Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Олатайҙар васыятын үтәп
Олатайҙар васыятын үтәп “Уҡығыҙ, уландар! Беҙгә уҡыу эләкмәне, һеҙ уҡығыҙ. Уҡығандың һүҙе үтә ул”, – тип көн дә әйтә торғайны Нурый ҡарттайым. Атайымдың атаһы XX быуаттың дәһшәтле ваҡиғалары уртаһында ҡайнаған: 1916 йылдың көҙөндә Герман (Беренсе бөтә донъя) һуғышына алына, 1917 йылда башҡорт хәрби берәмеге составында Ҡышҡы Һарайҙа ҡарауылда тора, 1918 йылдың яҙында Башҡортостанға ҡайта, шул уҡ йәйҙә Башҡорт армияһына хеҙмәткә алына һәм бар булған һынауҙар аша үтә. Бөйөк Ватан һуғышында ла ҡатнаша, ҡаты яралана, әммә иҫән ҡала.


Икенсеһе, әсәйемдең атаһы Рамазан ҡарттайым, Бөйөк Ватан һуғышында, 1944 йылдың 19 сентябрендә, Польшала һәләк булған. Һуғышҡа тиклем дәүләт хеҙмәткәре булып эшләгән һәм вариҫтарына: “Халыҡҡа хеҙмәт итегеҙ, илгә хеҙмәт шул була!” — тип әйтеп ҡалдырған. Оҙаҡ йылдар “хәбәрһеҙ юғалған” тип иҫәпләнгән ҡарттайымдың ҡәберен 2010 йылда эҙләп таптым. Быйыл, Википедия конференцияһында ҡатнашыу форсатынан файҙаланып, Казимеж Дольны ҡалаһындағы Совет һалдаттары мемориалына ла барып еттем, Башҡортостан тупрағын Рамазан ҡарттайым ҡәберенә һалдым. Был изге йоланы үтәүҙә Башҡортостан википедиясылары вәкиле, Мәскәүҙә йәшәүсе Учалы егете Ришат Сәйфетдинов та ҡатнашты.
Польша биләмәһендә яу яланында ерләнгән һуғыш ҡорбандары 40-сы йылдар аҙағында һәм 50-се йылдар башында ойошторолған хәрби мемориалдарға күсерелә. Мемориалдар махсус ойошма проекты буйынса төҙөлгән һәм урындағы хакимиәт тарафынан даими ҡурсалана. Казимеж Дольнылағы ҡәберлек 1951 йылда төҙөлгән, парк-мавзолей статусына эйә. Тау башының ҡырын ерендә дағаға оҡшаған майҙан тигеҙләп киҫелгән, оло юлдан ҡәберлеккә таш баҫҡыс күтәрелә. 0,7 гектар биләмәлә зауыҡ менән төрлө ағастар ултыртылған, үлән тигеҙләп киҫелгән. Ҡәберлек майҙаны уртаһында эре суйыр таштарҙан һәйкәл төҙөлгән. Майҙан тирәләй ике рәт итеп исемдәре яҙылған 56 айырым һәм даға формаһына тура килтереп 164 дөйөм ҡәбер урынлашҡан. Рәсми аныҡланған мәғлүмәт буйынса — 8537, ингән урында ҡуйылған алтаҡта мәғлүмәте буйынса 8676 һуғыш ҡорбаны ерләнгән тип билдәләнә. Мемориал тураһында тулыраҡ мәғлүмәт һәм фотолар менән Башҡорт Википедияһының “Казимеж Дольныла Совет Армияһы һалдаттары ҡәберлеге” мәҡәләһендә танышырға була.
Конференция ваҡытында поляк коллегаларҙан Польшала совет һалдаттарына ҡуйылған һәйкәлдәрҙе алыу буйынса сығарылған рәсми ҡанун тураһында һораштым, ҡарттайымдың Польшала ерләнеүен әйттем, Совет һалдаттары мемориалдары киләсәге тураһында борсолоу белдерҙем. Уларҙың аңлатыуынса, был ҡанун тарихи һәм мәҙәни әһәмиәте булмаған, һәйкәл статусына тап килмәгән ҡоролмаларға ҡағыла икән. Совет һалдаттары ерләнгән мемориалдар артабан да дәүләт һәм урындағы хакимиәт иғтибарында буласаҡ, тип ышандырҙылар. Казимеж Дольнылағы мемориалға һәм һуңғы йылдарҙа унда күпләп зыярат ҡылыусы рәсәйҙәргә иғтибар бүленеүенә үҙебеҙ ҙә шаһит булдыҡ.
Польшаға сәфәрҙең төп маҡсаты Үҙәк һәм Көнсығыш Европа илдәре википедиясыларының осрашыу-конференцияһында (CEE Wikimedia meeting) ҡатнашыу, тәжрибә уртаҡлашыу, яңы танышлыҡтар булдырыу ине. Был оло ҡорҙа башҡорттар өсөнсө тапҡыр ҡатнаша. Башҡа вәкилдәр айырым илдәрҙән иҫәпләнһә, Башҡортостан вәкилдәре, Рәсәй составындағы республика булараҡ, берҙән-бер делегация ине.
Конференциялағы фекер алышыуҙар ваҡытында Рәсәй халыҡтарының википедияларын үҫтереүгә иғтибар бүлергә кәрәклеген, был йәһәттән йылдам үҫешкән википедиялар терәк була алыуын әйттек. Башҡорт Википедияһы ойошторған халыҡ-ара “Башҡортостан 100” вики-марафоны тураһында сығыш яһаныҡ. Беҙҙең тәҡдимдәр иғтибарһыҙ ҡалманы: киләһе йылдан аҙ һанлы халыҡтарҙың википедияларын төҙөүселәрҙе лә CEE Wikimedia meeting сараһына саҡырыу, конференция сығыштарын урыҫ теленә сурдо-тәржемә яһау ҡараласаҡ. Әлбиттә, конференцияла сығыш ҡына яһаманыҡ, тәжрибә туплап, яңы проекттар менән дә таныштыҡ. Уларҙы тормошҡа ашырыу, өйрәнгән-белгәнебеҙҙе милләттәштәргә еткереү ниәте менән дәртләнеп ҡайттыҡ сәфәрҙән.
Хәҙер үҙем олатайҙарҙан олораҡ, уларҙың васыятын йәштәргә лә әйтәм: “Уҡығыҙ, уландар. Халыҡҡа хеҙмәт итегеҙ. Уҡығандың, халыҡҡа хеҙмәт иткәндең һүҙе үтә ул!”

Рөстәм НУРЫЕВ,
Башҡорт Википедияһы хакимы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда БПЛА һөжүм иткән урындан кадрҙарҙы төшөрөргә ярамауын иҫкәрттеләр

Башҡортостанда БПЛА һөжүм иткән урындан кадрҙарҙы төшөрөргә ярамауын иҫкәрттеләр 02.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА һөжүм иткән урындан кадрҙарҙы төшөрөргә ярамауын иҫкәрттеләр...

Тотош уҡырға 0

Шаран ауылында үҙәк майҙан төҙөкләндерелә

Шаран ауылында үҙәк майҙан төҙөкләндерелә 02.04.2026 // Йәмғиәт

Шаран районы Шаран ауылында «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен ......

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала халыҡты ваҡытлыса урынлаштырыу пункты асылды

Баш ҡалала халыҡты ваҡытлыса урынлаштырыу пункты асылды 02.04.2026 // Йәмғиәт

Ул 35-се белем биреү үҙәгендә урынлашҡан (Ғафури урамы, 7)....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә БПЛА һөжүме ваҡытында зыян күреүселәр тураһында ялған мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Өфөлә БПЛА һөжүме ваҡытында зыян күреүселәр тураһында ялған мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 02.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә БПЛА һөжүме ваҡытында зыян күреүселәр тураһында ялған мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 1

Республика ҡотҡарыусылары ташҡын тураһында оператив мәғлүмәт еткерҙе

Республика ҡотҡарыусылары ташҡын тураһында оператив мәғлүмәт еткерҙе 02.04.2026 // Йәмғиәт

Республика ҡотҡарыусылары ташҡын тураһында оператив мәғлүмәт еткерҙе...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан уҡыусылары «Сириус»та химия буйынса олимпиадала ике «алтын» алды

Башҡортостан уҡыусылары «Сириус»та химия буйынса олимпиадала ике «алтын» алды 01.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан уҡыусылары «Сириус»та химия буйынса олимпиадала ике «алтын» алды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә әлегә фатирҙарға йылы биреү туҡтатылмай

Өфөлә әлегә фатирҙарға йылы биреү туҡтатылмай 01.04.2026 // Йәмғиәт

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, киләһе аҙнала һалҡынайта....

Тотош уҡырға 2

Игорь Комаров һәм Радий Хәбиров Өфөлә Волга буйы федераль округындағы иң ҙур мәктәпте ҡараны

Игорь Комаров һәм Радий Хәбиров Өфөлә Волга буйы федераль округындағы иң ҙур мәктәпте ҡараны 01.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 1 апрелдә, Өфөлә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ......

Тотош уҡырға 1

Башгидромет Ләмәҙ, Стәрле һәм Өршәк йылғалары буйын һыу баҫыу хәүефе хаҡында иҫкәртте

Башгидромет Ләмәҙ, Стәрле һәм Өршәк йылғалары буйын һыу баҫыу хәүефе хаҡында иҫкәртте 01.04.2026 // Йәмғиәт

Башгидромет Ләмәҙ, Стәрле һәм Өршәк йылғалары буйын һыу баҫыу хәүефе хаҡында иҫкәртте...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә самокатта йөрөү сикләнгән йәки тыйылған урамдар билдәләнде

Өфөлә самокатта йөрөү сикләнгән йәки тыйылған урамдар билдәләнде 01.04.2026 // Йәмғиәт

1 апрелдән Өфөлә рәсми рәүештә электр самокаттары миҙгеле башланды, тип хәбәр иттеләр мэриянан....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда юҡ ителергә тейешле хәүефле үҫемлектәр исемлеге раҫланды

Башҡортостанда юҡ ителергә тейешле хәүефле үҫемлектәр исемлеге раҫланды 01.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда юҡ ителергә тейешле хәүефле үҫемлектәр исемлеге раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Билдәле тарихсы Ҡәүи Кәримов арабыҙҙан китте

Билдәле тарихсы Ҡәүи Кәримов арабыҙҙан китте 01.04.2026 // Йәмғиәт

Билдәле тарихсы Ҡәүи Кәримов арабыҙҙан китте...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә