Путин Миләүшә Мортазинаны Рәсәй ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Мәҙәниәт
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы профессоры ......
Башҡортостанда төшөрөлгән «Батырҙар ташы» фильмы халыҡ-ара фестивалдә күрһәтелде
Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы төшөргән «Батырҙар ташы» фильмы Валентина Леонтьева исемендәге XVII Халыҡ-ара кино һәм телепрограммалар фестивалендә күрһәтелде. Фестиваль Ульяновск өлкәһендә үтте.
Режиссер Роман Пожидаевтың картинаһы Рәсәй төбәктәренең мәҙәни төрлөлөгөн сағылдырған һәм милли кинематограф үҫешенә булышлыҡ иткән заманса эштәрҙе берләштергән «Яңы милли кино» фестиваленең конкурстан тыш программаһында күрһәтелде.
— «Батырҙар ташы» фильмының XVII «Ихлас күңелдән» халыҡ-ара фестивале программаһында ҡатнашыуы «Башҡортостан» киностудияһы өсөн мөһим ваҡиға һәм мәҙәни диалог, милләт-ара бәйләнештәрҙе нығытыу һәм рухи традицияларҙы һаҡлауҙың мөһим ҡоралы булараҡ милли киноның кәрәклеген тағы бер тапҡыр раҫлау булды, — тип белдерҙеләр киностудияла.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, картина мажара һәм фэнтези жанрында төшөрөлгән. Төп герой Руслан кешеләрҙән, мөхәббәттән, һөнәренән күңеле ҡайтҡан, бурысҡа батҡан һәм илдән китергә йыйына. Әммә аэропортта уны Диана туҡтата. Бай спонсор йәштәргә серле артефакт — уҡ башын табырға ҡуша. Әммә уларҙың юлында Кинйә батыр осрай.
Тамашасылар менән осрашыуҙа «Башҡортостан» киностудияһы исеменән кинопродюсер һәм директор Юнир Әминев сығыш яһаны. Ул картинаны төшөрөү, уның тематикаһы һәм тарихи-мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм милли киноны популярлаштырыу өсөн ошондай кинопроекттарҙың әһәмиәте тураһында һөйләне. Шулай уҡ Юнир Әминев фестивалдең эшлекле программаһы сиктәрендә уҙған «Төрлөлөктә – берҙәмлек: халыҡтар берҙәмлегендә киноның роле» түңәрәк өҫтәлендә ҡатнашты.
Фекер алышыуҙа жюри ағзалары — режиссерҙар Владимир Грамматиков һәм Владимир Хотиненко, сәнғәт белгесе Татьяна Яковлева, Үҙәк кино музейы директоры Лариса Баженова, Ҡырғыҙстандың Кинематографистар союзы рәйесе Таалайбек Кулмендеев, шулай уҡ Кинематографистар союздары конфедерацияһы вәкиле Алексей Безуглый ҡатнашты. Түңәрәк өҫтәлдең модераторы Ульяновск өлкәһенең мәҙәниәт һәм мәҙәни сәйәсәт министры Евгения Сидорова булды.
Путин Миләүшә Мортазинаны Рәсәй ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Мәҙәниәт
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы профессоры ......
Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә 29.10.2026 // Мәҙәниәт
Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә...
AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй 27.10.2026 // Мәҙәниәт
AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй...
Башҡортостанда башҡорт килендәре араһында этноконкурс башланды 22.10.2026 // Мәҙәниәт
Конкурс Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына, Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә ......
Салауат башҡорт театры милләт-ара фестивалдә сығыш яһай 21.10.2026 // Мәҙәниәт
Пермь крайының Кудымкар ҡалаһында VIII «Хәбәр» милләт-ара театр фестивале асылды. Быйыл бында ......
Радий Хәбиров республика халҡын Милли бейеү көнө менән ҡотланы 21.10.2026 // Мәҙәниәт
Радий Хәбиров республика халҡын Милли бейеү көнө менән ҡотланы...
Башҡортостанда МХО-ға арналған спектаклдәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә 20.10.2026 // Мәҙәниәт
Махсус хәрби операцияға арналған спектаклдәрҙең беренсе театр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә....
Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды 19.10.2026 // Мәҙәниәт
Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды...
Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды 18.10.2026 // Мәҙәниәт
Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды...
«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны 14.10.2026 // Мәҙәниәт
«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны...
Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде 07.10.2026 // Мәҙәниәт
Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде...
Тотош уҡырға 10
Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән 07.10.2026 // Мәҙәниәт
Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән...
Тотош уҡырға 12