“Башҡорт телендә һөйләшәм”19.01.2018
“Башҡорт телендә һөйләшәм”Бүребай дөйөм урта белем биреү мәктәбендә Башҡорт теленә арналған ҙур сара уҙҙы. Ҡайһы бер бәйгеләр, конкурстар алдан уҡ башланғайны. “Башҡорт әҫәрҙәренә иллюстрациялар”, “Иң күп биш алған уҡыусы”, “Иң күп биш алыусы класс”, “Аҡмулланың шиғырҙарын оҫта һөйләүсе”, “Туған телем – гүзәл гөлөм” һымаҡ иншалар конкурсы – шуға асыҡ миҫал.


Унда районыбыҙҙың арҙаҡлы шәхес­тәре – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың ха­лыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, Хәй­булла районы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Ғәни Бикбаев, Бүребай ауылы ағинәйҙәре, яҡташ шағирәләребеҙ – Фә­риғә Күсәкова, Әнүзә Гәрәева, Рәүилә Ишем­ғолова, Аҡъяр тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Рәзилә Байғусҡа­ро­ва­ның ҡатнашыуы кисәгә күркәмлек өҫтәне.
“Ағинәйҙәр” клубы инәйҙәренең уҡыусы­ларҙы мәктәптә үк ҡаршы алыуына нисек шатланмаҫҡа! Көндөң беренсе яртыһында 5-9-сы кластар өсөн – “Зәки – Башҡорт­остан терәге” исемле хәтер кисәһе, ә 1 – 4-се кластар өсөн “Башҡорт милли уйындары” тигән асыҡ дәрес уҙғарылды. Бүребай ауылынан ағинәйҙәр “Бәпес ебе” йолаһын күрһәтте. Шулай уҡ балалар “Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам” тигән темаға диктант яҙҙы. Улар араһында бүтән милләт вәкилдәрен күреү сараға ҙур мәртәбә өҫтәне.
Артабан саҡырылған ҡунаҡтар һәм мәктәп уҡыусылары яҡташ шағирәләр менән осрашыуға ашыҡты. Тамашасылар Фәриғә Күсәкованың, Әнүзә Гәрәеваның, Рәүилә Ишемғолованың күңелдәргә үтеп инерлек ижад емештәрен тыңлап кинәнде. Ҡыҙҙар һәм малайҙар һәр береһенең тормош юлдары һәм ижад серҙәре менән ҡыҙыҡһынды, шуға бәйле һорауҙар бирҙе. Яуап һүҙе итеп мәктәптең “Алтын ҡаурый” түңәрәгенә йөрөгән уҡыусылар – Айгөл Аҡҡусҡарова менән Регина Байғужина үҙҙәре яҙған шиғырҙарҙы һөйләп ишеттерҙе.
Тәнәфес ваҡытында “Башҡорт телендә һөйләшәм”, “Яратам һине, Башҡортостан” ише флешмоб күрһәтелде, башҡорт милли уйын ҡоралдарынан күргәҙмә ойошторолдо.
Төштән һуң барыһы ла тамашасы залына йыйылды. Аҙна һуҙымында иң күп биш алыусы булып 4-се “б” класы уҡыусыһы Зарина Айдашева һәм 6-сы “а” класы уҡыусыһы Аида Рәхмәтова танылды. Шулай уҡ иншалар бәйгеһендә һынатмаусылар, “Башҡорт әҫәрҙәренә иллюстрациялар” конкурсында еңеүсе кластар ҙа билдәләнде. Уларға маҡтау грамоталары, дәртләндереү приздары тапшырылды. Аҡмулланың шиғырҙарын ятлауҙа алдынғылыҡты бирмәгән Әминә Вәлиева яҡташ шағирәбеҙ Фәриғә Күсәкова ҡулынан грамота алһа, бер хатаһыҙ диктант яҙыусы милләттәштәребеҙ Нәжиә Жуламанова һәм Шәүрә Бүләкова Хөрмә­тулла Үтәшевтең ҡулынан Маҡтау ҡағыҙы алыуға иреште. Ошо ҡотлауҙар, бүләк­ләүҙәр һәммәһе лә башҡорт йыр-бейеүҙәре менән һуғарылып барҙы. Сараны йомғаҡлап бөтәһе бергә “Башҡорт телендә һөйләшәм” йырын башҡарҙы.
Йәш быуынды милли рухта тәрбиәләүгә йүнәлтелгән бындай саралар һәр кемгә оҡшай.

Хәйбулла районы.


Вернуться назад