Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Мәңгелек һабаҡ
Башҡортостан мосолман­дарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:

– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!

“Ир-аттың ҡеүәте – Ватандың ҡөҙрәте”, “Ил ирҙәр менән көслө”, “Ирҙең даны – иленән, халҡы менән еренән”, “Ирҙәр айырылһа, ил таралыр”, “Ир аҡыллы булһа, ҡатын күндәм”, “Ҡатынды йөҙөк ҡашы ла, мунса ташы ла иткән – ир”... Ошо һәм башҡа мәҡәл-әйтемдәрҙән, халыҡ ижадының бүтән төрҙәренән, ата-бабаларыбыҙҙың яҙмышынан күреүебеҙсә, көслө зат борон-борондан тормош тотҡаһы, йәмғиәттең терәк-таянысы, ғаиләнең ныҡлы “арҡаһы” булған, уға һәр ваҡыт ҙур ышаныс бағланған.
Ҡөрьәндә, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең хәҙистәрендә лә ир-аттың баһаһы күп тапҡыр тәҡрарланған. Көслө зат динебеҙҙә төп урынды биләй, уның иңенә Ватаны, халҡы, милләтенә бәйле бихисап бурыс йөкмәтелгән. Өммәттең көсө хаҡ юлдағы ир-аттың күплеге, уларҙың күркәм сифаттары менән баһалана. Ә иң ҙур өлгө, яҡты маяҡ – Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Пәйғәмбәребеҙ үҙ тормошо, ғәмәл-ғибәҙәттәре менән ир-ат өсөн мәңгелек һабаҡ ҡалдырған.
“Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм ниндәй булды?” – тип һорағандар бер мәл хәҙрәти Ғәйшәнән. Яуап шулай яңғыраған: “Ул “Ҡөрьән Кәрим”дең үҙе ине”. Эйе, пәйғәмбәребеҙ изге китаптағы бөтә ҡағиҙәләрҙең үтәлешен үҙ өлгөһөндә күрһәткән, өммәтенә нисек йәшәргә кәрәклекте аныҡ төшөндөргән. Уның һәр ғәмәлендә – Аллаһ һүҙенең тәфсире. “Эй, иманлы бәндәләр! Һеҙҙең өсөн Раббыбыҙҙың пәйғәмбәре – ҙур өлгө”, – тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”дә.
Иманға әйҙәү йәһәтенән дә Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм оло һабаҡ ҡалдырған. Ашығыуҙың кире һөҙөмтәгә кил­те­реү ихтималлығын, тәрбиә эшен күркәм вәғәз аша алып барыу мөһимлеген әйткән ул. Диндә көсләү юҡ. Был һәр заман, һәр диндар өсөн ныҡлы һабаҡ булырға тейеш.
Пәйғәмбәребеҙ, йәмғиәт алдында дини бурыстарын теүәл үтәү менән бер рәттән, мәғлүм ки, кәсепселек менән уңышлы шөғөлләнгән. “Ҡыйыу, тәүәккәл йүнсел ризыҡланыр”, – тигән ул. Хәҙистәренең береһендә фәҡирлектең динһеҙлеккә яҡын икәнен әйткән. Йорт хужаһы үҙ тормошон да алып бара алмай, ғаиләһен ҡарарға ла көсө етмәй икән, ул ниндәй ир? Аллаһ Тәғәлә иманлы, һөнәрле бәндәһен һөйә. Пәйғәмбәребеҙ үҙ тормошо аша ошоға инандырып, хеҙмәттең юғары әһәмиәтен раҫлап йәшәгән. Шул уҡ ваҡытта кәсепселекте намыҫлы, ғәҙел алып барырға өндәгән: ошо саҡта ғына уңышҡа, Аллаһтың рәхмәтенә өлгәшергә мөмкин. Пәйғәмбәребеҙҙең “Хеҙмәтсенең тире киберҙән алда уның ризалығын ал, йәғни эш хаҡын бир” тигән һүҙҙәрен дә онотмайыҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Һәр ерҙә ғәҙеллек булырға тейеш. Икенсе кешенең өлөшөнә инһәң, уны рәнйетһәң, табылған аҡсаның бәрәкәте китәсәк. “Ике кеше ғәҙел эш алып барһа, Аллаһ Тәғәлә уларҙың өсөнсөһө булыр”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.
Мосолман ир-аты илен дә, ерен дә, ғаиләһен дә, абруйын да һаҡларға тейеш. Был ғәмәлдәрҙең хәләл көс менән башҡарылыуы мөһим. “Минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе” тигән кәйефтә эшләргә ярамай. Һәр ғәмәлде тырышып, күңел һалып, һөҙөмтәлә үҙеңә лә, башҡаларға ла файҙа булырын белеп башҡарыу зарур.
Ҡөрьән ҡушыуына, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең тормош өлгөһөнә ярашлы, мосолман ир-ат ата-әсәһенә, балаларына, ҡаты­нына ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булырға тейеш. Исламда шундай ғаилә башлығы өлгө итеп ҡуйыла. “Ир менән ҡатын бер-береһенә һөйөү менән ҡарай икән, Аллаһ Тәғәлә уларға рәхмәтен ебәрә”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Ул ғаиләнең, ата-әсәнең юғарылығын даими аңлатҡан. “Өйләнегеҙ, күп бала үҫтерегеҙ. Ҡиәмәт көнөндә өммәтемдең ҙурлығы менән ғорурланырмын”, – тигән бер хәҙисендә. Шулай уҡ үҙеңдән алда башҡаларҙы уйларға, тәкәбберлеккә бирелмәҫкә, бер-береңә ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булырға, татыулыҡҡа әйҙәгән.
Пәйғәмбәребеҙҙең аманатына тоғро ҡалып, уның күрһәткән өлгөһөндә йәшәргә тырышыу зарур, хөрмәтле ир-ат ҡәрҙәштәребеҙ. Үҙебеҙҙең һаҡлаусы, яҡлаусы икәнебеҙҙе онотмайынса, Ватаныбыҙҙы, халҡыбыҙҙы, милләтебеҙҙе, өммәтебеҙҙе, еребеҙҙе, ғаиләбеҙҙе хәстәрлектән айырмайыҡ, иңебеҙгә һалынған бурыстарҙы лайыҡлы үтәйек, изге ғәмәлдәребеҙ, күркәм сифаттарыбыҙ менән киләсәккә яҡшы “орлоҡ” ҡалдырырға тырышып, һәр саҡ хаҡ хеҙмәттә булайыҡ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Автор: Дилбәр ИШМОРАТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда «Ракета хәүефе» режимы ғәмәлдән сығарылды
Башҡортостан Башлығы төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә саҡырҙы
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе 09.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 3

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла 09.06.2026 // Йәмғиәт

Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙә трафик тәүлегенә 105 меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә....

Тотош уҡырға 4

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы 08.06.2026 // Йәмғиәт

Ҡайҙалыр Мәскәүҙә, машинала башҡортса йыр яңғырай. Рулдә ҡытай егете ултыра һәм үҙ алдына ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана 08.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡотҡарыусылары, Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанып, 9 июндә ямғырлы һауа торошо ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә