Кәрәкмәгәнде ишетмә20.04.2018
– Ни тиһәң дә, кешенең тормошонда уны уратып алған мөхиттең, йәмғиәттең өлөшө ҙур. Бер нисә йыл элек иремдең тыуған ауылына йәшәргә ҡайтҡайныҡ. Тәүҙә дәрте ҙур ине, аҙаҡ күңеле һүрелде лә ҡуйҙы. “Ауылдаштарым шулай ти, киләсәкте былай күҙаллай – алға китеп булмаҫ, ахыры...” – тип ҡулын һелтәне лә ҡуйҙы. Кеше һүҙе шулай күпме әҙәмдең ҡанатын һындыра бит...
Н.Ә.
Архангел районы.
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Иң башта, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, билдәле хикәйәттәрҙең береһен иҫкә төшөрәйек. Һаҙлыҡ ҡорой башлағас, тәлмәрйендәр тиҙ арала икенсе урынға күсеү хаҡында кәңәш ҡорорға тотонған, ти. Бының өсөн текә ҡаялы тау аша сығырға кәрәк икән. “Ҡуй, юҡ менән булмайыҡ, – тип ҡаршы төшкән быны ишеткән өлкәндәр. – Ошонда ғына ятып үлергә яҙғандыр беҙгә”. Икенселәр иһә, тауҙың аръяғында бер ниндәй ҙә һыу ятҡылығы булмауы тураһында ишеткәндәрен әйтеп, уфтанышып баш эйгән. Шулай ҙа йәш тәлмәрйендәр тауға үрмәләй башлаған, ләкин арттағыларҙың һаман да өмөтһөҙ һыҡтаныуын, бушҡа ваҡыт уҙғармаҫҡа өгөтләүен ишетеп, кире төшкәндәр. Һөҙөмтәлә араларынан бер тәлмәрйен генә ҡая аша артылып сығып, теге һаҙлыҡты барып тапҡан, ти. Һәләкәттән яңғыҙы ҡотолоп ҡалған ул. Сәбәбе ниҙә тип уйлайһығыҙ? Был тәлмәрйен һаңғырау булған...
Хикмәттән күренеүенсә, тормошта ҡайһы бер нәмәләрҙе “ишетмәү” яҡшы. Әҙәп-әхлаҡ, иман ҡағиҙәләренә яраҡһыҙҙарҙы, өмөт-хыялды емергәндәрҙе, һәйбәткә килтермәйәсәк тип шик-шөбһә, ығы-зығы тыуҙырасаҡ, хаҡ юлдан яҙҙырасаҡтарҙы һ.б. Ғөмүмән, дөрөҫ йәшәүҙән тайпылдырыр, ғәмәлдәргә – зыян, күңелгә зарар килтерер хәбәргә ҡолаҡ һалмау зарур. Ә бының нигеҙе, мәғлүм ки, ныҡлы холоҡ, ҡаҡшамаҫ рух, ихтыяр көсө. Ундай һыҙаттар – дөрөҫ тәрбиә емеше. Үҙ көсөнә ышанмаған ихтыярһыҙ кеше генә һәр һүҙгә ҡолаҡ һалып, шуға ышанып, күңеленә “сүп” йыя, тимәк, аңының томаланыуы, фекерләү ҡеүәһенә зарар килеүе, һөҙөмтәлә бар тормошо боҙолоуы ихтимал.
Шул уҡ ваҡытта буш хәбәр таратып, башҡаларға зыян яһау – айырыуса ҙур гонаһ. “Һүҙегеҙҙе үлсәп һөйләгеҙ”, – тип белдергән бер мәл пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм йыйылған халыҡҡа. Улар аптырап ҡалған: “Йә, Рәсүлуллаһ, бының өсөн дә яуап бирәбеҙме ни?” Пәйғәмбәребеҙ: “Әҙәм балаһын йөҙтүбән йәһәннәмгә оҙатҡан нәмә шул тел бит”, – тип яуаплаған. Ул йәнә бер хәҙисендә Раббыбыҙҙың буш һүҙ менән ваҡыт үткәргән әҙәмде яратмауын белдергән. Әйтелгән һәр хәбәр йәмғиәт өсөн файҙалы, фәһемле булырға тейеш. Әгәр ҙә ки мәғлүмәт тормошто, хеҙмәт тәртибен яҡшыртыу, рухи-әхлаҡи үҫеш хаҡында түгел, белемде арттырыуға йүнәлтелмәгән икән, уны иғтибарһыҙ ҡалдырыу зарур. Ниҙер менән артыҡ ҡыҙыҡһыныу ҙа инҡар ителә. Мосолман үҙенә ҡағылмаған нәмәгә иғтибар итмәй, яҡынламай, ваҡытын һәм көсөн белемен камиллаштырыуға, туҡтауһыҙ хеҙмәткә бүлә.
Әлеге һорауға айырым туҡталғанда, ҡәрҙәшебеҙҙең тыуған төйәгенә ҡайтып төпләнеүе – ифрат һөйөнөслө, ҙур хуплауға лайыҡ күренеш. Күңелендә бындай рух булған кеше, ваҡытлыса һынауҙарға һынмайынса, артабан да алға барырға үҙендә көс табыр, буш һүҙҙәрҙән аңын томалатмаҫ, иншаллаһ.
Хәҙистәрҙә әйтелгәнсә, мосолманға күркәм итеп һөйләү, шулай уҡ иғтибар менән тыңлай белеү зарур. Пәйғәмбәребеҙҙең “Мосолмандың теленән дә, ҡулынан да, ғәмәлдәренән дә һис кем зыян күрмәҫкә тейеш” тигән һабағын һәр саҡ иҫтә тотоп, бер-беребеҙҙең күңел бөтөнлөгөн һаҡлап, тормошобоҙҙо, аңыбыҙҙы буш һүҙҙәр менән саңламайынса, күркәм мөнәсәбәттә йәшәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.