Уң булһын изге сәфәр!10.08.2018
Хаж ҡылыу – Исламдың бер терәге. Төбәгебеҙҙән был ғәмәлде үтәргә 8 августа бер төркөм ҡәрҙәштәребеҙ юлланғайны, иртәгә йәнә 49 кеше сәфәргә сыға.
Ғөмүмән, хаж ҡылыу өсөн әҙәм балаһының матди хәле етергә тейеш: юл, йәшәү өсөн сығымдарҙы ҡапларға кәрәк, өйөндә ҡалған ғаилә ағзаларының был мәлдә мохтажлыҡ кисермәүе мөһим. Өҫтәүенә йыраҡ сәфәргә сыҡҡанда сәләмәтлек мөмкинлектәрен күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Намаҙ – тән, зәҡәт мал аша ҡылынһа, хаж бурысын үтәгәндә быларҙың икеһе лә мөһим.
Исламдың был терәге мосолмандан күп көс талап итә. Ауырлыҡтың тәүгеһе – юлдың алыҫлығы. “Сәфәр – ғазаптың бер өлөшө”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең бер хәҙисендә. Икенсенән, хаж ултырып ҡына ҡылына торған ғибәҙәт түгел: бик күп йөрөргә тура килә. Юлға сығыр алдынан сәфәрҙең ҡағиҙәләрен, фарыздарын, сөннәттәрен ныҡлап өйрәнергә, белгәндәрҙән һорашырға кәрәк. Һис ни тураһында хәбәрҙар булмай барып төшәһең икән, бәғзе ауырлыҡтар тыуыуы ихтимал.
Аллаһ Тәғәлә беҙгә хажды фарыз иткән икән, һис шикһеҙ, бында ҙур, бөйөк хикмәт ята. Шуның береһе – бөтөн донъя мосолмандарының тупланыуы. Бер-береңде күреү, тын алышын тойоу, аралашыу, фекер алышыу – ғәйәт ҙур бәрәкәт нигеҙе.
Изге сәфәр әҙәм балаһын һәр яҡлап тәрбиәләй. Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтен өмөт итеп, хаж ғибәҙәтен үтәгән кеше гүйә ки яңы тыуған шикелле гонаһтан паклана, уның күңеле, рухы яҡтыра. Элек был ғәмәлде атҡарып ҡайтҡандарҙың күбеһе халыҡтың яҡын кәңәшсеһенә, фекер биреүсеһенә, рухи етәксеһенә әйләнгән, ғилем бирә башлаған, иман йорттары төҙөгән. Хәҙерге хажиҙарыбыҙ ҙа (әл-хәмдү лил-ләһ, улар йылдан-йыл арта) иманлы ата-бабабыҙҙың изге юлын дауам итер, халҡыбыҙ, милләтебеҙ, телебеҙ мәнфәғәтендә хеҙмәт күрһәтер, иншаллаһ.