Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Мәҙәниәт » Башҡортостанда «Урал батыр» эпосы көнө билдәләнде

Башҡортостанда «Урал батыр» эпосы көнө билдәләнде

Фото: Фәнүр Шәйхисламовтың сәхифәһе | Вк

Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов «Урал батыр» эпосы көнөнөң киң билдәләнеүе тураһында һөйләне. Ошо көндәрҙә «Шүлгәнташ» музей-ҡурсаулығы амфитеатрында «Урал батыр: Быуаттар ауазы» тигән тантаналы сара уҙҙы.

Проекттың авторы һәм режиссеры – Сулпан Асҡарова. Солистар һәм коллективтарҙың, шул иҫәптән Дәүләт ҡурайсылар ансамбленең, Зәйнетдиндең сағыу сығыштары кисәгә йәм бүләк итте. Бөйөк эпос менән илһамланып эшләнгән «Урал батыр» кейеҙ костюмдар коллекцияһын күрһәтеү программаның ысын биҙәгенә әүерелде. Подиумда коллекция менән «Башҡортостандың этно һылыуҡайы – 2026» республика матурлыҡ һәм талант конкурсы финалсылары, моделдәр таныштырҙы.

«Бында боронғо эпоста данлаған изге урындарҙы күрергә мөмкин, — тип уртаҡлашты Фәнүр Шәйхисламов. — Музейҙа «Урал батыр» эпосын өйрәнеү өсөн яңы тематик класс асҡандар. Түңәрәк өҫтәлдә ғалимдар, рәссамдар һәм фольклорсылар ошо баһалап бөткөһөҙ мираҫты киләсәк быуындар өсөн һаҡлап ҡалыу тураһында фекер алышты. Байрам ҙур концерт һәм эпос буйынса театрлаштырылған композиция менән тамамланды».

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылда республика Башлығы Радий Хәбиров указы менән башҡорт фольклор мираҫын һаҡлау һәм популярлаштырыу, милли үҙенсәлекте нығытыу һәм боронғо башҡорт һүҙ сәнғәтенә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу өсөн «Урал батыр» эпосы көнө булдырылды. 1910 йылда фольклорсы Мөхәмәтша Буранғолов яҙып алған «Урал батыр» эпосында изгелек менән яуызлыҡтың мәңгелек көрәше, батырҙың халыҡ бәхете хаҡына йәнен фиҙа ҡылыуы хаҡында һүҙ бара.

Фото: Фәнүр Шәйхисламовтың сәхифәһе | Вк

7 июндә Белорет районында башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосына арналған ҙур байрам үтте. Сараны уҙғарыу урыны осраҡлы һайланмаған. Күп кенә тикшеренеүселәр эпоста һүрәтләнгән ваҡиғаларҙы тап Белорет районы менән бәйләй. Байрамда AY YOLA төркөмө, Дәүләт ҡурайсылар ансамбле һәм башҡа коллективтар ҡатнашты.



Автор: Ләйлә Аралбаева / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Путин Миләүшә Мортазинаны Рәсәй ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Путин Миләүшә Мортазинаны Рәсәй ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Мәҙәниәт

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы профессоры ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә

Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә 29.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда «Бер кереш уҡтары» фильмы бушлай күрһәтелә...

Тотош уҡырға 3

AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй

AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй 27.10.2026 // Мәҙәниәт

AY YOLA төркөмө рус телендә яңы йыр әҙерләй...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда башҡорт килендәре араһында этноконкурс башланды

Башҡортостанда башҡорт килендәре араһында этноконкурс башланды 22.10.2026 // Мәҙәниәт

Конкурс Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына, Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә ......

Тотош уҡырға 6

Салауат башҡорт театры милләт-ара фестивалдә сығыш яһай

Салауат башҡорт театры милләт-ара фестивалдә сығыш яһай 21.10.2026 // Мәҙәниәт

Пермь крайының Кудымкар ҡалаһында VIII «Хәбәр» милләт-ара театр фестивале асылды. Быйыл бында ......

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров республика халҡын Милли бейеү көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров республика халҡын Милли бейеү көнө менән ҡотланы 21.10.2026 // Мәҙәниәт

Радий Хәбиров республика халҡын Милли бейеү көнө менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда МХО-ға арналған спектаклдәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

Башҡортостанда МХО-ға арналған спектаклдәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә 20.10.2026 // Мәҙәниәт

Махсус хәрби операцияға арналған спектаклдәрҙең беренсе театр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды

Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды 19.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостандан фильм Адыгеяла уҙған фестивалдә иң яҡшы режиссура өсөн награда алды...

Тотош уҡырға 5

Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды

Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды 18.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡорт яҙыусыһы Йәдкәр Бәширов вафат булды...

Тотош уҡырға 1

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны 14.10.2026 // Мәҙәниәт

«ӘЙ ЙОЛА» төркөмөнөң «Һомай» йыры фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде

Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде 07.10.2026 // Мәҙәниәт

Башҡортостанда Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәләнде...

Тотош уҡырға 10

Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән

Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән 07.10.2026 // Мәҙәниәт

Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән...

Тотош уҡырға 12