Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кәрәкмәгәнде ишетмә
– Ни тиһәң дә, кешенең тормошонда уны уратып алған мөхиттең, йәмғиәттең өлөшө ҙур. Бер нисә йыл элек иремдең тыуған ауылына йәшәргә ҡайтҡайныҡ. Тәүҙә дәрте ҙур ине, аҙаҡ күңеле һүрелде лә ҡуйҙы. “Ауылдаштарым шулай ти, киләсәкте былай күҙаллай – алға китеп булмаҫ, ахыры...” – тип ҡулын һелтәне лә ҡуйҙы. Кеше һүҙе шулай күпме әҙәмдең ҡанатын һындыра бит...

Н.Ә.
Архангел районы.


Башҡортостан мосол­ман­дарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмө­хәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:

– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Иң башта, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, билдәле хикәйәт­тәрҙең береһен иҫкә төшөрәйек. Һаҙлыҡ ҡорой баш­лағас, тәлмәрйендәр тиҙ арала икенсе урынға күсеү хаҡында кәңәш ҡорорға тотонған, ти. Бының өсөн текә ҡаялы тау аша сығырға кәрәк икән. “Ҡуй, юҡ менән булмайыҡ, – тип ҡаршы төшкән быны ишеткән өлкәндәр. – Ошонда ғына ятып үлергә яҙғандыр беҙгә”. Икенселәр иһә, тауҙың аръяғында бер ниндәй ҙә һыу ятҡылығы булмауы тураһында ишеткәндәрен әйтеп, уфтанышып баш эйгән. Шулай ҙа йәш тәлмәрйендәр тауға үрмәләй башлаған, ләкин арттағыларҙың һаман да өмөтһөҙ һыҡтаныуын, бушҡа ваҡыт уҙғармаҫҡа өгөтләүен ишетеп, кире төшкәндәр. Һөҙөмтәлә араларынан бер тәлмәрйен генә ҡая аша артылып сығып, теге һаҙлыҡты барып тапҡан, ти. Һәләкәттән яңғыҙы ҡотолоп ҡалған ул. Сәбәбе ниҙә тип уйлайһығыҙ? Был тәлмәрйен һаңғырау булған...
Хикмәттән күренеүенсә, тормошта ҡайһы бер нәмәләрҙе “ишетмәү” яҡшы. Әҙәп-әхлаҡ, иман ҡағиҙәләренә яраҡһыҙҙарҙы, өмөт-хыялды емер­гәндәрҙе, һәйбәткә килтермәйәсәк тип шик-шөбһә, ығы-зығы тыуҙырасаҡ, хаҡ юлдан яҙҙырасаҡтарҙы һ.б. Ғөмүмән, дөрөҫ йәшәүҙән тайпылдырыр, ғәмәлдәргә – зыян, күңелгә зарар килтерер хәбәргә ҡолаҡ һалмау зарур. Ә бының нигеҙе, мәғлүм ки, ныҡлы холоҡ, ҡаҡшамаҫ рух, ихтыяр көсө. Ундай һыҙаттар – дөрөҫ тәрбиә емеше. Үҙ көсөнә ышанмаған ихтыярһыҙ кеше генә һәр һүҙгә ҡолаҡ һалып, шуға ышанып, күңеленә “сүп” йыя, тимәк, аңының томаланыуы, фекерләү ҡеүәһенә зарар килеүе, һөҙөмтәлә бар тормошо боҙолоуы ихтимал.
Шул уҡ ваҡытта буш хәбәр таратып, башҡаларға зыян яһау – айырыуса ҙур гонаһ. “Һүҙегеҙҙе үлсәп һөйлә­геҙ”, – тип белдергән бер мәл пәйғәмбәребеҙ Мөхәм­мәт ғәләйһис-сәләм йыйылған халыҡҡа. Улар аптырап ҡалған: “Йә, Рәсүлуллаһ, бының өсөн дә яуап бирәбеҙме ни?” Пәйғәмбәребеҙ: “Әҙәм балаһын йөҙтүбән йәһәннәмгә оҙатҡан нәмә шул тел бит”, – тип яуаплаған. Ул йәнә бер хәҙисендә Раббыбыҙҙың буш һүҙ менән ваҡыт үткәргән әҙәмде яратмауын белдергән. Әйтелгән һәр хәбәр йәмғиәт өсөн файҙалы, фәһемле булырға тейеш. Әгәр ҙә ки мәғлүмәт тормошто, хеҙмәт тәртибен яҡшыртыу, рухи-әхлаҡи үҫеш хаҡында түгел, белемде арттырыуға йүнәлтелмәгән икән, уны иғтибарһыҙ ҡалдырыу зарур. Ниҙер менән артыҡ ҡыҙыҡһыныу ҙа инҡар ителә. Мосолман үҙенә ҡағылмаған нәмәгә иғтибар итмәй, яҡынламай, ваҡытын һәм көсөн белемен камиллаштырыуға, туҡ­тауһыҙ хеҙмәткә бүлә.
Әлеге һорауға айырым туҡталғанда, ҡәрҙәшебеҙҙең тыуған төйәгенә ҡайтып төпләнеүе – ифрат һөйөнөслө, ҙур хуплауға лайыҡ күренеш. Күңелендә бындай рух булған кеше, ваҡытлыса һынауҙарға һынмайынса, артабан да алға барырға үҙендә көс табыр, буш һүҙҙәрҙән аңын томалатмаҫ, иншаллаһ.
Хәҙистәрҙә әйтелгәнсә, мосолманға күркәм итеп һөйләү, шулай уҡ иғтибар менән тыңлай белеү зарур. Пәйғәмбәребеҙҙең “Мосолмандың те­ленән дә, ҡулынан да, ғәмәлдәренән дә һис кем зыян күрмәҫкә тейеш” тигән һабағын һәр саҡ иҫтә тотоп, бер-беребеҙҙең күңел бөтөнлөгөн һаҡлап, тормошобоҙҙо, аңыбыҙҙы буш һүҙҙәр менән саңламайынса, күркәм мөнәсәбәттә йәшәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкә­түһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 073

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 873

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 420

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512