Мәңгелек һабаҡ23.02.2018
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
“Ир-аттың ҡеүәте – Ватандың ҡөҙрәте”, “Ил ирҙәр менән көслө”, “Ирҙең даны – иленән, халҡы менән еренән”, “Ирҙәр айырылһа, ил таралыр”, “Ир аҡыллы булһа, ҡатын күндәм”, “Ҡатынды йөҙөк ҡашы ла, мунса ташы ла иткән – ир”... Ошо һәм башҡа мәҡәл-әйтемдәрҙән, халыҡ ижадының бүтән төрҙәренән, ата-бабаларыбыҙҙың яҙмышынан күреүебеҙсә, көслө зат борон-борондан тормош тотҡаһы, йәмғиәттең терәк-таянысы, ғаиләнең ныҡлы “арҡаһы” булған, уға һәр ваҡыт ҙур ышаныс бағланған.
Ҡөрьәндә, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең хәҙистәрендә лә ир-аттың баһаһы күп тапҡыр тәҡрарланған. Көслө зат динебеҙҙә төп урынды биләй, уның иңенә Ватаны, халҡы, милләтенә бәйле бихисап бурыс йөкмәтелгән. Өммәттең көсө хаҡ юлдағы ир-аттың күплеге, уларҙың күркәм сифаттары менән баһалана. Ә иң ҙур өлгө, яҡты маяҡ – Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Пәйғәмбәребеҙ үҙ тормошо, ғәмәл-ғибәҙәттәре менән ир-ат өсөн мәңгелек һабаҡ ҡалдырған.
“Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм ниндәй булды?” – тип һорағандар бер мәл хәҙрәти Ғәйшәнән. Яуап шулай яңғыраған: “Ул “Ҡөрьән Кәрим”дең үҙе ине”. Эйе, пәйғәмбәребеҙ изге китаптағы бөтә ҡағиҙәләрҙең үтәлешен үҙ өлгөһөндә күрһәткән, өммәтенә нисек йәшәргә кәрәклекте аныҡ төшөндөргән. Уның һәр ғәмәлендә – Аллаһ һүҙенең тәфсире. “Эй, иманлы бәндәләр! Һеҙҙең өсөн Раббыбыҙҙың пәйғәмбәре – ҙур өлгө”, – тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”дә.
Иманға әйҙәү йәһәтенән дә Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм оло һабаҡ ҡалдырған. Ашығыуҙың кире һөҙөмтәгә килтереү ихтималлығын, тәрбиә эшен күркәм вәғәз аша алып барыу мөһимлеген әйткән ул. Диндә көсләү юҡ. Был һәр заман, һәр диндар өсөн ныҡлы һабаҡ булырға тейеш.
Пәйғәмбәребеҙ, йәмғиәт алдында дини бурыстарын теүәл үтәү менән бер рәттән, мәғлүм ки, кәсепселек менән уңышлы шөғөлләнгән. “Ҡыйыу, тәүәккәл йүнсел ризыҡланыр”, – тигән ул. Хәҙистәренең береһендә фәҡирлектең динһеҙлеккә яҡын икәнен әйткән. Йорт хужаһы үҙ тормошон да алып бара алмай, ғаиләһен ҡарарға ла көсө етмәй икән, ул ниндәй ир? Аллаһ Тәғәлә иманлы, һөнәрле бәндәһен һөйә. Пәйғәмбәребеҙ үҙ тормошо аша ошоға инандырып, хеҙмәттең юғары әһәмиәтен раҫлап йәшәгән. Шул уҡ ваҡытта кәсепселекте намыҫлы, ғәҙел алып барырға өндәгән: ошо саҡта ғына уңышҡа, Аллаһтың рәхмәтенә өлгәшергә мөмкин. Пәйғәмбәребеҙҙең “Хеҙмәтсенең тире киберҙән алда уның ризалығын ал, йәғни эш хаҡын бир” тигән һүҙҙәрен дә онотмайыҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Һәр ерҙә ғәҙеллек булырға тейеш. Икенсе кешенең өлөшөнә инһәң, уны рәнйетһәң, табылған аҡсаның бәрәкәте китәсәк. “Ике кеше ғәҙел эш алып барһа, Аллаһ Тәғәлә уларҙың өсөнсөһө булыр”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.
Мосолман ир-аты илен дә, ерен дә, ғаиләһен дә, абруйын да һаҡларға тейеш. Был ғәмәлдәрҙең хәләл көс менән башҡарылыуы мөһим. “Минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе” тигән кәйефтә эшләргә ярамай. Һәр ғәмәлде тырышып, күңел һалып, һөҙөмтәлә үҙеңә лә, башҡаларға ла файҙа булырын белеп башҡарыу зарур.
Ҡөрьән ҡушыуына, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең тормош өлгөһөнә ярашлы, мосолман ир-ат ата-әсәһенә, балаларына, ҡатынына ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булырға тейеш. Исламда шундай ғаилә башлығы өлгө итеп ҡуйыла. “Ир менән ҡатын бер-береһенә һөйөү менән ҡарай икән, Аллаһ Тәғәлә уларға рәхмәтен ебәрә”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Ул ғаиләнең, ата-әсәнең юғарылығын даими аңлатҡан. “Өйләнегеҙ, күп бала үҫтерегеҙ. Ҡиәмәт көнөндә өммәтемдең ҙурлығы менән ғорурланырмын”, – тигән бер хәҙисендә. Шулай уҡ үҙеңдән алда башҡаларҙы уйларға, тәкәбберлеккә бирелмәҫкә, бер-береңә ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булырға, татыулыҡҡа әйҙәгән.
Пәйғәмбәребеҙҙең аманатына тоғро ҡалып, уның күрһәткән өлгөһөндә йәшәргә тырышыу зарур, хөрмәтле ир-ат ҡәрҙәштәребеҙ. Үҙебеҙҙең һаҡлаусы, яҡлаусы икәнебеҙҙе онотмайынса, Ватаныбыҙҙы, халҡыбыҙҙы, милләтебеҙҙе, өммәтебеҙҙе, еребеҙҙе, ғаиләбеҙҙе хәстәрлектән айырмайыҡ, иңебеҙгә һалынған бурыстарҙы лайыҡлы үтәйек, изге ғәмәлдәребеҙ, күркәм сифаттарыбыҙ менән киләсәккә яҡшы “орлоҡ” ҡалдырырға тырышып, һәр саҡ хаҡ хеҙмәттә булайыҡ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.