Балтас районында “Рәсәй һыуы” экологик акцияһы булды. Район кимәлендә үткәрелгән сарала 800 кеше ҡатнашты, 20 һыу ятҡылығы таҙартылды. Етеҙ Танып йылғаһы ярының 30 километры, бынан тыш күлдәр, быуалар һәм бәләкәй йылғалар буйын халыҡ йәйге миҙгелдә йыйылған сүп-сарҙан таҙартты, йылға буйҙарын тәрәнәйтте. Түбәнге Һикеяҙҙа ла акцияға әүҙем ҡушылдылар. Был ауыл халҡын үҙ артынан әйҙәп, сараға алдан әҙерлек алып барған Роза менән Зәки Мифтаховтарға рәхмәтлебеҙ. Ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләгән был ғаилә Юҡ йылғаһы буйында йәшәй. Кәртәләренең аръяғында ғына шишмә лә бар. Йыл һайын улар әлеге бәләкәй йылғаны таҙартып, ярҙарын тәрәнәйтеп, төҙөкләндереп, тыуған яғының гүзәллеген һаҡлап ҡалыуға ҙур көс һала.
– Һаҙланған урынын таҙартып, үләнен алып, бер аҙ тәрәнәйтеп тормаһаң, йылға һайыға. Тирә-яғына ағас ултыртмаһаң да, ҡорой башлай. Шуға йыл да үҙебеҙҙең йортҡа яҡын урындарҙы булһа ла рәтләп торабыҙ. Быйыл йылғаны таҙартыуға ауыл халҡы ла әүҙем ҡушылды. Йыл да бындай сараны байрам кеүек үткәрергә кәрәк, – ти Мифтаховтар.
Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Бөрө территориаль комитетының әйҙәүсе белгес-эксперты Рифат Сафин әйтеүенсә, Балтастан эстафета Тәтешле һәм Борай райондарына тапшырылған. Башҡортостан биләмәһендә Етеҙ Танып таҙартылғас, эстафета Пермь крайына тапшырыласаҡ.
Министрлыҡ үткәргән “Рәсәй һыуы” акцияһы һөҙөмтәһе буйынса республика Рәсәй кимәлендә дүртенсе урынға сыҡҡайны. Былтыр акцияға ярашлы 1600 сара үткәрелде, унда ике меңгә яҡын кеше ҡатнашты.