Сибайҙың Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы, һәр ваҡыттағыса, гөрләп эшләй, унда ҡыҙыҡлы, бай йөкмәткеле саралар даими уҙғарыла. Башҡорт телендә үткән КВН-да ла уҡыусыларҙың тәрән белемлелеге, отҡорлоғо, тапҡырлығы, шаянлығына йәнә бер ҡат инанып, уңыштарға һөйөнөп ҡайтты тамашасылар.Уҡыусылар араһында популярлыҡ яулаған был сара лицейҙа алтынсы тапҡыр ойошторолдо. Быйылғыһының маҡсаты һәм йөкмәткеһе айырыуса киң: ул республикабыҙҙың 100 йыллығына, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға һәм Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә бағышланды.
Уҡыусыларҙың сығышын Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф бүлеге методисы Айһылыу Моталлапова етәкселегендәге абруйлы жюри баһаланы. Башҡорт телен яҡшы белгән, туған белем усағын, ҡалаһын ихлас яратҡан, телгә маһир, күңеле көр балаларҙың һәр һүҙе, шаяртыуы күңелдәргә үтеп инде, йылы алҡыштарға күмелде.
– Быйылғы КВН айырыуса йәнле, күңелле үтте. Мөһим ваҡиғаларға арналғанлыҡтан, йөкмәткеһе лә ифрат бай булды, – тине Айһылыу Моталлапова. – Командалар араһында барыһы ла көслө, шунлыҡтан еңеүселәрҙе билдәләү бер ҙә еңел булманы. Иң мөһиме шул – ҡалабыҙҙа туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һәм башҡа рухи ҡиммәттәребеҙҙе хөрмәт иткән, яратҡан, уларҙы һаҡларға, үҫтерергә әҙер йәштәр тәрбиәләнә. Иманыбыҙ камил: республикабыҙҙың көньяҡ-көнсығыш райондарының милли үҙәге булған Сибайҙың киләсәге – ышаныслы ҡулдарҙа!
Ярышта ҡала мәктәптәренән ете команда ҡатнашты. Улар араһынан I урынға 1-се мәктәптең “Етегән” командаһы лайыҡ булһа, икенселә – 9-сы лицейҙың “Кесерткән”е, өсөнсөлә – гимназия-интернаттың “Таныш түгел таныштар” командаһы. Төп бүләк иһә – Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының “Бишбармаҡтар”ында!