Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Етеҙ Танып таҙарҙы
Етеҙ Танып таҙарҙыБалтас районында “Рәсәй һыуы” экологик акцияһы булды. Район кимәлендә үткәрелгән сарала 800 кеше ҡатнашты, 20 һыу ятҡылығы таҙартылды. Етеҙ Танып йылғаһы ярының 30 километры, бынан тыш күлдәр, быуалар һәм бәләкәй йылғалар буйын халыҡ йәйге миҙгелдә йыйылған сүп-сарҙан таҙартты, йылға буйҙарын тәрәнәйтте.

Түбәнге Һикеяҙҙа ла акцияға әүҙем ҡушыл­дылар. Был ауыл халҡын үҙ артынан әйҙәп, сараға алдан әҙерлек алып барған Роза менән Зәки Мифта­ховтарға рәхмәтлебеҙ. Ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләгән был ғаилә Юҡ йылғаһы буйында йәшәй. Кәртә­ләренең аръяғында ғына шишмә лә бар. Йыл һайын улар әлеге бәләкәй йылғаны таҙартып, ярҙарын тәрәнәй­теп, төҙөкләндереп, тыуған яғының гүзәллеген һаҡлап ҡалыуға ҙур көс һала.
– Һаҙланған урынын таҙартып, үләнен алып, бер аҙ тәрәнәйтеп тормаһаң, йылға һайыға. Тирә-яғына ағас ултыртмаһаң да, ҡорой башлай. Шуға йыл да үҙебеҙҙең йортҡа яҡын урындарҙы булһа ла рәтләп торабыҙ. Быйыл йылғаны таҙартыуға ауыл халҡы ла әүҙем ҡушылды. Йыл да бындай сараны байрам кеүек үткәрергә кәрәк, – ти Мифтаховтар.
Башҡортостандың Тәби­ғәттән файҙаланыу һәм экология министр­лығының Бөрө территориаль комите­тының әйҙәүсе белгес-эксперты Рифат Сафин әйте­үенсә, Балтастан эстафета Тәтешле һәм Борай район­дарына тапшырылған. Баш­ҡортос­тан биләмәһендә Етеҙ Танып таҙартылғас, эстафета Пермь крайына тапшырыласаҡ.
Министрлыҡ үткәргән “Рә­сәй һыуы” акцияһы һөҙөмтәһе буйынса республика Рәсәй кимәлендә дүртенсе урын­ға сыҡҡайны. Былтыр акцияға ярашлы 1600 сара үткәрелде, унда ике меңгә яҡын кеше ҡатнашты.


Автор: Лилиә НУРЕТДИНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөлә Йәштәр көнөнөң махсус ҡунаҡтары билдәле булды

Өфөлә Йәштәр көнөнөң махсус ҡунаҡтары билдәле булды 19.06.2026 // Йәмғиәт

27 июндә Өфөлә Йәштәр көнө билдәләнә. Байрам «Торатау» конгресс-холы яғындараҡ Ағиҙел яры буйында ......

Тотош уҡырға 0

Республикала ял көндәрендә бер аҙ ямғыр яуыуы һәм йәшен йәшнәүе көтөлә

Республикала ял көндәрендә бер аҙ ямғыр яуыуы һәм йәшен йәшнәүе көтөлә 19.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ял көндәрендә бер аҙ ямғыр яуыуы һәм йәшен йәшнәүе көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров баш табиптарға 21 ашығыс медицина ярҙамы автомобиле асҡысын тапшырҙы
Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола...

Тотош уҡырға 1

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 8

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар

Комментарий өҫтәргә