Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Уң булһын изге сәфәр!
Хаж ҡылыу – Исламдың бер терәге. Төбәгебеҙҙән был ғәмәлде үтәргә 8 августа бер төркөм ҡәрҙәштәребеҙ юлланғайны, иртәгә йәнә 49 кеше сәфәргә сыға.

Ғөмүмән, хаж ҡылыу өсөн әҙәм балаһының матди хәле етергә тейеш: юл, йәшәү өсөн сығымдарҙы ҡапларға кәрәк, өйөндә ҡалған ғаилә ағзаларының был мәлдә мохтажлыҡ кисермәүе мөһим. Өҫтәүенә йыраҡ сәфәргә сыҡҡанда сәләмәтлек мөмкин­лектәрен күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Намаҙ – тән, зәҡәт мал аша ҡылынһа, хаж бурысын үтәгәндә быларҙың икеһе лә мөһим.
Исламдың был терәге мосолмандан күп көс талап итә. Ауырлыҡтың тәүгеһе – юлдың алыҫлығы. “Сәфәр – ғазаптың бер өлөшө”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең бер хәҙисендә. Икенсенән, хаж ултырып ҡына ҡылына торған ғибәҙәт түгел: бик күп йөрөргә тура килә. Юлға сығыр алдынан сәфәрҙең ҡағиҙә­ләрен, фарыздарын, сөннәттәрен ныҡлап өйрәнер­гә, белгәндәрҙән һорашырға кәрәк. Һис ни тураһында хәбәрҙар булмай барып төшәһең икән, бәғзе ауырлыҡтар тыуыуы ихтимал.
Аллаһ Тәғәлә беҙгә хажды фарыз иткән икән, һис шикһеҙ, бында ҙур, бөйөк хикмәт ята. Шуның береһе – бөтөн донъя мосолмандарының тупланыуы. Бер-береңде күреү, тын алышын тойоу, аралашыу, фекер алышыу – ғәйәт ҙур бәрәкәт нигеҙе.
Изге сәфәр әҙәм балаһын һәр яҡлап тәрбиәләй. Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтен өмөт итеп, хаж ғибәҙәтен үтәгән кеше гүйә ки яңы тыуған шикелле гонаһтан паклана, уның күңеле, рухы яҡтыра. Элек был ғәмәлде атҡарып ҡайтҡандарҙың күбеһе халыҡтың яҡын кәңәшсеһенә, фекер биреүсеһенә, рухи етәксеһенә әйләнгән, ғилем бирә башлаған, иман йорттары төҙөгән. Хәҙерге хажиҙарыбыҙ ҙа (әл-хәмдү лил-ләһ, улар йылдан-йыл арта) иманлы ата-бабабыҙҙың изге юлын дауам итер, халҡыбыҙ, милләтебеҙ, телебеҙ мәнфәғәтендә хеҙмәт күрһәтер, иншаллаһ.


Автор: Дилбәр ИШМОРАТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 0

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 2

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде

Комментарий өҫтәргә