ҡаҙанған шәхес булды. Ул һәр саҡ ололарға — ололоҡло, кеселәргә кеселекле булып ҡалды, яғымлы ҡарашлы, аҡыллы кәңәшсе лә ине», — тигән һүҙҙәре лә урынлы яңғырар кеүек.

Рамаҙан ҮТӘҒОЛОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы,
Сибай ҡалаһының почетлы гражданы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 059

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 778

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 574