Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сибайҙың киләсәге – телһөйәрҙәр, илһөйәрҙәр ҡулында!
Сибайҙың Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы, һәр ваҡыттағыса, гөрләп эшләй, унда ҡыҙыҡлы, бай йөкмәткеле саралар даими уҙғарыла. Башҡорт телендә үткән КВН-да ла уҡыусыларҙың тәрән белемлелеге, отҡорлоғо, тапҡырлығы, шаянлығына йәнә бер ҡат инанып, уңыштарға һөйөнөп ҡайтты тамашасылар.

Уҡыусылар араһында популярлыҡ яулаған был сара лицейҙа алтынсы тапҡыр ойошторолдо. Быйылғыһының маҡсаты һәм йөкмәткеһе айырыуса киң: ул республикабыҙҙың 100 йыллығына, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға һәм Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә бағышланды.

Уҡыусыларҙың сығышын Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф бүлеге методисы Айһылыу Моталлапова етәкселегендәге абруйлы жюри баһаланы. Башҡорт телен яҡшы белгән, туған белем усағын, ҡалаһын ихлас яратҡан, телгә маһир, күңеле көр балаларҙың һәр һүҙе, шаяртыуы күңелдәргә үтеп инде, йылы алҡыштарға күмелде.

– Быйылғы КВН айырыуса йәнле, күңелле үтте. Мөһим ваҡиғаларға арналғанлыҡтан, йөкмәткеһе лә ифрат бай булды, – тине Айһылыу Моталлапова. – Командалар араһында барыһы ла көслө, шунлыҡтан еңеүселәрҙе билдәләү бер ҙә еңел булманы. Иң мөһиме шул – ҡалабыҙҙа туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һәм башҡа рухи ҡиммәттәребеҙҙе хөрмәт иткән, яратҡан, уларҙы һаҡларға, үҫтерергә әҙер йәштәр тәрбиәләнә. Иманыбыҙ камил: республикабыҙҙың көньяҡ-көнсығыш райондарының милли үҙәге булған Сибайҙың киләсәге – ышаныслы ҡулдарҙа!

Ярышта ҡала мәктәптәренән ете команда ҡатнашты. Улар араһынан I урынға 1-се мәктәптең “Етегән” командаһы лайыҡ булһа, икенселә – 9-сы лицейҙың “Кесерткән”е, өсөнсөлә – гимназия-интернаттың “Таныш түгел таныштар” командаһы. Төп бүләк иһә – Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының “Бишбармаҡтар”ында!


Автор: К. ИШБУЛДИНА. Фото: А. Моталлапова фотоһы.
Район: Сибай ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров баш табиптарға 21 ашығыс медицина ярҙамы автомобиле асҡысын тапшырҙы
Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола...

Тотош уҡырға 1

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 2

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә