Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Мәҙәниәт » “Башҡорт телендә һөйләшәм”
“Башҡорт телендә һөйләшәм”Бүребай дөйөм урта белем биреү мәктәбендә Башҡорт теленә арналған ҙур сара уҙҙы. Ҡайһы бер бәйгеләр, конкурстар алдан уҡ башланғайны. “Башҡорт әҫәрҙәренә иллюстрациялар”, “Иң күп биш алған уҡыусы”, “Иң күп биш алыусы класс”, “Аҡмулланың шиғырҙарын оҫта һөйләүсе”, “Туған телем – гүзәл гөлөм” һымаҡ иншалар конкурсы – шуға асыҡ миҫал.


Унда районыбыҙҙың арҙаҡлы шәхес­тәре – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың ха­лыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, Хәй­булла районы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Ғәни Бикбаев, Бүребай ауылы ағинәйҙәре, яҡташ шағирәләребеҙ – Фә­риғә Күсәкова, Әнүзә Гәрәева, Рәүилә Ишем­ғолова, Аҡъяр тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Рәзилә Байғусҡа­ро­ва­ның ҡатнашыуы кисәгә күркәмлек өҫтәне.
“Ағинәйҙәр” клубы инәйҙәренең уҡыусы­ларҙы мәктәптә үк ҡаршы алыуына нисек шатланмаҫҡа! Көндөң беренсе яртыһында 5-9-сы кластар өсөн – “Зәки – Башҡорт­остан терәге” исемле хәтер кисәһе, ә 1 – 4-се кластар өсөн “Башҡорт милли уйындары” тигән асыҡ дәрес уҙғарылды. Бүребай ауылынан ағинәйҙәр “Бәпес ебе” йолаһын күрһәтте. Шулай уҡ балалар “Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам” тигән темаға диктант яҙҙы. Улар араһында бүтән милләт вәкилдәрен күреү сараға ҙур мәртәбә өҫтәне.
Артабан саҡырылған ҡунаҡтар һәм мәктәп уҡыусылары яҡташ шағирәләр менән осрашыуға ашыҡты. Тамашасылар Фәриғә Күсәкованың, Әнүзә Гәрәеваның, Рәүилә Ишемғолованың күңелдәргә үтеп инерлек ижад емештәрен тыңлап кинәнде. Ҡыҙҙар һәм малайҙар һәр береһенең тормош юлдары һәм ижад серҙәре менән ҡыҙыҡһынды, шуға бәйле һорауҙар бирҙе. Яуап һүҙе итеп мәктәптең “Алтын ҡаурый” түңәрәгенә йөрөгән уҡыусылар – Айгөл Аҡҡусҡарова менән Регина Байғужина үҙҙәре яҙған шиғырҙарҙы һөйләп ишеттерҙе.
Тәнәфес ваҡытында “Башҡорт телендә һөйләшәм”, “Яратам һине, Башҡортостан” ише флешмоб күрһәтелде, башҡорт милли уйын ҡоралдарынан күргәҙмә ойошторолдо.
Төштән һуң барыһы ла тамашасы залына йыйылды. Аҙна һуҙымында иң күп биш алыусы булып 4-се “б” класы уҡыусыһы Зарина Айдашева һәм 6-сы “а” класы уҡыусыһы Аида Рәхмәтова танылды. Шулай уҡ иншалар бәйгеһендә һынатмаусылар, “Башҡорт әҫәрҙәренә иллюстрациялар” конкурсында еңеүсе кластар ҙа билдәләнде. Уларға маҡтау грамоталары, дәртләндереү приздары тапшырылды. Аҡмулланың шиғырҙарын ятлауҙа алдынғылыҡты бирмәгән Әминә Вәлиева яҡташ шағирәбеҙ Фәриғә Күсәкова ҡулынан грамота алһа, бер хатаһыҙ диктант яҙыусы милләттәштәребеҙ Нәжиә Жуламанова һәм Шәүрә Бүләкова Хөрмә­тулла Үтәшевтең ҡулынан Маҡтау ҡағыҙы алыуға иреште. Ошо ҡотлауҙар, бүләк­ләүҙәр һәммәһе лә башҡорт йыр-бейеүҙәре менән һуғарылып барҙы. Сараны йомғаҡлап бөтәһе бергә “Башҡорт телендә һөйләшәм” йырын башҡарҙы.
Йәш быуынды милли рухта тәрбиәләүгә йүнәлтелгән бындай саралар һәр кемгә оҡшай.

Хәйбулла районы.


Автор: Лилиә ГӘРӘЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөлә күренекле педагог, профессор Миләүшә Мортазинаның 100 йәшлек юбилейын билдәләйҙәр

Өфөлә күренекле педагог, профессор Миләүшә Мортазинаның 100 йәшлек юбилейын билдәләйҙәр 22.05.2026 // Мәҙәниәт

Өфөлә күренекле педагог, профессор Миләүшә Мортазинаның 100 йәшлек юбилейын билдәләйҙәр...

Тотош уҡырға 3

AY YOLA төркөмө һәм йырсы Алһыу RU.TV телеканалының музыка премияһына лайыҡ булды

AY YOLA төркөмө һәм йырсы Алһыу RU.TV телеканалының музыка премияһына лайыҡ булды 22.05.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостандың AY YOLA төркөмө һәм йырсы Алһыу тарихта тәүге тапҡыр милли телдәге трек менән RU.TV ......

Тотош уҡырға 3

Йырсы Әлфинә Әҙеһәмова — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы

Йырсы Әлфинә Әҙеһәмова — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы 22.05.2026 // Мәҙәниәт

Йырсы Әлфинә Әҙеһәмова — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы...

Тотош уҡырға 3

Республикала «Китап байрамы» алдынан «Китап календары» эшләй башланы

Республикала «Китап байрамы» алдынан «Китап календары» эшләй башланы 21.05.2026 // Мәҙәниәт

Республикала «Китап байрамы» алдынан «Китап календары» эшләй башланы...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Зөлфиә Ҡудашеваның бенефисы уҙҙы

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Зөлфиә Ҡудашеваның бенефисы уҙҙы 21.05.2026 // Мәҙәниәт

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы ......

Тотош уҡырға 1

Башҡорт драма театры Мостай Кәримдең һуңғы пьесаһын сәхнәләштерә

Башҡорт драма театры Мостай Кәримдең һуңғы пьесаһын сәхнәләштерә 21.05.2026 // Мәҙәниәт

Премьераға әҙерлек барышында театр 1980 йылдарҙағы реквизиттар эҙләүе тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда Салауат Юлаев һәйкәленең яҙмышы хәл ителә

Башҡортостанда Салауат Юлаев һәйкәленең яҙмышы хәл ителә 20.05.2026 // Мәҙәниәт

Бөгөн, легендар геройҙың һәйкәле һүтеп алынған һәм реконструкциялау эштәре барған ваҡытта, яугир ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһына үҙгәрештәр индерелде

Башҡортостанда «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһына үҙгәрештәр индерелде 19.05.2026 // Мәҙәниәт

Премьер-министр Андрей Назаров Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең тейешле ҡарарына ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 2

Этно - эйе: Башҡортостан айдентикаһын һөнәрселек нисек үҫтерә

Этно - эйе: Башҡортостан айдентикаһын һөнәрселек нисек үҫтерә 15.05.2026 // Мәҙәниәт

Башҡорт халҡының һөнәрҙәре мираҫ ҡына түгел, ә төбәк айдентикаһын үҫтереү ҡоралы тип әйтергә ......

Тотош уҡырға 3

Өфөлә гүзәллек һәм әсәлек инклюзив конкурсы еңеүселәре билдәләнде

Өфөлә гүзәллек һәм әсәлек инклюзив конкурсы еңеүселәре билдәләнде 14.05.2026 // Мәҙәниәт

Өфө королеваһы – коллегабыҙ, тележурналист Зилә Баймырҙина, шулай уҡ ул «Миссис Грация» һәм «Иң ......

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәми Ғарипов исемендәге тәүге миҙалдар тапшырылды

Өфөлә Рәми Ғарипов исемендәге тәүге миҙалдар тапшырылды 13.05.2026 // Мәҙәниәт

Яҙыусылар союзында Башҡортостандың күренекле халыҡ шағиры иҫтәлегенә булдырылған миҙал менән ......

Тотош уҡырға 1

Бронзанан ҡойолған Салауат Юлаев һәйкәле йылға ярында мәңге торасаҡ – Щербаков

Бронзанан ҡойолған Салауат Юлаев һәйкәле йылға ярында мәңге торасаҡ – Щербаков 05.05.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда Салауат Юлаев һәйкәле буйынса фекер алышыу башланды, республикабыҙ халҡы мөһим ҡарар ......

Тотош уҡырға 11


Комментарий өҫтәргә